Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2020, 00:32

Дуҫтарыма, туғандарыма матур нәсихəт

Беренсе сиратта үҙемə, унан ҡала, һеҙ - ҡәҙерле дуҫтарыма, туғандарыма матур нәсихəт булһын.

Беренсе сиратта үҙемə, унан ҡала, һеҙ - ҡәҙерле дуҫтарыма, туғандарыма матур нәсихəт булһын:Бер уҡымышлы, күпте күргəн кешенəн: "Һин нисек шул ҡәҙəре тыныс, сабыр була алаһың?"- тип һорағандар.
Ул яуабында:
- Бик күп уҡып, тəжрибəм менəн һынағандан һуң, тормошомдо шул биш нигеҙ бағана өҫтөнə ултырттым.- 1) Миңә яҙған ризыҡ миңә буласаҡ. Шуны аңланым həм тынысландым.- 2) Аллаһтың мине həр ваҡыт күреп күҙəтеп тороуын аңланым həм тыйнаҡландым.- 3) Мин эшләй белгəн həм эшлəргə тейеш булған эште башҡа бер кемдең дə эшлəмəйәсəген аңланым həм ең һыҙғанып эшкə тотондом.- 4) Йәшəүҙең ахыры - үлем икəнен аңланым həм шуға əҙерлəнə башланым.- 5) Яҡшылыҡ та, яманлыҡ та оҙаҡ йәшәгәнлеген аңланым, шуға күрə яҡшылығымды арттырырға, яманлыҡтарымдан ҡотолорға тырыштым, - тигəн.
ДОҒА ҠЫЛЫУ.
БисмиЛләәһир-Рахмәәнир- Рахиим. Әлхәмдү лиЛләәһи Раббил-ғәәләмииин. Вәс-саләәтү вәс-сәләәмү ғәләә расүүлинә Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхабиһи әжмәғыйн."Әй, Раббым Аллаһ!
Беҙгә байлыҡ бирһәң, шуның менән бергә һөйөнөсөн дә бир, сөнки байлыҡ булып, һөйөнөс булмаһа, уның ҡәҙере юҡ. Беҙгә хәйерле бәрәкәт ишектәрен ас!
Көс бирһәң, аҡыл һәм хикмәт тә бир, сөнки көс булып, аҡыл-хикмәт булмаһа, ул хәсрәттән башҡа бер нәмә лә бирмәҫ!
Дәрәжә бирһәң, түбәнселек тә бир, сөнки түбәнселекһеҙ дәрәжә үкенескә алып килә.
Матурлыҡ бирһәң, оят та бир, сөнки оятһыҙ матурлыҡ хурлыҡҡа алып килә.
Һынау һәм ауырлыҡ бирһәң, сабырлыҡ та бир, сөнки сабырлыҡһыҙ һынауҙы үтеп булмай.
Иман бирһәң, ныҡлыҡ та бир, сөнки ныҡ булмаған иман донъяла һәм әхирәттә ҡотҡармай.
Йә, Раббым! Тәүфиғымды киңерәк ас, күңелемә рәхмәт орлоғоңды сәс, күңел көҙгөһөн сафландырып тор, бөтөн мөшкил эшемде тиҙ хәл итеп тор.
Телемде яғымлы ҡыл, ишеткән һәр ҡолаҡ шатлыҡта булһын. Һүҙҙәремдең мәғәнәһен юғары ит, ауырлыҡтарҙан ҡотолдорһон ошо тел.
Ярҙамыңда миңә йомарт бул Аллаһым, ғафиллыҡ хәленән уят мине. Бәхетле ит йәшәүемде, арттыр хәйерле ғилемде, еңеләйт ғилем алыуымды. Һин биргән ниғмәттәргә ғилемем сәбәпле шөкөр итә белһәм ине. Уҡыуым һәм ғилем алыуым сәбәбенән тышым һәм эсем нурланһын һәм бер ҡәҙәр булһа ла наҙанлығым кәмеһен, белгәндәремде башҡаларға өйрәтеп, Ислам шәриғәтенә хеҙмәт итеү насип булһын.
Аллаһ Тәғәлә риза булған ғәмәлдәр менән донъянан үтеп, Расүл Әкрам шәфәғәтенә лайыҡ булһам ине! Әәмиин.
Йә, Раббил ғәләмиин!
Текст һәм фото: https://vk.com/bashkizi?w=wall-37933420_14261
Читайте нас: