Йомош төшөп, таныш апайға шылтыраттым. Йола буйынса, хәл-әхүәл һораштым. Нисектер күңелһеҙ генә һөйләшкән кеүек тойолдо. Һүҙгә-һүҙ ялғанып, күңелен өйкәгән уйҙарын уртаҡлашты.
“Бына кисәнән алда матур байрам – Әсәйҙәр көнө билдәләнде. “Бәйләнештә” селтәре иртәнсәктән төнгә тиклем балаларының әсәһен ҡотлап яҙған постары, әсәйҙәрҙең балаларынан алған бүләктәрен, гөлләмәләрен тотоп төшкән фотолары менән тулы булды. Яңылыҡтарҙа – тик шулар ғына. Икенсе көнө лә шулай дауам итте әле ул... Бына шуны күреп нисек эсең бошмаҫ, йөрәгең һулҡылдамаҫ?
Минең балаларҙың икеһенең дә ҡайтып урағаны юҡ, хатта ошондай байрамда: “Әсәй, хәлдәр нисек? Байрам менән!” – тип шылтыратһалар ни булған? Минең дә күңелем бар. Ярай, район үҙәгендә торһам да, күрше-тирәм менән һәйбәт ҡатышып йәшәйбеҙ. Әммә бындай байрамдарҙа күршеләргә лә инеп булмай, һәр кемеһенең балалары ҡайтып төшә. Шундай ваҡыттарҙа бигерәк ҡыйын. Шулар тип йәшәнем, мохтажлыҡ татытмайым тип, Себергә йөрөп эшләнем. Кеше балаһында булмағанды кейҙеләр, алдарынан тәмле-татлы өҙөлмәне. Ә хәҙер... Бер йылы һүҙ ҙә юҡ. Үҙем шылтыратһам да, яҙа-йоҙа һөйләшәләр. Әллә яҡшы аҡса эшләйем, уларҙы аяҡҡа баҫтырам тип, айлап Себергә йөрөргә кәрәкмәгәнме икән, тип үкенәм ҡайһы берҙә...” – тип хәл-әхүәлен һөйләне Мәҙинә апай.
Үҙе эшләгән тегеү фабрикаһы ябылып, эшһеҙ ҡалғас, ике балаһын яңғыҙы тәрбиәләгән апай Себер тарафтарына эшкә юлланғайны. Ҡыҙына – 13, улына туғыҙ йәштәр самаһы булғандыр. Йә бер, йә ике айлап йөрөп ҡайтыр ине. Аҡсаны арыу эшләгәндер, балалары гел сынъяһау кейенеп йөрөнө.
Алинаһы мәктәптән һуң бер-ике урында түләүле уҡыуҙа уҡып ҡараны, ниңәлер, оҡшатмай ташланы. Кейәүгә сығып, бала табып, әсәһенең фатирында йәшәй ине. Тәүҙә ире менән айырылды, унан әсәһе менән һүҙгә килеште һәм, сит милләт кешеһенә эйәреп, Мәскәү яғына сығып китте.
Улы ла әсәһен аҙ ҡайғыртманы. Армиянан ҡайтҡас, күңелле төнгө тормош алып барҙы, уҡырға йәки эшкә төшөргә уйламаны ла шикелле. Әллә нисә тапҡыр эш боҙоп, полиция юлын тапанылар. Олатаһының – әсәһенең атаһының ҡаты ғына әйткеләүен яратмай, үпкәләп, Өфө яғына эшкә тип сығып киткән ине. “Бик һирәк шылтырата. Мин шылтыратһам да, күп ваҡыт алмай. Нимә менән шөғөлләнәлер, бер нимә лә белмәйем”, - тип ҡайғыра әсәй кеше.
Нимә тип әйтәһең, ни тип йыуатаһың инде был осраҡта? Балаларын юҡсыллыҡта йәшәтмәйем тип, нисәмә йылдар буйы Себерҙә ауыр эштәрҙә бил бөккән, һаулығын юғалтҡан Мәҙинә апайҙың шундай хәлдә ҡалыуында кем ғәйепле? Балаларының һынылышлы мәлендә матди яҡты уйлап эшкә сығып киткән үҙеме? Әллә уның улар хаҡына тырышыуын аңламаған балаларымы?
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/s-k-n-men-n-ber-kem-d--otlamani-568005/