Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2020, 23:27

Эшһеҙлек арта, әммә эш табыу юлдары бар

Пандемия, иҡтисади яҡтан көсөргәнешле осор эшһеҙҙәр һаны артыуына килтерҙе. Күп кенән ваҡ предприятиелар илдә иғлан ителгән яҙғы бер айлыҡ ялды күтәрә алманы. Һөҙөмтәлә, мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итеүселәр артҡан. Эш менән ярҙам һорап барыһы ла шунда бара. Үҙебеҙҙең районда хәлдәр нисек һуң? Был турала көньяк-көнсығыш район-ара мәшғүллек үҙәгенең Ишембай районы буйынса филиалы директоры Эльвира ҒАРИФУЛЛИНА менән әңгәмәләштек.

Пандемия, иҡтисади яҡтан көсөргәнешле осор эшһеҙҙәр һаны артыуына килтерҙе. Күп кенән ваҡ предприятиелар илдә иғлан ителгән яҙғы бер айлыҡ ялды күтәрә алманы. Һөҙөмтәлә, мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итеүселәр артҡан. Эш менән ярҙам һорап барыһы ла шунда бара. Үҙебеҙҙең районда хәлдәр нисек һуң? Был турала көньяк-көнсығыш район-ара мәшғүллек үҙәгенең Ишембай районы буйынса филиалы директоры Эльвира ҒАРИФУЛЛИНА менән әңгәмәләштек.
- Эльвира Әнүәр ҡыҙы, коронавирус пандемияһы беҙҙә хеҙмәт баҙарына нисек тәъҫир итте?
- Коронавирус пандемияһы тормошобоҙҙоң һәр өлкәһенә ҡағылды, айырыуса хеҙмәт баҙарына. Ҡайһы бер учреждениелар ситтән тороп эшләүгә әҙер булмай сыҡты, бигерәк тә хеҙмәтләндереү өлкәһе. Күп һөнәрҙәргә эшселәр көсө ҡырҡа кәмене. Мәҫәлән, быйыл августа барлығы 612 эш урыны тәҡдим итә алдыҡ, үткән йылдың ошо айында 947 булған.
11 ноябргә ҡарата мәшғүллек үҙәгендә 3158 кеше иҫәптә торған. Үткән йыл ошо осорҙа 338 кеше булған. Эш урындары һаны 906-нан 870 тиклем кәмене.
- Быйыл эш эҙләү буйынса күпме ғариза ҡабул иттегеҙ?
- 5430 ғариза килде, шуларҙың 4297-еһе эш табырға булышлыҡ итеү мөрәжәғәте менән. Сғыштырыу өсөн: былтыр ошо осорҙа 1929 ғариза ҡабул ителгән. Әммә эштән бушатылыуҙың сәбәбен анализлағанда шуны күрәбеҙ - граждандарҙың күпселеге үҙ теләктәре менән киткән. Штат ҡыҫҡартылыуы йәки ойошманың ябылыуы буйынса беҙгә 164 кеше килде. Быға тиклем эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеп, пандемияға бәйле эштәрен ябырға мәжбүр булған 45 граждан мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итте. Үткән йыл бындай эшҡыуарҙар аҙыраҡ ине.
- Ниндәй һөнәрҙәр үҙенең актуаллеген юғалтты, ҡайныһына, киреһенсә, һорау артты?
- Башлыса юғары менеджментетәкселек менән бәйле һөнәрҙәр актуаллеген юғалта. Әммә ҡайһы бер предприятиелар, эш урындарында коронавирус инфекцияһын булдырмау маҡсатында, эшсе һөнәрҙәргә белгестәрҙе ҡабул итеүҙе туҡтатты. Мәҫәлән, 2019 йылда 32 токарь талап ителһә, бөгөн бары тик ике вакансия бар. Әлбиттә, табиптар, кесе медицина персоналы, водителдәр, тракторсылар, почта таратыусылар, курьерҙар, һатыусылар талап ителә. Ашнаҡсы, тегенсе, һаҡсы һөнәрҙәренә лә ҡытлыҡ бар.
- Эшһеҙлек тураһында һөйләйбеҙ, тик киреһен иҫбатлаған хәлдәр ҙә бар бит: компанияларғахеҙмәткәрҙәр етмәй. Мәшғүллек үҙәге предприятиеларға нисек ярҙам итә ала?
- Был ысынында шулай. Сөнки эшһеҙлек һорау менән тәҡдим дисбалансынан тыуа. Шуның өсөн дә беҙ иҫәптә торған граждандарға хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәргә уҡып сығырға тәҡдим итәбеҙ. Мәҫәлән, быйыл дүрт ашнаҡсы, 26 һаҡсы, дүрт тегенсе, ике шәфҡәт туташы уҡырға ебәрелде. Ҡағиҙә булараҡ, уларҙың 80 проценттан ашыуы эшкә урынлаша. Пандемияға ҡарамаҫтан, мәшғүллек үҙәге эшсе урындар йәрминкәһен онлайн форматта ойоштороп килә. Эш урындары Мәшғүллек үҙәге сайтында, «Рәсәйҙә эш» порталында, социаль селтәрҙәрҙә бирелә килә. Беҙ һәр ваҡыт хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ!
- Пенсия алды йәшендәге граждандар ҙа борсола. Уларға өҫтәмә социаль ярҙам гарантияһы бармы?
- 2019 йылдың ғинуарынан пенсия йәше күтәрелеүгә бәйле, Федераль закон тарафынан эшһеҙлек буйынса пособиены тәғәйенләү шарттары һәм түләү ваҡыты ла үҙгәрҙе. Дөйөм алғанда эшһеҙҙәргә дәүләт финанс ярҙамы күрһәтеүҙең максималь ваҡыты йыл дауамында 6 ай тәшкил итә. Пенсия алды йәшендәгеләргә эшһеҙлек буйынса пособие күпкә оҙағыраҡ түләнә - 1,5 йыл өсөн 12 ай. Бынан тыш пенсияға яҡын йәштәге ҡайһы-берҙәр түләү ваҡытын арттырыу хоҡуғына эйә. Был кәмендә страховка стажы 20 (ҡатынҡыҙҙар) йәки 25 йыл булған (ирҙәр) граждандарға ҡағыла. Улар өсөн пособие түләү ваҡыты күрһәтелгән стаждан артҡан һәр бер йыл өсөн оҙайтыла. Әммә 3 йыл эсендә 24 айҙан артырға тейеш түгел.
Эшһеҙлек буйынса пособие алыу өсөн хаҡлы ялға сығыуға 5 йылдан кәмерәк ҡалған бөтә граждандар ҙа мөрәжәғәт итә ала. Гарантия түбәндәгеләргә генә ҡағылмай: оҙаҡ ваҡыт эшләмәгәндән һуң эшләй башлағандар (бер йылдан ашыу); дисциплинар ғәйеп һәм башҡалар өсөн эштән бушатылғандар; мәшғүллек үҙәге тарафынан уҡырға ебәрелгәндәр һәм ғәйепле эшмәкәрлек арҡаһында ҡыуылғандар. Был кешеләр, киреһенсә, пособиены әҙ ваҡыт ҡына ала - бер йыл өсөн 3 айҙан артмай.
- Эшһеҙлек буйынса гәзит уҡыусыларға әйтер теләктәрегеҙ барҙыр.
- Мөмкинлек менән файҙаланып, килемдәре йәшәү минимумынан аҙ булған һәм яңғыҙ йәшәүсе граждандарға социаль контракт нигеҙендә социаль ярҙам программаһы әҙерләнеүе хаҡында әйтеп үткем килә. Йүнәлештәрҙең береһе - эш эҙләү: кеше контракт төҙөп, эшкә урынлашҡан көндән алып 10434 һум күләмендә айлыҡ түләү аласаҡ (3 айҙан да кәм түгел).
Эшһеҙлек ғәмәлдә беҙҙә ун тапҡырға артты, шылтыратыусылар бик күп, шуға ла һорауҙар булһа, беҙең «Бәйләнештә» төркөмөнә https://vk.com/czn_ishimbay йәки [email protected] электрон адресына яҙа алаһығыҙ. Бер хат та яуапһыҙ ҡалмай.
Әйтергә кәрәк, эшһеҙлек буйынса пособие алғандарҙың күпселеге үҙҙәренең бурыстарын намыҫлы үтәй. Шулай ҙа граждандар араһында үҙҙәре хаҡында дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр килтергәндәр ҙә бар. Күпселек эшкә урынлашыуҙары хаҡында йәшерә. Ҡайһы берәүҙәр рәсми булмаған урында теркәлеүһеҙ эшләп йөрөй һәм эшһеҙ сифатында мәшғүллек үҙәгенә теркәлергә хоҡуғы бар тип уйлай. Был хата фекер, бының өсөн енәйәт һәм административ яуаплылыҡ янай. Тик октябрҙә генә 14 граждандың алдаҡ ысул менән пособие алғаны асыҡланды. Мәшғүллек үҙәгенән алдаҡ юл менән эшһеҙлек буйынса аҡса алған кешеләр менән хоҡуҡ һаҡлау органдары эш алып бара.
Читайте нас: