30 ноябрь төнөндә Ишембай-Верхотор автомобиль юлынанан йыраҡ түгел ерҙә ВАЗ-2106 машинаһына ут тоҡана.
Мәләүез районынан 23 йәшлек водитель 1-2 дәрәжәлә тәнен яндырған. Уның кәүҙәһенең 80 проценты янған.
Ир Стәрлетамаҡ клиник дауаханаһының реанимация бүлегенә килтерелгән. Дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәт инструкторы Рөстәм Даянов хәбәр итеүенсә, янғындың яҡынса сәбәбе - зыян күреүсе яуыз ниәт менән үҙе ут сығарған.