Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2020, 00:21

Гөлйемештең файҙаһы күп...

Гөлйемештә төрлө биологик актив матдәләр бар. Ул С витаминына бай. Уны ҡулланыу ҡышҡы һәм яҙғы айҙарҙа айырыуса файҙалы, сөнки ошо ваҡытта организм витаминдарға, бигерәк тә С витаминына, ныҡ мохтаж.

Гөлйемештә төрлө биологик актив матдәләр бар. Ул С витаминына бай. Уны ҡулланыу ҡышҡы һәм яҙғы айҙарҙа айырыуса файҙалы, сөнки ошо ваҡытта организм витаминдарға, бигерәк тә С витаминына, ныҡ мохтаж. Гөлйемеш төнәтмәһен (йә ҡайнатмаһы) тын алыу юлдары шешкәндә (бронхит, трахеит һ. б.), атеросклероз, үпкә туберкулезы, ашҡаҙан һәм бөйән эсәгенең сей яра (язва) ауырыуы булғанда, дөйөм шешенгәндә, һаулыҡ физик һәм психик яҡтан ҡаҡшағанда, йөклө һәм имеҙгән әсәләргә һәм башҡа осраҡтарҙа ҡулланырға кәңәш ителә.
Төнәтмәне әҙерләү: 4 аш ҡалағы киптереп ваҡланған емеште 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш бер тәүлек тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 2 тапҡыр 1/2-1 стакан эсергә, тип кәңәш итә белгестәр. Әммә бер нәмә хаҡында оноторға ярамай: табип менән кәңәшләшегеҙ. Ни тиһәң дә һәр нәмәнең самаһы бар һәм барыһына ла ҡулланырға ярамай. Ә былар хаҡында табип ҡына әйтә ала.
Айһылыу Низамова
Читайте нас: