Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2020, 00:39

ӘСӘМ ЯҘҒАН КИТАП

Әсәйҙәр китап яҙа аламы? Ала икән шул!!! Ҡәҙерле кешем Иҫәкәй ауылында 1923 йылдың 8 авгусында донъяға килгәс тә, олатайым менән өләсәйем уға аһәңле, мәғәнәле “Тайфа” тигән исемде ҡушып (ғәрәп телендә “Дин әһеле” тигәнде аңлата) тәҡдирен асып ебәрә. Ошо изге көндән алып, әсәйем үҙ ҡулдары менән ТОРМОШ КИТАБЫН яҙа башлай.

Әсәйҙәр китап яҙа аламы? Ала икән шул!!! Ҡәҙерле кешем Иҫәкәй ауылында 1923 йылдың 8 авгусында донъяға килгәс тә, олатайым менән өләсәйем уға аһәңле, мәғәнәле “Тайфа” тигән исемде ҡушып (ғәрәп телендә “Дин әһеле” тигәнде аңлата) тәҡдирен асып ебәрә. Ошо изге көндән алып, әсәйем үҙ ҡулдары менән ТОРМОШ КИТАБЫН яҙа башлай.
...Шәмсетдин олатайым 48 генә йәшендә фани донъя менән хушлашҡан. Үҙе мулла ла булған, колхоз председателе вазифаһын да үтәгән ул. Йәшләй генә тол ҡалған Фәғилә өләсәйемә алты баланы: Ғиззетдин, Зәйнетдин, Тайфа, Хәким, Минзифа, Ғәтиәне ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерергә Аллаһы Тәғәлә үҙе көсҡөҙрәтен биргәндер. Ул заманда беҙҙең Иҫәкәй ауылы «Ҡыҙыл партизан» колхозы булып йөрөй.
Тормоштоң бар ауырлығын үҙ елкәһендә татып үҫә ғәзизем.Бәләкәй сағынан уҡ эшкә егелә: ҡап һуға, Ғафуригә, Еҙемгә һал ағыҙырға йөрөй. Ҡыҫҡаһы, колхоз ниндәй эш ҡуша, бер генә бөртөгө лә уны урап үтмәй.
...Донъя мәшәҡәтенән бушаған арала, әсәйем менән һуғыш тураһында һөйләшергә тырыша инем. Тыл ветераны ине. Әммә ул был темаға һөйләшергә бөтөнләй яратманы. Ауыр яраларын ҡуҙғатаһы килмәне, күрәһең.
Бына бер һөйләгәне:
...Кемдең ҡулынан эш килә, барыбыҙ ҙа колхоз эшенә егелдек. Үгеҙ менән ер һөрәбеҙ. Аттарҙы вис һуғышҡа алып китеп бөттөләр. Ҡалғандары үлешеп бөттө. Мөхәмәдийәр бабай ҡул менән беҙҙең арттан йөрөп иген сәсә торғайны. Үгеҙҙәр ҙә күтәртеп, ҡырылып бөткәс, ҡул менән, көрәк менән ҡаҙа инек.
Ул заман күрше Шәмсиямал инәйҙең бабайы Ҡыйбат бабай мулла ине. Баласаға аслыҡтан үлә, бисә-сәсәләр, етемеҫерҙәр, малһыҙҙар ҡырылды ғына. Һыйырлы кешеләр ул тиклем бирешмәне. Әгәр ҙә һыйыры быҙаулаһа, байрам ине, тамаҡ ас түгел, тимәк. Көнөнә дүртбиш кеше үлә. Ҡыйбат бабай беҙҙе – дүрт ҡыҙҙы: мин, Миниса, Зәйнәп, Вәлимәне һәм тағы ла бер нисә ҡыҙҙы ҡәбер ҡаҙырға йөрөттө. Беҙҙең менән йөрөргә бабайҙарыбыҙҙың хәле юҡ, ҡартайғандар, шуға уларҙы һуғышҡа ла алмағандар. Баҫҡыс менән ҡәбергә төшөп, үлсәй торғайны. Түшенә тиклем булһа, тимәк, етте, тигән һүҙ. Үҙе оҙон бабай ине, күрше Тимерғәле ағайыңдың атаһы була инде. Эш бөткәс, ҡайтып килгән булабыҙ.
- Ләхет ала инегеҙме?
- Уныһын хәтерләмәйем. Ләхетте үҙе алдымы икән?! Алғандыр ул, ләхетһеҙ булмай бит инде, мосолман булғас. Бер нисә кешене бер ҡәбергә күмә торғайныҡ. Яныбыҙҙа ярҙам итергә бер бөртөк малай булһа, исмаһам. Улар вис һуғышта. Бер ваҡыт күмеп бөткәс, 40 аҙым атлағас, һорау килә, тип әйтәләр бит инде. Шуны тикшереп ҡарарға тороп ҡалдым зыяратта бер үҙем. Бала ғынамын, үҙем тамсы ла ҡурҡмайым бит әле ул.
- Ҡуй, ҡыҙым, ҡайтайыҡ, ҡурҡырһың, бәләле булырһың, - тип ҡараһа ла, Ҡыйбат бабайҙың һүҙен тыңламаным. Эй яттым, эй яттым. Ергә ятып тыңлайым. Һорау алғандарын ишетергә насип булманы. Ҡайтып киттем. Ә ауылда бер шомло хәбәр оҙаҡ йөрөнө. Лутфрахман бабай урманға китеп барған. Ул заман зыярат кәртәле булмай торғайны бит инде. Янынан үтеп барғанда ишетеп ҡалған бабай: дөбөр – шатыр, йәшен йәшнәтеп тауыш килә, ти. Һорау ала башлағандар. Был бабай ай ярым түшәктән тормай ғына ауырып ятҡан. Ул урманда балищик булып эшләй ине. Һуғыштан таяҡ менән ҡайтҡайны, атлай алмай ине тәүҙә. Эшләрлек ирҙәр булмағас, уны ошо яуаплы эшкә ҡуйғайнылар.
- Һуғыш ваҡытында хат ташыусы булып силам эшләргә ҡуша торғайнылар. Өскил хаттарҙы тәүҙә Петровскиҙан ташыныҡ, аҙаҡ Васильевканан барып ала торғайныҡ. Уларҙың ҡайһылары асылып килә. Өскил хаттар. Ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы еңә алмағанбыҙҙыр инде – асып уҡый торғайныҡ. Үҙебеҙ уҡыйбыҙ, үҙебеҙ ерһыу илашабыҙ. Аяҡтарҙа сабата. Сабата туҙып бөткәс, яланаяҡ йөрөгән саҡтар әҙ булманы. Аяҡ табандары ярылып, ҡанап сыға ине. Хат ташығанға трудодень яҙмай инеләр нишәптер. Шулай кәрәк булғандыр инде.
Әсәмдең хеҙмәт биографияһын иҫкә төшөрә башлаһам, хаҡлы ялға сыҡҡансы атайым менән ҡушлап тимерлектә эшләгәне маҡтауға лайыҡ күренеш, тим. Уйлап ҡараһаң, тимерлектә эшләгән әсәйем районыбыҙҙа ғына түгел, ә бар Башҡортостанда берәү булғандыр әле ул! Ниндәй ғорурлыҡ! Шуға әсәйемдең холҡона ла күскәйне тимер ныҡлығы: өҙһә, өҙә һуғып әйтер ине. Бер ҡасан да уратып-суратып торманы. Күҙгә тура ҡарап әйтте.
Бәләкәйҙән үк ебеп төшмәҫкә өйрәтте. Үҙ-үҙеңде нисек һаҡларға, нисек ҡурсаларға тел менән һөйләп түгел, эше менән аңлатыр ине, ҡылығы менән нығытыр, атайым менән үҙ-ара мөнәсәбәтендә асыҡлар ине.
- Һеҙ – тимерсе балалары!
Һуңғы һүҙе, мисәт һуға торған һүҙе әсәмдең ошо һүҙ ине.
Иҫән ҡалған биш балаһына тормош девизы ине был! Әммә, мәктәпте тамамлағас, миңә:
- Ҡыҙым! Һин уҡырға тейешһең! - тине.
Ни тиклем өйҙә, улар ҡосағында рәхәт булһа ла, Өфөгә юлланырға тура килде. Тәүҙә ҡыйын ине. Әммә гелән ҡолаҡ төбөмдә әсәйемдең:
- Һеҙ – тимерсе балалары! – тигән һүҙе яңғырап торҙо. Ошо изге һүҙ ғүмер баҡый юлымды ҡояш булып яҡтыртты, маяҡ булды.
... Әсәйем түшәккә ятҡас, ҡаланан һурылып, тыуған ауылыма ҡайтып йәшәргә тура килде. Ә унда йәшәүҙәре – үҙе йән рәхәте!
Матур итеп өй һалып индек. Аҫырарға һаумал кәзә алып ебәреп йәтеш иттек. Оттоҡ! Һөт, ҡымыҙ эстек, эремсек, сыр ашап кинәндек. Һарай тулы ҡошҡорт булғас, изгелектәрен күрҙек кенә.
Иң ҡыуаныслы хәл – баҡсала ҡойо ҡаҙҙырыу булды, ахыры.
Юғиһә, Рәүҙәк йылғаһына иртән иртүк барып һыу алырға кәрәк. Мал-тыуар төшкәнсе, эште эшләп ҡуйырға ғәҙәтләнгән барса халыҡ. Ә ул һыуҙың тәме! М-м-м! Телеңде йоторлоҡ! Теүәл бер аҙна эсеп өлгөрҙөк ҡойо һыуын.
Бер көн иртән әсәйем:
- Беҙ ниндәй һыу эсәбеҙ ул? Тәме Рәүҙәктеке түгел бит, татырлы, - тип һалмаһынмы?!
- Үҙебеҙҙең ҡойо һыуы, әсәй!
- Юҡ, балалар! Һаҙ һыуы эсеп ултырмайыҡ. Рәүҙәгемдең һыуын эсеп үҫкәнмен, ул мине йәшәткән, ошо йәшкә еткергән. Рәүҙәгемдең һыуын эсеп кенә теге донъяға китәйем. Иртәнсәк иртүк, таң менән һыуға барығыҙ, яраймы! Таң һыуы эсәйек!
Беҙгә шундай фарман бирелде! Әсәйем, тимәк, йәшәргә тырышып ята. Тырышмай ни?! Оло ҡыҙыбыҙ тиҙҙән бәпес алып ҡайтырға тейеш тә баһа! Ошондай оло бәхетте нисек итеп күрмәй, мәхрүм ҡалмаҡ кәрәк!
* * *
- Һуҡыр һәм атламайынса түшәктә ятҡан әсәйҙе ҡарауы ҡыйындыр инде, - ти торғайны ауылдаштарым.
Һис ҡыйынлығын күрмәнем. Күҙле кешегә ҡарағанда әсәйем күҙлерәк ине. Сөнки күңел күҙе менән күрә белде.
Өймәкләшеп балалар ҡаланан ҡайтып инһә,
- Ана минең 12 күҙем ҡайтып инде, - тип шатланыр ине.
- Үҙем атлай алмаһам да, 12 аяғым ҡайтып инде, - тиер ине. Уға ҡарап, беҙ ҡыуандыҡ.
...Биргән өгөт-нәсихәттәренең һәр береһен яҙып, теркәп барҙым. Сөнки алдымда меңйәшәр фәйләсүф килеп ултыра ине! - Кәзәгеҙҙе бөтөрмәгеҙ!
Гел өҫтәл артында ултырып, яҙышып арығанда, сығып тәрбиәләһәң, башыңа ял булыр әҙерәк. Ҡосаҡлап та, яратып та керерһәң, күңелең булыр, исмаһам. Уның
– донъяғыҙҙың ҡото икәнен онотмағыҙ!
- Минең кеүек оҙон ғүмерле булғығыҙ килһә, Рәүҙәк һыуы эсеп, ауыл һауаһы һулап йәшәгеҙ! Ҡала яғына кире, еңел тормош эҙләп, сығып китә күрмәгеҙ!
- Ялҡауланып ятмағыҙ! Эшләгеҙ! Тик “Бисмиллаһыҙ” эш башламағыҙ!
- Һөт, ҡымыҙ эсегеҙ! Баллап сәй эсегеҙ! Һыу эсегеҙ!
- Гел доғала йәшәгеҙ!
- Күрше хаҡын, туған хаҡын белегеҙ! Асыу тотмағыҙ! Үпкәләмәгеҙ!
Яуап итеп әсәкәйемде һығыпһығып ҡосаҡлап алам. Тормошомдоң мәғәнәһенә әйләнәсәк, бер ниндәй бизмәндәргә һалып үлсәй алмаҫлыҡ ҡәҙерле ихлас кәңәштәр!
- Миңә, барса балаларыңа яҡшы әсәй булдың! Киң күңелле остазым да, кәңәшсем дә, серҙәшем дә инең. Балаларыбыҙға яҡшы өләсәй була белдең!
Рәхмәт, барыһы өсөн, әсәкәйгенәм! – тип, саҡ-саҡ әйтә алам.
- Ҡыҙым! Минһеҙ бәхетле булырға өйрән, йәме!
Күңелең бигерәк йомшаҡ бит, хас та әсәйемдеке төҫлө. Мин киткәс, донъяңды онотоп, илаулап ултырма гелән. Әтеү гелән һыуҙа ятырмын. Боронғонан шуны беләбеҙ. Унда мине атайың, балаларым, бар нәҫелебеҙ көтә. Һағындылар. Үҙем дә өҙөлөп һағындым.
Алтын аҡыл һандығы ине ғәзизем. Тулы иман менән мәңгелеккә юл алды ҡәҙерлем. Аллаһ хозурына... Кесе Йоманың Ахшам намаҙынан һуң... Изге Йомаға ҡаршы...
Уның БИРГӘН ФАТИХАһы йөрәгемдең түрендә генә мәңге ятасаҡ! Миңә, балаларыма оҙон, хәйерле һәм бәрәкәтле ғүмерҙәр, йәшәргә көс бирәсәк! Барыбыҙҙы ла бәхетле итәсәк! Яратты әсәйемде ауылдаштар, бөтә ил яратты. Социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләремдә бихисап изге йылы һүҙҙәр, матур теләктәр яуҙыралар ине; әсәмде күрәһеләре килә ине. Ошо татлы бәхетте белеп, кисереп, тойоп йәшәне. Шуға ла Һуңғы туйына халыҡ болот булып килде.
Рәхмәт һеҙгә, киң күңелле, ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергә була белгән ауылдаштарым, туғандарым, яҡындарым, Интернет селтәрендәге барса дуҫтарым! Бүләккә алып ҡайтҡан изге “Ҡөрьән” китабың, тиҫбеләрең, һәр байрамыңа алып ҡайтҡан күҙле мунсаҡтарың, суҡлы шәлъяулыҡтарың – береһен дә үҙең менән алып китмәнең, барыһы ла миңә, балаларыма ҡалды. Төҫөң булып. Хәтерең булып. Әсәйле ғүмер бүләк итеүең өсөн рәхмәт, Раббым!
Һинең арҡаңда мин ер ҡәҙерен, һыу ҡәҙерен, хатта, коронавирус бәләһенә саҡлы уҡ һулар һауа ҡәҙерен аңланым! Үкенәмме? Юҡ, әлбиттә! Һис үкенмәйем. Сөнки әсәйемдең ҡосағына сумып, наҙҙарына ҡойоноп һәм үҙем уны рәхәтләнеп, ләззәтләнеп, туйғансы иркәләп йәшәнем.
ӘСӘМ ЯҘҒАН ҒҮМЕР КИТАБЫ тамам. Был донъяла, фанилыҡта. Әммә... баҡыйлыҡта Ғәмәл дәфтәре уның ябылманы. Ул асыҡ ҡалды. Сөнки минең ҡылған доғаларым, теләгән теләктәрем, биргән хәйер-саҙаҡаларым барыһы ла уға ирешеп бара.
- Кемегеҙҙең бәхетле булғыһы килә? Өс көнлөк кенә тормошта әсәйегеҙҙе нығыраҡ ҡосаҡлағыҙ, нығыраҡ яратығыҙ, нығыраҡ иркәләгеҙ! Уны бер фәрештә кеүек күрһәгеҙ, баҡыйлыҡҡа ҡүскәс, үҙегеҙҙе, нәҫелегеҙҙе фәрештәләр булып ҡурсалар! ...Быйылғы Әсәйҙәр байрамын, ҡыҙғанысҡа күрә, әсәйһеҙ генә ҡаршылайбыҙ.
Сыуаҡ сентябрь айының өсөнсө көнөнән бирле донъям ӘСӘЙЛЕ һәм ӘСӘЙҺЕҘ саҡҡа, ҠОЯШЛЫ һәм ҠОЯШҺЫҘ саҡҡа бүленһә лә, ғәзиземдең рухы иҫән. Тормошом иң ҡәҙерле кешем булған үткән ғүмер менән бөгөнгөнө бәйләүгә ҡорола. Уны доғаларым, хәйерсаҙаҡаларым менән, яҡты хәтерләүҙәрем, намаҙҙарым менән ҡоршарға тырышыуым. Шулай булғас мин дә һеҙҙең кеүек барыбер әсәйле лә баһа!
Читайте нас: