Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2020, 00:21

Лайыҡлылар республика этабына сыға

“Айыҡ ауыл -2020” республика конкурсының муниципаль этабы тамам. Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә конкурста ҡатнашыусы ауылдар үҙҙәрендә уҙғарылған сараларҙы барлап, “Айыҡ ауыл” исеменә лайыҡ булыуҙарын яҡланы.

“Айыҡ ауыл -2020” республика конкурсының муниципаль этабы тамам. Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә конкурста ҡатнашыусы ауылдар үҙҙәрендә уҙғарылған сараларҙы барлап, “Айыҡ ауыл” исеменә лайыҡ булыуҙарын яҡланы.
Конкурстың маҡсаты – ауыл биләмәләрендә халыҡтың айыҡ, сәләмәт тормош алып барыуын пропагандалау буйынса эшмәкәрлекте әүҙемләштереү. Халыҡты ауылдың йәмәғәт сараларына йәлеп итеү, матур эш тәжрибәләрен асыҡлау һәм күрһәтеү, ғаиләләрҙә, йәмәғәт тормошонда айыҡлыҡ йолаларын тергеҙеү һәм башҡа бурыстарҙы ла ҡуя ул.
Быйылғы конкурста Верхотор, Ғүмәр, Яр-Бишҡаҙаҡ, Һайран, Көҙән, Ишәй, Ҡанаҡай, Әхмәр, Яңы Ауыл, Кинйәбулат, Алаҡай, Скворчиха ауылдары үҙҙәрен һынаны. Әүҙемлек буйынса Ишәй ауыл Советы өлгө күрһәтте, был биләмәнән дүрт ауыл ҡатнашты.
Ауылдарҙа алып барылған эште махсус комиссия баһаланы. Конкурс пандемия шарттарында барыуы арҡаһында, планлаштырылған күп кенә мәҙәни саралар үткәреү мөмкин булмаһа ла, бүлешер ыңғай тәжрибәләр аҙ түгел.
Эске һәм башҡа яман ғәҙәттәрҙе киҫәтеү маҡсатында ойошторолған саралар, айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауға йүнәлтелгән уникаль тәжрибәләр, эшкә урынлашҡан граждандар һаны, ауылдағы йәмәғәт ойошмалары һәм башҡа мәғлүмәттәргә конкурс комиссияһы ағзалары айырыуса ҙур иғтибар бирҙе.
Тәүге һүҙҙе Верхоторҙар тотто. Мәҙәниәт йорто мөдире Нина Николаева күп быуатлыҡ тарихы булған ауылдарының бөгөнгөһө тураһында һөйләне. Юлдар рәтләнгән, социаль объекттар төҙөкләндерелгән, былар, әлбиттә халыҡҡа тормош дәрте өҫтәгән. Ауылда төпләнергә, матур итеп йәшәүгә этәргес биргән күренеш. Верхоторҙа суррогат алкоголь һатыу нөктәләрен ябыу буйынса һөҙөмтәле саралар күрелгән. Ике магазинда ҡаты алкоголь продукцияһы һатылмай, ә береһендә спиртлы эсемлек менән сауҙа итеүҙән бөтөнләй баш тартҡандар. Алкоголизмға ҡаршы ауылда уҙғарылған әңгәмәләр, түңәрәк өҫтәлдәр ҙә һөҙөмтә бирә. Спортты ла үҙ иткәндәр. Клуб биләмәһендәге каток балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә йәлеп итә. Мәҙәниәт йортонда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн фитнес клуб эшләп килеүе, бильярд, шахмат, шашка уйнау мөмкинлеге лә ялды матур итеп ойоштороп булыуы хаҡында һөйләй.
- Эскеһен туҡтатып, эшкә урынлашып, ғаиләһе тураһында хәстәрлек күрә башлағандар өсөн һөйөнәбеҙ. Был йәһәттән ауылдаштар бер-береһенә терәк булырға тейеш, - тигән фекерҙәре менән тамамланы сығышын клуб мөдире.
Кинйәбулат та – был конкурста айыҡлыҡ байрағын юғары күтәрә алырлыҡ. Ауыл хакимиәте башлығы Салауат Йосопов әйтеп үткәндәр ҙә, был йәһәттән уҙғарылған саралар ҙа ошоно дәлилләй. Айыҡлыҡҡа, сәләмәт тормош алып барыуға өндәүҙә ауылдың ағинәйҙәре лә ҙур өлөш индерә. Үҙҙәре өлгө булған, хөрмәт яулаған ололарҙың йәштәргә һүҙҙәре лә, өгөт-нәсихәттәре лә үтә. Кинйәбулаттар быйыл йәй тәүге тапҡыр “Айыҡ никах туйы” уҙғарыу менән дә өлгө күрһәтте. Тирмә ҡороп, халҡыбыҙҙың бөтә йолаларын үтәп, хәмерһеҙ байрамдың күпкә йәмлерәк, иҫтәлеклерәк булыуын ысынбарлыҡта раҫланылар. Салауат Дамир улы ауылда суррогат алкоголь һатыу
нөктәләрен булдырмау өсөн көслө эш алып барылыуын билдәләне. Магазинда ла ҡаты спиртлы эсемлек һатылмай.
Яман ғәҙәттәргә ҡаршы иң һөҙөмтәле сара – иҫкәртеү, бәләне булдырмаҫ өсөн көрәшеү. Һайрандар ҙа ошо йүнәлештә эшкә ныҡлап тотонған.
- Эскелекте киҫәтеү яғынан беҙҙә ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы ғаиләләр менән әүҙем эш алып бара. Магазинда ҡаты эсемлектәр һатылмай, суррогат алкоголь һатыу нөктәләре лә юҡ. Хеҙмәт – насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ тороуҙың бер юлы икәнлеген күҙ уңында тотоп, халыҡты эш менән тәьмин итеүгә иғтибар бирәбеҙ. Ауылда быйыл янғын һүндереү часы барлыҡҡа килеүе яңы эш урындарын булдырҙы, - тип һөйләне ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Вәлиев.
Конкурста ҡатнашыусы тағы бер нисә ауыл кеүек, һайрандар “Айыҡ ауыл” тигән күркәм банер ҙа эшләп ҡуйған. Был да халыҡты айыҡлыҡҡа саҡырып тороусы бер алым. Шулай уҡ йәштәр араһында “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы” кеүек акциялар, Һаулыҡ көнө, һаулыҡ аҙналығы, ун көнлөктәре – дәррәү үткән был сараларҙың барыһының да маҡсаты бер.
Конкурсҡа сыҡҡан һәр ауыл башҡарылған эштәре менән үҙҙәренең ошо исемгә лайыҡ икәнлеген дәлилләргә тырышты.
- Республикабыҙҙа “Айыҡ ауыл” конкурсын уҙғарыу бик тә кәрәк. Ул ҙур тәрбиәүи маҡсатҡа эйә. Йәшәгән еребеҙҙә рухиәхлаҡи яҡтан таҙалыҡ, үҙ-ара аңлашыу, ихтирамлы мөнәсәбәт булһын өсөн бергәләп тырышырға кәрәк. Ауыл Советы, мәҙәниәт йорто, ағинәйҙәр, ҡатынҡыҙҙар советы, мәсет, халыҡ күмәкләп эшләгәндә һөҙөмтәһе лә күренәсәк, - тине Йәнырыҫ ауылы мәсете имам-хатибы, конкурстың комиссия ағзаһы Рәшит Фәйзуллин.
“Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабына тиҙҙән йомғаҡ яһалыр. Иң лайыҡлылар өсөн район хакимиәтенән бүләктәр ҙә билдәләнгән. Еңеүсе ауыл 100 мең һум күләмендә сертификат аласаҡ, 1-се урынға – 25 мең, 2-се урынға – 20 мең, 3-сө урынға 15 мең һум күләмендә бүләк тапшырыла. Ул аҡсаларҙы ауылда сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау маҡсатында ҡулланып буласаҡ. Муниципаль этапта еңеүгә өлгәшеүсе ниндәй ауыл икәнлеген гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡып белерһегеҙ. Уларға инде республика кимәлендә көс һынашырға тура киләсәк.
Республика кимәлендәге конкурста тораҡ пункттарҙы ғәҙел баһалау өсөн конкурсҡа йомғаҡ ауылдарҙы түбәндәге категорияларға бүлеүҙе иҫәпкә алып яһала:
— эре — халҡы 3 меңдән ашыу;
— ҙур — 1-ҙән 3 мең кешегә тиклем;
— уртаса — 0 ,2-нән 1 мең кешегә тиклем;
— бәләкәй — 0,2 мең кешенән аҙыраҡ.
Шулай итеп, дүрт категория буйынса 12 еңеүсе билдәләнә. Еңеүселәр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының һәм Башҡортостан Республикаһы Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү программаларына индереү хоҡуғына сертификаттар менән бүләкләнә. Быйылғы конкурс бүләге бик тос – еңеүсе ауыл 3-5 миллион һум алыуы ихтимал.
Конкурсты ойоштороу буйынса саралар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына бойомға ашырыла.
Читайте нас: