Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2020, 11:15

Ишемде үҙ иткән Бөрйән һылыуы

Ғаилә усағын һаҡлаған, эшендә лә тырышҡан, йәмәғәт саралары уртаһында ҡайнап йәшәгән гүзәл заттар бар арабыҙҙа. Барыһына ла өлгөрөргә көс тә табалар, ваҡыт та еткерә белә улар.

29 ноябрь - Әсә көнө

Ғаилә усағын һаҡлаған, эшендә лә тырышҡан, йәмәғәт саралары уртаһында ҡайнап йәшәгән гүзәл заттар бар арабыҙҙа. Барыһына ла өлгөрөргә көс тә табалар, ваҡыт та еткерә белә улар.
Ишем ауылынан Гөлнара Хәбирова үҙенең ипле, кешеләргә ихтирамлы холҡо менән тәү ҡараштан уҡ хөрмәт уята. Һүҙ барышында уны биҙәгән башҡа матур сифаттарын да асаһың. Әсәйҙәр байрамына арналған гәзитебеҙ битендә тап уның хаҡында мәҡәләбеҙ бик тә урынлы булыр.
- Мин Бөрйән ҡыҙымын. Наумовкала ауыл хужалығы техникумында уҡыған сағымда тормош иптәшем Ильяс менән таныштым. Ул да ошо уҡыу йортонда белем ала ине. Бер-беребеҙҙе шунда уҡ оҡшаттыҡ. Ғинуарҙа танышһаҡ, апрелдә никах уҡыттыҡ, йәйгә туй яһап Ишемгә килен булып төштөм. Бына шул ваҡыттан алып хәҙер 33 йыл инде мин ошо ауылда, - ти Гөлнара Ғилметдин ҡыҙы.
Борондан малайҙарға атай нигеҙендә донъя көтөү, нәҫел ебен дауам итеү хас. Был йоланы Хәбировтар ҙа үтәй һәм йәш ғаилә Ишемдә төпләнә. Шулай итеп Гөлнара Ғилметдин ҡыҙы өс тиҫтә йылдан ашыу ҡәйнә менән бер йортта ғүмер итеүсе килен дә!
- Йәш сағында ҡәйнәм беҙгә балалар үҫтерешергә ярҙам итте, донъя көтөргә лә өйрәтте. Ситтән тороп техникумда уҡыған сағымда, “Уҡыуыңды ташлама” тип баламды ла ҡарашты. Уға рәхмәтлемен, тәүге көндән үҙ ҡыҙы һымаҡ яҡын итеп торҙо, һис ҡасан һүҙ тигеҙмәне, - тип ҡәйнәһенә рәхмәтен дә әйтергә онотманы Гөлнара.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмай тигәндәре бик хаҡ. Заманында ҡәйнә кеше киленен күтәрһә, ҡартлығы килгәс, үҙе улы менән килененән изгелек күрә. Гөлнара Ғилметдин ҡыҙы бөгөнгө көндә 91 йәшлек ҡәйнәһен һис ауырһынмай ҡарай. Замандашыбыҙҙың йөрәгенең ни тиклем ҙур булыуын йәнә бер изге ғәмәлен белеп һоҡландыҡ. Үҙенең әсәһе олоғайғас та, Ишемгә күсереп алып киләләр. Һигеҙ йыл буйы ғәзиз кешеһен тәрбиәләй.
- Әсәйем быйыл 95 йәшкә етеп килгәндә мәрхүм булды. Матур итеп һуңғы юлға оҙаттыҡ. Кейәүенә, миңә рәхмәттәрен әйтеп, риза булып китте. Уның кәңәштәре, һүҙҙәре
һәр ваҡыт хәтерҙә. “Сей тирегә ут ҡапмай, сабыр бул”, - тип ҡабатларға яратты. “Оло кешегә ҡаршы һүҙ әйтмә”, тип ололарҙы хөрмәтләргә лә бала саҡтан һеңдереп үҫтерҙе. Ҡәҙерле кешемдең арҡамдан яратып алған ваҡыттарын әле бигерәк һағынам, - тине күҙҙәре йәшләнеп Гөлнара Ғилметдин ҡыҙы. – Йәштәргә теләгем – әсәйҙәренең кәңәштәрен тыңлаһындар, тормош күргән ололар балаларына яҡшы булһын тип әйтә. Иҫән саҡтарында ҡәҙер-хөрмәт күрһәтһендәр.
Хаҡ һүҙҙәр. Көндәлек мәшәҡәттәргә күмелеп, беҙгә ғүмер биргән, үҫтергән ғәзиздәребеҙгә шылтыратып хәлдәрен белешергә онотмаҫ өсөн бик урынлы әйтелде был теләктәр. Сөнки балаларының йылы һүҙен ишетеүҙән дә әсәйҙәрҙең йөрәге йылынып, йөҙҙәре нурланып китә. Әсәй булараҡ та Гөлнара Хәбирова бәхетле. Тормош иптәше менән Илшат һәм Илфат исемле улдар тәрбиәләп үҫтергәндәр, икеһе лә һөнәр алып матур итеп эшләп йөрөйҙәр. Өлкәндәре Илшат ғаиләле. Кәләше Гөлназ менән Алира исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Өләсәй, олатай булыуҙың татлы бәхет икәнлеген тойған хәҙер Гөлнара менән Ильяс Хәбировтар.
- Бәхетле ҡатынмын, бәхетле әсәймен. Улдарым тыңлап тора. Киленем менән дә бер һүҙлебеҙ. Балалар имен булһа, эштәре уң барһа, ата-әсәй өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет юҡ. Киләсәктә лә барыһы ла ыңғай барһын. Бөтә әсәйҙәргә лә балалар бәхете теләйем, - ти мәҡәләм геройы.
Гөлнара Ғилметдин ҡыҙы ғаилә усағын һаҡлаусы әсәй, ҡатын ғына түгел, хәҙер инде 30 йылдан ашыу ауылда клуб мөдире вазифаһын да яуаплы башҡара. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында белемен дә камиллаштырған. “Хеҙмәтемде яратам, миңә халыҡ менән эшләүе оҡшай”, - ти ул.
Халыҡ менән эшләүе оҡшай тигәндән, замандашыбыҙҙың байтаҡ йылдар йәмәғәт эшен алып барыуы – Ишем ауылының старостаһы булыуы ла уның һүҙҙәрен ҡеүәтләй. Был йәһәттән дә тормош иптәшенең, ауылдаштарының терәктаянысын тоя ул. Интернет селтәрендә Ишем төркөмөн ойошторғандар, был да ауыл проблемаларын асыҡлауҙа, хәл итеүҙә ярҙам итә. Быйыл ауыл халҡы тырышлығы менән зыярат заманса ҡойма менән кәртәләнгән. Был эшкә район хакимиәте лә ярҙам иткән.
- Ауыл халҡының берҙәм булыуы менән Ишем оҡшай. “Килен, еңгәй”, тип үҙ итеп торғас, күңелгә рәхәт. Тәүге йылдарҙа Бөрйәнде һағына торғайным. Быны күреп, үҙе лә Әрметтән килен булып төшкән ҡәйнәм: “Тыуған ерҙән, төшкән ер яҡын була бит ул”, тип йыуата ине. Ысынлап та, шулай булып сыҡты. Хәҙер ҡайҙалыр ҡунаҡҡа китһәм дә, Ишемде һағынып ҡайтам. Ғүмеремдең ҙур өлөшө ошо ауылда үтте бит, - тине ул.
Гөлнара Ғилметдин ҡыҙындағы төп сифат – изгелекле булыуы был тормошта уны бәхетле итә. Яҡындары өсөн өҙөлөп тороуы, ауылы яҙмышы өсөн битараф ҡалмауы,
ауылдаштары тураһында хәстәрлек күрә белеүе менән үҙенә ҡарата ла ихтирам уята. Ә ҡылған яҡшылыҡтар үҙеңә лә әйләнеп ҡайтыусан.

Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: