Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2020, 15:45

Яран гөлөгөҙ сәскә атмаһа...

Яран гөлдәре йыл әйләнәһенә сәскә ата. Әммә ҡайһы осраҡта бик әрһеҙ күренгәндәре лә бер аҙ "тиҫкәрләнеп" алыусан.

Яран гөлдәре йыл әйләнәһенә сәскә ата. Әммә ҡайһы осраҡта бик әрһеҙ күренгәндәре лә бер аҙ "тиҫкәрләнеп" алыусан.
Был осраҡта һабағына ябай булавка ҡаҙап ҡуйырға кәрәк. Тик алдан уны спирт йәки водород перекисы менән эшкәртегеҙ. Гөлдөң ботағына ҡаҙарға кәрәк - тишеп сығырлыҡ булһын. Шулай итеп, ботаҡта, уның ҙурлығына ҡарап, 10-12 тишем яһарға мөмкин. Был осраҡта гөл стресс кисерә, йәшәү өсөн тырыша башлай, йәғни сәскә атырға тотона.
Әйткәндәй, минең өләсәйем ҡына гөлө үҫтерергә яратты. Үҫенте сыҡҡас та ботағының бер нисә урынын эре күҙле энә менән сәнсеп сығыр ине. Быны гөлдөң тамыры ҡалынайып, ныҡ буласағы менән аңлатты. Хәҙер беҙ ҙә ҡына гөлөн өләсәй өйрәткәнсә үҫтерәбеҙ.
Фото: "Бәйләнештә".
Кәримә Усманова
Читайте нас: