Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2020, 19:26

Депутаттар госпиталгә ярҙам ойошторҙо

Бөгөн Ишембай районы муниципаль районының бишенсе саҡырылыш Советы депутаттары Пролетар урамы, 26-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан ковид-госпиталгә (инфекциялы ауырыуҙар бүлексәһе) көнүҙәк кәрәкле әйберҙәр тапшырҙы.

- Әйберләтә ярҙам күрһәтеү ниәтен депутаттар корпусы берҙәм күтәреп сыҡты. Беҙ ковид-госпиталь етәкселеге менән бәйләнешкә сығып, эштәрендә иң кәрәкле әйберҙәр исемлеген билдәләнек. Унда тәү сиратта хужалыҡ тауарҙары, электр кәрәк-яраҡтары,йыуыу һәм дезинфекциялау саралары керҙе. Коллективҡа байрам алдынан еләк-емеш тә алдыҡ. Барыһы ла үҙебеҙҙең аҡсаға, - тип уртаҡлашты депутаттарҙың береһе, Волга буйы федераль округындағы Башҡорт кадет корпусы директоры Александр Медведев.
– Бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен аямай эшләй. Был ҙур түҙемлелек һәм яуаплылыҡ талап итә. Уларҙың һөнәри оҫталыҡтары алдында баш эйәбеҙ. Артабан да ҡулған килгәнсә ярҙам ойоштороп торасаҡбыҙ.

Автор фотолары.
Читайте нас: