Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2020, 00:36

Һуған, һарымһаҡ, керән - һауыҡтырмай ҡалмаҫ!

Һалҡын тейгәндә, айырыуса йүткереп йонсоһағыҙ, был төнәтмә терелеп китергә ныҡлы ярҙам итер, вирустарҙы ла юҡҡа сығарыр.

Һалҡын тейгәндә, айырыуса йүткереп йонсоһағыҙ, был төнәтмә терелеп китергә ныҡлы ярҙам итер, вирустарҙы ла юҡҡа сығарыр.
1 эре һуғанды, ошо уҡ ауырлыҡта һарымһаҡты, керән тамырын (хрен) тышын әрсеп, ит үткәргестән үткәрәбеҙ. Яҡынса ярты литрлыҡ ҡатнашма килеп сығасаҡ. Ошо уҡ күләмдә уға бал өҫтәп бутайбыҙ.
Көнөнә 3 тапҡыр 1-шәр сәй ҡалағы ашаған ваҡытта ҡабул итәбеҙ. Төнәтмәне һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Был ҡатнашманы лимон ҡушып эшләһәң дә зыян түгел. Һау булайыҡ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: