Уҙған йома Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалаларында булды. Стәрлетамаҡта 1 декабрҙә сафҡа инергә тейешле инфекциялы ауырыуҙар госпиталендә төҙөлөш эштәрен баһалау эшлекле осрашыуҙар рәтендә айырым урын алып торҙо. Ишембайҙа иһә төбәк етәксеһе сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты, социаль объекттарҙы төҙөкләндереү барышын ҡараны. Ишембайҙар уға “Башҡорт ихаталары” программаһы хаҡында фекерҙәрен еткерә алды.
Иң тәүҙә төбәк етәксеһе “Алға” махсус иҡтисади зонаһы майҙанына юлланды. Әлеге көндә бында әүҙем төҙөлөш бара - резиденттар предприятиеларын урынлаштырыу өсөн етештереү комплекстары төҙөй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондарында махсус иҡтисади зона булдырыу тураһындағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин быйыл май айында ҡул ҡуйғайны. Махсус иҡтисади зонаның дөйөм майҙаны 470 гектар тәшкил итә. Уның ҙур өлөшөн энергетика, нефть химияһы, приборҙар төҙөү, еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте өлкәләрендә предприятиелар булдырыусы резиденттар биләй. Башҡортостан Башлығы яҡтылыҡ диодлы яҡтыртҡыстар һәм уның өсөн терәктәр төҙөгән “ЗУР” компанияһы, шулай уҡ йылына 500 комплект тегеү ҡеүәте булған эш, спорт кейеме етештереү буйынса “Аркада” тегеү фабрикаһының төҙөлөш майҙансыҡтары менән танышты. Төбәк етәксеһе “Алға” резиденттарының эш темпын юғары баһаланы.
– Күреүебеҙсә, яңы йылға тиклем бында беренсе биналар буласаҡ. Ә киләһе йылдан предприятиелар эшләй башларға тейеш. Шулай итеп, беҙ махсус иҡтисади зона биләмәһен тултырҙыҡ тиерлек, сиратта һаман инвесторҙар бар әле, – тине Радий Хәбиров. - Киләһе йылдан был проектты тағы ла үҫтерәсәкбеҙ, шуға күрә бөгөндән республика иҡтисадының яңы “үҫеш нөктәләре” тураһында уйлайбыҙ. Ишембай ҡалаһында Башҡортостан Башлығы райондың иң ҙур сәнәғәт предприятиеларының береһе – “Иҙел Нефтемаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә булды. Бында төрлө нефть промыслаһы ҡорамалдары етештерелә. Төп тауар – быраулау ҡулайламалары һәм нефть-газ скважиналарын ағымдағы һәм капиталь ремонтлау өсөн күтәреү агрегаттары. Шул уҡ ваҡытта проектлау, әҙерләү тулыһынса автоматлаштырылған, был тиҙ арала етештерелгән ҡорамалды модификациялау, шулай уҡ яңыны эшләү мөмкинлеге бирә. Завод хеҙмәткәрҙәренең ғорурлығы – ауырлыҡ күтәреү һәләте 250 тонна булған күп күсәрле “Иҙел-250” шассиһына урынлаштырылған илдәге иң ҙур мобиль быраулау ҡулайламаһы. Предприятиела әлеге ваҡытта яңынан техник ҡорамалландырыу программаһы тормошҡа ашырыла, уға ярашлы, файҙаланыуға яңы тимер ҡойоу участкаһы индерелгән. Артабан механик цехты яңыртыу планлаштырыла – иҫкергән 140 станок яңы программала идара итеп булғандарына алмаштырыласаҡ. Республика етәксеһе производствоның үҫеш һәм яңы башланғыстарына ярҙам мөмкинлектәрен Башҡортостандың Инвестиция комитеты ултырышында ҡарарға тәҡдим итте.
– Иҡтисадтағы ҡатмарлы хәлгә ҡарамай, һеҙ производствоғыҙҙы яңыртыуға ҙур аҡса һалаһығыҙ. Пландарығыҙҙы “Инвестиция сәғәте”нә әҙерләгеҙ, ярҙам итеү юлдарын бергә уйларбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Предприятие бер нисә төр ташлама алырға мөмкин. Бынан тыш, Рәсәйҙең Сәнәғәт үҫеше фонды менән хеҙмәттәшлектә лә ярҙам итергә тырышырбыҙ.
Артабан Башҡортостан Башлығы ҡалала “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы төҙөкләндерелгән ихаталарҙың береһен - Ленин урамындағы 2-се һәм 4-се күп фатирлы йорттар биләмәһен ҡараны. Унда быйыл яңы асфальт түшәлде, хәүефһеҙ япмалы яңы балалар һәм спорт майҙансыҡтары эшләнелде, ағастар, ҡыуаҡлыҡтар ултыртылды, уңайлы эскәмйәләр, урналар урынлаштырылды. Хәҙер ихаталар ысындан да күпкә уңайлы, матур, халыҡ уларҙан бик ҡәнәғәт. Ихатала балалары менән йөрөгән әсәйҙәр Радий Фәрит улына республикала ошондай программа булдырғаны өсөн рәхмәт әйтте.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, алдағы бер нисә йылда Ишембайҙың йәмәғәт инфраструктураһы күҙгә күренеп үҙгәрәсәк.
– Ҡала үҙгәрә, беҙ был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Иң мөһиме – бында махсус иҡтисади зона барлыҡҡа килде, ул муниципаль район иҡтисадын үҫтереүгә ҙур этәргес бирәсәк, – тине Радий Хәбиров. – 2022 йылда республика беренсе Башҡорт нефтен табыуға 90 йыл тулыуҙы билдәләйәсәк. Беҙ “Башнефть” менән был көнгә бергә лайыҡлы әҙерләнеү буйынса һөйләшеү алып барабыҙ, ҡаланың иң мөһим йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү маҡсатын ҡуйғанбыҙ.