Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2020, 10:35

БӘХЕТ ЭРГӘЛӘ ГЕНӘ ИНЕ (хикәйә)

Зифа ҡабалана, өлгөрмәй. Ярай, алдын әҙерләп ҡуйған билмәне бар ине. Ире, сығып китер алдынан ғына, иҫенә төшкән һымаҡ, өндәште:– Төшкә ҡарай киләбеҙ, биш кеше булабыҙ, – тине. Әллә бойорҙо, әллә үтенде. Кисә бик кәйефһеҙ ҡайтты Сәғир. Йүнләп ашап та торманы, урынына ҡоланы. Ярай, Зифаның ялы тура килде. Ул эшләгән предприятиела Яңы йылға тиклем ялдарҙы алып бөтөргә ҡуштылар. Шуның рәхәтен күрә Зифа Нуриман ҡыҙы. Белергә ине, Сәғир ниңә кәйефһеҙ икән? Йыл аҙағы, отчет, командировкалар. Өфө буйлап бүләк таратып сығыу, түрә-ҡараның күңелен күреү – үҙе бер мәшәҡәт. Ә тышта матур итеп ҡар яуа. Зифа ҡыуана-ҡыуана өс ҡатлы йорттарының әле бер, әле икенсе тәҙрәһенән урамға ҡарай.

Беренсе бүлек.
Зифа ҡабалана, өлгөрмәй. Ярай, алдын әҙерләп ҡуйған билмәне бар ине. Ире, сығып китер алдынан ғына, иҫенә төшкән һымаҡ, өндәште:
– Төшкә ҡарай киләбеҙ, биш кеше булабыҙ, – тине. Әллә бойорҙо, әллә үтенде. Кисә бик кәйефһеҙ ҡайтты Сәғир. Йүнләп ашап та торманы, урынына ҡоланы. Ярай, Зифаның ялы тура килде. Ул эшләгән предприятиела Яңы йылға тиклем ялдарҙы алып бөтөргә ҡуштылар. Шуның рәхәтен күрә Зифа Нуриман ҡыҙы. Белергә ине, Сәғир ниңә кәйефһеҙ икән? Йыл аҙағы, отчет, командировкалар. Өфө буйлап бүләк таратып сығыу, түрә-ҡараның күңелен күреү – үҙе бер мәшәҡәт. Ә тышта матур итеп ҡар яуа. Зифа ҡыуана-ҡыуана өс ҡатлы йорттарының әле бер, әле икенсе тәҙрәһенән урамға ҡарай.
Килеп еттеләр, ахыры. Урамда минивен күренде. Урам йыйыштырыусы Нурғәле ҡунаҡтар өсөн тәғәйенләнгән гаражды саҡ асып өлгөрҙө. Ысынлап та, бишәү килделәр. Сәғир менән компанияның адвокаты Наум Петрович, өсөнсөһө – һаҡ начальнигы Зубровский һәм ике ят ир. Хәйер, ят түгел, улары компания президентының тән һаҡсылары. Нисә ҡарама, алмашлап, ишек төбөндә торалар.
Сәғир, ни эшләптер, ҡап-ҡара. Әллә эшендә бер-бер хәл булдымы икән? Бишәүләп өс ҡатлы йортто арҡыры-буй йөрөп сыҡтылар. Нимә хаҡындалыр кәңәшләшеп алдылар. Зифа уларҙың эшенә ҡыҫылмай. Ирҙәр йыйылған урында ҡатындарға урын юҡ. Шулай ҙа, һаҡ начальнигының “Яңы йылға тиклем өлгөрәһегеҙме?” – тигән һорауы ғына ишетелеп ҡалды. Теге икәү бер туҡтауһыҙ фотоға һәм видеоға төшөрҙөләр. Хатта бер нисәүһендә Зифа үҙе лә эләгеп ҡалды, шикелле. Кемгә эшләйҙәр икән? Матур күренһә, ярар ине. Ике сәғәтләп йөрөгәндәрҙер йорт буйлап. Билмән һыуына башланы. Шунан һуң төшкө ашҡа ултырҙылар. Һәр береһе үҙ уйына күмелеп, өндәшмәй генә ризыҡландылар. Зифа виски* тәҡдим итте, баш тарттылар. Эш ваҡыты.
Ә Сәғир үҙ уйҙарына батҡан. Хатта ҡатыны яғына боролоп та ҡарамай. Әйтерһең, ул юҡ һәм бер ваҡытта ла булмаясаҡ. Сәғирҙең кәйефе юҡ. Кисәге көн уның өсөн бик ауыр булды. Тәүҙә эштә булырға, бер ҡайҙа ла сыҡмаҫҡа һәм көтөргә ҡуштылар. Үҙе белешеп ҡарағайны, компанияның президенты, Радион Әхтәм улы, уның менән осрашып һөйләшергә теләк белдергән. Ярты көн көттөрҙө, ләкин ҡабул итергә биш минут ваҡыт таба алманы. Сәғирҙең күңеле нимәлер һиҙә ине. Сөнки бер нисә көн элек һөйәркәһе Анжелла Радион ҡыҙы: “Сәғир, ҡәҙерлем, һине эштә ҙур үҙгәрештәр көтә”, – тип әллә шаяртып, әллә ысынлап киҫәтеп ҡуйғайны. Президенттың ҡыҙы нимәлер ишеткәндер, моғайын. Анжелла әллә шаярттымы икән? Уның атаһы кейәү булаһы тейеш кешене ҡабул итмәне. Көнө буйы көтөргә тура килде. Ә сәғәт биштәрҙә тиҙ генә генераль директор Алмаев Ҡадир Ризаевич янына саҡырҙылар. Сәғир Низам улы Алмаевтың кабинетына килеп ингәндә унда егермеләп кеше ҡыҙып-ҡыҙып кәңәшмә үткәрә ине. Сәғир килеп ингәс, директорҙың бер ҡул һелтәүе булды, барыһы ла сығып бөттө. Алмаев бөгөн беренсе тапҡыр Сәғирҙе үҙенең төпкө бүлмәһенә саҡырҙы. “Эш хаҡың күпме? Балаларың нисәү? Ҡатының ни хәлдә?” тигән һымаҡ ваҡ-төйәк һорауҙар бирҙе, ваҡыт-ваҡыт, телмәр тоторға әҙерләнгән һымаҡ, алдындағы ҡағыҙҙарға ҡараны.
– Һине бөгөн президент ҡабул итергә тейеш ине. Күптән танышырға теләй, – тине генераль директор. – Тик һуңғы мәлдә был эште миңә ҡушты. Ҡыҫҡаһы, ошо бер нисә сәғәт эсендә һинең яҙмышың хәл ителә. Мин һине ҡотҡарып ҡалырға тырыштым, ләкин минең мөмкинлектәр ҙә сикләнгән. Һин бында үҙең ғәйепле. Әгәр үҙеңде аҡыллы ғына тотһаң, ошо минутта һин компанияның президентының иң артҡы бүлмәһендә виски һемереп ултырыр инең. Ә һин беләһеңме, һинең айлыҡ эш хаҡы Рәсәй Президентының йыллыҡ эш хаҡынан күберәк? Был аҡсаны һиңә ни өсөн түләгәндәрен төшөнәһеңме? Компанияның мәнфәғәтттәрен эҙмә-эҙһлекле яҡлаған өсөн. Ә һин нимә эшләгәнһең? Мәғрифәт фондына мәрхәмәтлек иғәнәһе итеп 100 миллион һум күсергәнһең, аҙаҡтан, яртыһын, тип әйтерлек, тартып алғанһың.
Сәғир Низамович мөңгөрләй башланы:
– Унда бит мин генә түгел...
– Исмаһам, өндәшмә һәм аҡланма! – тип директор финанс буйынса урынбаҫарҙың аяғына еңелсә тибеп алды һәм күҙ ҡыҫып, ҡарашын түшәмгә йүнәлтте, беҙҙе тыңлайҙар, тип әйтеүе инде. – Бөтә ҡаланы аптыратып, ике гектар ер менән илле миллион һумға өй һатып алғанһың. Балаларың юҡ, ул хәтле өй һиңә нимәгә? Сама белергә кәрәк! Ҡыҫҡаһы, президент һинең эшең менән ҡәнәғәт түгел һәм һинең алдыңда бер генә юл бар – һин уны беләһең. Мин, мәҫәлән, президенттың ҡыҙы Анжелла Радионовна менән бәйләнешеңде хуплайым. Ләкин президент та, мин дә Анжелла Радионовнаның һинең улың Эдуардты яңғыҙ үҫтереүен хупламайбыҙ. Радион Әхтәмович та, мин дә һинең ике йылдан ашыу өйләнергә вәғәҙә итеп йөрөүеңде беләбеҙ. Шулай уҡ өс ҡатлы йортоңдо һуғыш ветераны булған атайыңа яҙҙырыуың, машиналарыңды ҡустыларыңа рәсмиләштереүең беҙгә мәғлүм. Һин иң тәүҙә яуап бир: Анжелла Радионовна менән һеҙ ҡасан ЗАГС-ҡа бараһығыҙ?
Сәғир шыбыр тир булды, тыны ҡыҫылды һәм: “Яңы йылдан һуң...” – тип мөңгөрләй башлағайны:
– Бер ниндәй ҙә Яңы йылдан һуң түгел! – тине директор, хатта аяғы менән иҙәнгә тибеп ҡуйҙы. – Хәҙер! Бөгөн ҡатыныңа ҡайтып иғлан итәһең, илап ҡалыр балаң юҡ. Һеҙҙе нимә бәйләй? Ә һинең йәш ярымлыҡ малайың үҫә, берәү ҙә ҡаршы түгел, был була торған хәл. Иртәгә ҡатының сығып китә, кисен Анжелла Радион ҡыҙы һиңә күсеп килә. Хәйер, күсеп килмәй, үҙең барып алаһың.
Ошо һөйләшеүҙән һуң Сәғир ни үле, ни тере өйөнә ҡайтып ҡоланы. Ашау түгел, сәй эсерлек тә хәле юҡ ине.
Иң ауыр минуттар етте. Хәҙер ул ошо хаҡта иғлан итергә тейеш. Ирҙәр ҡабалана. Сәйҙе аяҡ өҫтө, тигәндәй, эстеләр һәм эш бүлмәһенә үттеләр. Зифа бер нимә лә һиҙмәй һәм белмәй. Ҡайҙан белһен, хатта билмәнен дә ашап бөтмәнеләр. Сәғирҙең эш бүлмәһендә өҫтәлде түңәрәкләп ултырҙылар. Һаҡ начальнигы Зубровский:
– Сәғир Низамович, Зифа Нуримановнаны саҡырығыҙ, – тине.
Сәғир көс-хәл менән аяҡтарын һөйрәп, аш бүлмәһенә үтте һәм ҡатынын саҡырҙы. Ни эшләптер, ҡатынын эргәһенә түгел, ҡаршыһына ултыртты. Адвокат Наум Петрович ҡатындың алдына бер бит ҡағыҙ һәм ҡәләм һалды һәм эйәге менән генә Сәғиргә ымланы:
– Башлағыҙ, Сәғир Низамович!
Сәғир аҫҡа ҡараны, күҙҙәрен йәшерҙе һәм нимә әйтергә белмәй ултырғанда, кисә директор Алмаевтың уға әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө. Төшөрҙө лә, сатнатып, һөйләй башланы:
– Үҙең күреп тораһың, Зифа Нуримановна, – тине ул һәр һүҙен теш араһынан сығарып, – донъя үҙгәреп тора. Ун йыл йәшәнек, ләкин беҙҙе бәйләп торған бер нимә лә юҡ. Һин минең талаптарыма яуап бирмәйһең. Бер бала ла табып бирә алманың. Хәҙер беҙҙең ғаиләне һаҡларлыҡ бер уртаҡлыҡ та юҡ. Һин беҙҙең тормоштоң шулай бөтөрөн һиҙгәнһеңдер һәм көткәнһеңдер, тип уйлайым. Бына минең менән эшләгән коллегаларым – адвокат һәм һаҡ начальнигы – беҙҙең йортоң мөмкинлектәрен ҡарап сыҡты. Мин бында үҙемдең яңы ғаилә менән күсәм. Бына, кешеләр алдында таныйым, һуңынан минең өҫтөмдән йөрөгән, тип әйтерлек булмаһын. Минең ҡатыным бар һәм ике йәшлек улым үҫә. Шулай булғас, һин мине түлһеҙлектә ғәйепләй алмайһың. Мөлкәт мәсьәләләре һиндә шикләнеү тойғоһо уятырға тейеш түгел. Черниковкала минең бер бүлмәле фатирым бар, һин был хаҡта беләһең, мин уны һиңә бүләк итәм. Бер үҙеңә күп талап ителмәй. Аҡса мәсьәләһенә килгәндә, мин һине финанстарҙан бер ваҡытта ла өҙмәнем, быйылға дотация кимәлен элекке күләмдә ҡалдырам. Ләкин шуны бел, Зифа Нуримановна, һеҙ судлашҡан осраҡта, миңә ҡаршы акциялар булһа, мин һиңә аҡсалата ярҙамды туҡтатам. Ошо минуттан беҙҙең никахты тарҡатыу эше башланды һәм был ошо бер нисә көн эсендә йәки Яңы йылға тиклем хәл ителеп бөтөргә тейеш.
Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Зифа бер нимә лә аңламай. Ул ручкаһын тотҡан да, шаңғыған һымаҡ ултыра. Хатта бер нимә лә яҙмаған, ҡайҙа яҙыу, ул ишетерлек һәм нимәлер аңларлыҡ хәлдә лә түгел. Бәлки был төштөр, йә ире шаярталыр? Ә улай булһа, йәки шаяртһа, адвокат, ике тән һаҡсыһы, һаҡ начальнигы бында нимә эшләп ултыра һуң?
– Бөгөнгә һөйләшеү тамам, – тине адвокат. – Ике көндән судта беҙҙең осрашыу мөмкинлеге бар. Әгәр һорауҙарығыҙ булһа, кәңәш кәрәкһә, ошо телефон буйынса шылтырата алаһығыҙ...
Бер нисә минуттан өс ҡатлы фатирҙа Зифа яңғыҙы ғына ултырып ҡалды.
Икенсе бүлек.
Ирҙәр сығып киткәндән һуң Зифа урынынан тора алмай, ҡараңғы төшкәнсе ултырҙы. Хатта дворник Нурғәленең ишек шаҡыуын да ишетмәне. Зифаның аңы аҡрынлап асылды. Тимәк, уның иренең ғаиләһе бар һәм унда улы үҫә. Ҡыҙыҡ, исемен кем тип ҡуштылар икән? Хәйер, уның исеме һиңә нимәгә кәрәк инде? Ул бит һинеке түгел. Былай булғас, Сәғир үҙенең түлһеҙ түгеллеген раҫланы булып сыға инде? Шуныһына рәхмәт, әзмәүерҙәй ирҙәр алдында ҡатынын түлһеҙ, тип иғлан итмәне.
Ә был нимә булды һуң әле? Төшмө, әллә берәй китапмы?
Бер йыл Сәғир Зифаны һунарға алып сыҡты. Ҡатынға нимәгә кәрәк булғандыр, эйәреп барыуын әйт әле. Саңғы менән ярты көн йөрөнөләр, ҡуян эҙенән башҡа, бер нимә лә күрмәнеләр. Ҡар яуа башланы. Ә Сәғир оҫта ғына һунарсы икән. Йөрөй торғас, барыбер тапты.
– Сеү! – тине ул ҡатынын ҡосаҡлап, биноклен тотторҙо һәм ағастар яғына йүнәлтте.
– Унда нимәләр бар тағы? Зифа бинокле аша күпме ҡарамаһын, күрмәй ҙә ҡуя.
– Саҡ ҡына аҫҡараҡ төшөр, – тине ире.
Ҡатын ҡараһа, ҡулынан бинокль төшөп китә яҙҙы. Урман ситендә бер нимә белмәй, бер нәмәгә иғтибар итмәй, ҡоралайҙар уйнап йөрөй. Һикереп-һикереп йүгерһендәрме, осоп китһендәрме. Аҡ ҡар араһында бар донъяны һоҡландырып уйнауҙарын әйт әле.
– Ҡарап туйҙыңмы? – тип һорай Сәғир.
– Ҡайһылай матурҙар! – тине ҡатыны. – Юҡ, быны ҡарап туйып булмайҙыр ул!
– Ҡарап туймағанды, ашап туйып буламы? – тип шым ғына көлдө ире.
Ә Зифа һаман ҡомһоҙланып ҡоралайҙарҙы күҙәтә. Ана, берәүһе бигерәк һомғол буйлы, матур, үҙе олпат. Шым ғына, үҙ баһаһын белеп кенә тора. Их, үҙен фотоға төшөрөп алырға, тип Зифа уйлап өлгөрмәне, эргәләге атыу тауышынан ҡолап китте. Асыуланып, иренә ташланды:
– Ниңә уларҙы ҡурҡытаһың?
– Нисек ҡурҡытаһың? Лицензиям бар, аҡсаһы түләнгән. Эргәһенә барып еткәндә, баяғы, һомғол буйлы ата ҡоралай үлгәйне инде. Зифа был ҡоралайҙың итен ашай алманы.
Тас шул ҡоралай һымаҡ хис итте үҙен ҡатын. Нимә тинеләр әле? Кискә тиклем был йорт һинеке, нимә кәрәк, әйберҙәреңде ала алаһың. Кәрәк булһа, “Газель” йә “Камаз”, һеҙ шылтыратыу менән, килеп етәсәк. Транспорт йөк ташыусылар менән тәьмин ителәсәк. Тимәк, Зифа хәҙер үк сығып китергә тейеш. Ул ике ҙур сумканы һайлап алды ла, гардероб бүлмәһенә инеп, кейемдәрен барлай башланы. Ошо ҡалаға килгәнсе, Сәғир менән танышҡансы һатып алған пуховигы бар ине. Әллә ике, әллә өс ҡыш яратып кейгәйне. Иң тәүҙә шуны алды һәм кейеп ҡараны. Бәләкәйерәк тә, ярай инде. Ә бынау шәшке тундар, дубленкалар яғына боролоп та торманы. Сәғирҙе белеп буламы ни, тышта һаҡсылары ултыралыр, систереп алып ҡалһа ла, ояты ни тора! Ҡатын ҡабалана, үҙе ҡалтырана. Бер ыңғай ҡайһы кейемдәрен алыу, ҡайҙа сығып китеү, кемгә ҡунырға барыу хаҡына баш вата. Һайларлыҡ кейемдәре әллә ни күп тә түгел икән, бер мөйөштө генә алып тора. Әлбиттә, ике рәт булып теҙелеп торған Сәғирҙең гардеробы менән сағыштырып булмай. Ул кейенә белә. Иң мөһиме, кейенергә ярата. Бөгөн бында ҡайтырмы икән, йә йәш ҡатынына китерме? Уны яратҡанда ниндәй йылы һүҙҙәр әйтә икән? Ҡатындың аңында көнсөллөк тойғоһо уянды. Ә кем икән ул ҡатын, араларына кереүсе һәм уларҙы айырыусы? Йә инде, Зифа күпме тырышты, күпме дауаланып ҡараны, табиптар барыһы ла бер һүҙҙән: “Һеҙҙең һаулығығыҙ һәйбәт, хатта башҡалар көнләшерлек. Ә ирегеҙ тураһында уйлағыҙ. Кәрәк тип тапһағыҙ, табип тәҡдим итә алабыҙ”, – тинеләр. Ана бит, улы үҫә икән. Тимәк, ғәйеп унда түгел. Ярай, табиптар Зифаны иҫән-һау тиһәләр ҙә, ғаиләнең балаһыҙ булыуын һәм бына килеп, тарҡалыуын нисек аңлатырға? Зифа был һорауға яуап таба алмай. Киске алты булды, ишек алдына бер йөк ташый торған “Газель” килеп ултырғайны. Уныһы, ҡараңғы төшкәс кенә ҡуҙғалып китте. Зифа үҙенең шәхси сейфын асты, документарын алды. Күҙенә ире бүләк иткән йөҙөктәр, муйынсаҡтар салынды. Барыһын һыпырып, сумкаһына төшөрөргә уйлағайны, кире уйланы. Ә юллап йөрөһәләр тағы? Зифа нимә эшләгәнен дә белмәй, бишме, алтымы ҡағыҙға, уҡып та торайынса, ҡул ҡуйҙы. Унда әллә нимәләр яҙылғандыр әле. Йә инде, ошонда ханбикә сифатында йөрөй ине, хәҙер ҡыуылған асарбаҡ һымаҡ сығып китә. Ни өсөн? Уның ни ғәйебе бар? Бәлки ысынлап тороп, көрәшергә кәрәктер? О! Ул үҙен ниндәй бәхетле тоя ине! Матур донъя, етеш тормош, нимә тураһында һөйләмә, шунда уҡ алдына килеп ята. Бер тапҡыр кис телевизор ҡарағанда Мальдив утрауҙарын күрһәттеләр. Зифа, үҙе лә һиҙмәҫтән: “Ул утрауҙар ҡайҙа икән?” – тип кенә ҡыҙыҡһынды. “Мин дә, һинең һымаҡ, географиянан көсһөҙмөн”, – тип кенә аҡланды ире. Ә иртәгәһе кис йоҡо бүлмәһендәге тумба өҫтөндә ике юллама ята ине. Икешәр аҙнаға. Әлбиттә, Мальдив утрауҙарына. Зифа никах балдағын сисеп һалды. Тағы нимәләр яңы тормошта кәрәк булыр икән?..
***
Ә был ваҡытта Алмаевтың кабинетына Сәғирҙе саҡырҙылар. Ир, тыны тарығып, өлтөрәп килеп ингәндә кем менәндер телефон аша һөйләшә ине. Ике һүҙҙең береһендә: “Шулай, Радион Әхтәмович!”, “Эшләрбеҙ, Радион Әхтәмович!”, “Бына үҙе бында ултыра! Бөтәһе лә һеҙ әйткәнсә буласаҡ, Радион Әхтәмович!” – ти.
Директор трубканы ҡулы менән һөрттө һәм һаҡ ҡына һалып ҡуйҙы. Үҙе йүгереп, Сәғир эргәһенә сыҡты һәм рәхмәтле йөҙө менән ирҙең ҡулын ҡыҫты:
– Рәхмәт, Сәғир Низамович! – тине ул ҡулдарын еңелсә һелкетеп. – Һеҙ мине бик ҙур бәләнән ҡотҡарҙығыҙ! Наум Петрович һөйләне, Зубровский ҙа һеҙҙең менән ҡәнәғәт. Үҙеңде бик дөрөҫ тотҡанһың: ирҙәрсә, егеттәрсә, кешеләрсә. Үҙең беләһең, Сәғир Низамович, беҙ бында мәңгелеккә килмәгәнбеҙ. Донъя һеҙгә, йәштәргә ҡаласаҡ. Беҙ һеҙгә ышанабыҙ. Шунда ара-тирә беҙгә шылтыратып, ярҙам итһәгеҙ, юлда осрағанда ултыртып алһағыҙ, беҙгә шул еткән. Һеҙҙең алда киң офоҡтар асыла, хөрмәтле Сәғир Низамович! Шуны онотмағыҙ, әгәр маҡсат ҡуйғанһығыҙ икән, бер ниндәй кәртә алдында ла туҡтап тормай, ары атлағыҙ. Хәҙер шундайҙар заманы килде. Әгәр икеләнеп, уйлап, йәлләп торһағыҙ, һеҙҙән бер нимә лә сыҡмаясаҡ. Әйткәндәй, Радион Әхтәмович һеҙҙең менән осрашыуҙан баш тартмай. Әле лә шул хаҡта әйтеп өлгөрҙө. Кем белә, бәлки ул һеҙҙе өйөнә саҡырырға теләйҙер? Мин,мәҫәлән, уның өйөндә булғаным юҡ, ә һин буласаҡһың! Ул һиңә генә түгел, беҙгә, барлыҡ компания өсөн яҡшы! Яйы сыҡһа, минең хаҡта бер-ике йылы һүҙ әйтеп ебәрә алһағыҙ, мин бик шат буласаҡын.
Сәғир уңайһыҙланып ҡына, һорамай,түҙә алманы:
– Ә президентты әйтәм, ҡасан саҡырыр икән?
– Һәр ваҡыт әҙер бул! Бөгөн, биш минуттан, ун минуттан, хатта бер минуттан саҡырыуы бик ихтимал. Уның эше күп. Сөнки һин уның күңелен күтәрҙең бөгөн. Президент хәҙер ябай президент түгел. Ул – олатай, һинең улыңдың олатайы. Ә ундай хис-тойғо һинең өсөн ят. Мин нимә икәнлеген беләм, сөнки үҙемдең ейәнем, ейәнсәрем үҫә. Уларҙың йүгерешеп килеп, һине ҡосаҡлап алыуҙары, иркәләнеүҙәре... Ә һин ошо көнгә тиклем президентты шундай шатлыҡтан мәхрүм итеп килдең. Бына, күҙ алдыңа килтер. Бер нисә йылдан һинең улың, Радион Әхтәмовичтың ейәне, Мәскәүгә элиталы мәктәкә уҡырға бара. Әйткәндәй, улыңдың исеме нисек әле?
– Эдуард.
– О! Эдуард Сагирович! Яңғырай бит! Әллә һин ундай мәктәптә Эдуардтың исем ҡағыҙында атаһы урынына һыҙыҡ ҡуйырҙар, тип көткәйнеңме?
– Юҡ, әлбиттә!
– Рәхмәт, Сәғир Низамович, беҙҙе ҡыуандырҙың, президенттың кәйефен күтәрҙең! Адвокат , Наум Петровичты әйтәм, бөтәһен дә бик еңел аңлатты. Ҡатынығыҙ, ғәфү итегеҙ, элекке ҡатынығыҙ, артыҡ дәғүәләр ҡуймаған икән. Һеҙ уға Черниковкалағы бер бүлмәле фатирығыҙҙы биргәнһегеҙ, шикелле.
– Эйе, асҡысын, документтарын ҡалдырҙым, Яңы йылдан һуң рәсмиләштереп ҡуйырҙар.
– Ә былай еңел ҡотолғанһығыҙ, Сәғир Низамович! Ғәҙәттә, бындай никахтар тарҡалғанда ер тетрәп тора, мәңге бөтмәҫ тамашаға әйләнә. Бына быныһы – һеҙҙең файҙаға. Тимәк, һеҙ хәл-ваҡиғаларҙы контролдә тота алаһығыҙ.
***
Зифа такси саҡырҙы ла, сумкаларын күтәреп, ҡапҡа алдына сыҡты. Эргәһенә Нурғәле йүгереп килде:
– Бында кемдер күсенергә йыйынамы әллә? Бер “Газель” килде лә, көттө-көттө лә, китте. Мин бер нәмә лә белмәйем.
– Нурғәле ағай, ишетмәнеңме ни? Мин күсенәм, – тине Зифа. Нисек күсенәһең? Дворниктың ҡулынан һеперткеһе төшөп китте.
– Белмәйем, Нурғәле ағай, шулай килеп сыҡты инде. Мин дә һеҙҙең һымаҡ, бында хеҙмәтсе булып йөрөгәнемде яңы ғына белеп ҡалдым.
– Ә, ҡыҙым, шулай буламы ни? – тине Нурғәле аптырап.
– Була икән шул, – тине Зифа, ауыр һулап. Ул арала булмай, такси килде. Таксист, сыға һалып, Зифаның әйберҙәрен багажникка урынлаштырҙы һәм ҡатындың өҫтөндәге иҫке пуховикка күҙ ташлап:
– Ҡайҙа барабыҙ? – тине.
– Белмәйем.
– Нисек белмәйһегеҙ? Үҙегеҙ такси саҡырғанһығыҙ, ҡайҙа барырға икәнлеген дә белмәйһегеҙ.
– Мине берәр ҡунаҡханаға алып барығыҙ, – тине Зифа. Хаҡы арзан, транспорт йөрөгән төбәк булһын.
Такси ҡуҙғалып китте.
Өсөнсө бүлек.
Зифа такси менән оҙаҡ та барманы, ҡала ситендәге дүрт ҡатлы йорт эргәһендә туҡталдылар. Әлегә Зифа ял итергә, иртәгәһе көнгә әҙерләнергә тейеш.
Тап ошо минуттарҙа компанияның президенты Зифа менән Сәғирҙең ҡағыҙҙарын ҡарап ултыра ине. Сөнки президент Радион Әхтәмович берҙән-бер ҡыҙының кейәүенең, йәғни ейәненең атаһының кем булыуын белергә тейеш. Күп миллиардлы мөлкәтте урамдан табып алған иргә ҡалдырып булмай ҙа инде. Президент кейәүе менән әле булһа осрашҡаны юҡ. Бәлки осрашыу кәрәкмәҫ тә. Сөнки заманында төрлө структураларҙа һынау үткән “ҡарт бүре” кешенең холҡон былай ҙа бик тиҙ тотоп ала. Хатта уның хаҡында, кешене “үтәнән-үтә күрә икән”, тигән лаҡап та йөрөй.
Иң тәүҙә компанияға Сәғирҙең буласаҡ ҡатыны Зифа килгән икән. Бик тырыш, әрһеҙ башҡорт ҡыҙы, барлыҡ кәртәләрҙе үтеп, уңышлы карьера яһаған. Аҡса кәрәккәндер инде, ситтән тороп белем алған студенттарҙы финанс институтында уҡытҡан һәм шунда буласаҡ ире Сәғир менән танышҡан. Мөнәсәбәттәре тәрән булдымы икән, ул Сәғирҙе эшкә саҡырған һәм аҡрынлап, яйлап, карьера баҫҡысы буйлап юғары үрләткән. Бынан бер нисә йыл элек компанияла яңы корпоратив этика ҡағиҙәләре ҡабул ителде һәм, уға ярашлы, туғанлыҡ мөнәсәбәттәре менән бәйлеләр, ирле-ҡатынлылар юғары һәм яуаплы вазифа биләргә тейеш түгел. Радион Әхтәмовичтың тәҡдиме менән эшләнде ул. Ҡарт көлөмһөрәп ҡуйҙы. Бер нисә көслө кландан ҡотолорға һәм уларҙы тарҡатырға кәрәк ине. Ләкин был ҡағиҙә Зифа һәм Сәғит Ғүмәровтар ғаиләһенә лә ҡағыла һәм финанс эксперттары ҡатынын урынында ҡалдырырға тәҡдим итһә лә, ул, Ғүмәрова, иренең файҙаһына, юғары вазифаһынан баш тарта.
Сәғир Низам улының гүзәл заттар менән шаҡтай иркен мөнәсәбәттәре тураһында мәғлүмәттәр бар. Ирҙең һаулығына ҡағылышлы белешмә бик буталсыҡ. Мәҫәлән, Ғүмәровтар байтаҡ йылдар бергә йәшәһә лә, уларҙың балалары юҡ. Ул осраҡта Анжелланың Сәғирҙән тыуған малайын нисек аңлатырға?
Радион Әхтәмович үҙен бик уңайһыҙ тоя. Әлбиттә, ул булдырған бизнес даирәһендә әхлаҡ, әҙәп һәм кешесә мөнәсәбәттәр хупланмай һәм яҡланмай. Ниндәйҙер Сәғир Низам улы Ғүмәровтың һаулыҡ мөмкинлектәре ниңә әле уныҡы һымаҡ ҙур һәм ҡеүәтле компанияның ойоштороусыһын һәм хәҙерге хужаһын борсорға тейеш? Юҡ шул, борсоясаҡ. Бәлки бер нисә йылдан компанияны тулыһынса, әгәр табиптар раҫлағанса дөрөҫкә сыҡһа, оҙон буйлы, һомғол, матур, ләкин бабайҙар һымаҡ кәрһеҙ иргә ҡалдырырға тура килмәгәйе. Сәғирҙең мөмкинлектәренең сикләнеүе лә аңлатылған. Ул йәш сағында спорт менән шөғөлләнгән, ә аҙаҡтан ни өсөндөр дауаланыуҙан баш тартҡан.
Ошо мәғлүмәттәр президенттың иғтибарын йәлеп иткәс, уның кейәүен ҡабул итеү түгел, ғөмүмән, күреү теләге лә һүнде. Туҡта, уның ҡәҙерле Анжеллаһы нимә эшләй икән? Ҡайҙа, шылтыратып, хәлен белһен әле.
– Ни эшләп йөрөй минең ҡыҙыҡайым? – тине ул, хатта ауыҙы йырылып, күңеле йомшарып китте.
Ҡыҙыҡайы һайрай башламаһынмы:
– Атай, атаҡайым! Беҙ бына, икәүләшеп, Сәғир менән өр-яңы өйөбөҙҙө ҡарап йөрөйбөҙ. Саф һауа, ялан һымаҡ ере бар, ике-өс ҡатлы өйө. Һин нимә эшләйһең, атай, атаҡайым? Сәғиргә, үҙең бер күрмәгән кешегә, ышандырып тотторҙоң да, хәҙер ул мине ошо ҡараңғы өңгә бикләп ҡуймаҡсы. (Юҡ, юҡ, борсолма, Сәғир, мин шаяртам. Беҙ һәр ваҡыт шулай һөйләшәбеҙ. Һин нимә, ул һинең өсөн президент, ә минең өсөн ул атай, минең улыма – олатай. Айырманы һиҙәһеңме?) Атай, бында бер проблема ла бар. Һинең ҡыҙың һине олатай, әсәйемде өләсәй итте, ә был обоймала ейәнеңдең атаһы, минең ирем, һинең кейәүең бөтөнләй күренмәй. Ҡыҫҡаһы, һиңә тиҙ арала кейәүеңде күрергә лә, уны тынысландырырға кәрәк. Юғиһә, ул һуңғы көндәрҙә бер нисә ҙур батырлыҡ ҡылды. Ҡыҫҡаһы, ҡатынын айырып ебәрҙе, әле ул минең алдымда тубыҡланып тора һәм минең кейәүгә сығыуымды һорай. Һин быға нимә әйтерһең, атай? Юғиһә ул бөгөн төндә йоҡламаясаҡ.
Ҡарттың әйтер һүҙе бар. Һине кеше иткән, үҙенең урынын биргән ҡатыныңды ни йәнең менән урамға ҡыуып сығарҙың һәм хәҙер шатлығыңдан үрле-ҡырлы һикереп, минең ҡыҙымды үҙеңдеке итергә, аҙаҡ бар мөлкәтемде үҙләштерергә итәһеңме, тип һорай алмай бит инде. Ҡарт ҡағыҙҙар араһынан Сәғирҙең фотоһын алып, алдына һалды. Ә был йүләр үҙенә күрә түгел, һөйкөмлө генә күренә бит әле.
– Ҡыҙыҡайым, эшем күп, мин һиңә вәғәҙәмде бирҙем, мин уны ҡабул итәсәкмен. Тик эштә түгел, үҙемдең тыуған “өңөмдә”, әсәйең менән бергә. Ул Яңы йылда булыр.
– Ой! Яңы йылға тиклем алты көн бар бит әле, – тип уфтанды ҡыҙы. – Ярай, ике йыл түҙгәнде, алты көн генә түҙермен.
– Ҡыҙым, унда һиңә оҡшаймы? – тип һораны ҡарт.
– Иҫ киткес! Һоҡланғыс! Сәғирҙең зауығы миңә оҡшай! Ул шундай өй һатып алған! Атаҡайым! Ул һиңә оҡшаясаҡ! Тик шуныһы насар, дворниктан башҡа, персоналдан бер кеше лә юҡ. Беләһеңме, миңә ниндәй эштәрҙе йөкмәттеләр? Әгәр тиҙ арала ашнаҡсы һәм йыйыштырыусы ялламаһаҡ, миңә үҙемә аш бешерергә, өй йыйыштырыға, хатта иҙән йыуырға тура киләсәк. Һин быларҙы күҙ алдына килтерәһеңме, атаҡайым?
– Юҡ, әлбиттә! Иҙән йыуыу, ашарға бешереү һиңә, ғөмүмән, килешмәй. Был хаталарҙы мин тиҙ арала төҙәтәсәкмен. Әгәр Ғүмәров әфәнде үҙе төҙәтә алмаһа. Бер нисә заводҡа хужа булып, йөҙҙәрсә миллион һум һалым түләп, мин ҡыҙымды хеҙмәтсе урынына тота алмайым. Йәиһә уның ирен ҡыуып сығарам, йә аҫып ҡуям.
Уйынлы-ысынлы шундайыраҡ һөйләшеү булды.
***
Ҡунаҡханаға гастарбайтерҙар килеп тулған. Эсәләр, геүләшәләр, үҙ-ара айҡашалар. Зифаға мөйөштәге бәләкәй генә номерҙы тәҡдим иттеләр. Иң мөһиме, арзан. Ҡатын урамдан кергәс, тәүҙә һиҙмәне, бүлмә һыуыҡ икән. Ҡуй инде, өйөнән йылы кейемдәрен дә алманы бит әле. Ярай, бер көнгә түҙер әле.
Шул ваҡыт әхирәте Вәсилә шылтыратты, уралтып-суралтып торманы, Яңы йылға пландары менән ҡыҙыҡһынды.
– Уйлаған юҡ әле, – тип яуап бирҙе Зифа. – Бәлки бөгөн һөйләшербеҙ, әгәр ҡайтһа, – тип мәғәнә һалып өҫтәне.
Һуңғы һүҙҙәр Вәсиләне ғәжәпләндерҙе, буғай:
– Ә Сәғир ҡайҙа? Әллә командировкаламы? – тип һораны.
– Юҡ. Командировкала түгел, – тине Зифа тыныс ҡына.
Тышта шул ваҡыт дөбөр-шатыр килеп һуғышҡандары, ҡысҡрышҡандары ишетелде. Шаҡ та шоҡ килтереп, Зифа урынлашҡан номерҙың ишегенә һуҡтылар. Берәү атып та ебәрҙе, шикелле. Вәсилә быларҙы ишетеп, тағы ла ғәжәпләнде:
– Һин нимә, Зифаҡайым, – тине ул. – Кино ҡарайһыңмы, әллә һуғышып йөрөйһөмө?
– Һуғышып йөрөйөм, тиһәм, дөрөҫөрәк булыр, – тине Зифа. – Әле бына береһен атып та йыҡтым.
– Мин аңламайым, һиңә нимә булды? – тип ныҡышты Вәсилә. – Һин өйөңдә түгелме ни? Әллә командировкаламы?
– Мин һөргөндә, – тине Зифа.
– Нисек һөргөндә?
– Сөнки мине өйөмдән һөрөп сығарҙылар.
– Ужас! Ужас! Һине һөрөп сығарғандар!? Бер нимә лә аңламайым. Бәлки аңлатырһың?
– Нимәһен аңлатып тораһың инде, – тине Зифа, үҙе лә һиҙмәҫтән, илап ебәрҙе.
– Әллә һин илайһыңмы? – тип ғәжәпләнде Вәсилә, – мин һиңә ярҙам итә аламмы?
– Һин миңә ярҙһам итә алаһың, ләкин хәҙер һуң инде.
– Хәҙер үк илауыңдан туҡта һәм миңә аңлат. Һиңә нимә булды? Ҡайҙа Сәғир?
– Сәғир хәҙер беҙҙең буй етмәҫлек урында. Минең ирем, дөрөҫөрәге, элекке ирем, бай кешенең ҡыҙына әүрәгән, тип аңланым. Уларҙың хәҙер улдары үҫә. Исемен белмәйем. Бына шулай.
– Һин мине шаңғыттың! – тине Вәсилә. – Мин һине иреңде үҙемдекенә һәр ваҡыт миҫал итеп ҡуя инем. Юҡ, минеке улай түгел! Йүнһеҙ, әлбиттә, хайуани холҡо ла бар, ләкин ул мине ҡыуып сығармаясаҡ. Дөрөҫөн әйт, әле һин ҡайҙа?
– Черниковкала, “Заря” ҡунаҡханаһында гастарбайтерҙарҙың үҙ-ара һуғышҡанына тамаша ҡылам.
– Ишегеңде емереү ҡурҡынысы бармы? – тип һораны Вәсилә.
– Әлбиттә, бар. Бына емереп бөткәндәрен көтөп ултырам.
– Улай булһа, беҙҙе көт, хәҙер килеп етәбеҙ.
Вәсилә такси саҡыртты ла, күптән йоҡларға ятҡан ирен төрткөләп уятып, кейендерҙе лә, ҡала ситендә урынлашҡан “Таң”ҡунаҡханаһын эҙләп сығып та китте. Ире – полиция капитаны Фәрит Фуат улы. Полицейский мөһабәт кәүҙәһе менән ҡунаҡханала күренеүгә, коридорҙа бер кеше лә ҡалманы. Фәрит менән Вәсилә Зифаның номерын эҙләп тапты һәм уны өйҙәренә алып ҡайтып китте. Фәрит өндәшмәй. Зифаның тормошонда ҙур үҙгәрештәр булыуы уға мәғлүм. Ләкин уның – үҙ мәшәҡәттәре һәм ул һорауҙар бирмәй. Вәсилә өйгә ҡайтҡас, Зифаны:
– Күпме кәрәкһә, шул тиклем торасаҡһың. Башҡа үҙеңде әллә ҡайҙағы ҡунаҡханаларҙан гастарбайтерҙар араһынан эҙләтмә! – тип киҫәтеп ҡуйҙы.
***
Радион Әхтәм улы һуң ғына йортона ҡайтҡас, ҡатыны Сара ханым менән Анжелланың яҙмышы хаҡында тағы ла һөйләштеләр. Сөнки президент үҙенә түгел, хатта компанияның именлек хеҙмәтенә лә ышанмый. Сөнки һәр ваҡыт иң дөрөҫ, теүәл мәғлүмәтте ҡатыны Сара ханым бирә.
– Һин миңә дөрөҫөн әйт, Сара, – тине ире. – Сәғир беҙҙең араға ҡайҙан килеп сыҡты ул? Ул һинең кешеме?
– Ҡайҙан минең кеше булһын инде. Мин һинекеләрҙе, ғөмүмән, белмәйем. Уны Наум Петрович тәҡдим итте. Ул килтергән кешеләр, ғөмүмән, “таҙа” була торғайны.
Наум Петрович? Тимәк, был эшкә ул ҡул һалған. Бына һиңә мә! Радион Әхтәм улы шул адвокаттың нәфсеһен ҡәнәғәтләндерер өсөн эшләгән булып сығамы инде? Был бит – хата, ҙур хата!
– Башҡа бындай эштәргә ҡыҫылма! – тине ире ҡатынына уҫал ҡарап. – Хәҙер уны төҙәтеү өсөн бик күп көс һалырға тура киләсәк.
Дүртенсе бүлек.
Йыраҡтан ҡарағанда нисә ҡатлы икәнлеге лә бик күренеп тормаған йорт алыҫтан уҡ үҙенә саҡырып торған һымаҡ. Төп ваҡиғалар ошонда барасаҡ һәм күрше-тирәне генә түгел, матбуғат сараларын да ҡыҙыҡһындырасаҡ.
Аңлашылмаусанлыҡтар тәүге иртәлә үк башланды. Йорт хужаһы Сәғир Низамович ғәҙәте буйынса иртүк тороп, физик күнекмәләр яһап, йыуынып сыҡҡандан һуң аш бүлмәһенә инеп, иртәнге ризыҡты ҡабул итәйем тиһә, бында шыш та, пыш та юҡлығын күреп, ауыҙы һәленеп төштө. Шунан хәтерләне: аш-һыу тирәһендәге барлыҡ эште элекке хужабикә Зифа үҙе башҡара торғайны бит. Ярай, бер иртәгә түҙербеҙ, тип үҙен тынысландырҙы хужа. Йомортҡа ҡурырлыҡ ҡына тәжрибәһе бар. Һуңғы сиктә, эшкә барғас та ҡапҡылап алырға мөмкин. Бер иртәгә асҡа үлмәҫ. Арлы-бирле ашап, гардероб бүлмәһенә үтһә, уны икенсе, ҡатмарлыраҡ тетрәнеү көтә ине. Көн һайын тәғәйен урынында бөгөн эшкә кейергә тейешле костюм-салбары ла, күлдәге лә, галстугы ла, хатта ҡулъяулығы ла юҡ. Нисәмә йылдар буйына көндән көнгә, аҙнанан аҙнаға, айҙан айға Зифа тарафынан һалынған тәртип күҙ алдында ҡойолоп төштө. Сәғир үҙенең хәлен аңлай. Был хаҡта әйтеү түгел, уйларға ла ярамай. Анжелланы әле һаман белеп бөтә алмаған, аңламаған ир ҡатындан түгел, уның атаһынан, атаһынан да бигерәк, әсәһенән нығыраҡ ҡурҡа һәм шикләнә. Әле бер нисә кеше генә белгән, яңы төҫмөрләнгән Сара Моисеевна һәм Наум Петрович төҙөгән “Вариҫ” операцияһы, ваҡытында үтекләнмәгән күлдәк, йә әҙерләнмәгән иртәнге аш арҡаһында ғына, юҡҡа сыҡмай бит инде.
Күптәргә мәғлүм, СССР-ҙың тарҡалыуы, 90-сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороуҙар һәм үҙләштереүҙәр Рәсәйҙе бөлгөнлөккә төшөрһә лә, бик күп аҡыллы баштар байып ҡалды. Хәҙер уға сик ҡуйылды, тип иҫәпләнә. Ләкин элекке һымаҡ байлыҡҡа өмөт итеүселәр заводтар-фабрикалар тирәһендә эркелешеп йөрөй һәм законһыҙ юлдар менән ҡалған милекте йолҡҡоларға тырыша.
Ләкин бөгөн Сәғирҙе ул милек түгел, эшкә нимә кейеп барыу мәсьәләһе нығыраҡ борсой. Аптырағас, үҙе гардеробҡа кереп китте. Бында, һалдаттар һымаҡ, береһенән-береһе ҡиммәтерәк костюмдары, күлмәктәре теҙелеп тора. Гардеробты тулыһынса тип әйтерлек алып торған кейемдәр тик уныҡы ғына. Ә бынауы ике шәшке тун, дубленка, кейем-һалым Зифаныҡылыр инде. Үҙе лә һиҙмәҫтән, сағыштырып ҡараны һәм тағы ла бер асыш яһаны: уның элекке ҡатыны кейем-һалымға битараф һәм бик баҫалҡы булған түгелме һуң?
Был хаҡта уйларға ваҡыт юҡ, тиҙерәк эшә китергә кәрәк. Сәғир иң ситтә торған пинжәкте эләктерҙе, салбарын кейҙе, күлдәк, галстук ҡарап алды һәм эшкә ашыҡты. Кабинетына кереп, иртәнге кофеһын да эсеп өлгөрмәне, уны Алмаевҡа саҡырҙылар. Ағымдағы эштәрҙе хәл итеп бөтөүгә, өр-яңылары килеп инде. Күп тә үтмәне, Алмаевҡа президент шылтыратты, тағы эш хаҡында һөйләштеләр. Аҙаҡ директор Сәғиргә күҙ һирпеп алды. Тимәк, һөйләшеү уның хаҡында. Кем белә, бәлки бөгөн саҡырып та алыр әле. Ана, кисә Анжелла шылтыратып, кейәүенең барлығы хаҡында иҫкә төшөрҙө. Президент менән һөйләшеп бөткәс, Алмаев креслоһына һуҙылып ятты һәм бик оҙаҡ итеп Сәғиргә ҡараны. Шунан һуң башын һелкеп, аптыранып ҡуйҙы.
– Хөрмәтле Сәғир Низамович! – тине ул ниндәйҙер аныҡ булмаған тон менән. – Компания һеҙҙе бәхетле итеү өсөн барыһын да эшләне, тип иҫәпләйем. Һәр хәлдә, бәхет һеҙҙең эргәлә генә. Һеҙҙең ғаилә статусын үҙгәртеү, ҡайһы бер ауыр ғына мәшәҡәттәрҙе хәл итеү һәм башҡа эштәр өсөн президент шәхсән үҙенең фатихаһын бирҙе. Миңә мәғлүм булыуынса, һеҙҙең икеме, өсмө ҡатлы йортоғоҙ бар һәм ундағы ер атайығыҙ исемендә булһа ла, һеҙ уға хужа, шулай булғас, үҙегеҙҙе хужа итеп тотоғоҙ. Ни өсөн һеҙҙең йортоғоҙҙағы, Ғүмәров әфәнде, иртәнән алып кискә тиклем һәр мәсьәлә, мәҫәлән, ашнаҡсы, йыйыштырыусы, дворник, водитель һәм башҡалар буйынса президент һәм генеральный директор кимәлендә хәл ителергә тейеш? Әллә һин президенттың һәм генераль директорҙың башҡа эше, юҡ тип уйлайһыңмы? Беренсеһе – шул. Икенсеһе. Һин, Ғүмәров әфәнде, ҡайҙа эшләгәнеңде онотма! Өҫтөңә ҡара, ҡапсыҡ һымаҡ пинжәк кейеп килгәнһең. Нимә, әллә һин үҙеңде ҡарай белмәйһеңме? Һинең эш хаҡың күпме әле? Ужас! Һин бит Рәсәй Президентының йыллыҡ эш хаҡын бер айҙа алаһың. Нимә, үҙеңә йыйыштырыусы, гардеробсы яллай алмайһыңмы? Һинең иғтибарыңа, президент әле генә миңә шул хаҡта һөйләне һәм үҙенең аптыраныуын белдерҙе.
Был һөйләшеү Сәғир Ғүмәровты дөмбәҫләп һалған һымаҡ булды. Бәй, хәҙер үҙенә эшкә тотонорға тура килә түгелме һуң? Етмәһә, йыл аҙағы, отчет менән ҡыҫалар. Киләһе йылға ҡалдырмай торған финанс документтары өйөлөп ята һ.б., һ.б. кабинетына керһә, ҡабул итеү бүлмәһендә Наум Петрович ултыра.
– Сәғир Низамович, һөйләшкәнсә, иртәгә сәғәт өскә – судҡа, – тип ҡыуандырҙы ул.
– Шуны минһеҙ генә хәл итеп булмаймы?
– Әлбиттә була, ләкин Ғүмәрова ханым һуңынан дәғүә белдереүе ихтимал.
Уф, бында Зифа бар бит әле. Уның менән тағы осрашырға тура килә инде. Сәғирҙең шунда уҡ кәйефе боҙолдо. Бөтә эштәрҙән бигерәк, уны Зифа менән осрашыу нығыраҡ борсой, борсоуҙан бигерәк, ҡурҡыта ине. Сәғир ҙә кеше, ҡатынының күҙҙәренә нисек ҡарар? Уның менән һүҙгә килешергә тура килер әле. Уларға нимә тип яуап бирер?
***
Ә Зифа Ғүмәрова был ваҡытта әхирәтенең фатирында ял итә. Вәсилә менән Фәрит икеһе лә эштә. Улар кисһеҙ ҡайтмай. Көндө нисек үткәрергә белмәй аптыранған ҡатын еңдәрен һыҙғанды ла, өйҙө йыйыштыра башланы. Теге өйөндә йәшәгәндә лә ул йыйыштырырға ярата торғайны. Һис буш ултырғаны булманы. Иртәнән алып кискә тиклем иҙән йыуһынмы, мебелде һөрткөләһенме, ҙур өйҙә эше табылып тора. Үҙе лә һиҙмәҫтән Сәғирҙе хәтеренә төшөрҙө. Иртәгә бит суд, осрашырға тура киләсәк. Ни хәлдә донъя көтә икән йәш ҡатын менән? Хәйер, хәҙер ҡыҙыҡһындың ни, ҡыҙыҡһынманың ни, киҫелгән икмәк башҡа йәбешмәй, тиҙәр. Хәҙер алға ҡарарға, киләсәкте хәстәрләргә кәрәк. Шул ваҡыт үҙенең эше иҫкә төштө. Барып килермен, тигәйне, кире уйланы. Ғүмәровтар хаҡында хәбәрҙәр унда ла барып еткәндер. Хәҙер әхирәттәре ҡыҙыҡһына, һораша башлар. Өйөн ҡалдырған ваҡытта Зифа Сәғирҙең эш бүлмәһендәге китапханаһынан, ял иткәндә уҡырмын, тип инглиз телендә “Рәсәйҙе нисек таланылар?” тигән китапты алғайны. Китап ҡалын түгел, ләкин йөкмәткеһе ҡыҙыҡлы ғына. Сәғир китапты ҡат-ҡат уҡыған, күрәһең. Урыны-урыны менән һыҙғылап, ҡалын нөктәләр ҡуйып, төрлө төҫтәге маркерҙар менән һыҙғылап танышҡан. Фатирҙы йыйыштырып бөткәс, Зифа китап менән танышып сыҡты. Был – китап ҡына түгел, үҙенә күрә бер ҡулланма, илде таларға теләүселәр өсөн инструкция сифатында эшләнгән. Бына нимә яҙа улар: “Рәсәйҙе талау иҫәбенә байырға теләүселәр бында бүлешерлек мөлкәт ҡалманы, тип иҫәпләһә, хаталана. Рәсәйҙең ҙурлығы, тәбиғи байлыҡтарының күплеге әле һаман күптәрҙе ылыҡтыра һәм яңынан-яңы үҙләштереү алымдарын табырға ярҙам итә”.
Зифа бик илтифат бирмәй генә китапты тәүҙә бер уҡып сыҡты, бер ыңғай инглиз теленән электән өйрәнгәндәрен иҫкә төшөрҙө. Насар түгел. Бик ҡыҙыҡлы китап. Был китаптың беҙгә ниндәй мөнәсәбәте булһын инде, уны ситкәрәк алып ҡуйҙы.
***
Төшкө аш ваҡытында һаҡ начальнигы Зубровский Сәғир эргәһенә килеп: “Сәғәт өстә һеҙҙең янға егерме минутҡа инергә мөмкинме?” – тип ҡабул итеүен һораны.
– Әлбиттә, әлбиттә. Ҡыуанып ҡабул итәсәкмен, – тине Сәғир.
Полковниктың күҙҙәренә ҡарап: “Һин генә ҡалғайның. Башҡа эшең юҡмы ни? ” – тип әйтеп булмай бит инде. Кабинетына инеүгә, йылдың тамамланыуына күҙ аллауҙар килтереп һалдылар. Компания уңышлы һәм табышлы эшләй. Финанс күрһәткестәре лә шул хаҡта һөйләй. Йыл йомғаҡтары буйынса премия ла быйыл мул ғына булмаҡсы. Ашығыс эштәрҙе хәл итеүгә, Зубровский үҙе лә килеп инде.
– Һеҙ ҡала ситендәге йортоғоҙға персонал ҡабул иткәндә мотлаҡ беҙҙең менән кәңәшләшергә тейешһегеҙ, – тип башланы һүҙен отставкалағы полковник. Беренсенән, президенттың ғаилә ағзалары йәшәгән йорттарҙа хеҙмәтләндереүселәр беҙҙең аша ғына ҡабул ителә. Был тиҙ эшләнә торған эш түгел. Беҙ белешмәләр йыябыҙ,
Элек ҡайҙа эшләгәндәрен барлайбыҙ. Шулай уҡ, финанстар өсөн яуап биреүсе, һеҙ булаһығыҙ инде, Сәғир Низамович, даими беҙҙең ҡурсалау шарттарында йәшәй.
Сәғиргә бит бөгөн иртән хеҙмәткәрҙәр ҡабул итеү мәсьәләһен хәл итергә ҡушылғайны, ә ул бер нимә лә эшләмәне. Хәҙер Анжелла ярай ҙа миңә генә шылтыратһа. Атаһына шылтыратта башлаһа, әсәһенә хәбәр итһә, эш харап.
Ул арала булмай, кеҫә телефоны телгә килде һәм Анжелла Радионовнаның шылтыратыуы билдәле булды.
– Һин, ҡәҙерлем, беҙҙе оноттоң! – тип башланы ул иламһырап. – Беҙ – иртәнән бирле ашамаған. Бында что за бардак? Йыйыштырыусы, аш бешереүсе, гардеробты хеҙмәтләндереүсе лә юҡ. Әгәр донъяң әҙер түгел икән, һин беҙҙе бында нимәгә килтерҙең? Юғиһә, мин хәҙер атайыма ҡайтып китәм. Ә ул кис минән һораһа, мин нимә тип яуап бирәм?
– Ҡәҙерлем, Анжелла, мөхәббәтем минең! – тип йылы һүҙҙәрен йәлләмәне Сәғир. Әгәр һин атайыңа хәбәр итһәң, миңә бик ҡыйынға тура киләсәк. Икенсенән, президенттың кәйефен боҙғом килмәй. Һин уға өндәшмә. Бына беҙ шул мәсьәләләрҙе хәл итеп ултырабыҙ. Бөгөн-иртәгә һиндә ашнаҡсы һәм йыйыштырыусы буласаҡ.
Сәғир эстән генә үҙе баш вата. Быға тиклем Зифа менән икәү генә йәшәнеләр. Ул бөтәһенә лә өлгөрә торғайны. Ашы бешкән, өйө йыйыштырылған, баҡсаһы ҡаралған. Теге дворник ағай кем әле... Нурғәле булды шикелле, ул һепереп, ҡар көрәп кенә тора ине. Сәғир полковникка мөлдөрәп ҡарап:
– Бөгөн миңә иң кәмендә ике кеше – ашнаҡсы һәм йыйыштырыусы – кәрәк, – тип талап ҡуйҙы.
– Был мөмкин түгел! – тине полковник. Кешеһен табырбыҙ, тик берәү ҙә, һин беҙҙәге бюрократияны беләһең, бер нисә көн эсендә наркологтан, психиатрҙан, эске эштәр министрлығынан төрмөлө ултырмағанлығы хаҡында белешмә килтереп еткерә алмаясаҡ. Мин үҙемә ундай яуаплылыҡ ала алмайым. Һеҙ эшкә алырһығыҙ, ә ул элек хөкөм ителгән, йә фән тарафынан иҫбатланмаған маньяктыр? Юҡ инде, мин үҙемдең карьерам менән шаярмайым. Бында һүҙ һеҙҙең именлек хаҡында бара.
Бик оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң Зубровский ваҡытылыса ике кеше биреп торорға булды. Уларҙы ҡала эргәһендәге ҡунаҡхананан килтерергә ҡарар иттеләр.
Ғүмәровтарҙың йортона кеше табылды, ләкин бының менән мәсьәлә хәл ителде, тип уйлағандар хаталана. Сөнки иң мөһимдәре яңы башлана ғына.
Бишенсе бүлек.
Зифа менән Вәсилә киске туғыҙҙан һуң яҡындағы бер төнгө клубҡа барып ултырырға булдылар. Фәрит һуңлап ҡайта, ул да шунда килергә тейеш. Ә ҡаланың төнгө тормошо бик йәнле икән. Эштә йөрөгән һымаҡ итеп үҙен һауалы тотҡан ҡыҙҙар, кемгә йәбешергә белмәй йөрөгән ирҙәр... Ни хәл итәһең, капитализмды төҙөп бөтмәнек, ә уның емештәре тәүлек әйләнәһенә хужаларына файҙа килтерә. Бер сәғәт эсендә әллә күпме мәхшәрҙең шаһиты булдылар.
– Һин бик уйсан күренәһең. Аҡрынлап, был хәлдән сығырға кәрәк, – тине Вәсилә, – бәлки берәйһе менән таныштырырғалыр? Мин шикләнмәйем, һинең менән ҡыҙыҡһыныусылар барҙыр. Финанс буйынса белгестәргә ихтыяж һәр ваҡыт ҙур.
– Эштән бигерәк, бер китап ҡыҙыҡһындыра башланы, – тине Зифа. – Сәғир ҡалдырып киткән. Былай эш ҡағыҙҙарын өйгә алып ҡайтмай торғайны, быны – уҡыған. Күренеп тора, юл араларына ҡәләм тейҙергән.
– Ә китап нисек атала һуң? – тип һораны Вәсилә.
– “Рәсәйҙе нисек таланылар?” Үҙеңдең матди хәлеңде яҡшыртыу йәһәтенән ниндәй йүнәлештә эшләргә.
– Ә мин уҡый аламмы китапты?
– Ә инглиз телен беләһеңме һуң?
– Юҡ. Инглиз телен мин мәктәптә уҡ ҡалдырып киттем.
– Улайһа, һиңә профессиональ тәржемәсе кәрәк.
– Туҡта әле, инглиз телен Фәрит яҡшы белә, унан һорарбыҙ, ярҙам итәсәк.
Оҙон ғүмерле булыр, Фәрит тә килеп етте. Бер үҙе түгел, бер иптәшен эйәртеп алған. Дүртәүләшеп тамаша ҡылдылар, бер аҙ сәй-мәй эскән булдылар. Зифаның Фәриткә һорауы бар икән.
– Әле бер китап уҡыйым, бәлки һине лә ҡыҙыҡһындырыр, тик инглиз телендә. Шунда бер һүҙбәйләнешкә иғтибар иттем. “Дуңғыҙҙы һимертеү – Рәсәйҙә борондан килгән ғәҙәт”, – тигән һүҙбәйләнеш бар. Быны нисек аңларға? Сөнки мөхәррирҙәр һүҙбәйләнешкә аңлатма биреүҙе кәрәк тип тапмаған.
Дуңғыҙ хаҡында һүҙ сыҡҡас, Фәрит менән уның коллегаһы бер-береһенә ҡарап йылмайыштылар.
– Эйе, беҙҙә ҡабан һимертеү традицияһы бар, – тине Фәрит Фуат улы. – Борон, революцияға тиклем үк Себерҙәге төрмәләрҙән катаржандар ҡасҡан. Тайгала бик ауыр, ашарға юҡ. Етмәһә, һирәк кенә осраған ауылдарҙы урап үтергә кәрәк. Асҡа үлмәҫ өсөн төрмәнән ҡасҡан ваҡытта тәжрибәле енәйәтселәр, алдаштырып, үҙҙәре менән таҙа енәйәтселәр ҙә эйәртеп алғандар һәм юл ыңғайы, аҙыҡ-түлек бөтһә, береһен һуйып ашағандар. Был традиция әле лә ваҡыт-ваҡыт күренеп ҡала. Хәҙерге аңлатмаһын Сергей һөйләр. Сергей Николаевич шундайыраҡ иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәшә.
– Зифа ханымдың ҡабандар менән ҡыҙыҡһыныуына ғәжәпләнмәйем. Уға ихтыяж енәйәтселәр донъяһында әле лә бар. Ике миҫал.
Әйтәйек, теге йәки был заводты ҡулға төшөрөргә кәрәк. Етәкселекте алдаштырып, улар даирәһенә төрлө юлдар менән “ҡабан”ды индерәләр. Уның ағай-эне булыуы, өйләнеүе, кейәү статусына эйә булыуы бик ихтимал. Күпмелер ваҡыттан һуң милектең законлы хужалары уйындан сығарыла һәм власты, кейәү йәки килен ярҙамында, башҡалар үҙ ҡулдарына эләктерә.
Икенсе осраҡ та шул сама. Предприятие асыла, ул геүләтеп эшләй, төрлө яҡтан, һуңынан түләү шарты менән, продукция ала, етештереүсене кредит һаҙлығына батыра. Шулай күңелле генә итеп эшләп йөрөгәндә директор вазифаһын үтәүсе, “ҡабан”, көтмәгәндә юҡҡа сыға. Бөтә бурыстар һәм аҡса менән. Уны, әлбиттә, оҙаҡламай табасаҡтар, ләкин ул хәҙер аҙмы-күпме хөрмәт күрһәтеп, ерләү йолаһын үтәүгә генә эшкинә. Әйткәндәй, тәүге осраҡта ла кейәүҙең яҙмышы шулай тамамланыуы бик мөмкин.
Төнгө клубта кешеләр күбәйҙе, тәртип яғы йомшарҙы, Зифалар ҡайтырға булды. Ҡайтҡас, Зифа менән Вәсилә сәй эсеп алырға ултырҙы. Ә Фәрит Фуат улына иртәгә иртүк эшкә икән, ул йоҡларға ашыҡты.
– Һиңә өйҙә генә ултырырға ярамай, – тине Вәсилә Зифаға. – Кеше араһына сыҡ, күңелеңде төшөрмә. Бәлки берәй кейәү ҙә табылыр.
– Мин әле үҙемде айырылған ҡатын итеп тә тоймайым, – тине. – Ни бары ике-өс көн үтте. Сәғир командировкала һәм ул хәҙер килеп инер һымаҡ.
– Һин уны көтәһеңме? – тине Вәсилә.
– Юҡ, көтмәйем. Уға исраф иткән йылдарым ғына йәл. Уға һаулыҡ, улын үҫтереүҙә уңыштар теләйем, – тине Зифа.
– Ә минең, мәҫәлән, уның улына бер аҙ һорауҙарым бар, – тине уйланғандан һуң Вәсилә. – “Хөрмәтле малай, – тип әйтәсәкмен мин уға. – Беҙ һине яратабыҙ, һиңә һаулыҡ, бәхеттәр теләйбеҙ. Бына атайың менән уның элекке ҡатынының бер ваҡытта ла балаһы булмаған, ә һин – бар. Был донъяға нисек тыуҙың?” – тип һорар инем. Берәйһе ярҙам иттеме икән? – тине Вәсилә.
– Юҡ. Был мәсьәлә мине ҡыҙыҡһындырмай, – тине Зифа. Ҡыҙыҡһынып, һорауҙар биреп йөрөгә уйламайым. Сабыйға бәхет теләйем.
– Мин детективтар яратам, әлбиттә, – тине Вәсилә. Баяғы, һин әйткән һимертелгән дуңғыҙ мәсьәләһе Сәғир менән булған осраҡта бик актуаль яңғырай.
– Мин дә шулай уйлайым, – тине Зифа. – Тик ҡайҙан мәғлүмәт алырға, кемгә мөрәжәғәт итергә? Саҡ ҡына ишетеп ҡалдым, Сәғир компания президентының ҡыҙына өйләнеүе бик ихтимал.
– Тимәк, “ҡабан” ролен Сәғир башҡарасаҡ. Уға бик килешер ине был урын. Институтта уҡығанда Сәғирҙең ҡайныһы, Радион Әхтәм улы Насиров, сығыш яһағайны. Бик асыҡ, заманса кешегә оҡшаған. Шуға сығырлыҡ таныштарың юҡмы? Эҙләп ҡарарға кәрәк, – тине Вәсилә. – Ә һин бер заман Сәғир кире ҡайтыр, тип уйламайһыңмы?
– Уйламайым да, көтмәйем дә. Мин уның холҡон бер аҙ беләм. Ул бик уңайлыҡтар ярата. Хәҙер ул үҙен бик бәхетле тоя. Үҙең уйлап ҡара, президенттың кейәүе!
– Ә мин һинең иреңде электән үк ышанысһыҙ, тип тоя инем. Ундай ирҙәр бер ваҡытта ла ҡатындарына тоғро булмай һәм үҙенең маҡсатына ирешеү өсөн иң яҡын кешеләрен дә ҡорбан итеүе бик ихтимал. Улар аҫтыртын һәм мәкерле. Ана, минекен ҡара, Фәритте әйтәм. Маҡтап ебәрһәң, юҡ ҡына эштәрен күрһәң, тағы ла дәртләнеберәк тотона, тауҙар аҡтарып күрһәтә.
Йоҡларға һуң яттылар. Зифа уянып, сәғәтенә ҡараһа, 12 тулып үткән. Уны бит бөгөн бик мөһим суд көтә. Хәйер, мөһим тиһә лә, Сәғирҙе күреп, уның менән айҡашып ултырыу теләге юҡ. Ул нисек әйтә, шулай буласаҡ. Сөнки Наум Петрович менән ярышыу урынһыҙ. Барғас та әйтергә кәрәк булыр, ниндәй шарттарығыҙ бар, мин бөтәһенә лә риза, минең яҡтан бер дәғүә лә юҡ. Ә инде Сәғирҙең Черниковкалағы бер бүлмәле фатирына килгәндә, ҡарарбыҙ. Һәр хәлдә, торлаҡһыҙ интекмәҫ, ҡуртымға булһа ла, алыр. Дөрөҫ, Зифаның Сәғиргә һорауҙары күп. Мәҫәлән, эш хаҡы алған банк картаһы бар ине. Әле тикшереп ҡараһа, унда 20 мең генә аҡса күренә. Айырып ебәргән ҡатынын талаған, тип әйткәндә, хәбәрселәр эләктереп алыр ине инде. Кәрәкмәй, үҙенә булһын. Бөлмәбеҙ, ас та үлмәбеҙ.
Суд ярты сәғәт тә барманы. Наум Петрович һөйләп тә бөттө, яҡтар бер-береһенә көсләп йылмайып, ризалығын белдерҙе, иң аҙаҡтан Сәғир һүҙ һораны һәм ниндәй дәғүәһе бар инде?
– Минең ҡатыным кейемдәрен ҡалдырған. Шуларҙы алырға мәжбүр итеп буламы? – тип судьяға мөрәжәғәт итте. Йәнәһе, күрегеҙ, мин ҡайһылай йомарт. Хатта элекке ҡатынымды хәстәрләйем, тиеүелер.
– Был мәсьәлә ҡаралмай, бындай бәхәсте үҙ-ара хәл итегеҙ, – тине судья. – Зифа ханым Ғүмәрова, һеҙҙең әйтер һүҙегеҙ бармы?
– Минең кейемдәрем генә түгел, ул бүләк иткән ювелир биҙәүестәр ҙә, хатта эш хаҡы ала торған банк картамда һуңғы өс йыллыҡ эш хаҡым да ҡалды. Ғүмәров әфәнде был хаҡта өндәшмәне, әлбиттә. Ә кейемдәрҙе, алтын-көмөштө ҡалдырыуымдың сәбәбе шунда, мин өр-яңынан тормош башларға йыйынам һәм элекке ғүмеремде, Ғүмәров әфәнде менән бәйле булған йылдарымды, бер нимә лә хәтергә төшөрөп торорға тейеш түгел.
Шуның менән суд эше тамамланды. Адвокат менән Сәғир икеһе бер машинала килгәндәр, күрәһең, ҡасып, тигәндәй, китеп барҙылар. Ниндәйҙер йомошо булдымы икән, һуңлабыраҡ һаҡ начальнигы Зубровский килеп сыҡты. Ул Зифаға ҡарап йылмайҙы һәм хушлашты. Машинаһы ситтәрәк икән, шунда икәү йәйәү атланылар. Зифа, үҙе лә һиҙмәҫтән:
– Радион Әхтәм улы ни хәлдә? Әгәр мөмкин булһа, минән сәләм әйтегеҙ, – тине һәм сумкаһынан “Рәсәйҙе нисек талайҙар?” исемле китапты сығарып тотторҙо. – Бәлки уға күрһәтерһегеҙ? Минең тойомлауымса, һҙеҙҙең компанияны ҙур үҙгәрештәр көтә. Ошо китап бәлки уны ҡотҡарып ҡалыр.
Зубровский менән Зифа хушлаштылар.
Кабинетына кереү менән, һаҡ начальнигы китаптың һәр бер битенең күсермәһен алды, төп нөсхәһен сейфына һалып ҡуйҙы. Инглиз теленән тәржемә икәнсе көнөнә уның өҫтәлендә ята ине. Сәғирҙең бит һайын ҡуйылған иҫкәрмәләре, төҙәтмәләре әллә ҡайҙан уҡ, беҙ бында, тип һөрәнәләп тора. Зубровский бер тынала китапты уҡып сыҡты һәм, телһеҙ ҡалып, креслоһына ҡоланы.
Алтынсы бүлек.
Рәсәйҙә әүәл-әүәлдән раҫланмаған, ләкин киң таралған ҡанун йәшәй. Бәләкәй генә ауылдың иң бәләкәй генә түрәһе лә үҙенән өҫтә торған түрәнең йомшаҡ булыуын теләй һәм етәксегә ҡарата ике генә баһа бирелә: яҡшы йәки насар. Әгәр вазифа биләүсе талапсан булмаһа, илке-һалҡы эшләүҙәрен күрмәһә, өҫтәүенә, эш хаҡын ваҡытында һәм мул түләһә, ул – һәйбәт. Ә инде талапсан, эшһеҙҙәрҙе һәм ялҡауҙарҙы күрә алмаған, эш хаҡын да самалап ҡына түләгән етәксе икән, ул – насар. Оҙаҡ йылдар – директор урынбаҫары, һуңынан – директор, хәҙер килеп, компанияның президенты вазифаһын биләүсе Радион Әхтәм улы берәүҙәргә яҡшы тойолһа, икенселәр өсөн насар була белде. Ярай, заманында ваҡытты бушҡа үткәрмәнеләр. Үҙҙәренең аҡсаларын ҡушып, арзан ғына хаҡҡа ваучерҙар йыйыштырып, Мәскәүҙәге дуҫтарын йәлеп итеп, ошо ябылыр-ябылмаҫ заводты эшкиндереп, компания тигән яңғырауыҡлы исем ҡушып, акционерлаштырғайнылар. Белә Радион Әхтәмович, ишеткәне бар, компанияға ҡарап ялманыусылар өйөрө менән йөрөй. Уларҙан ҡотолоу юлы юҡ. Берҙән-бер юл – сафтарҙы тығыҙ тоторға һәм һәр ҡурҡынысты юҡҡа сығарып барырға.
Зубровский керетеп һалған ҡағыҙҙар менән “ҡарт бүре” бик ентекләп, ҡат-ҡат уҡып танышты һәм шундай һығымта яһаны: был – фетнә, һинең ғүмерлек хеҙмәтеңде юҡ итеү һәм иң яратҡан мөлкәтеңде тартып алыу. Ә кемдәр тартып алырға итә һуң? Үҙенекеләр. Сит-яттар юҡ, тип әйтерлек. Эргәһендә ярты быуатҡа яҡын ятҡан ҡатыны, уның ағай-энеләре, үҙенең дуҫ-иштәре... Радиондың күп йыллыҡ етәкселек итеү тәжрибәһе шул хаҡта һөйләй, уңышлы һәм табышлы эшләгән компаниялар, ғәҙәттә, һиҙгерлекте юғалта, уяулыҡ хаҡында онота һәм иң яҡын дуҫтарҙың ҡорбанына әүерелә.
– Йә, Петя, былар барыһы ла дөрөҫмө? – тине ул Зубровскийға ҡарап.
– Дөрөҫ булмаһа, Радион Әхтәмович, мин уны һеҙгә күрһәтеп тә тормаҫ инем. Беҙ бөгөн ҡылдан нәҙек, бысаҡтан үткер күпер аша үтеп барабыҙ. Бында шикләнерлек бер нимә лә юҡ. Һиҙемләүемсә, был операция “Троя аты” йәки “Вариҫ” исемен йөрөтә.
– Аттары кемдәр инде? – тине президент мыҫҡыллы йылмайып. – Исемләп әйтә алаһыңмы?
– Аттар бер нисәү. Иң бәләкәйенән алып, иң ҙурына тиклем – һеҙҙең эргәлә...
– Полковник, ниңә ҡурҡаһың, исемдәрен әйт!
– Иң бәләкәйе, билдәле, ул да булһа – Эдуард Сәғирович. Унан атаһы, өләсәһе, әсәһе һәм эргәһендәге ваҡ-төйәк ҡолон-ҡолонсаҡтар килә. Был инде яңғыҙ, берәм-һәрәм аттар түгел. Былар бик көслө, ныҡлап уйланған, өйрәтелгән өйөр.
– Петя, һин миңә дөрөҫөн әйт, Эдиктың атаһы кем? Ни өсөн һорайым, Сәғир, кейәүҙе әйтәм, ҡатыны менән ун йыллап йәшәгән, балалары юҡ, ә бында минең ҡыҙым менән таныша, бына һиңә, бәпес әҙер. Шундай бәпес, атаһы менән олатаһын урынынан осороп, Эдуард Сәғировичҡа әйләнергә әҙер.
– Бик сетерекле мәсьәлә, – тип ыңғайға һыпырҙы Зубровский. – Һеҙҙең ҡыҙығыҙҙың тәртибенә мин дәғүә белдерә алмайым. Уның менән күберәк әсәһе эшләне. Ә мин иһә, шәм тотоп тормағас, белгән осраҡта ла, дөрөҫөн әйтә алмайым, хаталаныуым бар. Ялған һөйләп, гонаһ алғым килмәй.
– Ә был ҡатын да, Зифаны әйтәм, Ғүмәрова, ныу, кейәүҙең элекке ҡатыны була инде, үс алыу йәки ирен ҡайтарыу тойғоһо менән яналыр инде?..
– Юҡтыр, ул ҡатын, нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә торған финансист. Ул Сәғирҙән күпкә юғары тора. Беҙҙә эшләп киткән кеше булғас, беҙҙәге өҫтөнлөктәрҙе лә, кәмселектәрҙе лә яҡшы аңлай, – тине Зубровский.
– Петя, һиңә ҡарап-ҡарап торам да, беҙ бер сама фекер йөрөтәрбеҙ. Ул ҡатынды мин бер аҙ хәтерләйем, бында эшләгән эштәре буйынса. Ярай, ҡалғаны – һуңыраҡ. Хәҙер нимә тәҡдим итәһең?
– Тәҡдим итеп торманым, һеҙҙең хуплауығыҙға өмөт итеп, мин мөмкин булған бөтә урында ла һаҡтарҙы көсәйттем, икешәр-өсәр тапҡыр. Әлбиттә, Яңы йылға әҙерләнеү һылтауы менән.
– Ә Ғүмәрованы нисек бәхилләргә уйлайһың?
– Радион Әхтәмович, быныһын һеҙ хәл итегеҙ...
***
Зифаға иртән иртүк заводтан шылтыраттылар. Директор саҡырған, килеп, күренергә ҡушҡан. Яңы йыл менән ҡотлаймы, әллә бүләк тапшырырға итәме? Зифа эшләгән заводтыҡылар һәр ваҡыт Радион Насиров президент булған компанияға көнләшеп ҡарап йәшәнеләр. Уларҙа эш хаҡы ла юғары, технологиялар ҙа яңы, хатта заманында Зифаның элекке заводын ҡалдырып, бында күсеүен бик сәйер ҡабул иттеләр. Директор иһә, күршеләрҙә эштәрҙең нисек, ни рәүешле барыуын бик ентекле күҙәтә. Көндәштәр түгел, икеһе ике йүнәлештә эшләй. Белгеһе килә, етмәһә, тегенән-бынан хәбәрҙәр ҙә ишетелеп ҡала. Директор тәүҙә Зифаның үҙенең хәлен һорашты, Яңы йыл менән ҡотланы, бүләген тотторҙо. Һүҙ араһында, һүҙ сығып, күршеләрҙәге хәлдәр менән дә ҡыҙыҡһынды.
– Әллә, бик ҡәнәғәт йөрөйҙәр, – тине Зифа аптыранып.
– Ә Иптәшегеҙҙе әйтәм, Сәғир Низамович, нимәләр һөйләй? – тине директор, Зифаға ентекләп ҡарап.
Белә, ҡайҙандыр ишеткән, ҡыҙыҡһына һәм яңы мәғлүмәт алырға теләй. Директор уралтып-суралтып торманы:
– Һеҙҙең хаҡта ла нимәлер ишетелеп ҡалды, – тип өҫтәне.
– Интернет, компьютерлаштырыу заманы, барҙыр инде, – тип төтөн ебәрҙе Зифа. – Һәр хәлдә, мин уйҙырмалар менән эш итмәҫкә тырышам.
Зифаның сығып, автобус туҡталышына атлауын директор тәҙрәнән үҙе ҡарап торҙо. Ул ҡап-ҡара, тәҙрәләре лә ҡараңғылатылған минивендың килеп сығыуын, күҙ асып йомғансы, Зифаны ултыртып алып китеүен күреп ҡалды һәм уйға ҡалды: шылтыратырғамы полицияға, әллә юҡмы? Директор өндәшмәне. Уның үҙ мәнфәғәттәре бар. Күршеләр ҙурҙан һалдырып эшләй. Әгәр иҫән-һау ҡалайым, тиһәң, күрмәмеш һәм иштмәмеш булыуың хәйерлерәк. Зифа эҙһеҙ юғалды.
***
Ә Сәғир бөгөн үҙенең кабинетына көс-хәл менән үтте. Саҡ ҡына һуңлаһа, бәлки, ҡайтып китергә лә тура килер ине. Ҡайҙа ҡарама, компания яллаған шәхси һаҡ хеҙмәткәрҙәре. Улар өсөн бөтәһе лә бер иш. Үҙҙәрен бик ябай һәм әҙәпле тотһалар ҙа, үҙ кабиинетыңдан һәм бәҙрәфтән ары бер ҡайҙа ла китә алмайһың. Сәғир Наум Петровичты барып күрәйем әле, тип һылтаулап, генераль директор кабинеты яғына үтергә тырышып ҡарағайны, ҡайҙа инде, бороп ебәрҙеләр. Сәғир шул тиклем ғәрләнде. Ярай, кейәүлеге әлегә раҫланмаған да, ти. Ул бит компанияның финанстары яҙмышын хәл итеүсе. Юҡ, былар менән эшләп булмай! Бына, үҙе ултырып алһа, компания менән идара итә башлаһа инде, барыһын да ҡыуып сығармаһамы! Кабинетына ҡайтып, кофе эсеүҙән башҡа, сараһы ҡалманы. Һәм ғәжәпләнеп шуға иғтибар итте: уның өҫтәлендә бер ҡағыҙ ҙа юҡ. Бөгөн беренсе тапҡыр бер нимә лә керетмәгәндәр ине. Сәғир үҙен ябай һәм бер ҡатлыраҡ күрһәтергә тырышһа ла, хеҙмәттәштәре уға бик үк хөрмәт менән дә ҡарамайҙар, уны артыҡ баһаламайҙар ҙа. Сөнки финанстар шул тиклем ҡатмарлы тармаҡ, ул белем, тәжрибә һәм иғтибар талап итә. Ә Сәғирҙең бар белгәне – күпме продукция һатылған, килем һәм табыш алынған, эш хаҡына шул тиклем бүленгән. Ә ҡалғанын финанс өсөн яуап биреүсе башҡа хеҙмәткәрҙәр хәл итә.
Эшһеҙлектән бик йонсомаған, хатта ниндәйҙер эске ҡәнәғәтлек кисергән Сәғир Ғүмәров бөгөн иртә менән байтаҡ ҡына эштәрҙән үҙенең шым ғына ситләтелеүен белмәй ине. Ләкин “йүкә телефон” аша уға бөгөн иртән өйөнә ҡайтып барған саҡта күрше заводтың финанстар буйынса директор урынбаҫары Зифа Ғүмәрованың ғәйеп булыуы хаҡында хәбәр иттеләр.
Етенсе бүлек.
Бөркәүле минивен ҡала буйлап китеп бара һәм егеттәрҙең береһе Зифаға телефон һондо:
– Һеҙ борсолмағыҙ, Зифа Нуримановна, – тине.
Ҡатын Зубровскийҙың тауышын таныны.
– Беҙ һеҙҙең именлек хаҡында хәстәрләргә күрһәтмә алдыҡ.
Автомобиль ҡала буйлап байтаҡ эҙ яҙлыҡтырып йөрөгәндән һуң, компанияның ҡала ситендәге ял базаһына килеп туҡтаны. Бик һирәктәр генә белә, Радион Әхтәмович күпселек ваҡытын ошонда үткәрергә ярата. Бында президент ситтән тороп ҙур компания менән етәкселек итә һәм бындағы тынлыҡ, ҙур мегаполистан ситтә тороуы уға оҡшай. Бына әле ул үҙе йәшәгән йорттоң икенсе ҡатынан биләмә эсенә килеп ингән минивенды ҡарап тора. Бында ҡағиҙә шулай ҡуйылған: кемгә рөхсәт юҡ, ул был бинаға бер ваҡытта ла керергә тейеш түгел. Ә былай ҡағиҙә теүәл үтәлә. Автомобиль туҡтаны һәм унан баҙнатһыҙ ғына атлап, бер ҡатын төштө. Радион Насиров уның һәр аҙымын ентекләп күҙәтә. Был ҡатын беләме икән үҙенең нимә эшләгәнен һәм алда үҙен нимә көткәнен?
Һуңғы арала донъя баҙарында компания етештергән продукцияға ихтыяж бермә-бер артты. Ара-тирә хәҙер Насировҡа ваҡ-төйәк йомош менән Мәскәүҙең Аҡ йортонан да мөрәжәғәт итәләр. Ләкин компанияға ҡарата ҡыҙыҡһыныу кимәле һуңғы арала ныҡ күтәрелде. Иң тәүҙә төрлө көс структураларына саҡыртып, повесткалары менән йонсоттолар. Был әҙәпле һәм ҡәтғи саҡырыуҙар артында нимә ятҡанын Радион Әхтәм улы белә. Компанияның табышлы эшләүе ҡайһы бер конкуренттарға тыныс ҡына йоҡларға ирек бирмәй. Ошо урында “ҡарт бүре” уйға ҡалды. Рәсәй өсөн бер ҡоролоштан икенсеһенә күсеү еңел булманы. Ябай халыҡ та, байҙар ҙа әҙер булмай сыҡты. Кемдәрҙер сереп байыған ваҡытта, икенселәр уларға көнләшеп ҡарай, хатта финанс көрсөгө теләй. Улай ғына ла түгел, бәләкәй генә ҡан ҡойошло революция көҫәүселәр ҙә юҡ түгел. Радион Әхтәм улы, үҙе яңы ғына ябай халыҡ араһынан сыҡҡан кеше, шуға инанды: әгәр беҙ етеш һәм бәхетле йәшәргә теләйбеҙ икән, заводтар эшләргә, байҙар эшен ойошторорға, ябай халыҡҡа лайыҡлы эш хаҡы түләргә тейеш. Йә, ярай, оҙаҡҡа китте. Был ҡатын аптырағандыр инде. Президент төймәгә баҫыуға, ишек асылды һәм секретаршаһы керҙе. “Ғүмәрованы саҡырығыҙ”, – тине президент һалҡын ғына.
Насиров ҡатынды ишек төбөндә үк ҡаршы алды һәм төпкә үтергә саҡырҙы.
– Беҙ һеҙҙең менән байтаҡтан бирле бер-беребеҙҙе беләбеҙ, – тине президент ҡоро ғына. – Ләкин ныҡлап аралашҡаныбыҙ юҡ. Айырыуса, һеҙ көтмәгәндә урынығыҙҙы ирегеҙгә ҡалдырып, икенсе задводҡа күскәндән һуң. Һеҙҙең Зубровский аша әйткән фекерҙәрегеҙ миңә оҡшаны. Шуға һеҙҙең менән осрашыуҙы кәрәк тип таптым. Үҙегеҙ беләһегеҙ, Зифа Нуримановна, һәр бизнес, айырыуса уңышлы эшләгәне, тетрәнеүҙәрҙән ситтә торорға тырыша. Ләкин һәр уңышлы бизнес көнләшеү, ғәҙел булмаған конкурентлыҡ ҡорбаны булыуы ла ихтимал. Быға тиклем беҙ аҙмы-күпме тыныс йәшәнек. Ләкин һуңғы арала бик үк сәләмәт булмаған ҡыҙыҡһыныу беҙҙе йонсота башланы. Ошо хаҡта һөйләшеп алайыҡ әле.
Зифа Насировтың күҙҙәренән күреп тора: ул үҙе барыһын да белә, тик унан фекерҙәренең раҫлауын ғына көтә.
Ике сәғәткә яҡын барҙы был һөйләшеү. Радион Әхтәм улы барлыҡ һорауҙарға яуаптар, яуап булмаһа, фараздар ишетте. Икеһе өсөн дә бер генә мәсьәлә – Сәғир Ғүмәровтың был заговорҙа ҡатнашыу кимәле, маҡсаттары ҡаралманы. Шулай ҙа Радион Әхтәм улы уның хаҡында фекер алышырға саҡырып, кем әйтмешләй, бер нисә ем һалып ҡарағайны, Зифа элекке иренең эшмәкәрлеген урап үтте, хатта бер һүҙ ҙә әйтмәне. Сөнки “ҡарт бүре” әле рәсмиләштерелмәгән кейәүенең фетнәлә ҡатнашыу кимәлен нығыраҡ, төплөрәк белергә теләй. Әгәр Зифала шәхси үс булһа, ул элекке ирен президент алдында ботарлап ташларға тейеш ине. Ләкин ҡатын ваҡлыҡтарҙан юғары булып сыҡты. Ул Сәғирҙе яманлап бер һүҙ ҙә өндәшмәне, ғөмүмән, был мәсьәләне урап үтте.
Тимәк, президент уйлауынса, ҡатынды шәхси үпкә түгел, ә ғәҙеллектең һаҡланып ҡалыуы борсой.
Зифаның һәм уның элекке иренең бер-береһенә мөнәсәбәте ҡыҙыҡһындырмай Радион Әхтәмовичты. Бында Сәғир Ғүмәров менән президент араһында тоташтырыусы ролден башҡарыусы уның ҡыҙы һәм ейәне лә бар бит әле. Әллә, ысынлап та, уның яҙмышын ошо ике-өс “Троя аты” хәл итергә йыйындымы икән? Ярай, маҡсаттары тормошҡа ашты, Насировты түңкәреп төшөрҙөләр, уның урынына, үҙ кешеләрен ҡуйҙылар, бар булған байлыҡты үҙ-ара бүлештеләр... Ә бит эш уңышлы эшләгән компанияны ҡулға эләктереү менән генә бөтмәй. Артабан үҫергә, эшләргә, ауырлыҡтарҙы еңергә кәрәк.
Шул ваҡыт Зифа Нуриман ҡыҙы президенттың күҙҙәренә ҡарап, шундай һүҙҙәр әйтте:
– Радион Әхтәмович, компания тормошонда һеҙҙең ниндәй роль уйнауығыҙҙы мин яҡшы беләм. Уның яҙмышы һеҙҙең ҡулда. Етәкселекте тулыһынса алыштырыу түгел, һеҙҙе бер нисә айға ғына эштән ситләштереү һәләкәтле эҙемтәләрге килтерәсәк. Шуның өсөн дә мин власть алышыныу, фетнә – урынһыҙ, тип иҫәпләйем һәм һеҙгә киҫкен саралар күреп, ҡотолоу юлын бергәләп эҙләргә тәҡдим итәм.
Бик оҙаҡ уйлағандан һуң, Радион Әхтәмович, был ҡатын дөрөҫ уйлай, тигән фекергә килде. Бының өсөн Яңы йыл мәшәҡәттәренән дә уңайлыраҡ мөмкинлек табыуы ҡыйын. Кешеләр байрамға әҙерләнә, ҡайҙалыр компанияның етәкселеге алышыныуын һиҙмәй ҙә ҡаласаҡ һәм битараф буласаҡ.
Һөйләшеүҙең аҙағында Насиров:
– Һеҙҙең именлекте тәьмин итеү өсөн, ошонда туҡталырға тәҡдим итәм. Бында һеҙҙе берәү ҙә борсомаҫ. Әгәр мөмкин булһа, ашығыс һөйләшеүегеҙ булмаһа,һеҙҙән телефонығыҙҙы тапшырыуығыҙҙы һорарҙар. Оҙаҡҡа түгел. Әгәр һөйләшер кешегеҙ булһа, һеҙгә телефон буласаҡ.
***
Сәғир Ғүмәров үҙенең кабинетында ултыра һәм донъяның һиллегенә ҡыуана. Шундай ҙа эш булыр икән! Иртәнән бирле берәү ҙә кермәне, берәү ҙә сыҡманы. Ярай, үҙенең шәхси эше күп ине, төрлө таныштарын, шылтыратып, көн элгәре байрам менән ҡотланы. Ваҡ-төйәк мәсьәләләр буйынса һөйләшмәгән кешеһе ҡалманы. Сәғәт ун икеләрҙә адвокат Наум Петрович килеп керҙе. Уның нимәгәлер борсолғаны, көсөргәнешле уйлағаны күренеп торһа ла, Сәғир быға иғтибар итмәне. Үҙ һүҙен һөйләүен белде. Адвокат эйәге менән генә артҡы яҡ бүлмәгә ишараланы. Унда ла бәҙрәф эргәһендә туҡталды. Шаптырлатып һыуҙы асты.
– Ә һин, Сәғир, компанияла барған үҙгәрештәрҙе күрәһеңме?
– Юҡ, – тине Сәғир, һиҫкәнде, тирә-яҡҡа ҡарап алды.
– Мин һиңә “Рәсәйҙе нисек таланылар?” тигән инглиз телендәге китап биргәйнем. Ул ҡайҙа ята? Бындамы?
Үҙ ғүмерендә китап уҡыуға бик өҫтөнлөк бирмәгән Сәғир уйлана башланы. Ниндәй китап? Аҙаҡ иҫенә төштө: өйөндә ул китап!
– Тимәк, өйөңдә, – тине адвокат. Сәғиргә ҡарап, мыҫҡыллы йылмайҙы. – Әле генә мин Зубровский янынан сыҡтым. Ул миңә бер нисә ҡағыҙға ҡул ҡуйҙыртты. Уның өҫтәлендә һинең өйөңдә ятырға тейеш китаптың, “Рәсәйҙе нисек таланылар?” тигән ҡулланманың, күсермәһен күреп ҡалдым. Хәҙер үк өйөңә ҡайтып, шул китапты алып кил. Аҫта һине машина көтә.
Һигеҙенсе бүлек.
Сәғир, сығып китер алдынан, боролоп, адвокаттан һораны:
– Китап юғалған осраҡта, нимә буласаҡ?
– Бер нимә лә булмаясаҡ, – тип мыҫҡыллы йылмайҙы күпте күргән адвокат. – Мин дә булмаясаҡмын, һин дә булмаясаҡһың, башҡа бик күптәр булмаясаҡ.
Машина ҡала ситенә ынтылды. Сәғир шоферҙы туҡтауһыҙ ҡабаландыра. Урам саты һайын бөкөләр. Сәғәткә яҡын ҡайтырға тура килде. Ә һәр минут ҡәҙерле. Ҡулланманы табырға һәм үҙеңдең ғәйепһеҙ икәнлегеңде иҫбатларға кәрәк. Сәғир быға тиклем ышаныслы кешеләр иҫәбендә булды. Ул үҙенең абруйын һаҡларға һәм яҡлап ҡалырға тейеш. Уның өйөндә һәр бер нәмә урынында. Зифа, мәҫәлән, ул китап менән ҡыҙыҡһыныуы бик шикле.
Йүгерә-атлай килеп ингән ирен Анжелла аптырап ҡаршы алды. Ул арала булмай, залдан үҙен хужаларса тотҡан бер егет килеп сыҡты. Быны күргән Сәғирҙең сәстәре үрә торҙо.
– Нимә, Анжелла, әллә һин көндөҙгө смена ойошторҙоңмо? – тине ул ҡатынына аҙарынып.
– Бында һине шикләндерерлек бер һылтау ҙа юҡ, – тине ҡатын егетте арҡаһы менән ҡалпап. – Әйткәндәй, һин үҙеңдең көтмәгәндә ҡайтып кереүең хаҡында алдан киҫәтергә тейеш инең. Кем белә, бәлки минең әхирәттәрем килгәндер.
– Килһендәр, – тине Сәғир битараф ҡына. – Шулай ҙа, әйт. Был егет кем ул?
Анжелла бер һүҙ ҙә өндәшмәне, Эдуардты күтәреп алды. Шул ваҡыт Сәғир үҙе өсөн көтөлмәгән һәм уны шаңғытырлыҡ асыш яһаны: кескәй Эдик, Эдуард, Анжелла менән Сәғирҙең улы тип йөрөгән малай, ят егеткә ике тамсы һыуҙың береһе һымаҡ оҡшағайны.
Ләкин Сәғирҙә малай ҡайғыһы юҡ. Кем белә, бәлки бөгөн компанияла уның яҙмышы хәл ителәлер? Яҙмыш тураһында уйлағас, Сәғир ҡапыл туҡтаны. Уға иртәнән бирле берәүҙең дә кермәүе, эш менән борсомауы, компанияла барған үҙгәрештәр менән бәйле түгелме икән? Әлбиттә, шулай. Уны бит күрәләтә эштән ситләтәләр. Юҡ, ситләтеп кенә ҡалмайҙар, уны төрткөләп ҡыуалар. Ә был хаҡта уның ҡатыны, ҡатынының атаһы, һуңғы сиктә, әсәһе нимә уйлай икән?
– Анжелла, минең мөнәсәбәт асыҡларға ваҡытым юҡ, – тине Сәғир. – Был егет хаҡында аҙаҡ һөйләшербеҙ. Һәр хәлдә, бөгөн мин һинең аҡланыуҙарыңды тыңлап торорлоҡ хәлдә түгелмен. Атайың менән һөйләш, компанияла ниндәй үҙгәрештәр бара.
– Һин нәмә, ҡәҙерлем? Был донъяла беренсе көн йәшәйһеңме әллә? – тип Анжелла уға һырпалана башланы.
Шул арала егеткә һиҙҙермәй генә, сығып тор, тип ымланы.
– Нимә, ҡайҙа барып эләккәнеңде белмәйем, тип әйтергә итәһеңме, ҡәҙерлем? Шаяртма! Бик яҡшы беләһең! Әсәйем атайыма һинең хаҡта һәр ваҡыт маҡтап һөйләй: “Кешеләрҙең нимә уйлағанын алдын уҡ белеп тора”, – ти. Шуға, бер ҡатлы һорауҙар биреп, мине ғәжәпләндермә. Ә компанияға килгәндә, унда үҙгәрештәр һәр ваҡыт бар. Компания үҙгәрештәрһеҙ йәшәй алмай. Атайым үҙе лә был хаҡта: “Әгәр бөгөн берәйһен алдамаһалар, таламаһалар, һис юғы, һөйләмәһәләр, ғәжәп булыр ине”, – ти. Үҙеңде лайыҡлы тот, ҡәҙерлем. Шуны онотма: һин беҙҙең ғаиләнең, тимәк, атайымдың да иң ышаныслы кешеһе. Тағы бер нисә йыл үтер һәм һин ошондағы барлыҡ байлыҡҡа хужа буласаҡһың. Шуға әлеге һинең борсолоуҙарыңды мин ваҡытлыса аңлашылмаусанлыҡ итеп кенә ҡабул итәм. Ә инде кемдер һиңә янай икән, борсолма. Кем булыуына ҡарамаҫтан, беҙ ул кешенән бик анһат ҡотоласаҡбыҙ.
Анжелланың һүҙҙәре бик ышаныслы яңғырамаһа ла, Сәғир тынысланғандай булды. Атаһына туранан-тура шылтырата, уныһы тыңлай, шулай булғас, ниңә борсолорға? Сәғир йүгереп, үҙенең эш бүлмәһенә үтте һәм китаптарҙы барлай башланы. Тәүҙә һәр береһен ҡарап сыҡты. Һуңынан һәр китаптың эсен барланы, юҡ, күренмәй. “Рәсәйҙе нисек таланылар?” тигән китап эҙһеҙ юғалғайны. Сәғир сейфын асып ҡараны, унда байтаҡ аҡса, алтын биҙәүестәр, хатта бер түгел, ике пистолет, “Камасутра”ның Һиндостанда нәшер ителгән данаһы бер файҙаһыҙға ята, ләкин “Рәсәйҙе нисәек таланылар?” тигән әсбапмы, ҡулланмамы, инструкциямы – юҡ. Сәғир шул мәлдә беренсе тапҡыр ҡурҡыу тойғоһо кисерҙе. Аяҡ аҫтында иҙән убылғандай булды һәм ошо китап менән ул үҙенең генә түгел, бик күптәрҙең яҙмышын хәл итеүенә төшөндө. Күпме тырышты, күпме көс һалды, ҙур ауырлыҡ менән, юғарыла ултырғандар араһына керҙе, уларҙың фекерҙәшенә әйләнде, күпме кешегә ярҙам итте, үҙе ярҙам алды һәм иң юғары маҡсатҡа ирештем, тигәндә, юҡ ҡына китап өсөн уңышһыҙлыҡҡа дусар булды. Бәхет тигәндәре ыуалырға ғына торған бер нимә икән. Ә бит бөтәһе лә уның ҡулында ине. Бәлки Зифаны бөлдөрөп, юҡ-бар сәбәп табып, рәхмәт тә әйтмәй, ғәфү үтенмәй сығарып ебәргәне өсөн, уны язаға дусар итәләрҙер? Әлеге Зифа килеп ҡыҫылды... Ә бит бәхет уның ҡулында һымаҡ ине. Сәғир белә ине ҡатынының үҙенән көслөрәк икәнлеген. Һәр мәсьәлә буйынса уның менән кәңәшләште, ҡатыны нисек тәҡдим итһә, шуны тормошҡа ашырҙы. Һәр аҙымын Зифаға ҡарап эшләүенә ул үҙе лә күнегеп бөткәйне. Шундай күңелһһеҙ уйҙар, фекерҙәр өйөрөлә Сәғирҙең аңында. Хатта бер заман ул ошо бәләләрҙең башында ҡатыны үҙе, Зифа торған һымаҡ итеп хис итә башланы. Ул булмай, башҡа кем булһын? Сәғирҙең үҙенең һәр аҙымын ҡарап, тикшереп торҙо, кәрәк булһа, төҙәткеләп ебәрҙе. Хәҙер Сәғир шул хәстәрлектең емештәрән татый.
Сәғирҙең телефоны телгә килде. Әлеге адвокат шылтырата. Сәғир теләр-теләмәҫ кенә трубканы алды.
– Нимә, Сәғир Низамович, китапты юғалттым һәм партнерҙар алдында нисек аҡланайым икән, тип аптыранып ултыраһыңмы? – тип адвокаттың мыҫҡыллы һөйләнгәне ишетелде. – Һиңә берҙән-бер ҡулыңдан килерлек эш ышанып тапшырҙылар, осраҡлы рәүештә инглиз телен белеүеңде һәм бик ҙур юғары түшәккә дәғүә итеүеңде белгәс, һиңә ҡушҡайныҡ. Һөҙөмтәлә, нимә асыҡланды? Баҡ тиһәң, һин был донъяла беҙҙең арала ҡатының арҡаһында ғына эләгә-тәгәрәй йөрөгәнһең икән. Элекке ҡатының ишегеңде ябып, кейемдәрен, алтындарын алмайынса сығып китеүе онотолоп та өлгөрмәне, һинең булдыҡһыҙлығың билдәле лә булды. Ҡатынының итәге аҫтына йәшенеп, тик уның ярҙамында ғына карьера яһаған ирҙән дә ҡыҙғанысыраҡ күренеш бармы икән?..
Сәғир башҡа тыңлай алманы, трубканың төймәһенә баҫты. Хәҙер уны бер генә мәсьәлә борсой: эшкә барырғамы һәм кабинетына үткәрерҙәрме?
Сәғир ҡалтырана-ҡалтырана Алмаевҡа шылтыратырға булды. Уның менән байтаҡтан бирле күрешкәндәре юҡ.
– Хәҙерле көн, һаумыһғыҙ, Ҡадир Ризаевич! – тип мөмкин тиклем юғары кәйефтә башларға тырыҡайны ла, ләкин теге башта тупаҫ рәүештә бүлдерҙеләр:
– Әгәр мөмкин булһа, иптәш Ғүмәров, ҡыҫҡараҡ тотоғоҙ, – тине директор. – Һин миңә ҡарағанда яҡшыраҡ беләһең, беҙҙе бер яҡшылыҡ та көтмәй. Бына, әйберҙәремде йыйып ултырам. Бөтәһе лә һине ғәйепләй. Компанияны юҡ итә яҙҙы, тип зарланалар. Мин һиңә аптырайым, Сәғир. Ҡарап тороуға аҡыллы ғына кешеһең һымаҡ, инглиз телен дә беләһең икән. Әгәр шулай грамотный икәнлегеңде алданыраҡ әйтһәң, беҙ һине тәржемәсе сифатында ла файҙаланыр инек. Ә һин ул белемеңде башҡа, беҙгә зыян килтерерлек йүнәлештә, әрһеҙләгәнһең. Әйберҙәремде йыям. Һин минең егерме йыллыҡ эшемде юҡҡа сығарҙың. Әйткәндәй, һинең кабинетты ла, мисәтләп, бикләгәндәр икән, тип ишеткәйнем. Ярай, энекәш, минең ваҡыт юҡ. Үҙем табырмын...
Анжелла килеп инде.
– Эдуард ҡайҙа? – тине Сәғир ҡатындың йөҙөнә ҡарап. – Теге егет менән уйнаймы?
– Ниндәй егет? Уның ҡайғыһы юҡ. Һин эшең тураһында уйла. Юғиһә, атайым һиңә бик ныҡ асыуланған, әсәкәйгә лә эләккән, шикелле. Һөйлә әле, нимә болғаттың унда? Хәҙер һинең хаҡта интернетта һөйләрҙәр, телевизорҙан күрһәтерҙәр инде.
– Ә ул миңә кәрәкме? – тине Сәғир уҫал ғына итеп.
– Нисек кәрәкмәһен? Фамилияң тирәһендәге шау-шыу һинең абруйҙы ғына күтәрәсәк, популяр кешегә әйләндерәсәк. Мин, мәҫәлән, ҡатыныңды айырыуыңды пиар йәһәтенән файҙалана алманың, тип иҫәпләйем. Ана, әртистар, спортсылар – нисек айырылыша!? Бөтә донъя геүләп тора!
– Һиңә бер үтенес мөмкинме? – тине Сәғир йонсоу ғына ҡиәфәттә. – Бөгөн бик ауыр көн булды, мин үҙем дә көтмәгән һынауҙарға дусар булдым. Әгәр мөмкин булһа, һин миңә саҡ ҡына ял итергә мөмкинлек бирһәңсе?..
– Һин мине ҡыуаһыңмы?! – тине Анжелла уҫал итеп. – Ә бының нимә менән бөтөрөн һиҙәһеңме? Хәҙер һаҡсыларға әйтһәм, улар һине был өйҙән урамға сығарып ташлаясаҡ!
– Анжелла, Анжелла Радионовна, ғәфү итегеҙ! Яңылыш ысҡындырҙым. Мине һин генә ҡотҡара алаһың, – тип мөңгөрләне Сәғир. – Зинһар, ғәфү ит!
– Ғәфү итмәйем! – тине ҡатын ҡаты итеп. – Ғәфү итеүгә лайыҡ түгелһең! Мин һиңә Зифа түгел. Һин яҡлаусыһыҙ ҡатындарҙы ғына урамға ҡыуып сығара беләһең. Ә минең яҡлаусым бар һәм улар берәү генә түгел. Хәҙер бер һыҙғырайым, бында эҙең дә булмаясаҡ! Ләкин әлегә мин һине бында тотам. Бәлки кәрәгең тейер. Анауы, урамда йөрөгән урам һепереүсе, дворник, кем әле шуның исеме? Хәйер, дворникка исем нимәгә? Шул дворник йөрөй бит, ул беҙгә кәрәгерәк, һиңә ҡарағанда. Атайым дөрөҫ әйтә, әсәйем дә ризалашты: Һин – кәрһеҙ һәм булдыҡһыҙ икәнлегеңде тағы бер тапҡыр иҫбатланың.
Туғыҙынсы бүлек.
Бындай тетрәнеүҙәрҙән һуң Сәғирҙең аңын бер генә уй-хыял ялмап алды. Әлеге тетрәнеүҙәрҙән ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы бар. Ул да булһа, тиҙ генә табырға һәм тулғансы эсергә кәрәк. Араҡы*, шарап, виски булмаһа, көмөшкә лә ярай. Бында шарап баҙы ҡайҙа әле ул, тип Сәғир баш ватҡан арала, Анжелла килеп сыҡтты ла, күҙҙәрен шаҡмаҡландырып, Сәғиргә тағы ҡысҡырына башланы:
– Һин бында ни эшләп йөрөйһөң һаман? – тине ул ярһып-ярһып. – Тегендә компания яҙмышы хәл ителә! Нимә эшләргә белмәй, атаҡайҙың башы ҡатҡан. Бар, ысҡын шунда, бәлки кәрәк булырһың! Ҡара уны! Ҡайтмаһаң да, бер үпкәм дә юҡ. Хәҙер бында минең әхирәттәрем килә. Минең бында хужабикә булып инеүемде йыуасаҡбыҙ.
Сәғир яуап биреп өлгәрмәне, телефоны шылтыраны. Шунда уҡ хәлһеҙләнде. Зубровский шылтырата ине.
– Һеҙ ҡайҙа, Сәғир Низамович? – тине ул сәләм дә биреп тормай.
– Киске алтыла мин һеҙҙе көтәм. Шәхсән һеҙгә һорауҙарым бар, – тине лә, трубканы һалып ҡуйҙы.
Башланды... Сәғир үҙенә ел-ямғыр теймәҫ, бәлә-ҡаза урап үтер, тип өмөтләнә ине. Юҡ, уны ситтә ҡалдырырға уйлағандары тойолмай. Нимәләр һорашырға итә икән был отставкалағы полковник? Сәғир электән һаҡ начальнигын яратмай. Ҡулынан килһә, уны күптән эшенән ҡыуыр ине. Ҡөҙрәте етмәй шул. Хәҙер инде үҙен дә ҡыуып сығарыуҙары бик ихтимал.
Сәғир сыҡҡан саҡта ҡапҡа алдында ике “крузак”тың ултырғанына иғтибар итте. Машина эсендә ҡырынмаған йөҙлө дүрт-биш ир уҫал ҡиәфәттә ҡарап ултыра ине. Быларға нимә ҡалмаған? Анжелланың кисәһенә килгәндәрме, әллә уны һаҡлап йөрөйҙәрме? Ул джипҡа кереп ултырыуға, “крузак”тарҙың береһе –алдан, икенсеһе арттан төшөп, ҙур тиҙлектә юлға сыҡтылар һәм завод идаралығы яғына йүнәлделәр.
Тик шунда ғына Сәғир үҙенең бик ҙур эшкә, бәләгә ирекһеҙҙән тарыуына һәм тап шул көндәрҙә яҙмышы хәл ителеүенә ышанды. Ярай, күрәһеләре шул булғандыр инде. Нимә булһа ла булыр, ҡылған эштәре өсөн яуап бирергә тура киләсәк.
Сәғир күңеленән генә үҙенә биреләсәк һорауҙарҙы фаразларға, уларға яуап эҙләргә тырышып ҡараны. Эйе, китап бирҙеләр, уҡыным, мәғәнәһен төшөндөрөп бирҙем, тип әйтер. “Кем бирҙе?” – тип һораясаҡтар. Адвокат бирҙе, Наум Петрович. “Был китаптың йөкмәткеһе менән кемдәр таныш?” – тип һораясаҡтар. Шул ваҡыт Сәғирҙең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ул, йүләр, китаптың биттәренә үҙенең иҫкәрмәләрен яҙып ҡалдырҙы. Шул иҫкәрмәләргә ярашлы, план төҙөлдө, бурыстар билдәләнде, яуаплылар күрһәтелде. Бәй, былай булһа, уны паровоз итәсәктәр ҙә инде! Ә теге ҡулланмала иҫкә алынған ҡабан һимертеүҙе нисек аңлатырға? Сәғир, әлбиттә, ҡабандың тәғәйенләнешен яҡшы белә. Ул роль уның үҙенә йөкмәтелмәгәйнеме икән? Бик ихтимал. Әлбиттә, паровоз – енәйәтселәрҙең ойошҡан төркөмөнә етәкселек итеүсе – булыуға ҡарағанда, ул ҙур теләк менән ҡабан урынын алыр ине. Бирергә уйлаһалар, әлбиттә. Тәғәйен ваҡыты еткәс, Сәғир, ҡалдырана-ҡалтырана Зубровскийҙың кабинетты эргәһенә килде. Уны шунда уҡ лифтҡа ултыртып, бер нисә ҡат түбән төшөрҙөләр һәм ярым ҡараңғы бүлмә аша бер ҙур ғына бүлмәгә алып керҙеләр, урталағы ултырғысҡа күрһәттеләр. Күп тә үтмәне, эргеһендә – өҫтәл, ә уның өҫтөндә графинда бер нисә эсемлек барлыҡҡа килде. Эсемлектәрҙе ҡуйған егет ҡолағына ғына эйелеп:
– Һеҙгә ҡойоусы булмаясаҡ. Беҙҙә һәр кем үҙен үҙе хеҙмәтләндерә, – тине.
– Рәхмәт, – тине Сәғир.
Әлбитттә, ҡулдары ҡалтырай, ләкин шешә менән рюмкаға ғынна тейҙерерлек. Сәғир инәлтеп торманы, мул ғына ҡойоп, күтәреп ҡуйҙы. Кәйеф күтәрелеп, еңел булған һымаҡ тойолдо. Ә ниңә ҡабатламаҫҡа? Бер нисә минуттан бүлмәнең ҡараңғы мөйөшөндә кешеләр кергәне тойолдо. Ул яҡтағы яҡтыртҡыс бик көслө яна, нисә кеше, кемдәр кергәнен айырырлыҡ түгел. Стена аша кемдеңдер асарғаланып һәм инәлеп үкергәне ишетелде. “Юҡ, юҡ, белмәйем! Мине улар ҡатнаштырманы! – тип үкерҙе ул. – Ҡотҡарығыҙ! Минең бер гонаһым да юҡ!”
Эселгән виски һәм тауыш Сәғирҙең тамам ҡотон алды. Йә, Хоҙа! Былар ҡулына эләккәс, хәҙер ҡотолоу юҡ икән! Йә инде, Наум Петрович менән Ҡадир Ризаевичҡа эйәреп йөрөһәң, шул була инде ул! (Һөрәнләүҙең урындағы театр артисынан яҙып алыныуын Сәғир белмәне) Сәғирҙән һорау алыу төнгө ун икегә тиклем дауам итте. Ул ике тапҡыр иҫереп, ике тапҡыр айныны. Ниндәй генә хәлдә булһа ла, бер нимә лә йәшермәй, һөйләп бирергә, ғәйебен танырға ҡарар итте. Һорауҙарҙың йөкмәткеһенә ҡарағанда, был фетнә менән бәйле, бөтәһен дә беләләр. Улар тик башҡарылған эштең күләмен, кешеләрен һәм мөмкин булған һөҙөмтәләрен генә асыҡларға теләй. Уларҙыҡы һымаҡ компания төшөп ҡалған көмөш тәңкә түгел. Ундағы милек мөнәсәбәттәренең үҙгәреүе шунда уҡ һорауҙар тыуҙырасаҡ һәм сәбәптәрен эҙләү башланасаҡ. Сәғир аңлауынса, түңкәрелеште ойоштороусылар быны “ғаиләнең”, йәғни президенттың яҡындарының ихтыяры сифатында ҡабул иткән.
Һорау алыу бөткәс, Сәғиргә кейенергә һәм өйөнә ҡайтырға рөхсәт иттеләр. Ләкин ул сығып өлгөрмәне, Һеҙҙе Ҡадир Ризаевич көтә, тип Алмаев эргеһенә алып кереп киттеләр. Алмаев ни иҫерек, ни айныҡ түгел. Ләкин кәйефе һәйбәт һәм ул үҙен бик тыныс тота.
– Булдыңмы? Һөйләнеңме? Һорауҙарына яуап бирҙеңме? – тип ҡаршы алды ул Сәғирҙе.
– ҡара әле, һине туҡмаманылармы? Ой, берәүҙе язаланылар бит! Тауышын ишеттеңме? – тине Алмаев.
– Кем ине ул? Төшкә инеп йонсотормо икән? – тине Сәғир. – Әйткәндәй, мин һинең тауышыңа оҡшаттым.
– Минең тауышҡа? Алмаев асыуланды. Юҡҡа минең тауышыма оҡшатҡанһың. Әле мине ботомдан түшәмгә элеп ҡуйырлыҡ көс юҡ әле. Әгәр ул тауышты һинеке, тип уйлаһам, үпкәләмәҫһеңме? – тине Алмаев.
– Юҡ, мин компания эргәһендәге үҙешмәкәрҙәр түңәрәгендә ҡатнашыусылар репитиция үткәрмәйҙәрме икән? – тип кенә уйлап ҡуйҙым.
– Ну, һин беҙҙе уҡыттың! – тине Алмаев. – Ғүмерлек һабаҡ бирҙең! Керәйек, – тип артҡы бүлмәһенә саҡырҙы.
Өҫтәлдә лә, иҙәндә лә буш шешәләр аунап ята.
Ултырҙылар, тағы шешә сығарҙылар.
– Йә, ниндәй һығымталар яһаның? – тине Алмаев.
– Һығымталар бар, тик улар киләсәктә кәрәк булырмы икән? – тип һөйләнде Сәғир. – Иң беренсеһе – мәктәптә насар уҡырға булған. Шулай булһа, әлеге бейеклеккә күтәрелә лә алмаҫ инем. Инглиз теле уҡытыусыһына үпкәм – икенсеһе. Миңә инглиз теле нимәгә кәрәк? Мин нефтянойға барам, тигәс, нефть институтында инглизсә белгәндәр аҙ, техник тәржемәсе булырһың, тигән булғайны. Макулатураға ташлайһы китаптан ҙур эш астылар ҙа ҡуйҙылар.
– Ә һин үпкәләмә, – тине Алмаев, – киреһенсә, юғарылағыларға рәхмәт уҡы. Бына, мине бәлки кәңәшсе итеп ҡалдырырмын, тине. Машинаһы бар, шоферы беркетелгән. Кәрәкһә, – секретарша. Миңә ҡалғаны хәҙер кәрәкмәй. Ә бына һин болғаттың да, ҡотолдоң, артабан нимә эшләрһең икән?
– Белмәйем, – тине Сәғир, – ҡыуһалар, китербеҙ, саҡырһалар, килербеҙ.
Электән ошо завод тирәһендә йөрөгән кешеләр булғас, был икәүгә нимә булһын инде? Етештереү – технологияла ғына түгел, ҡағыҙ эше лә, осрашыуҙар, кәңәшмәләр,тәжрибә уртаҡлашыуҙар ҙа. Уларҙың һәр береһендә кемдеңдер туранан-тура ҡатнашыуы талап ителә. Алмаев та, Ғүмәров та ғүмерҙәренең күпселек өлөшөн ошонда үткәргәс, үҙҙәренең киләсәген заводтан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай.
Оҙаҡламай – Яңы йыл, унан да иртәрәк – йыл һайын үткәрелә торған корпоратив кисә. Шунда күренә инде, кемдең кем икәнлеге. Уны һәр береһе айырыуса тулҡынланып көтә. Йылдың төп һөҙөмтәләре шунда иғлан ителә, яҙмыштар шунда асыҡлана.
Унынсы бүлек.
Бына шулай тамамланып бара йыл билдәле компанияларҙың береһендә. Алмаев менән Ғүмәровты тыйып буламы һуң инде, икәүләшеп эште яҡшыртыу, компанияның килемен арттырыу буйынса береһенән-береһе шәберәк фекерҙәр менән уртаҡлаштылар, икәүләшеп уртаҡ идеяларын президентҡа еткереү хаҡында баш ваттылар. Айырыуса, Сәғир тырышты. Белә, улар бында бөгөн икәүләп шешә бушытып ултырһалар ҙа, ҡайҙалар эргәлә йәки юғарыла уларҙың һәр һүҙен йотлоғоп тыңлаусы, ҡағыҙға теркәүсе һәм уны хужаларға еткереүсе бар. Ә былар тырыша. Һүҙҙәренең тәғәйен урынына барып етеренә ышана. Кем тыңлай, шул уяу һәм һиҙгер. Ә бына Сәғир йонсоғайны. Һуңғы көндәрҙең көсөргәнешлеге уны ныҡ ҡаҡшатты. Алмаев менән һөйләшкәндә ваҡыт-ваҡыт ойоп та киткеләй. Уныһының әллә телефоны шылтыраны, әллә телефонға саҡырҙылар, Сәғир шул мәлдә бәжене лә ҡуйҙы...
Бер үҙе түгел. Яҡты, йылы, ҙур, уңайлы кабинет. Уны арҡыры ла буй Сәғир үлсәп йөрөй. Һай-һай, был бит йөҙ квадрат метр булыр! Унға ун. Белергә ине, кемгә бирерҙәр икән? Ә ниңә унан үлсәтәләр? Ә ниңә ул ялан аяҡ? Президент кейәүе һынлы кешенең ботинкаларын сисергә ҡушмағандарҙыр ҙа инде? Бына тағы берәү килеп инде. Туҡ-туҡ, туҡ-туҡ, туҡ-туҡ. Бейек осло туфлиҙары менән шул хәтле иҙәнде тишкеләмәһә, нимә булған инде? Бүлмәнең майҙанын үлсәп аҙапланған Сәғир таныш туфлиҙарҙы күреп, боролоп ҡарарға ла ҡурҡып, мөйөшкә һырышты.
– Ҡасан кереп алдың? Барлыҡ туфлиҙарың беҙҙә ятып ҡалды ла инде? – тине ул һәм аҡрын ғына башын күтәрҙе. Тештәрен ҡыҫып, күҙҙәренән ут осоҡондары сәсрәтеп, Зифа тора. Һиңә генә Зифа ул, ә башҡаларға – Зифа Нуриман ҡыҙы. Бына ул йөҙөнә йылмайыу ғәләмәте сығарғандай итте. “Йә, ни хәлдәр бөтөрәһең? –тине ул Сәғиргә, йылмайып ҡарап. – Минән һуң донъя көтөп буламы?”
Нимә тип әйтһен инде Сәғир. Юҡ, Зифанан һуң донъяның рәте китте. Барыһын да ул ғына тотоп торған икән. Ни әйтһәң дә, үҙ бисәңә етмәй шул, айырыуса, тәүгеһенә. Быға тиклем йәшәгәндәре бәхет булған икән! Ә бит бәхет үҙенең ҡулында, эргәлә генә ине! Йә, иҫеңә төшөр әле, нисегерәк сығарып ебәрҙең һин ҡатыныңды? Иҫең-аҡылың китерлек! Үҙеңде кеше иткән, күтәргән, юғарылыҡҡа мендергән ҡатынды, юҡ ғәйептәр тағып, өйөңдән ҡыуалап, тигәндәй, сығар әле!
– Эх, Зифа, Зифаҡайым! Һин мине ғәфү итерһеңме?
– Юҡ, әлбиттә, – тине ҡатын тимер тауыштары сығарып. – Сөнки мин гонаһһыҙ булған һымаҡ, һинең дә минең алдымда ғәйебең юҡ. Эйе, һин үҙеңдең самаһыҙ, нәфселе икәнлегнеңде күрһәттең, ләкин мин һинең менән низағлашҡым килмәй. Һиңә әле эшләргә, йәшәргә, малайыңды үҫтерергә кәрәк.
– Зифа Нуримановна! Һеҙ ниндәй малай һөйләйһегеҙ? Ул минең малай түгел! Миңә уны таҡтылар, ҡуштылар, талап иттеләр генә.
– Белмәйем, ул малай һиңә ниндәй юлдар менән килеп юлыҡҡандыр, мине быныһы ҡыҙыҡһындырмай. Ә унда һинең фамилияң яҙһылған бит – Эдуард Сәғир улы Ғүмәров. Атаһы – Сәғир Низам улы Ғүмәров. Ә инде, аҡҡа төшкәнһең икән, тимәк, – һин. Үҙеңдең киләсәгеңде хәстәрләһәң, улыңды уйлаһаң, минән бер кәңәш: ошо фаразға йәбешеп ят. Быға тиклем һине мин килтерҙем, хәҙер улың – һинең барлыҡ өмөтөң һәм ышанысың.
– Кеше көләсәк бит, нимә эшләйем икән? – ти Сәғир.
Шул ваҡыт кемдәрҙер хихылдашҡан һымаҡ булды. Иҙрәп йоҡлап ятҡан Сәғир уянды. Ҡараһа, Алмаев, уның секретаршаһы сәй эсәләр. Ә ниңә уның, Сәғирҙең, сәй эсергә лә хоҡуғы юҡмы ни? Бар, әлбиттә. Сәйен уға ла ҡойҙолар. Эс, әйҙә.
Ҡайтырға сыҡтылар. Завод идаралығының бер тәҙрәһендә лә ут янмай. Түрәләр ял итә. Хатта уларҙы оҙатып ҡуйырға тейешле автомобилдәр ҙә юҡ икән. Сәғир эстән генә һыҙлана. Хәҙер ул ошо көнгә төштөмө инде? Былай булһа, йәйәү йөрөгә генә ҡала түгелме һуң? Ярай, эштәр генә көйләнһен, кәрәктәрен бирер әле.
Ул арала булмай, такси килеп туҡтаны.
– Һин нимә, Ҡадир Ризаевич, Алмаев башың менән ошо жигулиға ултырып ҡайтаһыңмы? Миңә, тисе, мин бит уға һыймайым.
– Салондың артҡы рәтенә һуҙылып ятырһың.
Сәғир һаман баш вата: тик ҡайҙа барып йоҡларға? Кеҫәләрен ҡапшап ҡарағайны, элекке фатирының асҡысы килеп сыҡты. Ҡала ситендәге коттеджына ҡайтыуҙан фәтеүә юҡ, унда байрам итәләр. Ә байрам өҫтәлендә уға урын ҡаралмаған.
Нисауа, хужалар иҫән-һау булһын! Ул эшләйәсәк һәм ышанысты кире яулаясаҡ әле! Шундай уйҙар менән ҡайтып бара Сәғир Ғүмәров үҙенең ҡала уртаһындағы фатирына. Күнергә тура килә, заманаһы шулай. Башыңдан аша һикереп булмай.
Тап ошо минуттарҙа компанияның президенты сираттағы ҡәһүәһен аҡрынлап һемерә-һемерә, ойошманың киләсәген фаразлай һәм йыллыҡ һығымталарҙы яһай. Рәсәй ниндәй генә тетрәнеүҙәр кисермәһен, унда йәшәгән халыҡтың әрһеҙлегенә, һерелегенә хайран ҡалырлыҡ. Компанияның ойоштороусыһы һәм хужаһы, Радион Насиров, ниңә йәшерергә һәм уның хеҙмәттәрен баһалап еткермәҫкә, заманында күптәрҙең ҡулынан килмәгәнде эшләне – предприятиены һаҡлап алып ҡалды, таралған мөлкәтен берләштерҙе һәм хәҙерге кимәлгә күтәрҙе. Әгәр үҙең уяу булмаһаң, тешең-тырнағың менән тырышмаһаң, әлеге уңыштар килмәҫ ине. Ул да ҡартайып бара. Урынына берәй йәшерәк кешене тапҡанда, һәйбәт булыр ине. Иң аҡыллы фекер – ваҡытында китә белергә кәрәк. Нәфсеңде туйҙыра алмай, тормошоңдо етәкселектән башҡа күҙ алдына килтермәй, тәхеткә йәбешеп ятыу ай-һай, ҙур юғалтыуҙарға килтерә. Ҡомһоҙлоғоңдо ауыҙлыҡлай алмай, урыныңды кешенән ҡыҙғанып, йәбешеп ятыу ваҡ-төйәк булып тойолор. Юҡ шул, бейектә ултырғандарҙың бәләкәй генә хаталары ла, улар вазифаһын ҡалдырғас, ғәйәт ҙур, халыҡ интегерлек, илдәр тетрәнерлек бәләгә әүерелә лә ҡуя. Бына, Уставҡа нимә яҙғандар: “Компанияға көндәлек идаралыҡты – президент, ул юҡта вице-президент башҡара”. Ә Радион вице-президент һайлатып торманы. Ни өсөн һайлатып торманы? Сөнки был ҡамытты кейерлек, компанияға етәкселек итерлек кеше тапманы. Ни өсөн тапманы? Сөнки эҙләмәне. Ниңә, үҙе – баш, үҙе – түш, идара итергә берәү ҙә ҡамасауламай. Ярай, иртәгә – һуңғы йыйын, Яңы йылды ҡаршылау буйынса байрам, бөтәһе лә шунда билдәле булыр. Филдәрҙе лә, аттарҙы ла шунда өләшерҙәр.
О, ул байрам! Күрмәгәнеңде күрәһең, ишетмәгәнеңде ишетәһең, мең ярым кеше һыйышлы мәҙәниәт һарайы шығырым тулы. Биҙәктәрҙән һәм сағыу кейемдәрҙән ялт итеп тора. Музыка уйнай, көлмәгән, йылмаймаған кеше юҡ. Улар араһында Сәғир ҙә бар, уның урыны ситтәрәк, үҙе һымаҡтар менән, ишек төбөндәрәк. Ни хәл итәһең, иң алда йөрөгән саҡтары ла, президиумда ултырған ваҡыттары ла булды. Әлегә түҙһен, Анжелла ла дөрөҫ әйтә: “Элекке вазифаң әлегә булмаясаҡ, ләкин беҙ һине завод идаралығында һаҡлап ҡала яҙҙыҡ”, – тине.
Оҙон ғүмерле булыр, ана президент үҙе килә ята. Бөтәһе менән дә иҫәнләшә, ике ҡулын күтәреп, сәләмләй. Байрам бит. Ана, халыҡ үҙен нисек ярата! Эргәһендә кемдәр бар? О, эргәһендә яңы кешеләр күренә! Ә президент эргәһендә йылмайып торған ҡатын кем ул? Сәғирҙең тыны ҡыҫылды, йөрәге йыш-йыш типте, аяҡ быуындарын саҡ тотоп ҡалды...
Һүҙҙе президентҡа бирҙеләр:
– Ханымдар һәм әфәнделәр! Тағы бер йыл артта тороп ҡалды! Тарих сәғәте быйылғыһының һуңғы секундтарын ваҡлай. Беҙ быйыл яҡшы эшләнек һәм һәйбәт йәшәнек. Әйҙәгеҙ, шул уңышты киләһе йылға ла ҡабатлайыҡ!
Халыҡ риза, халыҡ тағы ла яҡшыраҡ йәшәргә, тағы ла яҡшыраҡ эшләргә теләй! Президент телмәрен дауам итә:
– Компанияға идара итеүҙе яҡшыртыу, һөҙөмтәле итеү маҡсатында, электән ҡабул ителгән Уставҡа ярашлы, беҙ вице-президент вазифаһын индерергә булдыҡ. Хәҙер һүҙҙе компанияның вице-президенты Зифа ханым Нуриман ҡыҙы Ғүмәроваға бирәбеҙ!..
Ә халыҡ уны белә икән. Гөрләтеп ҡул саптылар, президенттың һүҙҙәрен дә аңланылар, киләсәктә ҙур үҙгәрештәр юранылар.
Сәғир шат йылмайып, ихлас ҡул сапҡан байрам алҡыштарына сумған кешеләргә ҡараны һәм ғәжәпкә ҡалды. Бәй, ул ултырған өҫтәл ишек төбөндә генә тора түгелме һуң? Ярай, торһон, тип тынысландырҙы ул үҙен. Ишектең тышында түгел бит, әлегә – эсендә. Тышҡа сығарып ебәрмәгәс тә, бик хуш! Ә байрам дауам итә.
Беҙ һеҙгә тиҫтәләрсә, меңдәрсә предприятие һәм заводтарҙың береһенән көндәлек тормоштоң бер кескәй генә өлөшөн күрһәтергә ынтылдыҡ. Унда күпме хаҡиҡәт, уйҙырма һәм ысынбарлыҡ нисбәтен һиҙгер уҡыусы үҙе генә аңлар. Юғарылағыларҙың тормошо беҙҙә әлегә бик асылып бармай. Ундағы серҙәр ете йоҙаҡ артына йәшеренгән. Беҙ бары тик күренер-күренеҫ биттәрен генә сырамытып ҡалырға тырышабыҙ.
Р. Ғәлимов.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: