Әлиә күршене күптән беләм. Ғүмерен берҙән-бер ҡустыһына арнаған кеше ул. Ҡустыһының тормошо - уның тормошо, ҡустыһының ҡаҙаныштары – уның ҡаҙаныштары. Был, ысынлап та, шулай. Туғанының уңыштары, уның ғаиләһендәге яңылыҡтар тураһында һөйләгәндә теремекләнеп, күҙҙәре осҡонланып киткән күршегә ҡараһаң, уны бер ҙә үҙ тормошон ҡормай ҡартайған бәхетһеҙ ҡатын тип уйламаҫһың.
Туғандарҙың йәш айырмаһы - ун йыл. Аталары Әлиә бәләкәй саҡта, ҡустыһы тыумаҫ элек үк, ниндәйҙер сәбәптән үлеп китә. Терәкһеҙ ҡалған әсәйҙәре балаларын аяҡҡа баҫтырыу өсөн төрлө эштәрҙә йөрөй: утын ҡырҡа, иҙән йыуа, иген елгәрә, төнгө ҡарауылсы, келәт мөдире була... Әрһеҙ, үҙен үҙе аямаған ҡатын мәкерле сир аяҡтан йыҡҡансы эшләй. Был ваҡытҡа, ярай әле, Әлиәһен уҡытып өлгөрә – ул бухгалтерҙар курсын тамамлап ҡала. Тик бына улы ғына бәләкәс – икенсе класта уҡый. Хәленең мөшкөллөгөн аңлап (табиптар ҙа өмөтләнерлек бер ни әйтмәй), әсә ҡыҙына ҙур бурыс йөкмәтә. “Ниндәй хәлдә лә ҡустыңды ташлама, уҡытып кеше ит, берүк күңелен китерлек һүҙ әйтмә – әсәһенең юҡлығын тоймаһын улыҡайым”, – тип шыбырлай ул түшәктә ятҡанында. Әлиәнең тынысландырыу өсөн генә, борсолма, ел-ямғыр тигеҙмәҫмен, тип ҡәҙерлеһенең һүнеп барған күҙҙәренә ҡарап әйтелгән вәғәҙәһе берәгәйле һәм ғүмерлек була. Әсәләре яман сиренән мандый алмай, ике балаһын үкһеҙ етем ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күскән ваҡыттан башлана ла инде Әлиәнең үҙаллы тормош юлы. Хис-тойғоло, серле йәшлек, шәхси тормош артҡы планға шыла, барыһы ла булыр, тәүҙә – ҡустым, тип йәшәй башлай саҡ ун туғыҙ йәше менән барған ҡыҙ.
Етди, аҡыллы Әлиәгә күҙ атыусылар булмай түгел, тик уларҙы ҡыҙҙың һәр саҡ ҡустыһын өҫтөн ҡуйыуы һиҫкәндерә. Ә ҡыҙ үҙе кейәүгә сығыу тураһында уйлап та бирмәй: ҡустыһы мәктәпте тамамлаһын, юғары уҡыу йортона инһен, аҙаҡ күҙ күрер. Ғаилә ҡороу ҡасмаҫ тип уйлай ул тәүҙә. Яҡшы эш табылып, Өфөгә килеп урынлаша, ҡустыһын гимназияға уҡырға бирә, түләүле-түләүһеҙ түңәрәктәргә йөрөтә, үҙе ашамағанды ашата, үҙе кеймәгәнде кейҙерә. Мәктәптә уҡытыусылар ғына уның малайҙың апаһы икәнлеген белә, ҡалғандар уны Рәмилдең әсәһе кеүек ҡабул итә. Ҡустыһы, ысынлап та, етемлекте тоймай, иркәләнеп кенә үҫә. Бынан уның холҡо бер ҙә боҙолмай, илгәҙәк, алсаҡ, ипле, тыныс күңелле булып буй еткерә. Уҡыуға шәп малай мәктәпте тик "бишле" билдәләренә тамамлай, авиация университетына уҡырға инә. Ә утыҙға яҡынлап килгән Әлиәгә һаман үҙе тураһында уйларға форсат сыҡмай. Уҡыу менән генә донъя мәшәҡәте бөтәме ни? Биш йыл ваҡыт та тиҙ генә үтеп китә. Бына ул күптән көткән шатлыҡлы көн – тантаналы диплом алыу ваҡыты. Әлиә өсөн төп маҡсатҡа өлгәшелгән дә бит, тик ҡустыһының артабанғы яҙмышы өсөн дә үҙен яуаплы тойған ҡарт ҡыҙ һаман уны әсә хәстәре менән сорнап йәшәүен дауам итә. Туғанының арыу урынға эшкә урынлашыуы ла апаһының хәстәре арҡаһында, бында ла ул теләгәнсә килеп сыға. Был ваҡытта Әлиә үҙ көсө менән бер бүлмәле фатир алып, икәүләшеп шунда йәшәп ятҡан көндәре. Ҡустыһы кәләш алам тиһә, бында килтереүе оят булыр тип, бер бүлмәле фатирын һатып, өҫтәп түләү шарты менән өс бүлмәлегә алмаштыралар. Рәмилде өйләндереү мәсьәләһен дә үҙ өҫтөнә ала апай кеше: күҙ уңында була тәртипле, эш рәте белгән берәү. Эҙмә-эҙлекле маҡсатына өлгәшеп өйрәнгән ҡатын был мәсьәләне лә ыңғай хәл итеп, ҡустыһын башлы-күҙле итә.
Ә үҙе һаман артҡы планға күсә, сөнки килен ауырлы. Тәүҙә ҡустым тип йәшәгән апай кеше сабыйҙы шартына килтереп ҡаршылауға әҙерләнә. Үҙ балаһын тапҡандай шатлана ул был ваҡиғаға. Эшенән атлап түгел, осоп ҡына ҡайта башлай. Быға тиклем йәшәүенең бар мәғәнәһе ҡустыһы ине, хәҙер уға яңы тыуған бәпес тә өҫтәлә - бар дәрте, һәләте менән сабыйҙы тәрбиәләшергә тотона. Донъяла ошо баланан да мөһимерәк кем бар?! Ә ваҡыт, һиҙҙермәһә лә, үтә бирә: ни аралалыр ҡыҙ бала ҡул араһына инә, уҡырға бара, мәктәпте тамамлай, институтҡа инә. Был этаптар барыһы ла Әлиәнең ҡатнашлығынан тыш үтмәй, әлбиттә. Йүргәктәрен йыуыу, төндә йоҡламай ҡарашыу, ауырыһа, ата-әсәһе менән бергә яныу-көйәү, мәктәпкә оҙатып, ҡаршы алыу, түңәрәктәргә йөрөтөү – бер һүҙ менән әйткәндә, бала үҫтергәндәге бар ауырлыҡты, шатлыҡ-ҡыуанысты үҙ иңендә татый ҡатын. Хәҙер инде ул үҙен бөтөнләй иҫкә лә төшөрмәй. Бар шатлығы, йыуанысы-көйөнөсө – ҡустыһының ғаиләһе. Бына шуның өсөн дә яңыраҡ ҡустыһының "фатир алырға булдыҡ" тиеүен ишеткәс, үпкәләне бит ул.
Әлиә күптән пенсияла инде. Шулай, бурысын үтәгән әсәләй, ҡустыһының ҡыҙына өләсәй булып, уларҙың ҡыуанысына шатланып, көйөнөстәренә ҡайғырып, уңыштарына ғорурланып йәшәүен дауам итә. Быйыл ейәнсәре институт тамамлап кейәүгә сыҡты, ауырлы. Әлиә хәҙер, үҙе әйтмешләй, ейәнсәренең сабыйын ҡарашыу уйы менән яна. Һаулығы булып, Алла бирһә, уларҙың да балаһын бар хәленсә тәрбиәләшер, аяҡҡа баҫтырышыр. Һуң, йәшәүенең мәғәнәһе, тормошоноң асылы, бәхетенең сағылышы, бар хәстәре – улар ғына бит...