Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2020, 14:30

Эшенән дә, ғаиләһенән дә уңған

Гүзәлиә Хәмитова (Ханнанова) районыбыҙҙың Тәйрүк йылғаһы буйында урынлашҡан Кинйәбулат ауылында ишле ғаиләлә тыуа.

Гүзәлиә Хәмитова (Ханнанова) районыбыҙҙың Тәйрүк йылғаһы буйында урынлашҡан Кинйәбулат ауылында ишле ғаиләлә тыуа.
Атаһы Фәйзетдин, әсәһе Ғәлиә 9 балаһын да бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерә, хеҙмәт менән тәрбиәләй. 1969 йылда тыуған Гүзәлиәләре һигеҙенсеһе була.
- Бала саҡтың бәхетле мәлдәре күңелгә мәңгегә һеңеп ҡалған. Ауылыбыҙ тирә-яғы емешкә бай булды. Әсәйебеҙ менән күмәкләп еләк йыйырға йөрөргә ярата инек. Шулай матур итеп йәшәп ятҡанда ғаиләбеҙгә ҙур ҡайғы килде. 51 генә йәшендә әсәй мәрхүм булды. Йәшләй генә китеүен уйлаһам, күҙ йәштәремә быуылам. Хәҙер үҙем ике балаға әсәй булғас, һәр әйткәне хәтергә йышыраҡ төшә, - ти Гүзәлиә.
Әсәһенең: “Ҡыҙым, һин үтә лә отҡор, уҡырға тырыш”, - тигән һүҙҙәрен иҫенән сығармай ул. Ысынлап та, ҡыҙ бәләкәйҙән тырыш була. Тәүге уҡытыусыһы Хәсиҙә Динислам ҡыҙына ла мәңге рәхмәтле.
Һигеҙенсене яҡшы билдәләргә тамамлағас, киләсәген кешеләр һаулығына хеҙмәт итеүҙә күргән ҡыҙ Салауат медучилищеһына уҡырға инә. Студент сағында апайҙарының, туғандарының ҙур ярҙамын тоя. Шуғалыр ҙа ҡулына диплом алған көн бөтә туғандары өсөн ҡыуаныслы ваҡиға була.
Һөнәрле, егәрле ҡыҙ хеҙмәт юлын Ишембай Үҙәк район дауаханаһының кардиология бүлексәһендә башлай. Эшен күңел һалып башҡарғанға күрә коллегалары менән дә тиҙ уртаҡ тел таба. Шулай алты йыл ошо бүлексәлә тырыша, хеҙмәт тәжриәбәһе туплай. Яратҡан эше уға һәр ваҡыт ҡанат ҡуя. 1991 йылда Ишембай районы һәм ҡалаһы буйынса “Иң яҡшы медсестра” конкурсында ул 1-се урын яулай. 1995 йылда Яңы Әптек егете Әмир менән матур донъя ҡорҙолар. Тормош иптәше эшкә сәмле, егәрле булып сыҡты. Ҡайҙа ла һөнәре кәрәкле Гүзәлиә ауылда балалар баҡсаһында медсестра булып хеҙмәт юлын дауам итте. Хәҙер инде балалары ла ҙур үҫкән. Улдары Артур БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында иҡтисад факультетында 4-се курста белем ала, спорт менән шөғөлләнә. Азалия 11-се класта уҡый, маҡсаты – күңеленә ятҡан юғары уҡыу йортона инеү.
2019 йылдан Гүзәлиә Фәйзетдин ҡыҙы Ишембайҙа балалар дауаханаһында эшләй. Хәҙер 22 йылдан ашыу ул бәләкәстәр һаулығы һағында. “Үҙемде бәхетле тип һанайым. Яратҡан эшем, минең өсөн өҙөлөп торған ғаиләм бар. Әсәйемдең васыятына һәр ваҡыт тоғромон. Йәштәргә теләгем - алдарына маҡсат ҡуйып йәшәһендәр. Ваҡытында белем, һөнәр алһындар ине”, - ти ихлас, булдыҡлы замандашым.
Читайте нас: