Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2020, 11:40

Һөнәренә ғашиҡ кешеләр

Тормошошобоҙҙо телевидениеһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Буш ваҡытта йәһәт кенә телевизор ҡабыҙып, көндәлек яңылыҡтарҙы ҡарап алырға күнеккәнбеҙ. Зауығыңа ла, күңелеңә лә тура килгән тапшырыуҙар ҙа бихисап хәҙер. Ишембайҙа үҙебеҙҙең телевидение эшләп килеүе урындағы хәбәрҙәр менән танышып барыу мөмкинлеген бирә.

21 ноябрь - Бөтә донъя телевидение көнө

Тормошошобоҙҙо телевидениеһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Буш ваҡытта йәһәт кенә телевизор ҡабыҙып, көндәлек яңылыҡтарҙы ҡарап алырға күнеккәнбеҙ. Зауығыңа ла, күңелеңә лә тура килгән тапшырыуҙар ҙа бихисап хәҙер. Ишембайҙа үҙебеҙҙең телевидение эшләп килеүе урындағы хәбәрҙәр менән танышып барыу мөмкинлеген бирә.
Ишембай телевидениеһының байтаҡ йыллыҡ тарихы бар. Шулай ҙа көн һайын күрһәтелгән яңылыҡтары, мәғлүмәт программалары, репортаждары менән “Арис” телекомпанияһы күптәребеҙҙең хәтеренә һеңгән. 2000 йылға барып тоташа уның тарихы.
- “Арис”та 2011-2017 йылдарҙа эшләнем. Ул осор миңә һөнәри яҡтан үҫергә, эш тәжрибәһе тупларға ярҙам итте. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булған Ольга Вәлитова менән бер коллективта хеҙмәт итергә тура килде. Унда алған белемебеҙ, тәжрибәбеҙ артабан да кәрәк булды, - ти 10 йылға яҡын ошо тармаҡта хеҙмәт итеүсе, әлеге көндә муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеген етәкләүсе Динә Мурзина.
Ваҡыт үтә, заман үҙгәрә. Белеүебеҙсә, 2017 йылда “Ишембай телевидениеһы” тип исемләнгән муниципаль автономлы учреждение барлыҡҡа килде. Тәүҙә ул үҙенең эшен интернет селтәрҙәре аша алып барһа, былтыр июнь айынан “Башҡортостан-24” каналында, ә шул йылдың ноябренән “Сәләм” телеканалында эфирға сыға башланы. Билдәле булыуынса, “Сәләм” – республика телеканалы. Унда Башҡортостандан 20-нән ашыу ҡала һәм район телевидениелары үҙ тапшырыуҙарын алып бара. Улар араһында беҙҙең “Ишембай телевидениеһы”ның да үҙ йөҙө, үҙ тамашасылары. Урындағы телевидениела рус һәм башҡорт редакциялары эшләп килә. Шаршамбы көнө 20:30 сәғәттә башҡортса, йома ошо уҡ ваҡытта рус телендә ерлектәге тапшырыуҙарҙы күрергә була. Шулай уҡ шәмбе көнө “Йырлы бүләк” ҡотлауҙар программаһын да халыҡ яратып өлгөргән. Бынан тыш, “Башҡортостан-24” телеканалында һәр йома 14 сәғәт 30 минутта, 18.00 сәғәттә Ишембай хәбәрҙәре менән танышырға мөмкин.
- Телевидение – команда менән эшләй торған эш. Операторҙар, монтажсылар, хәбәрселәр, редактор - һәр береһе үҙ урынында һәм кәрәкле. Бер генә звено өҙөлһә лә, эш килеп сыҡмай, - тиҙәр ошо тармаҡта хеҙмәт итеүселәр.
Журналистарҙан да үҙ эшенең оҫталары тупланған - Хәнә Мәҡсүтова, Милә Мәзитова, коллективҡа һуңғараҡ килеп ҡушылған Елена Кондратьева, Ольга Маркелова эшләй. Операторҙар Артем Наговицын, Илназ Бикҡужин, Арсен Рахманғоловтар сюжеттар төшөрә. Монтажлау ҙа ошо егеттәрҙең үҙҙәренә ҡайтып ҡала. Тейешле урынға ваҡытында барып етеү өсөн “Тимер ат”тарының дилбегәһе лә ышаныслы ҡулдарҙа – водителдәре Морат Шәрипов һауа торошоноң ниндәй генә булыуына ҡарамай, журналистарҙы районыбыҙҙың теләһә ниндәй ауылына һә тигәнсе алып барып еткерә. Ойоштороу, документтар, килешеүҙәр менән эшләү ҙә һәр ойошмала мөһим. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, юридик йәһәттән ҙур ғына тәжрибә туплап өлгөргән Элена Насырова үҙенә беркетелгән эште намыҫ менән башҡара. Етәкселәренән дә уңған “Ишембай телевидениеһы” коллективы. Эште дөрөҫ ойоштора, хеҙмәткәрҙәренең тырышлығын күрә белгән, коллективта эшлекле, йылы мөхит тыуҙыра алған Сибәғәт Рахманғолов етәкселек итә. Кәрәк саҡта үҙе лә тапшырыуҙар әҙерләй.
- Ишембай телевидениеһы директоры булһам да, юҡ-юҡта хәбәрсе булараҡ та урынға сығып, сюжеттар эшләп ҡайтырға тура килә. Иңемә төшкән артыҡ йөк тип
ҡабул итмәйем быны, киреһенсә, шатланам. Сөнки, әллә нисәмә йылдар гәзит хәбәрсеһе булып эшләгәс, урынға сығып, халыҡ менән аралашҡан саҡтарҙы һағындыра. Ә корреспондент булып, республика, ил ҡыҙырып йөрөгән йылдар онотолмаҫлыҡ тәьҫораттары менән минең күңелгә уйылып ҡалған. Сюжеттар эшләп ҡайтырға тура килә тигәндән, эшем ирегеп тә йөрөмәйем инде: телевидениела әҙерлекле журналистар юҡ. Булғандары, демографик хәлде яҡшыртыу маҡсатында, декрет ялында. Журналист дипломы алған йәштәр беҙгә килергә бик ашығып бармайҙар, сөнки бөгөнгө заман өсөн журналистың хеҙмәт хаҡы ташҡа үлсәйем генә, - тип эшенең төрлө яҡтарын билдәләп үтте Сибәғәт Ғибәт улы. – Сифатлы сюжеттар, видеояҙмалар төшөрөү, эфирға сығарыу өсөн заманса техника, камералар, компьютерҙар кәрәк. Етерлек кимәлдә финанстар булмаһа, ай-һай, быларҙы алып булыр инеме икән? Ярай әле үҙебеҙҙең муниципаль район хакимиәтендә проблемаларҙы аңлап, хәл итергә ярҙам итеп торалар. Һәм, әлбиттә, эшебеҙҙә иң мөһиме – тамашасың булыуы. Яҡташтарыбыҙ иғтибарынан өҙмәй, хеҙмәттәшлек, ихлас бәйләнеш булдырылған, шуғалыр ҙа күңелдәребеҙ ҙә эшкә тартылып тора. Киләсәктә лә шулай булыр, - тип тә өҫтәп ҡуйҙы ул.
Телевидениела үҙ һөнәренә мөкиббән киткәндәр, бар донъяларын онотоп эшкә бирелгәндәр, ваҡыттары менән иҫәпләшмәгәндәр генә эшләй ала. Үҙенә тарта, арбай торғай һөнәр ул журналистика. Йыш ҡына көтөлмәгән ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға ла тарып ҡуялар. Һигеҙ йыл телевидениела эшләүсе Хәнә Мәҡсүтова ла уларҙың береһен иҫкә төшөрөп һөйләп алды.
- Съемкаға барғанда стендап төшөрөү йәғни ваҡиға урынында һөйләп яҙылыу мөһим талап. Быны һәр журналист эшләргә тырыша. Бер мәл ҡышын киске һауынға фермаға юлландыҡ. Интервью алынды, ә башымдан стендап төшөрөү уйы сыҡмай. Эштән һуң киткәс, арытҡан да, тиҙ генә фекер туплауы ла ауыр. Шулай ҙа оҙаҡ уйлап торманым. Ҡулға микрофон тотоп, йәш быҙауҙар янына барып баҫтым да: “Бына был ҡурала йәш быҙауҙар тора. Уларҙың алдына йәшел, тәмле генә бесән һалынған”, - тип һүҙемде йомғаҡлап ҡуйҙым. Ул сығышым хәҙер нисә йылдар лаҡап һымаҡ йөрөй. Әле лә ауыл яғына сығырға булһаҡ, операторҙар, “Хәнә, теге тәмле бесәнде төшөрөргә барабыҙмы?” тип иҫкә төшөрөп, көлөп алалар, - ти башҡорт студияһы редакторы Хәнә Әхмәт ҡыҙы.
Әйткәндәй, ул телевидениеға 30 йыл уҡытыусы булып эшләгәндән һуң килә. “Институт бөтөп, 17-се мәктәптә эш башлаған сағымда Стәрлетамаҡ телевидениеһына диктор итеп саҡырғайнылар. Ул ваҡытта ғаилә менән сығып китергә көс етмәне. Шулай ҙа телевидениела эшләп ҡарау теләгем барыбер байтаҡ йылдан һуң тормошҡа ашты”, - тип ҡәнәғәт йылмая Хәнә Мәҡсүтова.
Бына шулай, телевидениеға һәр кем үҙ юлы менән килгән. Ләкин ошо һөнәр уларҙы берҙәм команда итеп туплаған. Эшкә дәртегеҙ, һөнәрегеҙгә һөйөүегеҙ һәр ваҡыт шулай урғылып торһон, коллегалар.
Читайте нас: