Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь 2020, 14:28

АУЫЛ ХЕҘМӘТСӘНДӘРЕ ҺЫНАТМАНЫ

Ауыл хужалығында уңышты барлар, һөҙөмтәләр яһар саҡ. Быйыл яңы сир бик күп ҡатмарлыҡтар тыуҙырһа ла, ауыл хеҙмәтсәндәре һынатманы, ваҡытында сәсеү эштәрен башҡарып, ваҡытында йыйып алыуға өлгәште. Халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән тармаҡ эшсәндәренең ҡатмарлы шарттарҙа ла юғалып ҡалмауы маҡтауға лайыҡ. Ишембай мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рөстәм ӘМИНЕВ менән әңгәмәлә эштең төп күрһәткестәренә туҡталдыҡ.

Ауыл хужалығында уңышты барлар, һөҙөмтәләр яһар саҡ. Быйыл яңы сир бик күп ҡатмарлыҡтар тыуҙырһа ла, ауыл хеҙмәтсәндәре һынатманы, ваҡытында сәсеү эштәрен башҡарып, ваҡытында йыйып алыуға өлгәште. Халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән тармаҡ эшсәндәренең ҡатмарлы шарттарҙа ла юғалып ҡалмауы маҡтауға лайыҡ. Ишембай мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рөстәм ӘМИНЕВ менән әңгәмәлә эштең төп күрһәткестәренә туҡталдыҡ.
- Рөстәм Зәкәриә улы, быйыл ауыл хеҙмәтсәндәре баҫыуҙарҙан күпме уңыш алыуға өлгәште?
- Уңыш насар булманы. Район аграрийҙары тарафынан гектарынан уртаса 22,8 центнерҙан 43,2 мең тонна иген йыйып алынды. Иң яҡшы уңыш “Едих Е.В.” крәҫтиән-фермер хужалығында, унда гектар ҡеүәте 30,9 центнерға етте. Шулай уҡ ”Лейтер Е.Г.”, “Победа”, “Интернационал”, “Искәндәров Т.Т.” хужалыҡтары юғары күрһәткестәргә өлгәште. Бынан тыш районда бөтә категория хужалыҡтар буйынса 13 мең тоннанан ашыу бәрәңге, 3 мең тонна тирәһе йәшелсә, 6 мең тоннанан артыҡ көнбағыш йыйылды.
Минераль ашлама ҡайтарыу буйынса ла һөҙөмтәле саралар күрелде. Ағымдағы йылда сәсеүлектәрҙең бер гектарына 26,5 килограмм минераль ашлама тура килде.
- Киләһе йылдың уңышы өсөн әле нигеҙ һалына, был йүнәлештә нимәләр эшләнде?
- Ысынлап та, алдағы уңыш өсөн тырышлыҡ мөһим – 7 мең гектарҙан ашыу майҙанда ужым культуралары сәселде, был үткән йыл кимәленән 15 процентҡа күберәк. Ужымдың дөйөм майҙанының 28 процентын элиталы орлоҡтар биләй. 2021 йылда бөртөклөләрҙе 20 мең гектарҙа сәсеү планлаштырыла. Был маҡсатта 3 мең тонна ярауай иген һәм иген-ҡуҙаҡлы культуралар орлоғо һалынды, уларҙың 1170 тоннаһы йәғни 38 проценты - элиталы орлоҡтар. Бынан тыш 550 тонна страховка фонды өсөн һаҡлана. Ерҙе туңға һөрөү ҙә киләһе йыл уңышын хәстәрләп башҡарылған эш. Быйыл 12,5 мең гектар ер туңға һөрөлдө, планға ҡарата был 98 процент тәшкил итә.
- Баҫыуҙа эштәрҙе ваҡытында һәм сифатлы итеп үтәү өсөн техниканың көйлө эшләүе кәрәк. Хужалыҡтарҙа яңы техника ҡайтарыу буйынса эштәр нисек тора?
- Район хужалыҡтарында 180 трактор, 35 иген йыйыу комбайны, 8 үҙйөрөшлө мал аҙығы йыйыу комбайны, 109 сәскес һәм сәсеү комплексы, 179 ер эшкәртеү машинаһы һәм ҡоралдары бар. Бер тракторға 196 гектар һөрөнтө ер йөкләмәһе тура килә. Һуңғы алты йылда иген йыйыу комбайндары һаны 60 процентҡа артты һәм бер комбайнға булған йөкләмә 31 процентҡа кәмене. Быйыл 110 миллион һумға 50 берәмек ауыл хужалығы техникаһы алынды, шул иҫәптән 6 трактор, 3 иген йыйыу һәм 1 мал аҙығы йыйыу комбайны, 2 үҙйөрөшлө һиптерткес, 6 сәсеү комплексы, 32 ауыл хужалығы машинаһы һәм ҡорамалы.
- Малсылыҡ та ауыл хужалығының мөһим тармағы, был йүнәлештәге эштәргә лә ҡыҫҡаса байҡау яһайыҡ әле.
- Эйе, ауыл хужалығы производствоһында малсылыҡ төп урынды биләй. Районда етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһының 60 проценттан ашыуы ошо тармаҡҡа тура килә. 2020 йылдың 1 ноябренә ҡарата район буйынса 17 мең баш эре мал иҫәпләнә, шуның 6,8 меңе - һыйырҙар, 2,6 меңе - аттар, 1,7 меңе - сусҡалар. Алда оҙайлы ҡыш көтә. Малдарҙы ҡышлатыу өсөн район хужалыҡтарында 14 мең тоннанан ашыу тупаҫ һәм һутлы аҙыҡ, 7 мең тоннанан ашыу концентрациялы аҙыҡ әҙерләнде. Бер шартлы баш малға 32 центнер аҙыҡ берәмеге тура килә. Мал аҙығы әҙерләүҙә юғары күрһәткес “Победа” (42,4 центнер аҙыҡ берәмеге), “Едих Е.В.” (40,2 ц), “Лейтер Е.Г.” (36,8 ц), “Привалов А.З.” (36,1 ц), “Интернационал” (38,4 ц) хужалыҡтарында. Быйыл 10 ай эсендә район хужалыҡтары буйынса бер һыйырға һауым уртаса 4,3 мең килограмм тәшкил итте, был үткән йыл кимәле менән бер тирә килә. Мал һәм ҡош-ҡорт ите етештереүгә иң ҙур өлөштө “Лейтер Е.Г.”, “Едих Е.В.”, “Привалов А.З.” хужалыҡтары индерҙе.
- Ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн төрлө дәүләт ярҙамы ҡаралған. Ишембайҙар унан нисек файҙалана, юлдарын беләләрме?
- Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрлығы тарафынан йыл һайын республика һәм федераль бюджеттан районыбыҙҙың ауыл хужалығы тауар
етештереүселәренә грант һәм субсидиялар рәүешендә ярҙам күрһәтеү буйынса эш алып барыла. Быйыл район етештереүселәре 103 миллион һумдан ашыу аҡса алды, был үткән йыл кимәлендәге күрһәткес. Уның 59,3 миллион һумы - Башҡортостан ҡаҙнаһынан, 44,2 миллион һумы федераль ҡаҙнанан бүленде.
Ағымдағы йылда БР Ауыл хужалығы министрлығына “АгростартАп”, “Ғаилә малсылыҡ фермалары”, “Эш башлаусы фермер” программалары буйынса 22 ғариза бирелде, проекттарҙың дөйөм хаҡы 95,3 миллион һумға торош итә. Улар йылҡысылыҡ, умартасылыҡ, малсылыҡ, йәшелсәселек, балыҡ үрсетеү, үҫемлекселек һәм инкубаторий йүнәлештәрендәге эшмәкәрлек. Ете хужалыҡ бөтәһе 36,6 миллион һумлыҡ грант алды: “Козырев Н.Н.”, “Ниғмәтуллин Н.Т.”, “Искәндәров Т.Т.”, “Хафизова Р.Ғ.” крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына “Башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү” проектын тормошҡа ашырыу, “Зөбәйеров Ф.Н.” хужалығына - “Балыҡ үрсетеү”, “Лейтер Е.Г.” хужалығына – “Һөт йүнәлешендәге малсылыҡ”, “Романова О.Н.” хужалығына - “Инкубатория” проекттары өсөн.
- Күптән түгел ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре көнө билдәләнде. Йыл аҙағына яҡынлашҡанда ошо тармаҡта тир түгеүселәргә, хеҙмәттәштәрегеҙгә ниндәй теләктәр әйтерһегеҙ?
- Коронавирус инфекцияһы таралыу менән бәйле ябай булмаған шарттарҙа эшләһәк тә, Ишембай аграрийҙары юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәтте. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сәсеү эштәре башҡарылды, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү, урып-йыйыу үҙ мәлендә эшләнде. Малсылыҡта ла уңыштарыбыҙ бар, һөт етештереү үҫә, малдарҙың продуктлылығы арта, районда яңы малсылыҡ фермалары барлыҡҡа килә. Һуңғы өс йылда ауыл хужалығына эре инвестициялар һалыныуы һөйөнөслө. Бергәләп эшләү һөҙөмтәһендә өлгәшелгән уңыштар былар. Ауыл хужалығында хеҙмәт итеүселәргә ихлас күңелемдән рәхмәт белдерәм, һаулыҡ, муллыҡ һәм артабан да уңыштар теләйем.
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Фото: автор
Читайте нас: