Ишембайҙа заманса ҡунаҡхана һәм боулинг уйнау урыны төҙөргә ниәтләгән эшҡыуарҙар бар. Ошо хаҡта һүҙ муниципаль район хакимиәтендә үткән “инвестсәғәт”тә барҙы.
Был эшкә тотонорға әҙер булған Ришат Айытбаев инвестиция проектының маҡсаттары хаҡында һөйләп үтте:
- Барыһына ла билдәле булыуынса, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ районында “Алға” иҡтисади зонаһы төҙөлә, “Торатау” геопаркы эшләй. Тимәк халыҡ ағымы ҙур буласаҡ. Ишембай туризмды үҫтереү йәһәтенән географик яҡтан күп өҫтөнлөктәргә эйә. Шуға ла Ишембайҙа һәр кем өсөн ҡулай ҡунаҡхана (хостел) асыу тураһында уйланыҡ. Комплекс заманса материалдарҙан төҙөләсәк, ул алты бүлмәгә иҫәпләнгән. Бынан тыш, бында боулинг асыу ҙа күҙаллана. Халыҡҡа эш урындары ла булыр, - ти Ришат Рауил улы.
Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов был эште хуплап, бинаны төҙөгәндә янғын хәүефһеҙлеге талаптарына ҙур иғтибар бирергә саҡырҙы.
Әйтергә кәрәк, быйыл муниципаль район хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ бүлегенә туризм, ауыл хужалығы, сауҙа өлкәләренә ҡағылған ғаризалар күпләп ҡабул ителгән. Һәр кем үҙ эшен аса ала һәм бында әлеге көндә дәүләт тарафынан күрһәтелгән мөмкинлектәрҙе ҡуллана белергә кәрәк. Ғаризалар онлайн форматта ла, шәхсән дә ҡабул ителә. Бының өсөн Революция урамы, 3 адресы буйынса, 12-се, 9-сы бүлмәләргә мөрәжәғәт итергә йәки 3-37-76 телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк.