Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2020, 13:53

Әрметрәхим егете – йыл эшҡыуары

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта “2020 йыл эшҡыуары” муниципаль конкурсы һөҙөмтәләре иғлан ителде.

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта “2020 йыл эшҡыуары” муниципаль конкурсы һөҙөмтәләре иғлан ителде.
Йыл күрһәткестәренә таянып, төрлө тармаҡ буйынса иң уңышлы йүнселдәр билдәләнгән ярышта Әрметрәхим ауылынан Ратмир Фәхриев өсөн һөйөнә алабыҙ – яҡташыбыҙ “Төҙөлөш тармағында иң яҡшы эшҡыуар” тип танылды.
- Әлбиттә, был тотош компания уңышы. Ошо йылдар эсендә эшебеҙгә яуаплы ҡарашты иҫбатлай килдек. Коллективта заказсылар ышанысын тик сифатлы эш менән генә аҡлап булғанды барыһы ла аңлай, - ти “Уралстройгрупп” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Ратмир Камил улы. – Атайым һөнәрен һайлап, йәшләй генә төҙөлөш тармағына инеп китеүемә үкенмәйем. Ҡайҙа тыуғанһың – шунда ярағанһың, тигән әйтем бар. Ғаиләм менән Стәрлетамаҡта йәшәһәк тә, тыуған районым тормошонан айырылғаным юҡ.
Эшҡыуарҙың был һүҙҙәрен ҡеүәтләп, ошоларҙы әйтеп китеү ҙә урынлы булыр – быйыл төҙөлөш компанияһы Ишембайҙа дүрт күп фатирлы йорт ҡыйығын капиталь ремонтлаған. Чкалов урамындағы 4-се, Стахановсылар урамында 4-се, Ленин урамында 61-се һәм Геология урамында 87-се йорт. Геология урамындағы йортта йәшәүселәр ойошмаға күмәкләп рәхмәт хаты яҙыуҙы ла хәстәрләгән. Тимәк, халыҡ эштәрен ихлас баһалаған.
Төҙөлөш тармағында эш һәр ваҡыт етерлек. Ҙур социаль объекттар буйынса башҡарылғандар, “Подъездарҙы капиталь ремонтлау” республика программаһында өлгөлө ҡатнашыу миҫалы – былар барыһы ойошманың үҙ алдына алған маҡсаттары, һөнәр уңыштары хаҡында һөйләй. Тағы шуныһы - Ратмир Камил улының иң тәүҙә яҡташтарын эшле итергә тырышыуын да баһаламай булмай. Әлеге көндә “Уралстройгрупп” ойошмаһы төҙөүселәре республика һаулыҡ һаҡлау системаһы өсөн үтә лә мөһим объектта – Стәрлетамаҡ эргәһендәге инфекциялы ауырыуҙар үҙәген төҙөүҙә ҡатнаша.
Читайте нас: