Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ноябрь 2020, 17:20

Яҫтыҡтың да була төрлөһө...

Яҫтыҡ тигәс, йоҡлағанда рәхәт итеп баш аҫтына һалып йоҡлай торған мендәр күҙ алдына килә. Тик Мейрам яҫтығының тәмле төштәр күреп йоҡлай торған мендәрҙәр менән бер уртаҡлығы ла юҡ.

Яҫтыҡ тигәс, йоҡлағанда рәхәт итеп баш аҫтына һалып йоҡлай торған мендәр күҙ алдына килә. Тик Мейрам яҫтығының тәмле төштәр күреп йоҡлай торған мендәрҙәр менән бер уртаҡлығы ла юҡ.

Башыңа төшһә...

Беренсенән, ҡаҙ мамығынан, дөйә йө­нөнән яһалмаған, ә ағастан ул. Икенсенән, уны һалып йоҡлаһаң, тәмле төш күреү насип түгел, сөнки ул ҡаты. Ә шулай ҙа ул һәр ғаиләлә булырға лайыҡлы, тип уйлайым. “Ҡыҙыҡ икән, – тип әйтер бәғзеләр. – Ағастан яһалған яҫтыҡҡа көнөбөҙ ҡалдымы ни?”

Ҡалды шул! Бының сәбәбе – умыртҡа һөйәгенә бәйле сирҙәрҙең күбәйеүе. Бигерәк тә билгә бәйле бүҫер, ҡыҫылыу, ҡатып ҡалыу, торғонлоҡ һәм башҡа ғәләмәттәр. Был заман сире әзмәүерҙәй ир-атты ла, нәфис ҡатын-ҡыҙҙы ла ғазапланыуға дусар итә. Ул күптәрҙең йәшәү рәүешенә аяҡ сала, инвалид арбаһына, операция өҫтәленә еткереүе ихтимал. Ҡыҫҡаһы, кешеләр тормошта рәхәтләнеп хәрәкәтләнеү, эшләү, эйелеү- бөгөлөү, һикереү, йүгереүҙе онотоп йәшәргә мәжбүр.

“Башыңа төшһә, башмаҡсы булырһың”, – ти халыҡ мәҡәле. 25 йыл самаһы элек ми­ңә бик тә уңышһыҙ массаж яһанылар. Мин ул хатаны аңлар өсөн, массаж яһаусы һө­нәрен үҙләштерҙем. Курс тамамланым. Ә белемемде тәрәнәйтер анатомия менән физиологияны яңынан аҡтарҙым, умырт­ҡалыҡ һөйәгенең төҙөлөшөн, ундағы һәр мускулдың тәғәйенләнешен өйрәндем.

Ә баштағы белемде ҡулланмай тороу мөмкин түгел. Мин ваҡыт һәм ихтыяж бул­ғанда, егерме йылға яҡын массаж яһаным. Әммә был реклама түгел, сөнки быйыл массаж яһауҙан туҡтаным: йәшем дә бара, туҡ­тарға ваҡыт етте, тип тә уйлайым һәм, тә­ж­ри­бәмде йомғаҡлап, гәзиткә мәҡәлә яҙырға булдым. Бәлки, кемгәлер файҙаһы тейер.

Мин умыртҡа һөйәгендә барлыҡҡа килгән сирҙәрҙең сәбәптәрен төрлө геройҙарҙың яҙмышы аша сағылдырмаҡсымын. Уколдар һәм дарыуҙар күп осраҡта ярҙам итмәй. Шулай уҡ “Кем үҙен үҙе дауалаған – ул табип” тигән әйтем дә бар. Уларҙың үҙ тәндәрен аңлауы, йыбанмайынса, төрлө күнегеүҙәр менән шөғөлләнеүе, ябай ғына әйбер – Мейрам яҫтығының мөғжизәләре тураһында яҙғым килә.

“Мейрам яҫтығы” тураһында интернетҡа инеп тә уҡырға була. Видеола Мейрам тигән дауалаусы бик ентекләп үҙенең нисә йыл бүҫер менән интегеүен, таяҡҡа таянып, күп илдәрҙә ҙур аҡсалар түгеп, дауа эҙләүен һөйләй. Ҡытайҙа ла, Украинала ла булған... Дауалауҙар бер файҙа ла бирмәгән тиерлек. Меңәрләгән долларҙар ҙа юҡҡа киткән. Әммә интегеүҙәрҙең бер файҙалы яғы була: ул үҙенә нисек ярҙам итергә тип ныҡлап уйлана башлай. Асыштар тап шулай яһала ла был донъяла. Мейрам барыһын да күҙ алдына килтереп, хәленә анализ яһап бер ҡарарға килә, уның нәтижәһе булараҡ “Мейрам яҫтығы” барлыҡҡа килә. Ошо ғәмәл уға нисә йыл буйы интегеп, бер илдән икенсеһенә йөрөп эҙләгән сәләмәтлекте бер ай тигәндә бүләк итә. Әлеге ваҡытта был яҫтыҡтың авторы тулыһынса аяҡҡа баҫып йәшәп ята һәм меңдәрсә кеше уның файҙаһын күрә.

Мейрам яҫтыҡты нисек дөрөҫ ҡулланырға, ниндәй күнегеүҙәр яһарға икәнен тәфсирләп аңлата. Шуның өсөн ярҙамға мохтаж кеше был видеоларҙы ентекләп ҡарап, үҙенә ярҙам итерлекме-түгелме икәнлеген шәхси хәленән сығып, дөрөҫ итеп ҡулланырға өйрәнергә тейеш, ишеттем дә ҡуллана башланым түгел. Түбәндәге геройҙарҙың яҙмышында иһә был мендәр ыңғай роль уйнаны, аяҡтарына ныҡлы баҫып йәшәргә ярҙам итеп ебәрҙе.

Сир сәбәптәре төрлөсә

Умыртҡа һөйәгендәге сирҙәрҙең сәбәптәренән башлайыҡ:

1. Мускулатура күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡты күтәреү.
...Рәмилә училищеға уҡырға ингәс, физкультура дәресендә ГТО нормаһын тапшырған, гер күтәргән. Мин, әлбиттә, был хәлде аңлап бөтә алманым: күнекмә үтмәгән ҡыҙ балаға ни өсөн уҡытыусы быны рөхсәт иткәндер? Ошо хәл был ҡыҙҙың яҙмышын ҡырҡа үҙгәрткән. Ул биле ауыртып өйөнә ҡайтҡан, бөгөлә алмаған. Төрлө тикшереүҙәр үткәс, ҡыҙҙың билендә бүҫер табалар. Табип дауаханаға ятырға юллама бирә.

Ун көн уколдар һалғас, дарыуҙар эскәс, ҡыҙ аяҡтарын көскә һөйрәп, атлап йөрөй башлай. Бил ауыртыуы онотола, сөнки ауыртыу аяҡтарына күсә. Яҡын арала операция тәғәйенләнә. Бына ошонда инде ата-әсә хәүефкә ҡала: бил менән ятты, нисек инде аяҡтары ауырта башланы? Операция билгә яһаласаҡ, ә аяҡтарҙың ауыртыуын нисек бөтөрөргә? Һорауҙар арта. Дауаханаға барғас, шул асыҡлана: ҡыҙға яһаған укол урындары уҡмашып ҡатҡан. Улар аяҡтарға бара торған нервыларҙы, мускулдарҙы ныҡ ҡыҫҡан, шулай бил ауыртыуына аяҡтар килеп ҡушылған.

...Кем ғәйепле икәнен асыҡларға ваҡыт юҡ ине. Ҡыҙ бик аҡыллы булып сыҡты. Бү­ҫер ҙур түгел, уны “Мейрам яҫтығы” һәм күне­геүҙәр менән дауалап була. Ә бына уҡмашҡан уколдарҙы яҙыр өсөн кәрәсин компрестары ҡуйырға һөйләштек. Бер айҙан был ҡыҙ тулыһынса аяҡҡа баҫты. Бының өсөн ул “Мейрам яҫтығы”н ҡулланыу алымын өйрәнде, уны ҡулланды, янына Бубновский­ҙың күнегеүҙәрен дә ҡушып, үҙен үҙе аяҡҡа баҫтырҙы.

Һығымта – һәр кемгә көс еткән хәтлем генә ауырлыҡ күтәреү зарур.

2. Икенсе сәбәп – бөтөн тәндәге мускулатураның көсһөҙләнеүе. Бигерәк тә ир-атҡа ҡағыла был. Ултырып эшләү, бер позала баҫып тороп эшләү – былар барыһы ла мускулдарҙың көсһөҙлөгөнә килтерә. Мускулдарға төшкән ауырлыҡ умыртҡа һөйәгендәге дисктарға төшә, улар ҡыҫыла һәм, ядроһы һытылып, шыйыҡса сыға. Ул ситкә сығып, нервты ҡыҫа. Ошо еп хәтлем генә нервтың ҡыҫылыуы ныҡ ауыртыуҙарға, һыҙланыуға килтерә. Хатта аяҡтар һиҙмәй башлай, фалижға хәтлем еткерә. Һығымта – көн һайын бөтөн тәндең мускулатураһын нығытып торорға кәрәк.

...Рамис исемле оҙон буйлы, ҡаҡса кәүҙәле егет өскә бөгөлөп тигәндәй килде: “Апай, кәүҙәмде турайтырлыҡ та рәтем юҡ. Дарыуҙар ҙа эстем, уколдар ҙа алдым. Әҙерәк баҫылған һымаҡ булды, тик кисә һәм бөгөн кәрәкте бирә бил. Ауыртыу аяҡтарыма ла әсетеп төшә. Түҙ генә!”

12-шәр сәғәт төҙөлөш тауарҙары кибе­тендә эшләүен, төшкө ашҡа ярты ғына сәғәт ваҡыт бирелеүен, хатта ултырыу түгел, һөйәлеп тә торорға ярамай икәнлеген һөй­ләне. Бөтә ерҙә камералар. Көскә эш көнөн үткәреүен, аптырап бөгөн эштән тура минең янға килеүен һөйләне (Вәт замана! Тәнде, йәнде юҡҡа сығара торған эштәр барлыҡҡа килде. Профком да юҡ, профилакторийҙар ҙа юҡ. Бөгөн бөгөлдөң икән, иртәгә һинең урынға башҡа берәү бөгөлөргә килеп баҫасаҡ!). Арҡаһы кәкрәйгән, умыртҡа һөйәге бер яҡҡа ауышҡан. Мускулатура түгел, мыҫҡылатура ҡалған...

Егетте әрләп алдым. Кеше ни өсөн үҙен шул дәрәжәлә хөрмәт итмәй икән! Белмәйем, иртәрәк тороп, күнегеүҙәр яһау, ял көндә­рен­дә бөтөн мускулатураны ҡуҙғалтып хәрә­кәт итеү, физзарядка эшләү – күпме сәлә­мәт­ләнеү юлдары бар! Ярар, үҙең теләп һинең һаулығыңды бер тамсы ла ҡайғырт­маған кешегә хеҙмәт итергә ялланғанһың икән, исмаһам, үҙеңде үҙең ҡайғырт һуң! Өҫтәүенә ике малайын алып ҡатыны сығып киткән... Сирле ҡатын – иргә, сирле ир ҡатынға кәрәкмәй башлаған заман бит хәҙер. Туҡта әле, әйҙә, бергәләп асыҡлайыҡ, юлын-әмәлен табайыҡ, тип әйтеүселәр кәмей бара. Шуның өсөн үҙебеҙҙе был хәлгә еткерергә тейеш түгелбеҙ.

Нимәләр эшләнек һуң? Яҡшы массаж яһау, көндәлек күнегеүҙәр эшләү, билдең ялҡынһынғанын бөтөрөү өсөн кәрәсин менән компресс ҡуйыу, бер рәттән “Мейрам яҫты­ғы”н ҡулланыу кеүек ғәмәлдәргә тотондоҡ. Турайып, ҡәҙимге әҙәм рәтенә килде инде был егет. Тик артабан ошондай хәлгә ҡал­маҫлыҡ аҡыл индеме-юҡмы, әйтә алмайым. Тапҡан аҡсаңдың рәхәтен күреп йәшәргә теләк беренсе урында торорға тейеш. Эшкә лә йөрөргә кәрәк, шул уҡ ваҡытта сәләмәт тәндә, рәхәтләнеп эшләү юлдарын эҙләү – һәр беребеҙҙең бурысы. Бер кем дә сылбыр менән бәйләп ҡуймаған, асыуым да килмәһә, бөтөнләй һаулыҡты бөтөрә торған һәм был донъянан иртә алып киткән йәки инвалид яһаған эштән, ғөмүмән, китергә кәрәк. Эш бөтмәгән!

3. Дөрөҫ туҡланмау арҡаһында умыртҡа һөйәгенә кәрәкле микро- һәм макроэлементтар килмәү ҙә сиргә килтерә. Шуның арҡаһында дисктарҙың насарайыуы, кибеүе, ҡатыуы күҙәтелә. Шунан инде кинәт кенә эйелеп-бөгөлгәндә дисктарҙың сығып ысҡыныуы, бүҫер барлыҡҡа килеүе бар.

Зиһенле итеп йәшәйек

...Айҙар быйыл яҙҙан тотоноп, биш ай эсендә йортон яҡын дуҫы менән нигеҙенән алып түбә аҫтына индереп ҡуйыуын, ләкин кинәт кенә бөтөн быуындарының һыҙлай башлауын, биленең рәте бөтөүен, ҡулдары әйбер ҙә күтәрә алмай башлауын һөйләне. Иртәнсәктән кискә тиклем эшләйҙәр, алһыҙ-ялһыҙ тигәндәй. Маҡсаты – быйыл йортто бөтөрөп, унда йәшәй башлау.

“Тик, апай, мин иртәнсәк көскә тора башланым, был йорт әллә миңә насип булмаҫҡа уйлай инде, тип борсолам хәҙер”, – тине Айҙар һөйләшкәндә. Биленең ныҡ ҡына ауыртыуын да һөйләп алды. Эйе, был осраҡта организмдың бик ныҡ туҙҙырылыуы, тейешле туҡланыу булмауы, шуның арҡаһында бөтөн тәндең ҡаҡшай башлауы билдәле булды. Тәндең дә запастары өҙлөкһөҙ түгел, уны ла дөрөҫ тәрбиәләп торһаң ғына эшләй. Бензинһыҙ, майһыҙ машина йөрөймө?
Ир хатта көн үҙәгендә һыуҙы ла аҙ эскән. Тубыҡтарының бөгөлгәндә шытырлап китеүе лә, ныҡ йышайған булыуы ла һөйәк­тәрҙең кибеүе тураһында һөйләй, шулай уҡ ашауы эшләүенә тура килмәй. Һөҙөмтәлә, ашауын ҡатыны менән тикшерҙек, уның витаминдары, файҙалы микро-макроэлементтары аҙ булған ризыҡ әҙерләүе билдәле булды. Ир көстө күп түгә, тик түккән көстө тултырырлыҡ ризыҡтар аҙ ҡулланыла. Тән көн һайын ялһыҙ эшләй, ныҡ туҙа. Уныһын да яйларға һөйләштек. Ваҡыт-ваҡыт ял итеп алырға булдылар. Билгә ныҡ көс төшөү арҡаһында дисктар ҡыҫылған, ир бер яҡҡа ауышып та йөрөй башлаған. Артабан “һә” тигәнсе бүҫер килеп тә сығырға мөмкин.

Мин был ғаиләгә “Мейрам яҫтығы”н биреп торҙом, уны ҡулланырға, видеоны ҡарарға, күнегеүҙәр яһарға өйрәтеп ебәрҙем. Айҙар ике айҙан яҫтығымды алып килде. “Апай, был бик шәп әйбер. Мин бил ауыртыуын оноттом. Миндә станок бар, үҙемә лә яһайым, үлсәмен видеонан ҡарайым, яһап, дуҫтарға ла бүләк итәм. Ашауҙы ла дөрөҫләнек. Алла бирһә, өйөм үҙемә насип булыр, тип ышанам”, – тине. Ауыҙына бал да май, амин, шулай булһын! Ҡыуанам ғына бындай осраҡта.

Мин яныма кәкрәйеп-бөкрәйеп килгән кешеләрҙе шул уҡ көндә файҙалы яҫтыҡҡа ятҡырмайым. Бер нисә көн яҡшылап массаж яһап, арҡаны йомшартып, ҡан төшкән ерҙәрен яҙып ебәрәм. Банка ла ҡуям, вакуумлыһын да ҡулланам. Кәрәсин компрестары ла ҡуям. Елһенеүҙе кәметәбеҙ. Яҫтыҡҡа яҡшыраҡ хәлгә еткәс, массаждан һуң яталар. “Ине” тип әйтергә була минең массаж яһауҙан туҡтауымды иҫәпкә алып... Мин быны “Мейрам яҫтығын” кемдер массаж менән нисек бергә ҡулланырға уйлаһа, яуап итеп яҙам. Белемле меңде йығыр!

...Был яҙмам бер генә кешегә булһа ла йүнәлеп, сирһеҙ йәшәргә ярҙам итеп ебәрһә, юҡҡа яҙманым, тиер инем. Аллаһ Тәғәлә беҙҙең тәнде мең төрлө хәрәкәт яһай алырлыҡ итеп яратҡан. Уны “мөғжизәле аппарат” тип атарға була. Тик ул – йәнле аппарат, шуға күрә уны тәрбиәләп, дөрөҫ итеп ҡулланыу өсөн беҙгә иң ҙур байлыҡ – аҡыл да бирелгән. Әйҙәгеҙ, зиһенле итеп йәшәйек, тәнебеҙҙе аңларлыҡ дәрәжәлә булайыҡ, сәләмәтлектән яҙмайыҡ.

Татарстан Республикаһы.
Зәүхиә ҠӘҘЕРБӘКОВА
Читайте нас: