Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь 2020, 16:07

Вирусты үҙебеҙ шаштырмайыҡ

Коронавирус пандемияһы дөйөм илдә һаулыҡ һаҡлау системаһына ғына түгел, ә тотош йәмғиәт өсөн ҙур һынауға әйләнде. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеүгә һынау. Йоғошло сирҙе таратыуҙы туҡтата алабыҙ, тора бара ул киҙеү һымаҡ өйрәнелгән, кешелек ҡаршы тора алған вирусҡа әйләнәсәк, тик әлегә бер-беребеҙҙе, бигерәк тә ололарҙы һаҡлайыҡ, тип саң ҡаға белгестәр. Тик ниңәлер был әле күптәребеҙ аңына барып етмәй.

Коронавирус пандемияһы дөйөм илдә һаулыҡ һаҡлау системаһына ғына түгел, ә тотош йәмғиәт өсөн ҙур һынауға әйләнде. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеүгә һынау. Йоғошло сирҙе таратыуҙы туҡтата алабыҙ, тора бара ул киҙеү һымаҡ өйрәнелгән, кешелек ҡаршы тора алған вирусҡа әйләнәсәк, тик әлегә бер-беребеҙҙе, бигерәк тә ололарҙы һаҡлайыҡ, тип саң ҡаға белгестәр. Тик ниңәлер был әле күптәребеҙ аңына барып етмәй.
Бәлки киң мәғлүмәт саралары, интернет, телевидение сир хаҡында бик аҙ һөйләйҙер? Улай тиһәң, көнө-төнө һүҙ ошо хаҡта. Көскә тын алып ятҡан сирлеләр, йолаларҙы ла үтәй алмай ҡара пакетта күмелгәндәр тураһында яҙмалар, ҡурҡыныс кадрҙар бер-береһен алыштырып ҡына тора. Һуғыш яланынан сводка кеүек.
- Эйе, күптәр был яңы вирусҡа ышанманы, һаҡланманы. Әммә хәҙер килеп уның эҙемтәһен күрәбеҙ. Дарыуҙар, кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителгәнбеҙ, нимәлер етмәгән осраҡта заказ буйынса тиҙ еткерелә. Әммә беҙгә әле халыҡтың хәлде аңлауы иң ҙур ярҙам буласаҡ. Зинһар үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, битлек кейегеҙ, күп халыҡ йөрөгән урындарҙа булмаҫҡа тырышығыҙ, - ти Ишембай Үҙәк район дауаханаһының инфекциялы ауырыуҙар бүлегендә йәйелдерелгән ковидгоспиталь начальнигы Татьяна Ракицкая. – Госпиталдә 60 койка-урын бар, әлеге көндә ысынбарлыҡта 73 кеше дауаланыу үтә. Үпкәләре 20 процентҡа тиклем зарарланғандар табип күҙәтеүе аҫтында өйҙәрендә дауалана. Коронавирусты дауалау буйынса тәжрибә, берҙәм методика тупланды. Быға тиклем Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө дауалау учреждениелары беҙҙең сирлеләрҙе ҡабул итһә, хәҙер үҙебеҙҙең көскә ышанырға тура килә.
Госпиталь эшендә ярҙамға Башҡорт медицина университетынан 10 ординатура студенты килгән. Барыһы ла әҙерлекле, һөнәрҙәрен осраҡлы һайламаған йәштәр, тине улар хаҡында Татьяна Александровна.
- Табиптарға, эргәбеҙҙә көнө-төнө йүгереүсе медсестралдарға оло рәхмәт. Түҙемлектәренә һоҡланам. Уларҙағы һымаҡ махсус кейемдә 8 сәғәт йөрөп ҡара әле. Ҡулдарынан килгән бөтәһен дә эшләйҙәр. Йәштәр һаҡланһын, етдиерәк булһын, - бында дауаланыусы Ишбулды Мөхәмәтовтың һүҙҙәренә палаталағы бөтәһе лә ҡушылды.
- Үҙ белдегең менән дауаланыу насар, табип саҡыртырға кәрәк. Бына мин шулайтып сирҙе ҙурға ебәрҙем, имен-аман төҙәлергә булһын, -тип өҫтәне үҙен Ишәйҙән тип таныштырған апай. – Тотоп ҡарамайынса ышанып булмай тиһәләр ҙә, берәүгә лә был сирҙе ауыр итеп үткәрергә, яҡындарын юғалтырға яҙмаһын.
Бөгөн вирус менән көрәштә бар ауырлыҡты сыҙам күтәргән медицина хеҙмәткәрҙәре оло рәхмәткә лайыҡ, тик әлегә беҙ был рәхмәтте ябай талаптарҙы үтәү аша белдерәйек – бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ, сирҙе таратмайыҡ!
Ишембай телевидениеһы фотоһы.
Госпиталь эшенән репортаж әҙерләгән хеҙмәттәштәребеҙ Хәнә Мәҡсүтова һәм Арсен Рәхмәтуллинға рәхмәт белдерәбеҙ.
Читайте нас: