Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь 2020, 13:36

Күҙ ҡабағы тартышһа...

Күҙ ҡабағы тартышһа, ҡунаҡ килә, ти күптәр. Икенселәр, яҡшыға булһын тип, аҡ һөртөп ҡуйһа, бәғзеләр тиҙерәк табипҡа күренергә ашыға. Һәм ошо һуңғылар дөрөҫ эшләй ҙә.

Күҙ ҡабағы тартышһа, ҡунаҡ килә, ти күптәр. Икенселәр, яҡшыға булһын тип, аҡ һөртөп ҡуйһа, бәғзеләр тиҙерәк табипҡа күренергә ашыға. Һәм ошо һуңғылар дөрөҫ эшләй ҙә.
Белгестәр әйтеүенсә, әгәр өҫкө күҙ ҡабағы тартышһа, уның сәбәбен тиҙерәк асыҡларға тырышырға кәрәк. Сәләмәтлек өсөн етди хәүеф тыуҙырмаһа ла, аралашыу, эшеңде сифатлы итеп башҡарыуға бының ныҡ ҡамасаулауы мөмкин. Проблеманан ҡотолоу өсөн эш һәм ял тәртибен үҙгәртергә, тынысландыра торған дарыуҙар эсергә кәрәк.
Күҙ ҡабағы тартышыуына йыш ҡына стресс, нервы көсөргәнеше сәбәпсе булыуы ихтимал. Эштәге көйһөҙлөктәр, ғаиләләге ығы-зығы, борсолоуҙар... Шулай уҡ башҡа сәбәптәрҙең дә булыуы мөмкин. Мәҫәлән, организмда кальций, магний микроэлементтары етешмәгәндә, баш мейеһе зарарланғанда, нервы системаһы ауырыуҙары осрағында, күҙ ҡабағы хәрәкәтен көйләгән мускул елһенгәндә лә күҙ ҡабаҡтарының тартышыуы ихтимал. Йәнә был хәлгә йоғошло һәм онкологик сирҙәр, күҙҙәрҙең ҡоролоғо, контактлы линзаны оҙаҡ ваҡыт кейеү, компьютерҙа өҙлөкһөҙ эшләү, алкоголь, ҡәһүә менән мауығыу ҙа сәбәпсе булыуы бар.
Күҙ ҡабағы тартышыуы неврология сирҙәре менән дә бәйле. Үрҙә әйтелгән барлыҡ сәбәптәрҙе иҫтә тотоп, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Фото: ochkov.net
Карима Усманова
Читайте нас: