Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ноябрь 2020, 11:05

Үҙгәрештәр халыҡ файҙаһына

Республика район һәм ҡалаларында “Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендәге эштәр тамамланыуға бара. Шуныһы мөһим - республика программаһына таянып төҙөкләндерелгән ихаталарҙа спорт мөмкинлектәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә.

Республика район һәм ҡалаларында “Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендәге эштәр тамамланыуға бара. Шуныһы мөһим - республика программаһына таянып төҙөкләндерелгән ихаталарҙа спорт мөмкинлектәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә.
Ишембайҙар быны Ленин проспектындағы 2-се һәм 4-се йорттар ихатаһындағы эштәр миҫалында ла баһалай алды. Ошо көндәрҙә ундағы майҙансыҡты йәш футболсылар ихата турнирында һынаны.
Ишембай берҙәм заказсы идаралығы мастеры Римма Фролова билдәләүенсә, Ленин проспектындағы 2-се йортта йәшәүселәр бындай спорт майҙансығы булдырыу хаҡында күптән хыялланған. “Башҡорт ихатаһы” программаһы эшләй башлағас та документтар йыйыуға, проект эшләүгә тотонғандар. Хәҙер уның рәхәтен был йорт халҡы ғына түгел, ә күрше-тирәләгеләр ҙә күрә.
Ихатаны һәр яҡтан уңайлы итеүгә 16 миллион һум аҡса тотонолған. Ихатала өс спорт майҙансығы булдырылған, шул иҫәптән 112 квадрат метр майҙанлыҡ хоккей корты ла. Бәләкәстәр ҡыуанысына өс балалар майҙансығы ла бар. Улар хәүефһеҙ япма менән түшәлгән, дөйөм майҙаны 790 квадрат метр тәшкил итә. 56 урынлыҡ машина ҡуйыу урыны эшләнгән, 25 яҡтыртҡыс һәм дүрт видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған. 820 квадрат метрҙа йәшелләндереү башҡарылған. Һанап кителгәндәрҙән аңлап тораһығыҙҙыр – ҡалала иң ҙур ихаталарҙың береһендә йыл дауамында күләмле эштәр барҙы.
– Ихата тулыһынса яңырҙы. Уны төҙөкләндереү проекты халыҡ менән бергәләп хәл ителде, ошонда йәшәүселәрҙең теләктәре иҫәпкә алынды. Йәшәгән ереңдең матур, уңайлы булыуы һәр кем өсөн мөһим, – ти “Ишембай берҙәм заказсы идаралығы” предприятиеһы директоры Павел Костылев. “4-се торлаҡ-файҙаланыу участкаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Марат Ғиниәтуллин әйтеүенсә, Чкалов урамы буйынса 23-се, 25-се, 27-се, 29-сы йорттарҙа йәшәүселәр ҙә “Башҡорт ихаталары” программаһында әүҙем ҡатнашҡан. Былтыр был кварталда заманса футбол, волейбол, баскетбол һәм балалар майҙансығы төҙөгәндәр. Күнекмәләр өсөн комплекс та күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙе саф һауаға саҡырып тора.
Быйыл ҡала бюджетынан ярҙамға таянып спорт майҙансыҡтарына резина япма түшәгәндәр, футбол менән волейбол майҙансығы кәртәләп алынған. Хәҙер ихата үҙенсәлекле спорт комплексын хәтерләтә, ә иң мөһиме – унда гел халыҡ бар.
– Ихаталағы үҙгәрештәргә барыбыҙ ҙа шат. Үҫмерҙәр иртәнән кискә тиклем туп тибә, - ти Чкалов урамындағы 23-сө йортта йәшәүсе Надежда Пимонова. – Элек балаларҙы, уйнамағыҙ, тип әрләргә тура килә ине, сөнки туп менән тәҙрә ватҡандары, машиналарға тейҙергәндәре булды. Ә хәҙер майҙансыҡ кәртәле, уңайлы. Ейәндәрем күҙ алдында уйнай тип һөйөнәм. Бындай эштәр халыҡ өсөн бик кәрәк, “Башҡорт ихатаһы” программаһы өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәт. Ҡала халҡы, йорттарҙа йәшәүселәр үҙҙәре әүҙем булырға тейеш, ошоно тағы бер аңланыҡ.

Фото: автор
Читайте нас: