Торатау
+3 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
VK
OK
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ноябрь 2020, 13:06
Тәртип, тыныслыҡ һағында
Йәмғиәтебеҙҙә тәртип өсөн көрәшкән, тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында кешеләргә ярҙамға сығырға әҙер торған полиция хеҙмәткәрҙәренең эше һәр заманда ла кәрәкле булып ҡала. Район һәм ҡалабыҙ хоҡуҡ һаҡсылары ла үҙҙәренең һөнәрҙәрен тырыш хеҙмәттәре менән күтәрә.
10 ноябрь – Рәсәй Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө
Йәмғиәтебеҙҙә тәртип өсөн көрәшкән, тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында кешеләргә ярҙамға сығырға әҙер торған полиция хеҙмәткәрҙәренең эше һәр заманда ла кәрәкле булып ҡала. Район һәм ҡалабыҙ хоҡуҡ һаҡсылары ла үҙҙәренең һөнәрҙәрен тырыш хеҙмәттәре менән күтәрә.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ишембай районы буйынса бүлегенең полиция начальнигы урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, төп бурысы дежур бүлеге эшмәкәрлеген ойоштороу менән бәйле булған полиция майоры Марат Фәйзуллин хеҙмәттәштәренең түҙемлелеген, тормош тәжрибәһен юғары баһалай.
Дежур бүлегенә граждандарҙан ниндәйҙер ваҡиға, енәйәт, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында хәбәр килеү менән оператив сара күреү тураһында ҡарар ҡабул итеү мөһим. Эш асылы ҡануниәттең норматив-хоҡуҡ базаһын белеүҙән генә тормай. Шылтыратыуҙар тәүлектең төрлө ваҡытында була. Шулай ҙа кискеһен һәр ваҡыт көсөргәнешлерәк. Йәмғиәтебеҙҙәге төрлө күңелһеҙ ваҡиғаларҙың килеп сығыуы бик йыш алкоголгә бәйле булыуына ла борсола тәртип һаҡсылары.
- Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан коллегаларыма иң элек ныҡлы сәләмәтлек, сабырлыҡ теләйем. Халыҡ та беҙҙең эште аңлап ҡабул итһен, төрлө ваҡиғаларҙы, енәйәттәрҙе тикшергәндә ярҙам итһендәр ине. Ҡала һәм районда йәшәүселәрҙе осраҡлы кешеләргә ышанып бармаҫҡа, интернет аша тауарҙар һатып алған саҡта уяу булырға саҡырам.Тырышып тапҡан аҡсаларығыҙ мутлашыусылар ҡулына эләкмәһен, - тип иҫкәртергә лә онотманы Марат Миҙхәт улы (фотола уртала). Тикшереү-оператив төркөмөнөң полицейский - водителдәре, полицияның өлкән сержанттары Евгений Вотенцев (уңда) һәм Раил Әхмәтйәнов менән дә бер аҙ һөйләшеү мөмкинлеге булды. Евгений Сергеевич 12 йыл полицияла хеҙмәт итә. Армияла контракт буйынса хеҙмәт итеп ҡайтҡас та Эске эштәр бүлегенә эшкә урынлаша. Әлбиттә, бындағы көсөргәнешле хеҙмәткә бөтәһе лә түҙмәй, ваҡыт һынауын лайыҡлы үткән ир-егеттәрҙән әңгәмәселәрем.
Раил Әхмәтйәнов иһә полицияла 2003 йылдан алып хеҙмәт итә. Туғандары араһында погонлылар булыуы уға Эске эштәр органдарына эшкә килеүгә йоғонто яһай.
- Беҙҙең эштә ғаиләңдең ныҡлы терәк булыуы мөһим. Тормош иптәшемә рәхмәтлемен. Коллективым да һәйбәт, хеҙмәттәштәремдең барыһына ла тыныс хеҙмәт теләйем, - тине ул.
Ауыр, ҡатмарлы бурысты үҙ иңдәрендә алып барған полиция хеҙмәткәрҙәренә байрам көнөндә теләктәребеҙ уртаҡ - йәмғиәтебеҙҙә енәйәттәр, тормошобоҙҙо йәмһеҙләгән кире күренештәр мөмкин тиклем аҙыраҡ булһын.
Фото: автор.
Читайте нас: