Әммә барыһынан да ситтә тораташтай бер нөктәгә төбәлеп баҫып торған яңғыҙ әбейгә ниңәлер иғтибар итеүсе булманы. Хәйер, бер аҙ сәйерерәк был ҡарсыҡҡа күптән инде өйрәнеп бөткәндәр, уның тураһында уйлаусы ла юҡ. Бына тиҫтә йылдар ул ошо тантананы ситтән генә күҙәтеп тора ла, яй ғына ҡуҙғалып кире өйөнә табан йүнәлә. Ҡартыраҡ ауылдаштары уны 1946 йылдың яҙында һуғышҡа беренсе көндәрҙә үк алынған Ғиниәт менән бергә ҡайтып, ауылға килен булып төшөүен хәтерләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәхшәрҙе үтеп иҫән ҡайтҡан фронтовик шул уҡ йылда, яңы тормош ҡороп өлгөрмәҫ борон уҡ, бер ай үтер-үтмәҫтән яҙғы ташҡын ваҡытында һыуыҡ тейҙереп вафат булып ҡуйҙы. 19 ғына йәшлек Нәсимә (ата-әсәһе ҡушҡан Анастасия исемен ул һөйгәне менән Башҡортостанға юл алғанда уҡ үҙгәрткәйне) сит ерҙә тол һәм яңғыҙ тороп ҡалды. Ғиниәттең ҡарт әсәһе лә күп тә үтмәй ауыр ҡайғыһынан гүр эйәһе булды. Әммә Нәсимә кире тыуған яҡтарына ҡайтып китергә ашыҡманы, ҡәйнә йортонда йәшәүен дауам итте. Уның бар ғаиләһе Сталинград ҡалаһындағы ҡаты яуҙар барышында дошман бомбаһы тарафынан юҡ ителгәйне. Шулай итеп Анастасия-Нәсимә бөтөнләй ят ергә берегеп, Ғиниәтенә ғүмерлек тоғролоҡ һаҡлап яңы тормош менән йәшәп алып китте. Тулҡынланып торған һары сәсле, төпһөҙ күлдәй күк күҙле, зифа буйлы сибәркәйҙең ҡулын һораусы булманы түгел, бик күп булды, әммә Нәсимә һәр килгән берен кире бороп ҡайтарҙы. Тора-бара сәйер мәрйәне ҡаңғыртыуҙан да туҡтанылар. Бер заман уны сихырсы тип тә һөйләп маташтылар, ләкин Нәсимә ялған һүҙҙәргә иғтибар итмәйенсә артабан һәүетемсә йәшәүен дауам итте. Колхозға эшкә керҙе, башҡорт телендә матур һөйләшә башланы, ауылдаштары менән дә уртаҡ тел тапты. Шулай ҙа аҙ һүҙле, йомоҡ Нәсимә әхирәттәренә үткән тормошо хаҡында һөйләргә ашығып барманы. Ғүмеренең ахырына яҡынлашҡан һайын бөтөнләй йомолдо, шуғамы хәҙер Миңлебай ауылы халҡы уға сәйерһенеп ҡарай ине.
Ауыр күңел менән ҡайтып кергән Нәсимә инәй стенала эленеп торған ҡәҙерле кешеһенең фотоһүрәтенә тағы берҙе иғтибар менән ҡарап торҙо ла, түҙмәйенсә, уны ҡулына алып күкрәгенә ҡыҫты. ,,Ғиниәтем минең, һөйгәнем, иҫән булһаң, бөгөнгө көндә һин дә ветерандар араһында күкрәгеңә миҙалдар тағып ултырыр инең,”- тип шыбырлаған инәй фотоны һырлы ҡулдары менән һыйпап алды. Ғиниәтенең бөркөттәй осҡонло ҡарашына, ҡуйы ҡара сәстәренә, ябығыраҡ һылыу йөҙөнә ҡарап, уны сал сәсле, йыйырсыҡлы маңлайлы итеп күҙ алдына килтерергә тырышты. Ләкин ни тиклем көсөргәнеп уйлаһа ла, мөһабәт кәүҙәле Ғиниәтен ҡарт итеп алдына килтерә алманы. Ирекһеҙҙән, яратҡан йырының һүҙҙәре иҫкә төштө: ,,Каким ты был, таким ты и остался, орел степной, казак лихой, зачем, зачем мне в жизни повстречался, зачем нарушил мой покой...”
1927 йылда уҡытыусы ғаиләһендә 2-се бала булып донъяға килгән Анастасияның бала сағын ауыр һуғыш осоро өҙҙө. Киләсәккә яҡты маҡсаттар ҡуйып йәшәгән ҡыҙҙа, ата-әсәһе, 2 ҡустыһы һәм апаһы фашист бомбаһы аҫтында һәләк булғас, немец илбаҫарҙарына тәрән нәфрәт тойғоһо уянды. Үҙе кеүек үҫмерҙәр тарафынан ойошторолған партизан отрядына килеп эләгеүе дошманға ҡарата булған ҡанлы үсен алыу өсөн бик ҡулай булды. Сираттағы немец эшелонын шартлатыуы йәиһә штабына ут төртөүө ҡыҙ өсөн үҙенсәлекле кинәнескә әйләнде.
8-9 үҫмерҙән торған төркөм юлындағы илбаҫарҙар өсөн хәүеф тыуҙырып бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөгәндә, ҡаты яу барышында ауыр йәрәхәт алып, ҡанлы эҙ ҡалдыра-ҡалдыра урман ситенә шыуышып килгән Ғиниәтте тап итте. Ағас ботаҡтарынан арҡыс-торҡос эшләнгән носилкала яҡын ауылдағы бер ташландыҡ йортҡа һөйрәтеп килтергән һалдатты Анастасия аяҡҡа баҫтырырға һүҙ бирҙе. Ошо минуттан бар тормошо икенсе юҫыҡҡа боролоуын һылыу башына ла килтермәне. Төркөмөнән айырылған ҡыҙ күп ҡан юғалтҡан егетте күрше әбей төнәтмәләре һәм файҙалы кәңәштәре ярҙамында дауаланы, ыңғырашҡан саҡтарында янында ултырҙы. Йәш организмдың һауығыу теләге үлемдән көслө булып сыҡты: күп тә үтмәҫтән, бер иртәлә һалдат үҙенең ҡотҡарыусыһына баҡты һәм был көндө зар-интизар булып көткән ҡыҙға тәүге һүҙен әйтерлек көс тапты.
- Фәрештә...
Ысынлап та, һүрән ҡояш яҡтыһында үҙенә ҙур зәңгәр күҙҙәре менән ҡарап ултырған айҙай һылыу йөҙлө, хур ҡыҙындай сибәр ҡыҙҙы Ғиниәт күк тарафынан ебәрелгән Алла илсеһе итеп ҡабул итте. Аптырауҙан телһеҙ ҡалған Анастасияның йөҙәнә, ниһайәт, нур йүгерҙе, ул әкрен генә егеттең битенән һыйпаны.
- Юҡ, ер ҡыҙымын,- тип шыбырланы ирендәр...
Ғиниәт тулыһынса аяҡҡа баҫыуға 2 йәш йөрәк араһында һөйөү тойғоһо бөрөләнгән ине. Ғаиләһе һәләк булып, үҙен донъяла яңғыҙ тойған ҡыҙ ошо һалдатһыҙ йәшәй алмаясағын көндән-көн йөрәге менән тойҙо.
Егет Ватанды дошмандан таҙартырға яңынан яу яланына ҡайтып сафҡа баҫты. Фашистарҙы Берлиндың үҙенә хәтле ҡыуып алып барған совет һалдаты Ғиниәт Анастасияны оло еңеү менән ҡайтҡас, тыуған ҡалаһында эҙләп тапты. Үлем тырнағынан йолҡоп алған һылыуҡайҙың яҙмыш бүләге икәненә шиге юҡ ине Ғиниәттең.
1944 йылдың урталарында юлдары айырылған ҡыҙ менән егетте тормош шулай итеп бер йыл үткәс яңынан ҡауыштырҙы.
- Хәҙер беҙҙе бер кем дә айыра алмаясаҡ, Анастасия. Минең тыуған еремә бергә ҡайтырға һәм ғүмерлек йәрем булырға ризаһыңмы?- тип шыбырланы Ғиниәт, һөйгәнен ҡосағына алып.
- Эйе...- Ҡыҙҙың зәңгәр күҙенән эре йәш тамсыһы тәгәрәне.- Һинең менән ер сигенә лә китергә ризамын...
Тыуған төбәгенә килеп еткәндә, Ғиниәт Анастасияға наҙлы итеп ,,Нәсимәкәй” тиеп өндәшә ине. 5 йыл буйы тәҙрәнән 2 күҙен дә алмай улын көтөп һуҡырая яҙған Мәғрифә әбей ҙә мәрйә киленен бик яратып ҡабул итте, йәштәргә бәхетле ғүмер теләп оҙаҡ итеп доғаһын уҡыны.
Мөхәббәткә сорналып матур, аяҙ көндәр башланды. Ләкин гөрләп сәскә атыр ғаилә бәхетен мәкерле яҙ ташҡыны мәңгелеккә емерҙе, Нәсимәне ауыр ҡайғыға һалды. Ни ғиллә менәндер боҙ өҫтөнә килеп сыҡҡан 2 йәш баланың һыуға ҡолап төшөп асырғанып ҡысҡырыуын ишеткән Ғиниәт үҙе лә һыуға һикерҙе. Көс-хәл менән сабыйҙарҙы ярға килтереп еткергән егеттең, аҙна тирәһе сәсрәп ауырып ятҡас, йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Мәғрифә әбей ҙә берҙән-бер улының үлемен кисерә алманы – уның артынан мәңгелек йортҡа күсте. Ҡайғыһынан шаңҡыған Нәсимә ярты йыл аңҡы-тиңке йөрөгәс, үҙен ҡулға алып, Ғиниәтенең нигеҙен ташламай, донъя көтөргә кереште. Меңдәр саҡрым алыҫлығында тороп ҡалған ҡалаһына ҡайтырға ашыҡманы ул. Ни тиһәң дә, унда бер кем дә көтмәгәнен яҡшы аңлай, икенсенән, һөйгәненең йорт-ерен ташлап китеүҙе рухына хыянат кеүегерәк ҡабул итә ине Нәсимә.
Фашистарҙы тар-мар итеүҙә үҙенең дә туранан-тура өлөшө барлығын Нәсимә әбей бер кемгә лә һөйләргә, эс серҙәре менән бүлешергә ашыҡманы. Ҡулында быны дәлилләгән ҡағыҙҙар ҙа булмауы был оло серҙе 6 тиҫтә йыл буйы йөрәгенә бикләүҙең сәбәбе булды. Күк көмбәҙенең ҡурҡыныс тауыштар менән гөрһөлдәүе, тамуҡтай һуғыш яландары, дошман эшелондарының һуңғы ,,юлы” төштәренә генә кереп йонсотто. Шулай ҙа үҙе һымаҡ яңғыҙ тороп ҡалған дуҫтарының йонсоу йөҙҙәрен, усаҡ яҡтыһындағы йәнле әңгәмәләрҙе һағынып бер булды. Йыл һайын ауылда үткәрелгән Бөйөк Ватан һуғышына арналған тантаналы митингыны ситтән генә күҙәтеп тороға күнекте.
...Нәсимә инәй ҡулъяулығы менән йәш тамсыһын һөртөп, йәнә Ғиниәттең фотоһына текәлде.
- Бер кем дә айыра алмаясаҡ беҙҙе, тип һүҙ бирҙең дә, мине бик тиҙ ташлап киттең шул. Күрәһең, яҙмыш шулайҙыр... Ғүмеремдең иң яҡты, ләкин иң ҡыҫҡа миҙгеле булдың, һөйгәнем. Күп көтөргә ҡалманы, Ғиниәт, оҙаҡламай тағы бергә булырбыҙ,- тип йылмайырға тырышты әбей.
Өй мәшәҡәттәренә сумған Нәсимә инәй көндөң кискә ауышҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Сәй эсеп алғас, түрҙә урын алған телевизорҙы ҡабыҙып, диванына йәтешләп ултырҙы. "Көт мине” тапшырыуының Бөйөк Еңеүгә бағышланған сығарылышы башланыуын күреп, әбейҙә ҡыҙыҡһыныу уянды. Ҡарт яугир дуҫтар, ҡанлы заман арҡаһында бер-береһен юғатҡан туғандар осрашыуы күҙен тағы ла сылатҡан инәйһең ҡулъяулығына үрелгән ҡулы кинәт ҡатып ҡалды. ,,Үҫмер генә көйөнсә һуғышта бергә ут, һыу кискән төркөмдәштәремде эҙләйем. Кузнецов Степан, Всеволодова Анастасия,... Тереме һеҙ? Зинһар, бәйләнешкә сығығыҙ...” Нәсимә инәй телевизорға яҡын уҡ барып ултырҙы. Был бит Зина! Төркөмдәге иң батыр ҡыҙ. Ҡара һин уны, һаман да шундай уҡ сая ҡарашлы. Әлбиттә, ҡара сәстәренә сал төшкән, шулай ҙа ныҡ күренә. Йылдар төпкөлөндә тороп ҡалған, ғүмеренең иң михнәтле осорон бергә атлап үткән, ҡанлы көндәр эсендә яҡын кешеһенә әйләнеп өлгөргән Зина, ярты быуат үтеүенә ҡарамаҫтан, һаман да уны, йәғни Анастасияны онотмаған икән. Әбей ҡалтыранған ҡулдары менән тапшырыуҙың телефон һандарын яҙып алды.
"Бына һиңә йомоҡ Нәсимә ҡарсыҡ!"- тип тел сарланы ауылдаштар. Тиҫтә йылдар буйы араларында тағы бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны көн күргәне нисек берәүһенең дә башына инеп сыҡмаған икән, тигән уйға бирелгән Сәлим Байназаров телмәренә тағы берҙе ентекләп күҙ йүгертеп сыҡҡас, "Көт мине” тапшырыуы операторы һәм Санкт-Петербург ҡалаһынан, алыҫ араны яҡын итеп килергә көс тапҡан Зинаида менән һөйләшеп ултырған Нәсимә әбейгә йылмайып күҙ һалды. Үткән быуаттың иң ҡанлы, иң шанлы ваҡиғалар шаһиты, фашистарҙы ҡыуырға туранан-тура үҙ өлөшөн индергән 2 ҡарт яугир әбей иҫтәлеге бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ауыл халҡы Нәсимә инәйгә тәүге күргәндәй йотлоғоп ҡарап ултырҙы, күбеһенең аяныслы яҙмышлы мәрйәне йәлләүҙән күҙенән йәш атылды. 60 йылдан һуң, ниһайәт, хужаһын эҙләп тапҡан ..Батырлыҡ өсөн” миҙалы тантаналы рәүештә Нәсимә әбейгә тапшырылыуын барыһы ла ҙур алҡыш менән ҡаршы алды.
...Ни ғәжәп, бөгөн Нәсимә инәйҙең төшөнә дәһшәтле яу яландары түгел, ә сәскәле болон керҙе. Имеш, Ғиниәте ҡоласын киң йәйеп уға табан атлай. "Настя-Нәсимәкәй, бәғерем, минең менән мәңгелек сәйәхәткә юлға сығырға ризаһыңмы?” "Әлбиттә, ризамын...”