Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2020, 13:49

Парлы типһен йөрәгегеҙ

“Ҡәйнәм менән ҡайнымдың бергә йәшәүҙәренә 50 йыл. Үҙ ата-әсәйем кеүек яҡын улар миңә, шул тиклем изгелекле, яҡшы кешеләр. Гәзиткә улар хаҡында яҙмаҫһығыҙмы икән?”, - тип бер көндө редакцияға Кинйәбулаттан Гөлсирә менән Әүхәт ДӘҮЛӘТОВТАРҘЫҢ килендәре Регина шылтыратты. Тирә-яҡҡа өлгө булған был матур ғаилә күптәрегеҙгә яҡшы таныштыр. Беҙҙе иһә килендәренең ҡәйнәһе менән ҡайныһын шул тиклем дә яҡын күреүе яуланы, һоҡландырҙы.

“Ҡәйнәм менән ҡайнымдың бергә йәшәүҙәренә 50 йыл. Үҙ ата-әсәйем кеүек яҡын улар миңә, шул тиклем изгелекле, яҡшы кешеләр. Гәзиткә улар хаҡында яҙмаҫһығыҙмы икән?”, - тип бер көндө редакцияға Кинйәбулаттан Гөлсирә менән Әүхәт ДӘҮЛӘТОВТАРҘЫҢ килендәре Регина шылтыратты. Тирә-яҡҡа өлгө булған был матур ғаилә күптәрегеҙгә яҡшы таныштыр. Беҙҙе иһә килендәренең ҡәйнәһе менән ҡайныһын шул тиклем дә яҡын күреүе яуланы, һоҡландырҙы.
Балаларына матур хеҙмәт һәм тәрбиә өлгөһө биреүҙәре менән үрнәк улар. Әүхәт Ишҡәле улы оҙаҡ йылдар ауыл Советын етәкләгән шәхес, ә Гөлсирә Минеғәле ҡыҙы балаҫ һуғыу, селтәр, ҡашмау яһауҙа тирәяҡта танылған ҡул эше оҫтаһы. Иң мөһиме - йәштән бөрөләнгән йылы тойғоларҙы улар ғүмер буйы бер тамсыһын сайпылдырмай һаҡлай, үҫтерә белгән.
Гөлсирә апай менән Әүхәт ағай – класташтар. Бала саҡта айырылмаҫ дуҫтар булһалар, үҫә төшкәс был тойғолары мөхәббәткә әүерелә. Йәшләй генә яралған хис ғүмерлек булып сыға. 9-сы кластан һуң егет Салауат индустриаль техникумына юллана, ҡыҙ шул уҡ ҡалала ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштерә. Уҡып һөнәр алғас, Әүхәт ағай йүнәлтмә менән Чита ҡалаһында механик булып эшләп өлгөрә. Алда Ватан алдындағы бурысты үтәү тора, ә егет хис-тойғоларының ныҡлығын, өлгөрлөгөн күрһәтә - әрмегә өйләнеп китә. Әүхәт хәрби хеҙмәттә саҡта йәш кәләше Салауатта ашханала эшләп йөрөй.
Ваҡыт һынауын да йәштәр лайыҡлы үткәрә. Һөйгәне әрменән ҡайтҡандан һуң Гөлсирә апай Салауатта йәшәү тураһында тәҡдим итеп ҡараһа ла, Әүхәт ағайҙы тыуған ауылы ныҡ тарта. Йәш ғаилә, шулай итеп, Кинйәбулатта төпләнергә ҡарар итә. Ҡалала булһынмы, ауылдамы, эштән ҡурҡмағандар бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай. Хеҙмәт кешене күтәрә, үҫтерә. Быны Гөлсирә менән Әүхәт Дәүләтовтар үҙ миҫалында дәлилләй. Ғаилә башлығы “Ударник” колхозына механик булып эшкә урынлаша. Тәжрибә туплау менән уға колхоз рәйесе вазифаһын да йөкмәтәләр. Эше менән хөрмәт ҡаҙана Әүхәт Ишҡәле улы, колхоздан һуң Байғужа ауыл Советы рәйесе булып эшләү дәүере – хаҡлы ялға сыҡҡансы 30 йыл хеҙмәт - үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй. Күп тапҡырҙар район Советына депутат итеп һайлана. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булыуын да Әүхәт ағай үҙ ҡаҙаныштары менән генә түгел, ә ҡатынының донъя көткәндә оло таяныс булыуы менән бәйләй.
Гөлсирә Минеғәле ҡыҙы ла эште һайлап тормай, нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килә. Ауыл китапханаһында эшләй, балалар баҡсаһында ашнаҡсы була, ауыл Советында белгес булып та хеҙмәт итә. Донъяларын да гөрләтеп алып бара Дәүләтовтар. Дүрт балаға – ике ул һәм ике ҡыҙға ғүмер биреп, үҙҙәрендә булған яуаплылыҡ, эшһөйәрлек сифаттарын уларҙың күңелендә лә бәләкәйҙән тәрбиәләйҙәр.
- Беҙҙе үҫтергәндә атай-әсәйебеҙ: “Тормошта бер нәмә лә еңел генә килмәй. Барыһы ла үҙеңдең хеҙмәтең, тырышлығың менән яулана. Егәрлелек кәрәк”, - тип өйрәттеләр. Икеһе лә эш тип йән атып торҙо. Хәҙер үҙебеҙҙең балаларға ла ошоно һеңдереп үҫтерәбеҙ, - ти Гөлсирә апай менән Әүхәт ағайҙың балалары.
Балаңдың балаһы балдан татлы, ти халыҡ. Дәүләтовтарҙың ҙур ғаиләһе хәҙер инде 9 ейән-ейәнсәргә, 1 бүләгә байыған. Уларҙы һөйөп-яратып, күҙ алдында үҫеүҙәрен күреүе менән бәхетле өләсәй менән олатай.
Кемгә нисектер, хаҡлы ялға сығыу Дәүләтовтарҙың тормоштарына яңы һулыш, яңы мөмкинлектәр өҫтәй. Йәшерәк саҡта күп ваҡыттарын эш “йотһа”, пенсияға сыҡҡас, үҙҙәрен тулыһынса ғаиләләренә, балаларына арнайҙар. Мал аҫрау, баҡса үҫтереү менән күңел һалып шөғөлләнәләр. Йәштәрҙән бер ҙә ҡалышмай дүртәр һыйыр аҫраған саҡтары була. Балалары өгөтләгәс, һуңғы йылдарҙа ғына эре малдарын бөтөргәндәр. Әле иһә кәзә тоталар, ҡымыҙ яһап файҙаһын күрәләр.
Матурлыҡҡа ынтылыш уларҙың булмышында. Яңы йылға ауылдарҙы биҙәү конкурсын ғына алайыҡ, Дәүләтовтарҙың ихаталары был мәлдә әкиәт ҡаласығына әүерелә. Ошо рәүешле ауылдаштары күңелендә байрам кәйефе уята алыуҙарына шат дәртле, егәрле пар.
Ғаиләлә бер-береңдең ҡыҙыҡһыныуын ҡеүәтләү, хуплау ҙа мөһим сифат. Дәүләтовтарҙан был йәһәттән дә күп нәмәгә өйрәнеп була. Гөлсирә апай боронғоса балаҫ һуғыу менән ҡыҙыҡһына башлағас, тормош иптәше ҡоролмаһын ҡороп, ҡатынын яңы һөнәргә дәртләндереп ебәрә.
- Ошо ғаиләгә килен булып төшөүем менән бәхетлемен. Үҙебеҙ өй һалып сыҡҡансы, 14 йыл бер йортта ғүмер иттек. Тәүге көндән үк атай, әсәй тип өндәштем. Уларҙан бер ҡасан бер ауыр һүҙ ишетмәнем. Үҙем ҡала ҡыҙы булғас, һыйыр һауыу, сөгөлдөр утау кеүек эштәрҙең барыһын да белеп бөтмәй инем. Ауыл тормошона ла уларҙың ярҙамы менән өйрәндем. Йортобоҙҙо эргәләренә генә һалып сыҡҡас, әле лә бергәбеҙ тип әйтһәк тә була. Үкенескә күрә үҙемдең атайым был донъянан бик иртә китте. Ҡайнымда мин атай хәстәрен, атай терәген тойҙом. Үҙ-ара шул тиклем ихтирамлы, йылы мөнәсәбәттәренә барыбыҙ ҙа һоҡланабыҙ, улар һымаҡ булырға тырышабыҙ, - ти килендәре Регина. Килен ҡәйнә тупрағынан ярала тигәндәй, Регина менән Рөстәм дә дүрт бала үҫтерә. Рухи ынтылыштары, балаларын тәрбиәләү алымдары менән гәзитебеҙҙең сағыу геройҙары булырлыҡ ғаилә.
Гөлсирә менән Әүхәт Дәүләтовтарҙың йорто йылылыҡ, ҡот бөркә. Оло йөрәкле, киң күңелле ғаиләлә һәр кем үҙен ҡәҙерле ҡунаҡтай тоя. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре генә түгел, бар туғандары өсөн күңел бөтөнлөгө биргән, көс-дәрт өләшкән урын ул уларҙың йорттары.
- Атай-әсәйебеҙгә ныҡ рәхмәтлебеҙ. Иң мөһиме уларға һаулыҡ теләйбеҙ. Беҙҙе шатландырып, оҙаҡ бәхетле йәшәһендәр ине, - Гөлсирә апай менән Әүхәт ағайға балаларының әйтелгән иң ҙур теләктәре ошо.
Бер-береңдең ҡәҙерен белеп, бер-береңә кәрәкле, мөхәббәтле булып йәшәүҙән дә ҙурыраҡ бәхет бармы икән? Был ғүмерлек тойғо кешенең күңелен үҫтерә, йәшәүгә көс-ҡеүәт өҫтәй. Дәүләтовтарҙа ата-әсәй нигеҙендә үк балалар күңеленә һалынған ошо сифаттар быуындан-быуынға күсә барһын.
Читайте нас: