Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2020, 12:20

Баҫыу батыры ҙурланды

Ошо көндәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров агросәнәғәт комплексы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте хеҙмәтсәндәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүсе 38 кеше араһында яҡташыбыҙ ҙа бар – Едих.Е.В. крәҫтиән-фермер хужалығы тракторист-машинисы Фаил УРАЗАЕВ “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәтсәне” исеменә лайыҡ булды.

Ошо көндәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров агросәнәғәт комплексы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте хеҙмәтсәндәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүсе 38 кеше араһында яҡташыбыҙ ҙа бар – Едих.Е.В. крәҫтиән-фермер хужалығы тракторист-машинисы Фаил УРАЗАЕВ “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәтсәне” исеменә лайыҡ булды.
Юғары дәүләт наградаһы алған яҡташыбыҙҙы эш урынында күреү маҡсаты менән Ҡанаҡайға юлландыҡ. Фаил Урал улы хужалыҡтың иң тәжрибәле механизаторҙарының береһе. Әле баҫыуҙарҙа бер аҙ эш кәмене, мәҡәләбеҙ геройын гаражда техника ремонтлаған мәлдә тап иттек.
- Ауыл мәктәбен тамамлағас та колхозда тракторсы булып эшкә урынлаштым. Тәүге тракторым “МТЗ-80” ине. Хәҙер 29 йылға яҡын техниканан айырылған юҡ. Йәйен комбайнда, яҙлы- көҙлө тракторҙа ер һөрөү, сәсеү – эшебеҙҙе аңлап тораһығыҙҙыр. Хужалыҡта быйыл байтаҡ техника яңыртылды, әле бына ҡеүәтле “Джон Дир” тракторында ер һөрәбеҙ, - тине Фаил үҙе кеүек ергә яҡын, эшенә тоғро ауыл хужалығы эшсәндәренең көндәлек хеҙмәте менән таныштырғанда. Әлбиттә, баҫыу-яландарҙың гөрләп ултырыуын күреү – ауыл кешеһе өсөн ышаныс, тормош дәрте сығанағы. Ошоно әйтергә теләне әңгәмәсем.
Ҡатыны Гөлназ Фәнис ҡыҙы менән 5 бала үҫтереүҙәрен белгәс, ихтирамым, һоҡланыуым тағы ла артты. Гөлназ мәктәптә ашнаҡсы булып эшләй, өлкән улдары Себерҙә тырыша, ҡалғандары әлегә атай-әсәй ҡанаты аҫтында - мәктәптә уҡыйҙар, балалар баҡсаһына йөрөйҙәр. Ауылдың бөгөнгөһө, киләсәге тап ошондай эшсән, ишле ғаиләләрҙә.
Хеҙмәттәшеңде республика кимәлендә ҙурлауҙары – коллектив, хужалыҡ өсөн дә ҙур мәртәбә.
- Фаил һәр эште еренә еткереп башҡара, тырыш. Йәштән эшкә бирелеп, тыуған ерен яратып йәшәгән ир-егет. Ябай ер эшсәне тырышлығы баһаланыуына беҙ бик шат, - ти гараж мөдире Миңлеғол Ҡотлоев. Эйе, был һүҙҙәргә ҡушылып, бөгөнгө көндә ауыл хужалығында тырышыусы барыһына ла оло рәхмәт әйтке килә. Йола буйынса, урып-йыйыу эштәре теүәлләнгәс, һәр йыл ошо ваҡытта был тармаҡта тырышыусылар һөнәри байрамдарын билдәләй. Форсат менән ҡулланып, районыбыҙҙа ауыл хужалығын күтәреүселәргә һаулыҡ, ныҡлыҡ, уңышлы хеҙмәт теләйбеҙ!
Фото: автор
Читайте нас: