Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2020, 12:03

Ҡойма ямғырҙағы туй (булған хәл)

Никахыбыҙҙан һуң теүәл бер йыл үтеүгә туй үткәрергә булдыҡ.Август айына тәғәйенләнгән тантанаға февралдә уҡ әҙерләнә башланым. Ул заманда бер төҫкә ҡоролған туйҙар модаһы сыҡҡан ғына ине, мин дә зәңгәр (фиолетовый) төҫтө һайлап, ихлас тотондом.

Никахыбыҙҙан һуң теүәл бер йыл үтеүгә туй үткәрергә булдыҡ.
Август айына тәғәйенләнгән тантанаға февралдә уҡ әҙерләнә башланым. Ул заманда бер төҫкә ҡоролған туйҙар модаһы сыҡҡан ғына ине, мин дә зәңгәр (фиолетовый) төҫтө һайлап, ихлас тотондом.

Туй күлдәген кем менән генә эҙләмәнем: әсәйем менән дә, апай менән дә, әхирәтем дә эҙләште, хатта ҡәйнәм менән дә барҙыҡ кибеткә. Өфөлә лә ҡараным, Магнитогорскийҙа ла. Ахырҙа береһендә - күлдәк, икенсеһендә болеро алдыҡ.

Туйға бер ай алдан ауылыма ҡайтып киттем. Имеш тә бығаса бергә йәшәмәгәнбеҙ, яңы ғына ҡауышасаҡбыҙ, кейәү кеше килеп төшһә выкуп-фәләндәрҙе лә үткәрербеҙ, тип шаярып.

Ҡайттым. Саҡырыу ҡағыҙҙарын, башҡа кәрәк-яраҡты матур лаванда төҫөндә эшләп бөттөм. Мәғниттә гөлләмәгә заказ бирҙем, кейәү кешегә һатып алыу "бурысын" йөкмәтеп.

Мәжлес үтәсәк урынға бронь эшләнек. Ул ваҡытта Асҡарҙа банкет залдары бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине, тиһәм дә алдамам. Танышҡан көнөбөҙ 17 август ине, никахыбыҙ бер йыл ара менән шулай уҡ 17 августа булды. Туйҙы ла теүәл бер йыл ара менән, йәғни 16 августа үткәрергә ине ниәт. Тик саҡ ҡына һуңлағанбыҙ, шуға ла туй көнөн 9 август итеп тәғәйенләнек.

Хыялдар, һөйөү тулы аҡ хыялдар.. Туйға тиклем көн һанаған татлы мәлдәр етте. Ҡайһы ғына ҡыҙ ашҡынып көтмәһен аҡ күлдәк кейеп һөйгәне менән ҡауышасаҡ көнөн?! "Бәйләнештә" селтәрендә лә көндәр һанап, иләҫ-миләҫ яҙмаларым да булманы түгел. Тик кешеләр нишләптер гел кире күҙлек аша ҡарап, һығымта яһарға әүәҫ ул?! "Был тиклем дә ашҡыныр икән кейәүгә, атай-әсәй йортонан ялҡҡандыр, инде түҙә алмай", тип хәбәр йөрөтөүҙәре сәпсим генә кәрәкмәһә лә, килеп инделәр барыбер ҡолаҡҡа. Быны ишетеп әсәйемдең күңеле кителде, мин дә көйһөҙләнеп алдым. Заманында түккән нервыларыбыҙҙы бөгөн кире туплап, һүҙ йөрөткән әҙәмдәргә әйтер инем: нисек уйлағығыҙ килә, шулай уйлағыҙ, был - һеҙҙең хаҡығыҙ. Мин иһә тыуған йорттан тиҙерәк ысҡыныу, тип түгел, берҙән-берем менән ғаилә булып, яңы тормош башларға ашҡындым. Һағындым, яраттым, тип әйтмәксемен.

Туйыбыҙға ике аҙна ҡалды тигәндә ямғырҙар башланды. Тәүлек әйләнәһенә йә шәбәйеп, йә тыныңҡырап шыптырлап яуып тик тора. Мин көн һайын Яндекспогода һәм Гисметеонан күҙҙе алмайым. Әммә сара юҡ, ямғыр ҙа ямғыр.. "Йә ярай, эрзинкә итегем бар ҙа инде. Борон кешеләр ыжғыр бурандарҙа ла өйләнешкән әле", тип үҙемде йыуатып ҡуям шунан. Уның ҡарауы, ямғырҙар туҡтарға уйламаны ла, шәбәйҙе генә.

Туйға бер көн ҡалды тигәндә атайым менән әсәйем иртә менән Магнитогорскийға юлланды. Кәрәк аҙыҡ-түлекте һатып алып, мәжлес үтәсәк кафеға ҡалдырып, кире өйгә әйләнеп ҡайтыу ине маршруттары.. Иртәнге һигеҙҙә сығып киткән атай менән әсәй киске унға саҡ ҡайтып инделәр.

Ул көндө мин дә ҡәҙимге кәләштәр һымаҡ әҙерләнергә тейеш инем. Күлдәгемде пар менән үтекләп алдым. Иртәгеһенә таң менән ҡалаға сәс ҡуйҙырырға, макияжға барырға тейеш инем. Барыһы ла килешелгән, һөйләшелгән ине. Атайымдар һаман ҡайтмағас, эсем боша башланы. Туғандар ҙа шылтыратып күңелгә шом һала. Фәҡәт беҙ Асҡарға бара торған трассаны Ҡушый ауылында йыуып алып киткән тип ямғыр.. Шылтыраталар ҙа һорайҙар, туй буламы ла юҡмы, буламы юҡмы. Мин күңелде төшөрмәҫкә тырышып, бар хәлемсә дәртле итеп "Була, әлбиттә" тип яуаплап ултырыш. Өй телефонына тыныслыҡ бөттө. Бер туҡтауһыҙ шылтыратыуҙар. Бөтәһенең дә бер һорау: буламы туй, юҡмы?!. Һауа торошо арҡаһында туйға килә алмайбыҙ, тигән хәбәрҙәр ҙә килә башланы телефон сымы буйлап.

Ауылдарҙы һыу баҫа башланы. Йылғалар ярҙарынан сыҡты. Өйҙәр һыу эсендә. Халыҡты Камаз һәм тракторҙар хәүефһеҙ ергә ташый башланы. Ә мин телефон янынан китә алмайым. Инде инәйем шылтыратҡайны, түҙмәнем, аҡырып тигәндәй иланым да ебәрҙем..
Эй илайым, паникаға бирелә башланым. Туйға әҙерләнергә кәрәк, ә минең илауҙан битем шешенгән.. Атайым менән әсәйем ҡайтып инде. Хәлдән тайғандар, кәйефһеҙҙәр, ҡараштары билдәһеҙлеккә төбәлгән. Барыһын да нисек бар, шулай һөйләп бирҙеләр.

Мәғнит базаһына өйрәнелгән Озерный ҡасабаһы эргәһенән үткән юл буйынса сығалар. Барып кәрәкле тауарҙы алып, ҡайтыр яҡҡа боралар. Ул заманға инде Озерный янынан үткән юлды һыу баҫҡан була, атайымдар үҙҙәре лә аңғармай ҡала, тегеләй-былай юлдар аша нисектер Нежный ҡасабаһы аша килеп сығалар.

Әҙерәк онотолған да инде хәҙер, һәр хәлдә әллә атайымдарға шылтыратып ала алмағандар, әллә һуң ғына сыҡҡандар бәйләнешкә, иллә мәгәр уларҙы Ҡушый ауылы янында кире борғандар, һәм Асҡарға икенсе юл менән барырға ҡушҡандар. Ә ул юл әлеге лә баяғы Озерный ҡасабаһы, Таштимер ауылы аша үтә. Килгән юлды тулыһынса тигәндәй кире барған ерҙә уларҙы гаишник туҡтата, сөнки юлды һыу баҫып, сәпсим күренмәҫлек була трасса.

Инде Асҡарға барып етеүҙең өсөнсө маршрутын һайлап ҡарай атайым менән әсәйем. Юлдаш ауылы аша, Айғырбатҡан янынан үтеп. Тик унда ла бәләкәй генә бер йылға ҙур ташҡынлыға әйләнеп, күперҙе йыуып алып киткән була. Ахырҙа минекеләр кире борола һәм Әлмөхәмәт аша юллана Асҡарға. Ҡалайтаһың, аҙыҡ-түлекте нисектер алып барып еткерер кәрәк бит.

Бөтә нәмә һыу булды, машина йөҙөп тигәндәй барҙы, тип һөйләнеләр әсәйҙәр аҙаҡ.

Төнгә ҡарай Марсель Өфөнән туғандары менән Красная Башкирия ауылына килеп төштө. Телефон аша ғына һөйләшелде, һәм Таштуй янындағы юл аша һыу ағып ятҡаны асыҡланды. Ҡушыйҙағы һымаҡ итеп ҡуймаһын инде, тип йөрәк уста ғына тотолдо ул кистә.

Гусев һәм Йәнгел яғындағы күперҙе бар хәлсә нығытып торҙолар тороуын. Бейек кенә булһа ла, һыу күперҙең өҫтөнән ағып ятты иҫте китәреп. Ышанмаҫлыҡ хәл. Хәҙер ул ерҙән үткәндә берәү ҙә ышанмай заманында ни булғанына. Ғәләмәтте үҙ күҙҙәре менән күргәндәр генә иҫләй уны.

Төнөн әпәт Марсель шылтыратып, Мәғниткә барып ятырға тәҡдим итте. Хәҙер юлға сыҡмаһаң, иртәгә сәс тә ҡуйҙыра алмаҫһың, макияжһыҙ ҙа ҡалырһың, һуңларһың, тине ул. Мин ҡаушаған килеш барлыҡ кейемемде, кәрәк-яраҡтарымды алдым да, Мәғниттәге инәйемә киттем йоҡларға. Юл ыңғайы Красная Башкириялағы Марселдың инәйенә һуғылдыҡ. Унда китте туғандар йыйылып. Барыһыла минең "ҡайғыны уртаҡлаша". Унан мин тағы ярһып иларға кереш..

Имтихандар тапшырып йөрөп, дәррәү туйға әҙерләнеп, һәм ошо һыу баҫыу менән байтаҡ ябыҡҡаным икән. Рәйсә инәй (йәне Зәннәттә булһын) мине весыға баҫтырып ебәреп, 45 кенә икәнемде күреп, "Кит, бер һарыҡтай ғынаһың", тигәне хәтерҙә. Хәҙер көлкө һымаҡ, ә заманында мин туйҙы бер аҙнаға күсерәйек, тип түгелеп илап Марселды өгөтләй инем.

"Бындай туй тураһында хыялланманым мин", тип әсе илай инем. "Нимә һөйләйһең?! Барыһы ла яҡшы, туғандар килгән, туй бынамын буласаҡ", тип яуапланы миңә Марсель. Уның ошо ышаныслы тауышы миңә бөгөн дә ныҡ ҡәҙерле һәм ныҡлы терәк тә. Шул мәлдә Хәсән апа ла ямғыр туҡтауы хаҡында әйткәс, мин байтаҡ тынысландым. Тышҡа сығып күк йөҙөндә бер-ике йондоҙ ҙа күргәс, сәпсим. Марсель мине Мәғниттәге инәйемә йоҡларға ҡалдырып ҡайтты. Илап-илап, төнгө икелә батырҙар йоҡоһо менән ауып киттем..

Таңдан тороп "прическаға", макияжға киттем. Юл ыңғайы телефон аша Марселға ҡайһы ерҙән минең гөлләмәне алырға икәнен аңлаттым.

"Выкуп". Ҡайҙан ғына булһын ти ул выкуп. Минең барлыҡ идеялар, уйҙар юҡҡа сыҡты, һуң дуҫ ҡыҙҙарым менән дә осрашып булманы бит. Инәйҙә йоҡланылды, етмәһә. Әллә үҙем-үҙемә выкуп эшләйемме икән, тигән уй ярты секундтай үтеп китте ул баштан. Кит, әҙәм көлдөрөп))

Буянып-төҙәнеп ҡайттым, кейендем әҙерләндем, Марселды көтә башланым. Атыштырып-сабыштырып йөрөп, кейәүкәйем һуңлап китте, ахырҙа регистрацияны бер сәғәткә күсерттек. Әҙермен, туй күлдәгендә инәйемдең ишек төбөндә сумаҙан өҫтөндә ултырам, тигәндәй. Бер мәл Марсель шылтырата: "Мин өлгөрә алмайым, әллә букетты үҙең барып алаңмы? Красная Башкирияға һине әллә Денис (ике туған ағайым, әлеге инәйемдең улы) алып килеп таштаһынмы?", - тип.

Мин тағы киттем ҡыҙып, әпәт аҡырып иларҙай хәлдә: "Һиңә ғөмүмән кәләш кәрәкме ул, яҡмы??!! Выкуп булманы былай ҙа. Исмаһам үҙең килеп ал!", - тип шай итеп ҡалдым.

- Аңланым, һине аңланым, - тине лә Марсель, ярты сәғәттән килеп тә етте артымдан. Тантаналы рәүештә миңә букет тоттороп, кәләште выкупһыҙ, мейе сереткес ғәләмәттәрһеҙ сығарып алып, киттек беҙ регистрацияға.

Ул мәлдә ямғыр булманы. Һирәк-мирәк ҡояш күренгеләп ҡыуандырҙы. Ағып киткән Ҡушый юлына нимәлер һипкәндәр ине. Дәүләт ауылы яғындағы күперҙәрҙе үткәнде иҫ китте, тауыҡ кисеп сығырлыҡ йылға шашып аға ине, күпер саҡ-саҡ ҡала ине урынында.

Туйҙан бер аҙна алда күрешкәндә тамадабыҙ Розалия әйткән ине: "Һеҙ икәү ниндәй кәйефтә булаһығыҙ, туй ҙа шундай хәлдә үтәсәк. Кейәү менән кәләш ҡаңғырып, ығы-зығыланып сыҡһа, байрам да нервы бөтөргөс була. Тыныс ҡына булһағыҙ, мәжлес тә ипле, матур үтер", тип.

Нисек??!! Ҡалайтып ҡына тыныс булаһың?! Йә Марсель юғала, йә фотограф килеп етә алмай, йә видеограф, йә тамаданы алып килер өсөн трактор кәрәк, йә туғандар килеп етә алмай, йә үҙебеҙ һуңлайбыҙ.

Үҙемдә саҡ-саҡ тынысланырлыҡ көс таптым, артабан туй матур, тыныс ҡына үтте, шөкөр.

Күпселек ҡунаҡтар килә алды. Һауа торошона, һыу ҡотороуына ҡарамай беҙҙең иҫтәлекле көнөбөҙҙө бергә үткәргәндәре, шатлығыбыҙҙы уртаҡлашҡандары өсөн ҙур рәхмәт уларға! Иремә рәхмәт: сабырлығы, һалҡын аҡыл менән эш иткәне, бар нәмәне үҙе йырып сыҡҡаны өсөн!

Фәҡәт шул көндө мин көслө булып, барлыҡ ығы-зығыны үҙ ҡулдарыма алырға маташҡан инем. Әммә фәҡәт шул көндә ғөмүмән улай итергә кәрәкмәгәнлеген аңланым. Үҙенең йылы һәм ышаныслы ышығында һаҡлап, мәшәҡәттәрҙе үҙе хәл иткән ирем барлығын төшөндөм. "Кейәүгә сығыу" йәки "иргә сығыу" төшөнсәһен тулы аңланым, ул тимәк "ышыҡта булыу". Һаҡлауҙа, яҡлауҙа көн итеү.
Читайте нас: