Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2020, 22:13

Бер-беребеҙгә йөрөшмәй торайыҡ

Уҙған аҙнала 16 кеше төрлө имгәнеүҙәр алған, уларҙың барыһына ла “03” хеҙмәте ярҙамы талап ителгән.

Уҙған аҙнала 16 кеше төрлө имгәнеүҙәр алған, уларҙың барыһына ла “03” хеҙмәте ярҙамы талап ителгән.
- Урамда йәрәхәтләнеү осраҡтары һаҡлыҡ тураһында онотоуҙы күрһәтә. Мәҫәлән, бер ауылда бәлиғ булмаған малай ҡыйыҡтан йығылып төшкән. Уны дауаханаға һалырға тура килде, - ти Ишембай үҙәк район дауаханаһының тиҙ ярҙам бүлексәһе мөдире Александр Смирнов.
Аҙна эсендә “03” экипажы 630 тапҡыр саҡырыуға сыҡҡан. 588 мөрәжәғәт итеүсегә ярҙам күрһәтелгән, 133 кешене дауалау учреждениеларына алып барғандар, уларҙың 108-ен госпиталләү талап ителгән.
Александр Владимирович билдәләүенсә, ошо бер нисә көндә пневмония осраҡтары кәмеүе күҙәтелгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, вирустарҙан һаҡланыу сараларын тулы күләмдә үтәү мөһим.
– Өй шарттарында изоляцияла ултырған оло йәштәгеләрҙе лә ауырыу аямай, - ти ул. - Бының сәбәбе – уларға йыш ҡына бер ниндәй билдәләре беленмәй ауырыған туғандарының, таныштарының килеп йөрөүендә. Шуға әлеге ваҡытта үҙ-ара аралашыуҙарҙы сикләргә кәрәк.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, “Тиҙ ярҙам”дың үҙендә хәлдәр тотороҡлана. Әлеге көндә саҡырыуҙарға ҡалала ете бригаданың алтауһы, районда ике машина йөрөй. Петровск дауаханаһы ҡарамағында ла “Тиҙ ярҙам” ҡабаттан эш башланы, ул медицина хеҙмәткәрҙәре ауырыуы арҡаһында туҡталып торғайны.
Читайте нас: