Үҙәк директоры Гөлнара Көҫәпҡолова әйтеүенсә, тәрбиәгә алынған балалар ғаиләлә күптән булһа ла, ата-әсәләр һәм балалар араһында мөнәсәбәткә ҡағылышлы һорауҙар тыуып тора. “Ғаилә усағы” клубы ағзалары үҙәктә айына бер тапҡыр осрашып торасаҡ. Ошо көндәрҙә үткән семинарҙа ҡатнашыусылар балаларҙы тәрбиәләүгә һәм белем биреүгә ҡағылышлы төрлө һорауҙарға туҡталды. Ата-әсәләрҙең психологик-педагогик белемдәрен күтәреүгә лә ҙур иғтибар бирелде.