Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Октябрь 2020, 11:10

Эштең сифаты менән алдырҙылар

Ишембайҙағы Күп функциялы үҙәк филиалы республика конкурсының “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе иң яҡшы күп функциялы үҙәк” номинацияһында еңеү яуланы.

Ишембайҙағы Күп функциялы үҙәк филиалы республика конкурсының “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе иң яҡшы күп функциялы үҙәк” номинацияһында еңеү яуланы.
Был конкурс йыл һайын хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктәр хеҙмәткәрҙәре һөнәренең абруйын күтәреү маҡсатында уҙғарыла. Күп функциялы үҙәктең Ишембай филиалы мөдире Татьяна Елепина әйтеүенсә, быйылғы конкурста ҡатнашыу өсөн 152 ғариза бирелгән булған. Еңеүселәр бер нисә номинацияла билдәләнгән. Һөҙөмтәлә Ишембай филиалы 6 хеҙмәтләндереү тәҙрәһенән алып 19 тәҙрәгә тиклемге ошондай уҡ учреждениелар араһында “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе иң яҡшы күп функциялы үҙәк” номинацияһында беренсе урын алған.
Конкурста ҡатнашыусылар бөтәһе 300 күрһәткес буйынса баһаланған. Улар араһында иң мөһимдәре – күп функциялы үҙәктәр хеҙмәткәрҙәре тарафынан дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең уңайлылығы һәм сифаты, клиенттарҙың ҡәнәғәтлелек кимәле. Шулай уҡ сиратта көтөү ваҡыты, ҡабул ителгән һәм тапшырылған документтарҙың һаны, власть органдары менән электрон үҙ-ара бәйләнештең яйға һалыныуы.
- Быйыл күп функциялы үҙәктең Ишембай ҡалаһындағы филиалы асылыуға биш йыл тулды, - ти Татьяна Викторовна. Ошо осорҙа ауырлыҡтар ҙа булды, шул уҡ ваҡытта уңыштарҙы ла барлай алабыҙ. Күп функциялы үҙәктә эшләү тәжрибәһе күп кенә йәштәр өсөн карьераларын уңышлы дауам итеүгә көслө этәргес булды. Бөгөн тотороҡло коллективыбыҙ бар, һәр белгес эштең сифаты мөһим икәнен аңлай.
Фото: Ольга Вәлитова.
Читайте нас: