Ҡушғәле: Ҡа-ҡа-ҡара әле, Ишәй, ниңә самогон һатыусыларға миҙал бирмәйҙәр икән? Ярыша- ярыша һаталар.
Ишғәле: Эйе шул! Ана бит Хәлфетдин дә: ,, Хаҡын арттырабыҙ инде, уның бит эше күп, мәшәҡәтле, етмәһә шәкәргә лә хаҡ артты,, - тип һөйләнә.
Ишғәле: Миҙал таҡһалар, исем бирһәләр, моғайын, хаҡын әҙерәк төшөрөрҙәр ине, һис юғы тултырыбыраҡ ҡойоп бирерҙәр ине.
Ҡушғәле: Ҡа-ҡа-ҡара әле, Ишәй, Хәлфетдиндә былай ҙа завод кеүек тә инде, нисә бутылка алһаң да була. Тик аҡсаһыҙ бирмәй шул, ,,чёрный список,, ка теркәп торһа ла була инде… бына бит 10 һум ғына тулмағайны…
Ишғәле: Һоло-бойҙай, арпа-көрпәгә лә алыштыра ул, Өйҙә улары ла бөтөп китте. Кисә, аптырап, мал тоҙон алып сыҡтым бит. Бисә әрләй башлағайны,- Ниңә үҙең башты төҙәтмәйһең?,, - тинем дә йыға һуғып сыҡтым да киттем. Үҙе эсмәгәс, хәлгә инә белмәй, наҙан бисә! Шул ваҡыттан ҡайтмағанмын әле.
Ҡушғәле: Ми- мин шуға бисә алмайым, Сәхәүетдин ағайҙа аҙна яттым да ҡуйҙым. Пенсияһы бөтмәһә тағы ятыр инем әле.
Ишғәле: Ул ней пенсияһын шул самогонсыларға таратып бирә инде. Беҙҙең ней эш юҡ, ней пенсия… Ярай бисә эшләй әле.
Ҡушғәле: Ҡа-ҡа-ҡара әле, Ишәй, эсмәһәк, әллә беҙ ҙә самогон заводы асыр инекме икән? Бына йәшәр инек типтереп!
Ишғәле: Байып китер инек… Юҡ, асмайыҡ, бай кеше һаран була.
Ҡушғәле: Ни- ниңә беҙ яҙып та бирербеҙ, баштары ауыртһа төҙәтеп тә ебәрербеҙ. Мин бисә алып ебәрермен, ул һатып торор, беҙ самогонды ҡыуып ҡына бирербеҙ, ә, Ишәй?
Ишғәле: Эй, Ҡушай, Ҡушай, тыумаған ҡолондоң билен һындыраһың бит. Лутсы әйҙә, Хәлфетдингә барып тағы баш һалып ҡарайыҡ, юғиһә баш ярылып килә, ир кеше бит, аңлар, хәлгә керер, моғайын.
Ҡушғәле: Э-э-эйе шул, берәй эшен булһа ла эшләшербеҙ.
Бергә йырлап сығалар:
Баш ауырта, баш ауырта
Кәрәк бит төҙәтергә.
Шешәһе бар – эсендә юҡ
Инде ни хәл итергә?
Эх-ма…
Алыштырып алыр инек
Бөткән һоло-арпаһы,
Инде кемдән һоранаһы,
Кемддән ,,сәмәй,, табаһы?
Эх-ма?