Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь 2020, 16:03

Яңы Георгиевкала яңы ФАП

Ауыл халҡы фельдшер-акушер пункттарына күҙ терәп тора. Ҡалаға йөрөмәй генә сәләмәтлегеңде хәстәрләй алыу һәр яҡтан уңайлы, ә әлеге коронавирус таралыуға бәйле хәлдә бигерәк тә көнүҙәк.

Ауыл халҡы фельдшер-акушер пункттарына күҙ терәп тора. Ҡалаға йөрөмәй генә сәләмәтлегеңде хәстәрләй алыу һәр яҡтан уңайлы, ә әлеге коронавирус таралыуға бәйле хәлдә бигерәк тә көнүҙәк.
2019-2020 йылдарҙа Ишембай районында 4 яңы фельдшер-акушер пункты төҙөлдө. Улар Һайран, Яңы Георгиевка, Иҫке Һәйет һәм Ғүмәр ауылдарында урынлашҡан. Һайран һәм Яңы Георгиевкала ФАП-тар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә булдырылһа, Иҫке Һәйеттә һәм Ғүмәрҙә муниципаль район хакимиәте тырышлығы менән биналар типовой проект буйынса бюджеттан тыш сараларға төҙөлгән. Ошо ике ауылдағы ФАП-ты Ишембай үҙәк район дауаханаһы ҡарамағына рәсми тапшырыу бер ни тиклем ваҡыт алды.
Әле Скворчихала төҙөлөш эштәре тулы ҡеүәттә бара, 2021 йылда ауыл халҡы заманса һаулыҡ пунктлы буласаҡ.
Яңы Георгиевка ауылына юлланыуыбыҙ маҡсаты, әлбиттә, халыҡ фекерен ишетеү ине. Бында модулле ФАП төҙөлөүенә иң ныҡ ҡыуанған кеше - ауыл халҡының сәләмәтлеге һағында тороусы фельдшер Айһылыу Әбсәләмовалыр, моғайын. Ишембай районында тыуып-үҫкән ҡыҙ Салауат медицина колледжын тамамлаған һәм быйыл йәй “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса Яңы Георгиевка фельдшер-акушер пунктына эшкә килә. Хәстәрлекле белгес ҡарамағында ауылдағы 264 кеше.
- Ҡышын ФАП-ҡа йөрөүселәр бер аҙ кәмей. Сөнки ауылда йәйен генә йәшәгәндәр байтаҡ. Эшем оҡшай, ауырыуҙарға мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышам. Йыш ҡына ололарға өйҙәренә йөрөргә тура килә. Бөтә уңайлыҡтары булған бинала эшләүе күңелле. Тиҙҙән компьютер ҙа килтерәсәктәр, - тип уртаҡлашты Айһылыу Әбсәләмова.
Йәш белгес көн дә Ишембайҙан йөрөп эшләй. Ауылдаштар Айһылыу Рәис ҡыҙын үҙ һөнәрен яратыуы, хеҙмәтенә яуаплы ҡарағаны өсөн ихтирам итә.
- Беҙҙең кеүек оло йәштәгеләр өсөн яңы фельдшер-акушер пункты асылыуы бигерәк тә ҡыуаныслы. Быны күптән көтә инек. Әлеге пандемия осоронда үҙәк дауаханаға табиптарға эләгеүе ҡатмарлы, унда йөрөүе лә хәүефле. Айһылыу бик кешелекле, иғтибарлы, рәхмәт уға, - ти Нәзирә Хисмәтуллина.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты бөтә санитар нормаларға, заман талаптарына яуап бирә. Пациенттарҙы ҡабул итеү, процедуралар, дарыу препараттарын һаҡлау бүлмәләре бар. Сирләмәүең яҡшы, ә шулай ҙа сәләмәтлегең менән ул-был хәл булғанда Яңы Георгиевка халҡы үҙҙәрендәге мөмкинлектәргә, үҙҙәренең фельдшерына таяна ала. “Ауыл табибы” федераль программаһында ҡатнашыусы белгестәргә бер миллион һумлыҡ аҡсалата сертификат бирелһә, “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса 500 мең
һумлыҡ дәүләт ярҙамы ҡаралған, төп шарт - ауыл ерендә кәмендә 5 йыл эшләргә ризалыҡ һәм урта медицина белемле булыу.
Фото: автор
Читайте нас: