Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь 2020, 23:57

“Ҡатындан ҡасып, баҡсала ятам әле...”

Айҙар ағайға 67 йәш. Беҙҙән алыҫ түгел күл буйында ҡараулы ғына матур баҡсаһы бар, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем шунда булыша. Бер нисә көн элек йөрәк дарыуы һорап килгән.

Айҙар ағайға 67 йәш. Беҙҙән алыҫ түгел күл буйында ҡараулы ғына матур баҡсаһы бар, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем шунда булыша. Бер нисә көн элек йөрәк дарыуы һорап килгән.
- Һеҙ ҡалаға ҡайтманығыҙмы ни? – тип һораным аптырап.
- Юҡ әле...
- Был һыуыҡта баҡса өйөндә нисек йәшәйһегеҙ һуң?
- Электр йылытҡысы ҡуйҙым.
- Улай икән... – тип ағайға кәрәкле дарыуҙы табып, стакан менән һыу тотторҙом.
Ул арала ағай хәлен һөйләп алды.
- Ятам әле мәрйә ҡатындан ҡасып. Өйгә ҡайтһаң да, тыныслыҡ юҡ. Бында, исмаһам, йәнде талап, игәүсе юҡ. Һин, һеңлекәш, гәзиттә эшләйһең бит әле. Шуны берәй яҙ әле, бәлки, беҙҙең башҡорт егеттәренә фәһем булыр.
Студент саҡта үҙебеҙ йыш йөрөгән ашханала ошо Ольга еңгәгеҙҙе осраттым. Зәңгәр күҙле, етен сәсле, йылмайып ҡына йөрөгән ҡыҙ ниңәлер күңелгә ятты бит. Һауыт-һаба йыуыусы булып эшләй икән. Аралашып, һөйләшеп йөрөй башланыҡ. Оля ашнаҡсыға уҡыған, “ошонда бер урын бушаясаҡ, шуны көтәм”, тине. Ысынлап та, тиҙҙән ашнаҡсы булып эшләй башланы. Минең тамаҡ һыйлыға әйләнде.
Оҙаҡ дуҫлашып та йөрөмәнек, ике ай тигәндә өйләнештек. Мин уҡып бөткәнсе уларҙың коммуналь фатирында, ата-әсәһе, ике ҡустыһы янында тығылып йәшәнек. Ҡайным һиҙҙермәһә лә, ҡәйнәм ҡыҙының һайлауын һис тә өнәмәй һәм быны аҙым һайын белдерә ине. Баҡтиһәң, әсәһенең минең кандидатураға ҡырҡа ҡаршы булыуын белгән Оля “йөккә уҙҙым” тип алдаған икән.
Тиҙерәк фатирлы булыу маҡсаты менән институттан һуң милицияға эшкә барҙым. Ысынлап та, тәүҙә ятаҡтан бүлмә бирҙеләр, ҡыҙыбыҙ тыуғас, ике бүлмәле фатир асҡысы тотторҙолар.
Насар ҙа йәшәмәнек кеүек, икәүләп эшләнек, аҡса ла етте, машина ла, башҡаһын да алдыҡ. Әммә бына хәҙер килеп аңланым: дөрөҫ йәшәмәгәнмен икән. Элегерәк, көнө-төнө тигәндәй эштә булғас, артыҡ иҫ китмәгән. Ә бит тап ана шул милләт айырмалығы арҡаһында электән дә ығы-зығы булып ала торғайны. Ҡыҙҙы ла тулыһынса үҙҙәренеке итеп үҫтерҙе.
Йәш саҡта беленмәй, олоғайғас, ҡыйын икән ул. “Юлдаш” радиоһын ҡабыҙһам да оҡшамай, телевизорҙан башҡортса яңылыҡтар ҡарарға ла ярамай. “Опять...” тип башлай ҙа йөҙ һүҙгә етә. Һөйләһәң, күп инде...
Шуға ятам әле бына. Бында, исмаһам, башҡортса йыр тыңлаһам да, тапшырыу ҡараһам да, әрләүсе, һөйләнеүсе юҡ. Әйтер һүҙем шул: егеттәр үҙ милләтенән кәләш алырға, ҡыҙҙарыбыҙ үҙ башҡортобоҙға, һис тә булмаһа, мосолманыбыҙға кейәүгә сығырға тырышһын...
Фото: vladtime.ru
Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: