Йәмғиәт
30 Октября 2020, 12:00

“Алға” резиденттары арта

Башҡортостанда “Алға” махсус иҡтисади биләмәһенә тағы ике көслө инвестор ҡушыла.

Башҡортостанда “Алға” махсус иҡтисади биләмәһенә тағы ике көслө инвестор ҡушыла.
Ошо аҙнала Республика Хөкүмәтендә беренсе вице-премьер Илшат Тажетдинов эксперттар советы ултырышы үткәрҙе. Видеоконференция тәртибендә барған сарала инвесторҙар проекттары менән яҡындан таныштырҙы. “ДоГа” финанс төркөмө, патентланған асыштарға нигеҙләнеп, ҡалдыҡ углеводород газдарын хуш еҫле углеводородҡа эшкәртеү буйынса производство төҙөргә ниәтләй. Был нефтехимия өсөн төп сеймал – бензол, толуол-ксилоль фракцияһы һәм метанлы газ. Шулай уҡ предприятие өҫтәмә рәүештә электр энергияһын да булдыра ала. Инвестор 2 млрд һумдан ашыу аҡса һала һәм йөҙләгән эш урыны булдырырға әҙер. Төҙөлөштө бер нисә айҙан башлау күҙ уңында тотола. “ДоГа” финанс төркөмө“ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2015 йылда Дмитрий Донцов тарафынан булдырылған һәм Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылында теркәлгән. Быйыл июль айында барлыҡҡа килгән Ишембайҙың “ЗУР” компанияһы иһә светодиод лампалары заводы төҙөйәсәк. Юлдарҙы, йәмәғәт урындарын, сәнәғәт объекттарын яҡтыртыуҙа был продукцияға һорау ҙур. Компанияның генераль директоры, эшҡыуар Ринат Зөбәйҙуллин проектҡа 300 миллион һум инвестициялап, 50 эш урынын булдырырға ниәт иткән.
“Яңы эш урындары булдырыу һәм һалым базаһын киңәйтеүҙән тыш, инновациялы технологияларҙы ҡулланыу, шул иҫәптән үҙебеҙҙең илдекен, был проекттарҙың өҫтөнлөгө булып тора. Эске һәм тышҡы баҙарҙа һорау менән ҡулланылған продукция сығарыласаҡ. Шуны ла билдәләргә кәрәк, ике проект та тирә-яҡ мөхит сифатын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк. Мәҫәлән, “ДоГа” компанияһы тарафынан бер ыңғайҙан нефть һәм нефть заводы газдарын эшкәртеүгә яңы ысул индереү экологик хәлде яҡшыртырға ярҙам итәсәк”, - ти вице-премьер - Башҡортостан Хөкүмәте аппараты етәксеһе, Эксперт советы рәйесе Илшат Тажетдинов.
“Алға” махсус иҡтисади зонаһы быйыл 27 июлдә РФ Хөкүмәте ҡарары менән Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә булдырылды, дөйөм майҙаны 468 гектар тәшкил итә. Дүрт майҙансыҡ тармаҡ кластерҙары буйынса планлаштырылған. Махсус иҡтисади зонаның тәүге резиденттары - “Аркада” (эш кейемдәре етештерә) һәм “М Синтез” (дизель яғыулығы өсөн присадка) компаниялары. Перспективалы инвестиция портфеле 100 млрд һумға баһалана, 4 меңгә яҡын эш урыны булдырыу күҙаллана.
Читайте нас