Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2020, 10:05

Өләсәй бәхете ейәндәрҙә

28 октябрҙә Рәсәйҙә һәм донъяның тағы 30 илендә Халыҡ-ара өләсәйҙәр һәм олатайҙар көнө билдәләнә икән. Был байрамдың асылын, нимәгә өндәүен аңлатып тороу ҙа кәрәкмәйҙер. Быуындар бәйләнеше көслө, ғаиләләребеҙ ныҡ булһын тигән маҡсат менән йәшәйбеҙ. Был йәһәттән Уразбай ауылынан Сөйөмбикә инәй бик бәхетле. Ейән-ейәнсәрҙәре редакцияға бына ниндәй хат ебәргән.

Әсәй, өләсәй… Ер йөҙөндәге иң гүзәл, яғымлы һәм наҙлы зат. Һүҙебеҙ Уразбай ауылында йәшәүсе Сөйөмбикә Хәсән ҡыҙы ҒӘББӘСОВА – яратҡан өләсәйебеҙ тураһында.
Өләсәйебеҙ 1945 йылдың 26 октябрендә тәбиғәттең иң матур төҫтәргә мансылған мәлендә донъяға килгән. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, оло быуын менән бер рәттән колхоз эшендә ҡайнаған. Йәйен бесән сабып, кәбән ҡойоп, сөгөлдәр баҫыуын иңләп, көҙөн ырҙын табағында гөрләп эшләй, йәшәй ул осор йәштәре.
Ул 18 йәшендә генә Ишҡәле Муллағол улы Ғәббәсов менән сәстәрен-сәскә бәйләп, донъя ҡора. Биш балаға ғүмер бүләк итеп, барыһына ла төплө белем биреп, оло тормош юлына сығаралар. Әлеге көндә балаларының һәр береһе тормошта үҙ юлдарын табып, ата-әсә булыу бәхетенә ирешеп, татыу донъя көтә.
Сөйөмбикә өләсәйебеҙ – алтын ҡуллы, изге күңелле, көслө рухлы, ярҙамсыл кеше. Уның әҙерләгән аштары, ихлас күңелдән мейестә бешергән икмәк-бәлештәре телеңде йоторлоҡ. Күҙ нурҙарын түгеп бәйләгән ойоҡ-бейәләйҙәрен әле булһа ла рәхәтләнеп кейеп туҙҙырабыҙ.
Уның һәр саҡ ихлас көлөп-шаяртып һөйләшеүе күңелдәребеҙҙе күтәрә. Шуға ла беҙ, уның ете ейәне һәм алты ейәнсәре, форсат сыҡҡан һайын өләсәй янына ашығабыҙ. Һәр башланғысыбыҙға фатихаһын биреп, уңыштарыбыҙға ҡыуанып, изге доғаларын уҡып, теләктәр теләп тора ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, олатайыбыҙҙы тик фотоһы аша ғына беләбеҙ.
Өләсәйебеҙгә бәхетле тормош, һәр ваҡыт һау-сәләмәт булып, балаларынан, ейән-ейәнсәрҙәренән тик яҡшы хәбәрҙәр генә ишетеп тороуын теләйбеҙ. Өләсәй, оҙаҡ йәшә, беҙҙең менән бәхетле бул!
Читайте нас: