Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Октябрь 2020, 19:52

ҠУРҠЫУ ТҮГЕЛ, ҺАҠЛАНЫУ КӘРӘК

...Тәүҙәрәк ышанмайыраҡ ҡыланғандарҙы ла уҡытты, инандырҙы был вирус. Ҙур хаҡ менән.

...Тәүҙәрәк ышанмайыраҡ ҡыланғандарҙы ла уҡытты, инандырҙы был вирус. Ҙур хаҡ менән.
Көн дә төрлө сығанаҡтарҙан шомло хәбәрҙәр алып, күпме ауырыған, һауыҡҡандар иҫәбен уҡып, ишетеп белеп торабыҙ. Иң борсолдорғаны шул - медицинабыҙ был хәлде ниндәй эҙемтәләр менән үткәреп ебәрер? Бөтә көстө COVID-19 менән көрәшкә ташлағанда башҡа сирҙәр аҙып китмәһә ине.
Рәсми сығанаҡтарҙан тыш интернеттағы күп төрлө мәғлүмәт иң айыҡ аҡыллыларҙы ла шик-хафаға һалырға мөмкин. Ә бит психологик йәһәттән бирешмәү, юҡ бар тойғоларға бирелмәү – был осраҡта иң мөһиме. Ҡурҡыу – үҙе үк организм өсөн зыянлы тойғо. Үҙебеҙҙе, ғаиләбеҙҙе вирустан һаҡлау сараларына битараф булмайыҡ, табиптар кәңәшен тотайыҡ, иммунитетты нығытыуға ҙур иғтибар бирәйек, тип әйтер генә түгел, ҡысҡырыр хәлгә еттек түгелме? Госпиталдәрҙә, дауаханаларҙа коронавирустан дауаланып ятҡандарҙың интернет селтәрендәге яҙмалары – үҙе бер һабаҡ. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы, мөслимә Зөлфиә Мостафа ҡыҙы Ғүмәрова ла ошо көндәрҙә үҙ сәхифәһе аша яҡташтарға мөрәжәғәт итте. Уны, орфографияһын һаҡлап, гәзит биттәрендә лә килтереүҙе урынлы тип таптыҡ. Имен-аман булайыҡ, берберебеҙҙе һаҡлайыҡ!
“Бөгөн һеҙгә Ишембай инфекция больницаһынан яҙам.
Дүртенсе көн инде минең һәм бында эләккән ауырыуҙарҙың эргәһендә тәүлектәр буйы скафандрҙар кейгән медицина хеҙмәткәрҙәре һәм санитаркалар йүгерә. Бында тик оло йөрәкле, Гиппократ антына тоғро булған мәрхәмәтле кешеләр генә эшләй. Беҙгә бар белемен, күңел көстәрен һалып, медсестралар Илмира, Гөлнара, Люда, Әминә,
Гөлимә, Розалия, табип Альбина Фәрис ҡыҙы һауығырға ярҙам итә. Ваҡытында системаһын ҡуялар, уколын яһайҙар. Яғымлы итеп һөйләшәләр, күңелде күтәрәләр. Әҙ генә хеҙмәт хаҡына бында килеп эшләргә теләүселәрҙән дә сират тормай. Санитаркалар Дания, Нәзирә, Света, Айһылыу бөтә урынды еренә еткереп таҙарталар. Әллә нисә хеҙмәткәрҙең эшен үҙҙәре алып баралар. Көнө-төнө ауырыуҙарҙың хәлен еңеләйтер өсөн тырышҡан ҡыҙҙарҙың һәр береһенә миҙал бирерлек, һәйкәл ҡуйырлыҡ. Ябай табиптар, медсестралар, санитаркалар наградаларҙан, премияларҙан ситтә ҡалмаһын ине.
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, беҙҙең үҙебеҙгә лә һаҡ булырға кәрәк. Күп кеше булған ергә йөрөргә ярамай. Кафеларға тантаналарға, тыуған көндәргә, Ҡөрьән уҡыу мәжлестәренә, ерләүҙәргә йөрөүҙе туҡтатып торорға кәрәк. Һаҡланыу сараһын күрмәһәң, аҙаҡ үкенергә тура килер.
Бөгөн һәр бер мәжлес үткәреүсе енәйәтсе хөкөмөндә. Зинһар, иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
Оло йөрәкле, бҽҙҙҽң һаулыҡ һағында тороусы ошо ҡәрҙәштәребеҙҙе, Аллаһ Тәғәлә үҙе һаҡлаһын, Рәхмәт һәм Бәрәкәт ишектәрҽн асһын, икҽ донья изгелектәре насип итһен”.
Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәте һәм Үҙәк район дауаханаһы вәкилдәре ҡатнашлығында үткән брифингта Ишембайҙағы эпидемиологик хәл буйынса һәм “Юғары әҙерлек” режимын индереү тураһында” Башҡортостан Башлығы Указына үҙгәрештәр керетеүгә бәйле мәғлүмәттәр еткерелде.
13 октябрҙә Ишембай Үҙәк район дауаханаһының инфекциялы сирҙәр бүлексәһендә 36 койкаға иҫәпләнгән ковидгоспиталь эшләй башланы.Терапия бүлексәһе мөдире Айгөл Әхмәтйәнова әйтеүенсә, әлеге көндә ул тулы. Коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙең 26 проценты уны бер ниндәй симптомһыҙ үткәрһә, 35 процентында киҫкен респиратор вируслы инфекция һәм коронавирус, 39 процентында дауахананан тыш пневмония һәм коронавирус күҙәтелгән. Үҙегеҙҙә шикле билдәләр һиҙгән осраҡта, белгестәр бер тауыштан поликлиникаға йөрөмәҫкә, табип йәки “Тиҙ ярҙам” хеҙмәтен саҡыртырға өндәй.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 26 октябргә ҡарата биргән мәғлүмәттәр буйынса пандемия башланғандан алып Ишембай районы муниципаль районында коронавирус инфекцияһы менән 204 кеше сирләгән.
Читайте нас: