Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Октябрь 2020, 10:25

АШ ТӘМЛӘТКЕС ЭҘЛӘГӘНДӘ... (хикәйә)

Был мәжлесте ҡормаҫ өсөн Рәйсә байтаҡ тартҡылашты. Юҡ, Ғафуры ныҡ тора:– Минең тыуған көн. Әйҙә, күршеләргә генә өндәшәбеҙ, Гөлзада менән Хәбир керергә риза. Нимә, мине бөтөнләй кешегә һанамайһыңмы әллә? – тип өгөтләне ире.

Был мәжлесте ҡормаҫ өсөн Рәйсә байтаҡ тартҡылашты. Юҡ, Ғафуры ныҡ тора:
– Минең тыуған көн. Әйҙә, күршеләргә генә өндәшәбеҙ, Гөлзада менән Хәбир керергә риза. Нимә, мине бөтөнләй кешегә һанамайһыңмы әллә? – тип өгөтләне ире.
– Тағы йыйылышабыҙ ҙа, эсәбеҙ. Аҡса әрәм итеүҙән ни фәтеүә? Был айға фатирға түләнмәгән, – тип ҡаршылашты ҡатыны.
– Аҡсаһыҙ ултырмайбыҙ. Ас кеше һымаҡ һөйләйһең дә ҡуяһың. Үткәнен дә калымдан алып ҡайтҡан өс мең ҡайҙа? Ана бит, ҡайҙа тотонғаныңды ла хәтерләмәйһең.
Хәтерләй Рәйсә. Табип витаминдар ҡабул итергә ҡушты. Ә унһыҙ булмай. Бына әле лә күңеле уйнап тора. Кисәгенән айнып бөтмәгән иргә ентекләп аңлатып торһонмо? Барыбер файҙаһы булмаясаҡ.
– Ярай, – тип ризалашты ҡатын. – Тик, ҡара уны, араҡыны бер генә шешә алаһың.
– Бер шешә? Һин нимә, мине мыҫҡыл итәһеңме әллә? Гөлзада менән Хәбиргә бер литр ҙа етмәйәсәк. Юҡ, күрмәгән тыуған көнмө, әҙәм мәсхәрәһенә ҡалып, сыҡырып та тормайым! Миңә булһа, һәр ваҡыт шул булыр инде.
– Ярай, улайһа, ике шешә. Үҙең беләһең, мин эсмәйем, – тип ризалашҡандай булды ҡатын.
– Өс шешә һәм бөттө! Сығып китәм дә, күберәк эсеп ҡайтам!
– Йә, ярай, үпкәләмә! Тик, арзан, тип суррогат алып ҡайтма! Ысын араҡы булһын! Йә, ағыуланып ҡуйырһығыҙ.
Ир ҡатынын ҡосаҡлап алды, үпте, сәстәренән һыйпаны:
– Әй, минең матурҡайым! Алтыным бит һин минең! Әл дә генә һин барһың!
Өҫтәл аҫтында уйнап ултырған Тимурҙың ҡысҡырғаны ишетелде:
– Мин асыҡтым! Бөгөн ашайбыҙмы?
***
Күңелле генә табын ҡорҙолар. Гөлзада менән Хәбир бүләк итеп Ғафурға “штурмовка” килтергәндәр. Тегеһе кейеп тә алды. Маҡтанып, ара-тирә ҡарап, каратэ алымын күрһәтте.
– Оһо! – тине Гөлзада, һоҡланыуын йәшермәй. – Һин Шварцнегерға оҡшап тораһың да инде!
– Ә мин кемгә оҡшағанмын? – тине инде иҫереп алған Хәбир. – Ниңә мине оҡшатмайһың?
– Уф, ҡәҙерлем! Һин – Нурис инде! Сәк-сәк Нурис! Һиңә берәү ҙә етә алғаны юҡ!
Хәбир килгәндә үк башында бар ине, бында бер сәғәт тә ултырманы, тамам иҫерҙе. Ауыр кәүҙәле, ярты залды алып торған диванға саҡ һалдылар. Урыны бушағайны, Гөлзада эргәһенә Ғафур күсеп ултырҙы. Ултырҙы ла, үҙ-ара һайраша ла башланылар. Оҡшаманы был Рәйсәгә, көпә-көндөҙ нимә ҡыйланалар. Гөлзадаһы Ғафурҙың ауыҙына инеп бара, ә тегеһе ултыра инде, шапағын йәйеп.
– Ашағыҙ, бына – билмән, – тип хужабикә тәрилкәләрҙе ултырытып сыҡты.
– Бигерәк майлы. Соусың юҡмы? – тип ҡалағын күтәрҙе Гөлзада. – Эй, белмәнем. Сумкама һалып булһа ла, алып килә инем.
Ҡатындың төрттөрөүен аңлап, Ғафур хихылданы:
– Минең бисә һәр ваҡыт шулай, бер нәмәһе булһа, икенсеһе мотлаҡ юҡ. Бына нисә йыл йыл түҙеп йәшәйем инде. Гөлзада, Гөлзада, әйт әле, ни эшләп һеҙҙең балағыҙ юҡ? – тип һөйләнде Ғафур.
– Ниңә уны минән һорайһың? Ана ята, Хәбиргә өндәш. Соусың булмаһа, саҡ ҡына уксусың бармы? – тип ныҡыша Гөлзада.
– Миңә әйтегеҙ, ярҙам итермен, – ти Ғафур. Икәүләп, хихылдашалар.
Түҙә Рәйсә, өндәшмәй. Шулай ҙа, сыҡты, төптә ултыра икән, ярты шешә самаһы аш һеркәһе алып керҙе. Гөлзада ике ҡалаҡ шыйыҡсаны билмән өҫтөнә тамыҙҙы.
– Оһо! Бына ашарлыҡ булды!
Диванда Хәбирҙең лауылдағаны ишетелде:
– Миңә бер йөҙ грамм бирегеҙ әле! Нимәгә килдем мин бында?
Ғафур һикереп тороп, йүгереп барып, тегеһенә тоттора һалды. Хәбир, эсеп тә бөттө, ҡоланы һәм тағы йоҡлап китте. Йорт хужаһы:
– Ни эшләп һинең соусың юҡ? Мин тыуған көнөмдә ни эшләп соусһыҙ билмән ашап ултырырға тейеш? Тиҙ генә алып ҡайт! Мин һине... Ҡасан беҙҙең ҡатындар ирҙе ҡәҙерләргә өйрәнер икән?..
Рәйсә түҙмәне. Эргәлә бәләкәй генә магазин бар, шунда сығып килмәһә, булмаҫ. Ҡабаланып, сығып йүгерҙе. Барып керһә:
– Апай, бөттө бит әле, кискә килтерәләр, – тип тора һатыусы ҡыҙыҡай.
Рәйсә ары йүгерҙе. Анау юл сатында магазиндың ҙурырағы бар. Кеше әҙ генә икән. Иренең калымдан ҡалған меңлеген тотторғайны, кире ҡайтара торған аҡсаһын саҡ йыйҙылар.
***
Ә фатирҙа бөтөнләй көтөлмәгән, ытырғаныс хәл күҙәтелә ине. Әллә Гөлзада, әллә йорт хужаһы үҙе бер-береһен этеп-төртөп йоҡо бүлмәһенә инеп киттеләр, хатта ишекте лә ябып торманылар...
Күп йүгереүҙән хәле бөткән Рәйсә тупһала аҙға ғына туҡталды. Ни эшләйҙәр икән? Соус алып кил, тип сығарып ебәрҙеләр бит әле. Уф, Хоҙайым! Әллә яңғыҙ ғына ҡалырға теләнеләрме икән? Юҡҡа ишеген бикләп сыҡты, асҡысын таба алмай йонсоно.
Ә был ваҡыт Хәбир башын күтәрҙе. Әле һаман айнып бөтмәгән, ә күңеле һаман араҡы таптыра. Күршелә генә кемдәрҙеңдер аһылдашҡаны ишетелә. Хәбирҙә уларҙың ҡайғыһы юҡ. Ана, өҫтәлдә уны ымһындырып, шешә ултыра. Иҫерек ир шешәне алды ла, баш түбән әйләндереп, ауыҙына ҡоя башланы. Һыу ҡушылмаған аш һеркәһе тәүҙә ауыҙҙы өтөп, аш юлына ҡойолдо һәм ашҡаҙанды яндырып, иргә артыҡ ғазапланырға ла мөмкинлек бирмәне... Хәбир әле өҫтәлгә тотонорға теләгәйне, ләкин ашъяулыҡтың ситенә генә йәбешеп өлгөрҙө һәм бар өҫтәлде һыпырып төшөрөп, гөрһөлдәп, иҙәнгә ҡоланы. Шул ваҡыт, ниһәйәт, Рәйсә килеп инде, теге яҡтан итәген һыпырып, һөрәнләй-һөрәнләй Гөлзада йүгереп сыҡты, салбарын эләктереп тороусы Ғафур арты менән борола һалды.
Өҫтәл аҫтынан ҡото осҡан Тимур йүгереп, килеп сыҡты...
Р. Ғәлимов
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: