Халыҡ дауаханаһының файҙаһын күптәр белә, тормошта ҡуллана. Ҡайһы берҙә дарыу-уколдар ярҙам итмәгән осраҡта тап халыҡ дауаһы алымдары ифрат килешеп ҡуя. Һеҙҙең иғтибарға аяҡтың һыҙлауын баҫа торған рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Өс ҡап лавр япрағын алырға. Уның береһен 10 литрлыҡ биҙрәләге һыуға һалып, ҡайнатып сығарырға. Һыуҙы бешмәҫлек булғансы һыуытырға һәм 20 минут дауамында аяҡты ошо һыуҙа тоторға. Унан йылы ойоҡ кейергә кәрәк.
Һыуҙы түгергә ашыҡмағыҙ, таҙа туҡыма менән өҫтөн ябып ултыртығыҙ. Иртәгәһенә ошо уҡ һыуға икенсе ҡаптағы лавр япрағын һалып ҡайнатырға һәм кисәгесә аяҡты 20 минут тығып ултырырға. Өсөнсө ҡапты ла ошолай уҡ ҡулланырға.
Бындай дауаны ярты йыл һайын ҡабатларға мөмкин. Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙламаһын, сәләмәт булығыҙ!