Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2020, 16:05

Бар Маҡарҙа бер йорт...

Районыбыҙҙың Маҡар ауылы йылдан-йыл ҙурая, матурлана. Бындағы һәр йорт - ҙурмы ул, бәләкәйме, зиннәтле биҙәлгәнме йә ябайыраҡмы – үҙендә тарих һаҡлай. Һәр өй үҙе генә белгән, хужаларына ғына билдәле атай-бабайҙар, туған-ырыу иҫтәлеген йәшәтә.

Районыбыҙҙың Маҡар ауылы йылдан-йыл ҙурая, матурлана. Бындағы һәр йорт - ҙурмы ул, бәләкәйме, зиннәтле биҙәлгәнме йә ябайыраҡмы – үҙендә тарих һаҡлай. Һәр өй үҙе генә белгән, хужаларына ғына билдәле атай-бабайҙар, туған-ырыу иҫтәлеген йәшәтә.
Бәләкәй сағымдан мине Оло урамда торған ике ҡатлы таш йорт һоҡландыра торғайны. Ул саҡта был йортто “детдом” тип йөрөтөлдө. Унда Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һәм унан һуң етем ҡалған балалар тәрбиәләнде. Минең күҙ алдыма улар егәрле, уҡыуға сәмле егеттәр-ҡыҙҙар булып баҫа. Балалар йортоноң әллә күпме аты, һыйыры бар, Һикәҙе йылғаһы буйындағы Тирмән быуаһы янында йәшелсә баҡсалары. Ошоларҙың бөтәһен дә улар тәрбиәләне, ҡараны. Әлеге көндәге ошондайыраҡ пансионаттар, балалар йорттарындағы тәрбиәләнеүселәр менән уларҙың хеҙмәткә ҡарашы ер менән күк араһы кеүек.
Алтмышынсы йылдар башында балалар йортон ауылдан күсерҙеләр. Тиңдәштәребеҙҙән, мәктәптәштәребеҙҙән айырылышыу ҡыйын булды. Аҙаҡ был бинала мәктәп кластары, ауыл ҡулланыусылар йәмғиәте (сельпо), Көнбайыш Урал геология эҙләнеү партияһының конторалары булһа, бөгөнгө көндә был бинала егәрле эшҡыуар Шәрифә Юлғотлина етәкселегендәге сауҙа-ял итеү комплексы урынлашҡан.
Башҡорт дәүләт университетында уҡыған осорҙа доцент М.Г.Рәхимҡолов: “Ошо китаптарҙы уҡып сығығыҙ, бәлки таныш урындар осрар”, тип беҙгә китаптар тәҡдим иткәйне. Уҡый торғас, мин М.В.Авдеевтың “Тауҙар” тигән әҫәренә юлыҡтым. Шул әҫәрҙән һеҙгә бер өҙөк килтерәм.
“Верхнеуральск-Стәрлетамаҡ коммерция трактынан һулға боролғас, беҙҙең ҡаршыбыҙға тауҙар баҫты. Уя аҫтында ярайһы
уҡ ҙур ауыл урынлашҡан.
Ташлы кисеүҙе үтеп, йылға ярына күтәрелгәс, башҡорттар әйтмешләй, план буйынса теҙелгән өйҙәрҙе уҙғас, осло манаралы ағас мәсетте артта ҡалдырып, 9 тәҙрәле, штукатурланған оло йорт алдына туҡтаныҡ. Был башҡорт йәшәгән йорт ине.
Башҡортостандың төпкөлөндәге, ауылға оҡшаған ҡаланан 100 саҡрым алыҫлыҡтағы ярлы ауылда ошондай йортто осратыу, мине алдан иҫкәртһәләр ҙә, ҡыуаныслы хәл ине. Руссалап Мәхмүт Абдрахимыч тип исемләнгән хужа, быға тиклем кантон начальнигы ла булғас, ни өсөн ошондай йорт һалып инеүенә лә аптырарлыҡ түгел. Әле ул сауҙа менән шөғөлләнә икән. Ауыл халҡынан кейек тиреләре йыйып, алмашҡа донъя кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек биреп, ике яҡтан да мул табыш алып йәшәй.
Йортта һәр урында Европа һәм Азия көнкүрешенең ҡатнашыуы һиҙелеп тора. Әйтеүебеҙсә, йорт урам яҡтан - туғыҙ, тыҡырыҡҡа ҡараған ете тәҙрәһе менән Төмәндәге бер бай өйөн хәтерләтә. Тәҙрә рамдары һәм ҡапҡастары мосолмандар яратҡан асыҡ йәшел төҫкә буялған. Йорттоң мезонины һәм күтәрмәһе нәзәкәтле колонналар менән биҙәлгән.
Өй эсендә лә Европа һәм Азия йоғонтоһо һиҙелеп тора. Соланға сыҡҡан ишек йәшел материал менән ҡаймаланған алһыу сарьян бронза сөйҙәр ярҙамында биҙәлгән. Уң яҡтағы ҙур бүлмәлә пружиналы йомшаҡ диван һәм сәтләүек ағасынан яһалған рамдағы ҙур көҙгө һоҡландырҙы. Бындайҙар баш ҡала өйҙәрендә лә һирәк осрай. Стеналарға беркетелгән төрлө матур сәғәттәр ҙә бындағы хужаның зауығы тураһында һөйләй. Киләһе бүлмәләрҙә тулыһынса Азия хакимлыҡ итә. Стеналар буйлап зиннәтле келәмдәр һәм кейеҙҙәр менән биҙәлгән киң урындыҡ. Яҫтыҡ, мендәрҙәр тәҫләп урынлаштырылған. Ҡаҙауҙарға эленгән зиннәтле халат, түбәтәйҙәр, затлы сәлләләр ҙә бында йәшәүселәрҙең кемлегенә ишара яһай. Киләһе бүлмәләрҙә хужаның ике ҡатыны йәшәй икән. Уларҙың күңелле тауыштары ишетелеп-ишетелеп ҡала..."
Ошо урында М.В.Авдеевтың “Тауҙар” повесын күсереүҙе туҡтатып, артабанғы ваҡиғалар үҫешен: трагик мөхәббәт, Маҡар тирә-яғын һүрәтләгән ғәжәп матур пейзаждарҙы
ҡыҙыҡһыныусыларҙың үҙ ихтыярына ҡалдырайыҡ.
М.В.Авдеевтың был әҫәре 1851 йылда “Отечественные записки” журналында баҫылып сыҡҡан, йәғни бынан 170 йыл самаһы элек. Ошонан сығып Маҡар ауылының символы, туристар өсөн тарихы бик тә ҡыҙыҡ объект булырҙай йорттоң йәшен самаларға мөмкин.

Читайте нас: