Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь 2020, 23:52

Әсә бөйөклөгө балаларҙа

Изгелекле, күңеле матур кешеләрҙең йөҙҙәренән дә нур балҡып тора. Иҫәкәй ауылында ғүмер итеүсе 85 йәшлек Раҡыя Сәхиулла ҡыҙы Солтанбаева ла фәһемле тормош юлы үткән, ихтирамлы инәйҙәрҙең береһе. Үҙе хаҡында маҡтау һүҙҙәре һөйләгәнде яратмауы, баҫалҡы холҡо ла уның эске булмышын асыусы бер сифат. Яҙмыштың ҡаты һынауҙарына бирешмәгән инәй ысындан да бөгөнгө йәштәр өсөн көслө рух, ныҡлыҡ өлгөһө.

Изгелекле, күңеле матур кешеләрҙең йөҙҙәренән дә нур балҡып тора. Иҫәкәй ауылында ғүмер итеүсе 85 йәшлек Раҡыя Сәхиулла ҡыҙы Солтанбаева ла фәһемле тормош юлы үткән, ихтирамлы инәйҙәрҙең береһе. Үҙе хаҡында маҡтау һүҙҙәре һөйләгәнде яратмауы, баҫалҡы холҡо ла уның эске булмышын асыусы бер сифат. Яҙмыштың ҡаты һынауҙарына бирешмәгән инәй ысындан да бөгөнгө йәштәр өсөн көслө рух, ныҡлыҡ өлгөһө.
Раҡыя Сәхиулла ҡыҙының тамырҙары тәбиғәттең иҫ киткес йәмле мөйөшөнә һыйынып ҡына ултырған Иҫәкәй ауылына тоташҡан. Бар ғүмере ошонда үтә. Тормош уға һынауҙарҙың төрлөһөн ҡуя. Балалыҡ осоро һуғыш йылдарына тура килә. Атаһының ғүмере лә ошо ҡәһәрле һуғышта өҙөлә. “Һыйыр аҫырағас, беҙ бик асыҡманыҡ, ауырлыҡҡа бирешмәнек”, - тип бала сағын хәтерләүҙән башланды әңгәмәбеҙ.
Үҫеп буй еткергәс, ошо ауыл егете Әбдрәфиҡҡә тормошҡа сыға. Бер-бер артлы ете балалары – алты улдары һәм бер ҡыҙҙары донъяға килә. Балалар һөйөп үҫтерер, ең-һыҙғанып дәртләнеп йәшәр саҡта Раҡыя инәй ҡайғының ҡатыһын кисерә - 39 йәшендә генә ире вафат була. Ул ваҡытта балаларының өлкәне - 14, кесеһе 3 кенә йәшлек була. Донъя йөгө тартыу, балалар бағыу тулыһынса йәш ҡатын иңенә төшә. Ләкин Раҡыя инәй менән һөйләшкәндә, уның ауыҙынан “Ауыр булды” тигән бер генә һүҙ ҙә ишетмәнем.
- Туғандар һәйбәт, ярҙамсыл ине. Балаларым тыңлап торҙо. Балалар менән донъя көттөм мин, - тине ул сабыр ғына.
Ана шул сабырлығы, эшкә егәрлелеге менән ете балаһын да аяҡҡа баҫтыра ул. Үҫә килә бер-бер артлы ҡул араһына инә баралар.
- Беҙ әсәйемдең күҙенә ҡарап торҙоҡ. Бер генә әйтеп тыңлата белде ул беҙҙе. Тәүҙә эшеңде бөтөр, тип өйрәтеп үҫтерҙе. Бер ваҡиға ныҡ хәтерҙә ҡалған: телевизорҙа бик ҡыҙыҡлы кинофильм бара, шуны ҡарап бөтәйек тә бесәнгә сығырбыҙ тип ултырһаҡ, ул арала әсәйем ҡул арбаһын алған да һөйрәп ҡапҡанан сығып та бара. Артынан тороп йүгергәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Шулай, күп һөйләп торманы ул, - тип бәләкәй саҡтағы күптәнге ваҡиғаны ла иҫләп алды балалары. Раҡыя Сәхиулла ҡыҙы ғүмер буйы ауылдағы ағас эшкәртеү комбинатында тырыша, үҙ хужалығында малтыуарын аҫрарға ла өлгөрә.
- Әсәйемдең беҙҙе бик иркәләп ултырырға ваҡыты ла булмағандыр. Ләкин беҙ уның наҙын, һөйөүен тойоп үҫтек. Ул үҙенең өлгөһө менән тормоштоң ҡаршы елдәренә бирешмәҫкә өйрәтте, - ти Раҡыя инәйҙең ҡыҙы Рәзилә.
Туғандарҙың бер-береһе өсөн өҙөлөп тороуы был ғаиләлә бәләкәстән һалынған. Балалар әсәйҙәренә ҡарата хәстәрлекле булып үҫә. Мәктәп йәшендә генә булһалар ҙа, бер нисә көн үҙҙәре мал ҡарап, донъя көтөргә һүҙ ҡуйышып, баш ҡалаға театр ҡарарға ебәреп күңел ялы бүләк итәләр. Раҡыя инәйҙең спектаклдәр, театрға һөйөүе олоғайғас та һүрелмәй. Мөмкинселек булғанда, ҙур сәхнә артистарының сығышын Өфөгә барып ҡарай. Әйткәндәй, инәй йәш сағында үҙе лә моңло тауышлы булған, йырларға яратҡан. “Йырлап алһам, күңелгә рәхәт булып ҡала торғайны”, – тип әйтеп алды ул. Китап һөйөүҙе лә балаларына әсәй кеше бәләкәйҙән һеңдерә.
- Әсәйгә ҡарап беҙҙә лә әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу тыуҙы. Ҡайһы бер китаптарҙы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыр инек. Әсәйебеҙ әле лә “Торатау” гәзитенең бер һанын да ҡалдырмай уҡып бара, - тигән һүҙҙәрҙе ишетеү, әлбиттә, беҙҙең өсөн үҙе бер ҡыуаныс, оло быуындан эшебеҙгә баһа ине. Йылдар артынан йылдар үтә. Балалары буй еткереп, берәмберәм үҙ аллы донъя көтә башлауҙарына ла байтаҡ ваҡыт үткән. Оло йөрәкле, хәстәрлекле әсә һәр балаһына матур итеп туйҙар үткәреп, оло тормош юлына сығара. Балаларының, кейәүкилендәренең үҙ-ара татыу, бер төптән булыуҙарына һөйөнөп йәшәй ҡартлығында Раҡыя инәй. Нәҫелдән килгән умартасылыҡ шөғөлө лә юғалып ҡалмаған. Игеҙәк улдары Кәрим менән Сәлим тәжрибәле умартасылар.
- Әсәйем яғынан Сәхиулла олатайым, ҡартолатайым Ғәлиулла ла заманында умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Олатайым һуғыштан атаһына: “Минең дә солоҡтарымды ҡара”, - тип хат яҙған булған. Әсәйем дә элек умарта тотто. Бәләкәй саҡта уға ярҙам итә, ҡараша торғайныҡ, - тип һөйләне Кәрим Солтанбаев. Әйткәндәй, ул бер нисә йыл элек Данил улы менән умартасыларҙың республика конкурсында ҡатнашып, “Умартасылар династияһы” номинацияһында 2-се урын яулаған. Шулай уҡ Сәлимдең пилорама асып үҙ эшен булдырыуы ла нәҫелдең йүнсел, егәрле булыуы тураһында һөйләй. Солтанбаевтарҙа тыуған ергә һөйөү, нәҫел-нәсәбең алдыңда яуаплылыҡ тойғоһо көслө. Раҡыя инәйҙең биш балаһы Иҫәкәй ауылында йорттар һалып донъя көтә. Өләсәй, тип өҙөлөп торған 21 ейән-ейәнсәре һәм 19 бүлә-бүләсәре булыуы менән бәхетле бөгөн Раҡыя инәй. Әлеге көндә улы Альфред менән килене Фәнзиләнең күркәм донъяһында рәхәт ғүмер итә, башҡа балаларында ла көтөп алынған ҡунаҡ ул.
- Әсәйебеҙ ауырыуҙарға бирешмәһен, оҙаҡ йәшәһен. Донъя тотҡаһы ла, тормошобоҙ йәме лә ул. Ҡәҙерле кешебеҙ эргәлә булғанда аҙымдарыбыҙ ышаныслы, - ти балалары.
– Балаларыма рәхмәтлемен, улар арҡаһында ҡартлығымда ошолай ҡәҙер-хөрмәттә йәшәйем. Һәр береһен яратам, һағынып көтөп алам, - тип һүҙгә ҡушыла
һала Раҡыя инәй ҙә.
Дауамы матур, көслө Солтанбаевтар нәҫеленең. Әсә бөйөклөгө тәрбиәле балаларҙа, һәр береһенең туғандарым, тыуған ауылым, тип йәшәүендә.
Фото: автор.
Читайте нас: