Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь 2020, 11:00

Имен булһын йөрөр юлдар

“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының филиалы булып торған Салауат пассажирҙар автотранспорт предприятиеһында эшләүсе Ришат Рәхимов - коллективта ҙур хөрмәт ҡаҙанған водитель. Ҡырҡ йыллыҡ хеҙмәт стажы осоронда күпме юлдар үткән ул!

25 октябрь – Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө

“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының филиалы булып торған Салауат пассажирҙар автотранспорт предприятиеһында эшләүсе Ришат Рәхимов - коллективта ҙур хөрмәт ҡаҙанған водитель. Ҡырҡ йыллыҡ хеҙмәт стажы осоронда күпме юлдар үткән ул!
Егет водитель һөнәрен әрмегә тиклем үк алып өлгөрә. 1980 йылда, хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас та, ошо предприятиеға эшкә урынлаша. Яуаплы, үҙенә талапсан водителгә пассажирҙар йөрөтөү бурысын ышанып тапшыралар.
- Юлда йөрөү күңелемә оҡшай. Шул уҡ ваҡытта һөнәреңдең ҙур яуаплылыҡ талап итеүен дә оноторға ярамай. Халыҡ менән тығыҙ эшләгәс, төрлө хәлдәргә әҙер булырға кәрәк. Иң мөһиме – кешеләр именлеге, - ти Ришат Минеәхмәт улы.
Ҡыяуыҡ егетенең техника менән ҡыҙыҡһыныуы бала саҡтан килә. Атаһы колхозда тракторсы булып эшләгәс, бәләкәйҙән уның эргәһендә был һөнәр нескәлектәрен күреп-белеп үҫә. Мәктәптә уҡығанда уҡ трактор йөрөтөүгә таныҡлыҡ ала. Армияға киткәнсе атаһының ярҙамсыһы булып, трактор йөрөтөүҙә тәжрибә туплай.
Йылдар үткән һайын һөнәре менән яңғылышмауын аңлай, үҙ эшеңең оҫтаһы булараҡ коллективында хөрмәт ҡаҙана Ришат Минеәхмәт улы.
- Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө менән барлыҡ хеҙмәттәштәремде тәбрикләйем. Юлдарыбыҙҙың һәр ваҡыт имен, уңышлы булыуын теләйем, - тигән ҡотлау һүҙҙәрен дә әйтергә онотманы.
Руль артында Ришат Рәхимов кеүек һөнәрен хеҙмәте менән ҙурлаған водителдәр барҙа сәфәрҙәребеҙ имен булыр, оҙон юлдарҙың да ауырлығы тойолмаҫ.
Фото: автор.
Читайте нас: