Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь 2020, 15:33

“Һинән башҡа бер йүнле ир юҡ донъяла!”

“Танышҡанда барыһы ла яҡшы булды, хатта бер-беребеҙҙән айырыла алмай инек. Икебеҙ ҙә яңғыҙлыҡтан миктәп, ғаилә ҡороп йәшәү бәхетенә кинәнеп туя алманыҡ. Тик йылдар үтә килә ҡорған “оя”быҙ тарҡала башланы...”

“Танышҡанда барыһы ла яҡшы булды, хатта бер-беребеҙҙән айырыла алмай инек. Икебеҙ ҙә яңғыҙлыҡтан миктәп, ғаилә ҡороп йәшәү бәхетенә кинәнеп туя алманыҡ. Тик йылдар үтә килә ҡорған “оя”быҙ тарҡала башланы...”

Ләйсәндең әйтеүенсә, ире­нең сираттағы ҡыла­нышы ата-әсәһе эргәһенә ҡайтып йә­шәргә мәжбүр иткән. Баҡтиһәң...

Ҡатынды иренең һәр ба­ғананан тиерлек көнлә­шеүе тамам ялҡытҡан. Ул хатта хәләл ефетенең әхирәттәре менән аралашыуын да оҡ­шатмай икән. “Ярты сәғәткә магазинға сыҡһам да, эҙләй башлай. Телефоныма шылтыратып, уны ишетмәү йәки янымда булмау сәбәпле, һөйләшә алмаһам, иремдең фантазияһы тағы “уйнай” баш­лай. Уныңса, мин ошо ва­ҡытта башҡа ир менән осрашам... Был хәлдәр тамам ялҡытты. Мин, хәҙер инде дүрт бала әсәһе, башҡа ир-егет тураһында уйлап ултыра тиме икән? Өҫтәүенә бәлә­кәсенә – бер нисә ай ғына...”

Был йәмһеҙ күренеш­тәр­ҙең барыһына ла көнләшеү сәбәпсе, тип уйлай ҡатын. “Һи­нән башҡа бер йүнле ир юҡ донъяла, тип тә әйтеп ҡа­райым. Юҡ, барыбер үҙгәр­мәй...”

Ләйсән ошолар хаҡында һөйләгәндә, киң билдәле Дездемона менән Отелло образдары хәтергә төштө. Был осраҡта ла ҡатын һәр саҡ тиерлек ир алдында аҡлана. Ә уныһы, киреһенсә, быларҙы үҙенә хыянат итеү дәлилдәре булараҡ ҡабул итә.

Үҙенең уңышлы икәнлеген хис итеү мөмкинлеге генә ошондайҙарҙы был холҡонан бер аҙ ҡотолдора ала, шуға күрә психологтар ҙа эргәһен­дә көнләш­кән ҡатыны йәки ире булғандарға хәләленең уңыш-ҡаҙаныштары хаҡында йышыраҡ телгә алырға кәңәш итә. Ҡыҙғаныу тойғоһо менән хитланғандарға иһә төрлө низағтар ойошторорға ашыҡ­маҫҡа, барыһы хаҡында ла етди һәм тыныс һөйләшеп ҡарарға кәрәк.

Көнләшеүҙең төп сәбәп­тәре – үҙ-үҙеңә ышанмау­сан­лыҡ, яңғыҙлыҡтан, хәләлеңде юғалтыуҙан ҡурҡыу. Ошолар хаҡында уйлап ҡарарға кәңәш итә психологтар. Әгәр кемдер был “бәйлелек”­тән ҡотола алмай икән, икенсе ярты­һының унан айырылып китеү хоҡуғы ла бар икәнлеге хаҡында оноторға ярамай.

Үткәндәрҙе барлап, уларға ваҡытын­да һығымта яһап, яңылышҡан, күңелдә насар тәьҫир ҡалдырған күре­нештәрҙе оноторға тырышып, алға аныҡ пландар ҡороп йәшәргә кәңәш итә белгестәр. Шул уҡ ваҡытта көнләшеүҙә ике яҡтың да ғәйебе барлығын әйтәләр. Бер-бе­реңдең хаталарын төҙәтә барған ос­раҡ­та ғына ғаилә тормошоноң көйләнеүе ихтимал, тиҙәр. Ысынбарлыҡта барыһы ла шулаймы икән?..
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне
Читайте нас: