Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь 2020, 15:40

Быуындарың һыҙлаймы?

Быуындар һыҙлауынан ололар ғына түгел, балалар ҙа йыш ыҙалана. Был ауырыу бер кемде лә ситләп үтмәй ҡалмай. Әгәр ҙә быуындарығыҙ һау булһын тиһәгеҙ, түбәндәге ысул һис шикһеҙ ярҙамға килер.

Быуындар һыҙлауынан ололар ғына түгел, балалар ҙа йыш ыҙалана. Был ауырыу бер кемде лә ситләп үтмәй ҡалмай. Әгәр ҙә быуындарығыҙ һау булһын тиһәгеҙ, түбәндәге ысул һис шикһеҙ ярҙамға килер.
Бының өсөн ике аш ҡалағы нашатыр спирты (5 процентлы) һәм сайырлы скипидар (живичный скипидар) һәм ике сей йомортҡа кәрәк. Скипидар шешәһендә ГОСТ билдәһе булыуы мотлаҡ. Барыһын да бергә ҡушып яҡшы итеп туғырға. Ҡуйы, һары ҡаймаҡ кеүек шыйыҡса килеп сығасаҡ. Шуны төнгөлөккә яурын һәм тубыҡтарға һөртөргә. Хатта уның менән аяҡ һәм ҡул бармаҡтарына ла ыуып сыҡһағыҙ ҙа була. Быуындар һыҙлауы бер һөртөүҙән үк юҡҡа сығасаҡ.
Читайте нас: