Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2020, 20:37

Миҙал хаҡы – кеше ғүмере

Беләгенә ҡарама, йөрәгенә ҡара, тиҙәр яҡташыбыҙ Сергей Лукьянцев кеүек башҡаларҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн үҙен аямаған кешеләр тураһында. Уҙған йома муниципаль район хакимиәтендә 10 йәшлек малайҙы ҡотҡарғанда һәләк булған ирҙең ғаиләһенә Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы тапшырылды.

Беләгенә ҡарама, йөрәгенә ҡара, тиҙәр яҡташыбыҙ Сергей Лукьянцев кеүек башҡаларҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн үҙен аямаған кешеләр тураһында. Уҙған йома муниципаль район хакимиәтендә 10 йәшлек малайҙы ҡотҡарғанда һәләк булған ирҙең ғаиләһенә Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы тапшырылды.
Бынан дүрт йыл элек 34 йәшлек Сергей Лукьянцев Тәйрүк йылғаһында батып барған малайҙы күреп, уны-быны уйлап тормаҫтан ярҙан һикерә. Йәрәхәттәр алған ҡотҡарыусы баланы һыуҙан этеп сығарыу менән иҫен юғалта. Экспертиза күрһәтеүенсә, ирҙең муйын умыртҡалары зыян күргән була.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн күптәр бәләгә тарыған кешегә битараф ҡарашта. Сергей Лукьянцев кеүек оло йөрәклеләр бик һирәк осрай, - тип һүҙ башланы Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең урынбаҫары Александр Лопухов. - Беҙ тәүҙә Сергей Владимировичҡа «Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» Рәсәй дәүләт наградаһын юллап ҡарағайныҡ, әммә уны үлгәндән һуң бирмәйҙәр. Һөҙөмтәлә геройҙың ғаиләһенә «Ҡаһарманлыҡ өсөн» республика миҙалын тапшырыу ҡарары сығарылды.
Ҡотҡарыусының ҡатыны, Оксана Юрьевна, ике улын яңғыҙы үҫтерә. Аталарының өлгөһөндә тәрбиәләнгән Алексей менән Илья әсәләренә терәк булырҙай аҡыллы, рухлы егеттәр. Ҡотлау мәлендә әйтелгән һүҙҙәрҙе улар күҙ йәшһеҙ ҡабул итә алманы.
Сергей Лукьянцевҡа награда юллау мәсьәләһе ҡатмарлы шарттарҙа бер нисә йыл дауам итә. Уның батырлығына битараф булмаған ишембайҙар ҙа был эшкә ҡушыла. Был сараға Башҡортостан Республикаһы ремонт-төҙөлөш ойошмалары һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары эшселәренең профсоюз рәйесе Евгений Сорокотяга ла үҙ өлөшөн индерә.
- Ишембай йәмәғәтселәре ҡултамғалар йыйып, төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеп күп йөрөнө. Был эштә яҡташығыҙ Рәйсә Йосопованың тырышлығы ҙур. Иң һуңынан ҡул ҡуйылған документтар һәм ошо проблеманы яҡтыртҡан хат Мәскәүгә Рәсәй Федерацияһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына ебәрелде. Ведомство вәкилдәре беҙҙең профсоюзға рәхмәт белдереп, яуап яҙып ебәрҙе. Ошо йылдың ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының рәйесе Фәрит Ғүмәровтан Сергей Лукьянцевтың наградаға рәсми тәҡдим ителеүе тураһында хәбәр килде, - тип ихлас уртаҡлашты Евгений Александрович.
Шуныһы үкенесле, шатлыҡлы хәбәрҙән һуң күп тә үтмәй Сергейҙың әсәһе фажиғәле һәләк булып ҡала. Әсә ғәзиз балаһының батырлығы баһаланыуын белеп китте, тип кенә үҙебеҙе тынысландыра алабыҙ.
Сергей Лукьянцев кеүек ярҙамға мохтаждарҙы урап үтмәгән ҡыйыу, намыҫлы кешеләр барҙа, йәмғиәттә тәрбиә, кешелеклелек ҡанундары ҡаҡшамаҫ. Аталарының яҡты рухы, батыр исеме улдарын оҙата барһын.
Читайте нас: