Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2020, 17:13

Әҙип арабыҙҙа кеүек тойолдо

Ҡаланың Башҡорт китапханаһында Ишембай картиналар галереяһы менән берлектә “Тормош йылғаһы: Рафаэль Ҡадиров ижадында Мостай Кәрим” тип аталған кисә үтте. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арналды.

20 октябрь – Мостай Кәримдең тыуған көнө

Ҡаланың Башҡорт китапханаһында Ишембай картиналар галереяһы менән берлектә “Тормош йылғаһы: Рафаэль Ҡадиров ижадында Мостай Кәрим” тип аталған кисә үтте. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арналды.
Шағир, драматург, тәнҡитсе, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең әҫәрҙәре һәр ваҡыт актуаль булып ҡала. Уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар үлемһеҙ, әҫәрҙәре буйынса йөрәккә үтеп инерлек фильмдар төшөрөлә, кешелекле геройҙары хәҙер нисәмә быуынды тәрбиәләй.
М.Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренә беҙҙең яҡташыбыҙ, Башҡортостандың, Рәсәй Федера-цияһының атҡаҙанған рәссамы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рафаэль Ҡадиров байтаҡ картиналар ижад иткән.
Рафаэль Рәшит улы өсөн “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы бик тә яҡын: баласағымдағы кисерештәр һәм яратҡан өләсәйемдең ҡулдары йылыһы ғүмере буйы оҙата бара, һаҡлай, ти ул. Әүлиәләй күргән кешеһенә, тыуған ауылына һөйөүе, ололарға ҡәҙер-хөрмәте яҡташыбыҙ йөрәгендә тап ошо әҫәргә ауаздаш булып, һоҡланғыс эштәрҙә сағылған. Картиналары, ысынлап та, һәр кемдә тәрән кисерештәр уята. Китапханала Рафаэль Рәшит улының ата-әсәһе, һуңынан инде үҙе һаҡлап алып ҡалған уникаль көнкүреш предметтары ла күргәҙмәгә сығарылғайны. Картиналар галереяһы директоры булараҡ та, рәссам һәр заманда ҙур тәрбиә көсөнә эйә булған ижад мөһимлеген әйтте.
Мәҙәни сара бер тында үтте, уны башҡорт китапханаһы мөдире Зимфира Кошелова алып барҙы. Картиналар галереяһы экскурсоводы, рәссамдың тормош иптәше Елена Ҡадирова картиналарҙың йөкмәткеһенә бәйле күп мәғлүмәт еткерһә, Ишембай нефть колледжының 1-се курс студенты Дмитрий Зайцевтың Мостай Кәрим ролендә сығышын, мәҙәниәт һарайының “Юрматы” фольклор ансамбленән Гөлниса Хисмәтуллинаның наҙлы бишек йырын сараға саҡырылған йәштәр ихлас ҡабул итте. Ә бына Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Әнисә Сөйәрғолованың “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән өҙөктәрҙе башҡорт телендә илһамланып уҡыуы оҙаҡ күҙ алдынан китмәй торҙо. Кадет егеттәрҙең уға ҡушылып йырлауы үҙе ни тора! Әнисә Булат ҡыҙының мәшһүр әҙип менән осрашыу иҫтәлектәрен, кисерештәрен тыңлап, йәш быуын әҙипкә тағы ла яҡынайған кеүек булды.
Фото: автор
Читайте нас: