Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Октябрь 2020, 00:03

“Ул ғына ғәйепле...”

Фәриҙә апайҙы итәғәтле, һис кемгә ауыр һүҙ әйтмәҫ кеше тип беләләр. Алсаҡ, ихлас булып күренһә лә, күҙҙәре гел бойоҡ кеүек. Берҙән-бер улын әрмегә оҙатып, мәңгелеккә юғалтҡан ул. Ярай әле, ике ҡыҙы, кейәү­ҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре бар.

Фәриҙә апайҙы итәғәтле, һис кемгә ауыр һүҙ әйтмәҫ кеше тип беләләр. Алсаҡ, ихлас булып күренһә лә, күҙҙәре гел бойоҡ кеүек. Берҙән-бер улын әрмегә оҙатып, мәңгелеккә юғалтҡан ул. Ярай әле, ике ҡыҙы, кейәү­ҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре бар.

Күптән түгел урам сатында һөй­лә­шеп торғанда ике йорт аша йәшә­гән күршенең ҡыҙы, кейәүе, уларҙың ике балаһы машина менән килеп туҡтаны. Уларҙы күргәс, Фәриҙә апай, күрмәмеш­кә һалышып, әйлә­неп торҙо. Тегеләр атай-әсәйҙәре йәшәгән йортҡа инеп киткәс, “Күрал­майым ошо ҡыҙҙы”, – тип уҫал итеп әйтеп ҡуйҙы.

Бығаса гел яҡшы һүҙен ҡушҡан күрше ҡатын­дан бындай хәбәр ишеткәс, бер аҙ аптырап киттем. Баҡтиһәң, күптән түгел күсеп килгән кеше булараҡ, күршеләр араһындағы был күңелһеҙ, аяныслы тарихты белмәгәнмен икән.

...Алина менән Руслан бәләкәйҙән бергә уйнап үҫә. Тора-бара бала саҡ дуҫлығы мөхәббәткә әйләнә. Һәр хәлдә эргә-тирә уларҙың киләсәген бергә тип күрә. Күрше йәшәгән атай-әсәйҙәр ҙә бер-береһен “ҡоҙа-ҡоҙағый” тип шаяртып ала. Мәк­тәпте тамамлағас, ҡыҙ – институтҡа, егет техникумға уҡырға инә.

Тиҙҙән Русланды әрме сафына алалар. Ҡыҙ менән егеттең араһын хаттар бәйләй. Ләкин Рус­лан әрмегә китеп, бер йыл самаһы ваҡыт үтеү­гә, Алина институтта уҡыған егет менән дуҫ­лашып китә. Русланды яратмауын, улар араһындағы хистең бары тик бала саҡтан килгән дуҫлыҡ булыуын, уны алдап йөрөргә теләмәүен аңлатып хат яҙа. Тик... егет был хәбәрҙе күтәрә алмай, үҙ-үҙенә ҡул һала.

Русланды бөтә урам менән зар илап һуңғы юлға оҙаталар. Ситтә һығылып илап баҫып тор­ған Алинаға егеттең әсәһе лә, туғандары ла бөтә уйлағанын әйтергә теләй, тик мәрхүмдең атаһы – һалҡын ҡанлы, аҡыллы Әсләм ағай алдан уларҙы ныҡ тыйған була.

“Яратмағас, ниңә оҙатҡан? Ниңә хаттар яҙған? Яратмауын һуңлап аңлаған хәлдә лә, был хаҡта ҡайтҡас аңлашырға ла мөмкин ине бит...” – тип өҙгөләнә әсә һаман да.

Ул ваҡиғаға тиҫтә йыл үткән. Алина кейәүгә сыҡҡан, ике балаһы бар. Алыҫ ҡалала йәшәй, һирәк-һаяҡ атай-әсәйе янына ҡайтып йөрөй.
“Аҡылым менән аңлайым, ул да былай булы­рын, Русландың үлемен теләмәгәндер. Әммә уны күрһәм, йөрәгем урынынан ҡуҙғала. Кисерә алмайым... Аҡыл менән аңлаһам да, күңел һа­ман әрней...” – тине Фәриҙә апай, күҙенә йәш алып.

Күршеләрҙең үҙ-ара аралашмауының, хатта бер-береһенә һаулыҡ та ҡушмауының сәбәбе бына ниндәй аяныслы ваҡиғаға барып тоташа икән... Эй, тормош...
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: