Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2020, 12:05

ТӘПӘН (булған хәл)

Ауылдарындағы мәктәптең бер бүлмәһендә музей асылғанын Ғәйшә инәй ишетеп белә ине инде. Әммә тиҫтә йылдан артыҡ ситтә, “Рощинский” совхозына төпләнгән ҡыҙы менән кейәүендә йәшәгәс, был музейҙы ҡайтып күреү уға насип булмайыраҡ торҙо. Инде тыуған төйәгенә юл төшөү менән ул ошо ауылда йәшәгән һеңлеһе оҙатыуында мәктәпкә йүнәлде.

Ауылдарындағы мәктәптең бер бүлмәһендә музей асылғанын Ғәйшә инәй ишетеп белә ине инде. Әммә тиҫтә йылдан артыҡ ситтә, “Рощинский” совхозына төпләнгән ҡыҙы менән кейәүендә йәшәгәс, был музейҙы ҡайтып күреү уға насип булмайыраҡ торҙо. Инде тыуған төйәгенә юл төшөү менән ул ошо ауылда йәшәгән һеңлеһе оҙатыуында мәктәпкә йүнәлде.
Башлыса ауыл халҡының элекке тормошон һүрәтләгән һәм көнкүреш әйберҙәренән торған музейға килеп инеү менән инәй үҙен ҡапылдан баласағына, йәшлегенә ҡайтҡандай хис итте. Әйтерһең дә, ул утыҙынсы йылдарҙа, үҙҙәренең таш келәтендә йөрөй.
Бындағы әйберҙәрҙең күбеһе уға таныш һәм ҡасандыр улар Ғәйшә инәйҙең атаһы Шәйәхмәт мулланыҡы ине. Уларҙың барыһы ла ана шул ҡәһәрле утыҙынсы йылда, үҙҙәрен талаған саҡта юҡҡа сыҡты. Кемдәрҙеңдер ҡулында үҙ бурыстарын үтәгәс һәм инде кәрәктәре бөткәс, шул бәндәләрҙең ейән-ейәнсәрҙәре бында килтереп тапшырған уларҙы. Ҡағылырға бик ҡушмаһалар ҙа, инәй боронғо үтек, еҙ самауыр, батмус-ҡомғандарҙы ҡулына алып, һыйпаштырғылап та ҡуйҙы һәм еҫләштергеләп тә алды. Уларҙан һаман шул уҡ элекке, утыҙынсы йылдарҙағы еҫ сығып торғандай һымаҡ ине. Бер мөйөштәрәк ултырған ҡул тирмәнен күреп, һабынан тотоп әйләндерергә лә маташып ҡараны ул, хатта. Ошо һапта инәйҙең ҡул эҙҙәре ҡалған, әсәһе ҡушыуы буйынса ул ошо тирмәндә әллә күпме ярма үткәрҙе. Уның танауына ҡапыл ҡаҙанда бешерелгән бик тә тәмле талҡан еҫе килеп бәрелгәндәй булды. Инәй башын борғолап шул ҡаҙандарҙы эҙләй башланы. Ләкин улары булмай сыҡты. Күрәһең, кемдер ҡаҙандарҙы һаман ҡуллана йәиһә тимер-томорға тапшырып та өлгөргән.
Хөршиҙә еңенән тартып апаһын Бөйөк Ватан һуғышы осоро сағылдырылған әйберҙәр ҡуйылған мөйөшкә алып килде.
- Таныйһыңмы, ана Ғәбделәхәт ағайыбыҙҙың ордендары ята. Музей асылғас күрһендәр, белһендәр, тип ошонда килтереп тапшырҙыҡ, - тине ул. Танымай буламы һуң инде. Бына I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, быныһы бер тармағы кителгән Ҡыҙыл Йондоҙ ордены. “Ошо орден мине үлемдән һаҡлап алып ҡалды. Тәнемә ҡаҙалырға тейешле дошман пуляһын ул кире ҡаҡты”, - тип һөйләй торғайны ҡустыһы.
Ауылдан һуғышта ҡатнашҡан йөҙҙән артыҡ кешенән бары Ғәбделәхәт - өс, ике туған ҡустыһы Әбделғата биш орден тағып ҡайтҡайны. Ҡалғандарында миҙалдар ғына булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо ордендарҙың хужалары был яҡты донъяла юҡ инде. Ҡустыһын йәшен атып үлтерҙе, ә Әбделғата күрше райондағы Мотал ауылына күсеп китеп, шунда вафат булып ҡалғайны. Ниндәйҙер аңлайышһыҙ хис-тойғоларға бирелеп сыҡҡан ине ул саҡ инәй музейҙан. Бер йылдан һуң тыуған ауылына ҡайтып тағы ла шунда барырға тура килде Ғәйшә инәйгә. Был юлы уны мәктәп директоры үҙе ҡаршы алды.
- Ғәфү итегеҙ инде, тәҙрәне ватып кереп, орден-миҙалдарҙы урлап алып сыҡҡандар. Ҡустығыҙҙың наградаларын һаҡлай алманыҡ инде, - тине ул, үтә лә йылғыр күҙҙәрен йәшерә биреп. Музейға төшкәндәрен һәм ҡустыһының ордендары юғалыуын инәй һеңлеһе аша ишетеп белә ине инде. Әммә быны үҙ күҙҙәре менән күрергә ынтылып килгәйне ул бында. Ордендар урынында кемдәрҙеңдер яңыраҡ ҡына табылып килтерелгән өсмөйөшлө хаттары ғына ята ине. Уларға ҡарап уйланыбыраҡ торғанда Ғәйшә инәйҙең күҙҙәре ҡапыл һөйәндән соҡоп эшләнгән тәпәнгә төштө. Аҙыраҡ ҡына ҡарая бирһә лә бигерәк тә таныш тәпән! Үткән килгәнендә ул юҡ ине бында. Булһа шунда уҡ күҙенә ташланыр ине инәйҙең. Кемдер табып алып яңыраҡ ҡына килтереп ҡуйған, күрәһең.
Ғәйшә инәй йүгереп атлап тигәндәй уның янына барҙы ла ҡытыршы ҡулдары менән ситтәрен һыйпай башланы. Бына “Ш” тип соҡоп яҙылған Шәйәхмәт атаһының тамғаһы ла тора. Мулла бабай күп кенә әйберҙәренә билдә һалыусан ине. Инәй бәләкәй саҡта уҡ ул тәпәнде Стәрле баҙарынан алып ҡайтып, тамғалап ҡуйғайны. Тик әле тәпәндәге “Ш” яҙмаһының аҫтына тағы бер һыҙыҡ уйып, уны һәнәккә, йәғни юрматыларҙың тамғаһына әйләндергәндәр ҙә ҡуйғандар. Ләкин тәпәнде ныҡлы күреп-белеп, уны байтаҡ файҙаланғандарҙы бының менән генә алдап булмай шул. Ситендәге ботаҡ эҙҙәренең ҡайһы тирәләрәк булыуын инәй уларҙы күрмәйенсә лә әйтеп бирә ала.
Үткән килгәнендә лә ул бик тә таныш әйберҙәрен күреп күңелен хәтирәләр биләп алған ине. Был юлы тәпән тәүге мөхәббәте менән осраштырған һымаҡ булды. Йөрәге түренә үк үтеп инеп, тәрән эҙ ҡалдырғайны шул ул беренсе мөхәббәт тигәндәре.
...Бала сағында иҫләмәһә лә, үҫеп еткәс Ғәйшә шуға иғтибар иткәйне: атаһы ыҡсым кәүҙәле, төҫкә бик сибәр, йыуаш холоҡло кеше булды. Әсәһе, киреһенсә, ямаҡ йөҙлө, аттай таҙа кәүҙәле ине. Лаплоп баҫып, ер емерерҙәй булып йөрөй торғайны. Үҙе яман уҫал булды. Шуға ла атаһы нисек әсәһен алды икән тип аптырап ҡуя ине. Үҙен, әлдә әсәйемә тартмай, атайыма оҡшап матур булып тыуғанмын, тип ҡыуанды. Бер һеңлеһе ҡойоп ҡуйған әсәһе булды. Был бахырҡайға кейәү сыҡмаҫ инде тиеберәк ҡайғыра ла торғайны Ғәйшә. Аптыратып, һыу һөлөгө кеүек егеткә кейәүгә сыҡты ла китте. Ауылдарында Айытбай тигән бик тә ямаҡ әҙәм йәшәне. Шул егет сағында Бөрйән яғынан ифрат һылыу ҡыҙҙы кәләш итеп алып ҡайтты. Ауыл халҡы: “Нисек уны әүрәтә алдың?” - тип һорағас, Айытбай: “Мөхәббәткә маңҡа мишәйт итмәй ул”, - тип әйткән, ти. Ысынлап та, бер яманға - бер яҡшы, бер ямаҡҡа – бер матур, тигәндәре дөрөҫкә сығалыр ул. Быны үҙе менән Хисам миҫалындараҡ иҫенә алды ул.
Ун алты йәше тулғанда Ғәйшәнең артынан Хисам йөрөй башланы. Тәүҙә ҡыҙ өсөн ул Хисаметдин ине, аҙаҡ ҡына Хисамға әйләнде. Йөрөй тигәне шул инде – кис ултырған ерҙән сыҡҡанды ҡапҡа төбөндө көтөп тора ла, оҙатып ҡуя. Шунда бер-ике ауыҙ һүҙ һөйләшәләр ҙә ҡыҙ өйгә инеп китә. Ул ваҡытта “Яратам, өҙөлөп һөйәм һине”, - тип бер-береңдең ҡосағына атылыу юҡ. Уларҙы яныңдағы кешенең тын алышы, күҙ ҡарашы аша ғына тояһың. Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ килеп, мөхәббәткә һыуһаған сағы. Һөйөү хисен дөрләтеп ҡабыҙып ебәрергә бер генә осҡон да етә. Яҡыныңдың ишетелеришетелмәҫлек әйткән бер һүҙе йәки тылсымлы бер күҙ ҡарашы үҙе бер осҡон. Артабан үҙең дә һиҙмәй йөрәгеңдә ҡабынған һөйөү утында дөрләп яна башлайһың. Ғәйшәгә лә Хисамдың ҡара күҙҙәренән һирпелгән бер нур етте. Ятһа ла, торһа ла күҙ алдында уның буй-һыны, бик үк матур булмаған, аҙыраҡ шаҙрараҡ ҡоңғорт йөҙө торҙо. Осрашыр ваҡыттарҙы көтөп алып, оҙатып килгәнендә аҡрыныраҡ атларға, уны янында оҙағыраҡ тоторға тырыша ине. Хисамдың: “Кермәйерәк тор, бер аҙ һөйләшеп торайыҡ”, - тип әйтмәүенә асыуы килеп: “Һей, быҙау!”, - тип үпкәләп тә ҡуйғыланы.
Ғәйшә бәләкәйҙән йыр сығарыуға әүәҫ булды, көйө лә үҙенән-үҙе ҡолағы төбөндә яңғырап тороп, гел шуларҙы шым ғына көйләп-йырлап йөрөй торғайны. Аулаҡ өйҙә кис ултырғанда ла ҡыҙҙарға шуларҙы өйрәтеп, бергәләп йырлар булдылар. Береһе былайыраҡ ине, шикелле. Ҡара ла ғына бөҙрә сәстәремде Алтын тараҡ менән тарайым. Таң алдынан күргән төшкәйемде Һин килергә тиеп юрайым. Ҡара ла ғына бөҙрә сәстәремде Еҫле майҙар һөртөп тарайым. Килер юлдарыңа йүгереп сығып Талдырғансы күҙем ҡарайым. Еҫле майҙың еҫе, ай, иҫерткес Әйләнәлер унан башҡынам. Осрашмай ҙа булмаҫ, осрашырбыҙ, Күңелкәйем һиҙеп ашҡына. Йырлап алғас Ғәйшә иптәш ҡыҙҙарына төртмә таҡмаҡтар сығарып, шуны әйтеп бейешергә тотоналар. Уларҙың ҡайһы берҙәре иҫендә ҡыҙҙың.
Гөлбикәнең бейәләйе Йөндән түгел, тиренән. Бер калушһыҙ ҡайтып ингән Һыуға барған еренән. Таңһылыуҙың беләҙеге Алтын түгел, көмөштән. Ғәлимйәнен төштә күреп Мендәр менән үбешкән. Инде ғашиҡ булғас Ғәйшәнең күңеленән мөхәббәт, һөйөү хаҡындағы йырҙар урғыла башланы. Шуларҙы көйләп йөрөр булып китте.
Ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡ бит ул. Берәү менән ғишыҡ тота башлаһа, өйләнешеп, бала табып, уны бағыу, донъя көтөү тураһында уйланырға тотона. Уйына шулар килеп керһә лә, Хисам менән йәшәп алып китеүҙәрен күҙ алдына килтерә алмай ине ҡыҙ. Ул саҡта заманы ла башҡараҡ, донъяға булған ҡараштары ла икенсерәк ине шул. Ғәйшәләр хәллеләр рәтендә, мул ғына тормошта йәшәне. Тиҫтәнән артыҡ һыйырҙары, егермеләп аттары, башҡа ваҡ-төйәк малдары булды. Өйҙәре лә ҡарағастан һалынған, ҙур, алты мөйөшлө ине. Ҡышын мал бағып, йәйен көнө-төнө баҫыуҙан ҡайтмай күпләп иген үҫтерҙеләр, бесән саптылар. Атаһы, мулламын тип тормай, аттай егелеп, ҡара
эште лә башҡарҙы. Таҙа кәүҙәле әсәһе бер үҙе ике-өс кеше эшләр эште эшләне. Ҡустылары ла бәләкәйҙән һәнәк-көрәккә, һабан-тырмаға йәбеште. Эштәре лә, аштары ла булды ул заманда. Ә бына Хисамдарҙың тормошо әҙәм көлкөһө ине, тиһәң дә була. Ергә һеңеп бөткән генә өйҙә тиҫтәнән артыҡ кеше йәшәй. Күрһә, нисек уға һыялар икән, тип аптырай торғайны Ғәйшә. Ике-өс кәзәнән башҡа малдары ла юҡ ине. Эшкә ашҡандары хәллерәктәргә, йә булмаһа күрше ауылдағы урыҫтарға ялланып эшләштергән булды. Хәйер, ундайҙар ул саҡ ауыл тулы ине, тиһәң дә ярай.
Ярты йыллап йөрөшкәс Хисам өйләнешеү тураһында һүҙ ҡуҙғата башланы. Ғәйшәнең дә һөйгән кешеһе менән ҡауышып йәшәйһе килә ине, әлбиттә. Шулай ҙа күңелен ҡырған нәмәне әйтмәй булдыра алманы. Бер көн Хисам яусы ебәрәм, тигәс, тотто ла күҙҙәренә ҡарап: “Өйләнешәйек, тиһең – мине шул тауыҡ кетәгегеҙгә алып ҡайтмаҡсы булаһыңмы?! Унда нисек, нимә ашап йәшәрбеҙ?”- тине. Егет: “Ниңә, атайың бай бит! Берәй өй һалып бирер, ат-һыйырынан да өлөш сығарыр әле”, - тип яуапламаһынмы! Ҡыҙ, бер нәмә өндәшмәй, боролоп өйгә инеп китте лә, ятып, мендәренә әсе күҙ йәштәрен түгә башланы. “Мин түгел, беҙҙең байлыҡ ҡына кәрәк икән уға”, - тигән уй ғына ине ул саҡ башында. Оҙаҡ та үтмәй колхозлашыу башланып китте. Йәй урталары ине. Ғәйшәләрҙең өйөнә, милиционерҙар эйәртеп, уполномоченный тигән кеше килеп керҙе. Кулак мөһөрө тағып, ҡулға алып, инде алтмышын тултырып килгән мулла бабайҙы арбаға сығарып ултырттылар ҙа, алып та киттеләр. Ул арала халыҡ йыйылып киткәйне. Уполномоченный улар алдына сығып, йорт-ҡуралары, малдары колхозға тартып алына, ваҡ-төйәк әйберҙәрен бүлешеп алһағыҙ ҙа була, тигәс, бар халыҡ, Ҡырым сиреүе һымаҡ ябырылып, талаша-тартыша йорттан, аҙбар-келәттәрҙән Ғәйшәләрҙең әйбер-ҡараһын ташый башланы. Өс айлыҡ һеңлеһен күтәргән әсәһе ҡаршы төшөп маташҡайны, хатта бер-икеһенә уҫлаптай йоҙроҡтары менән тондороп та алғайны, шикелле, әммә – ҡайҙа ул!
Шунда ҡыҙҙың күҙенә бер ҡулына төргәк, икенсеһенә икмәк тәпәнен тотоп, ҡабаланып сығып барған Хисам салынды. Ғәйшә ҡаршыһына баҫты ла, уға асыулы күҙҙәрен төбәп: “Ни эшләйһең ул?!” – тип ҡысҡырҙы. Хисам ҡыҙҙы урап уҙырға тырышып: “Ниңә, башҡалар ташығанда мин ҡарап торайыммы”, - тине. “Ул төргәктә, бәлки, минең бирнәләремдер. Уларҙы эләктергәс мине лә үҙең менән алып китерһең, бәлки?! Оятһыҙ!” – тип Ғәйшә егеттең битенә төкөрҙө лә, сабыйын күкрәгенә ҡыҫып, ярым һушһыҙ, тыштағы һикелә ултырған әсәһен ҡосаҡлап, күңеленән һағышлы ла, ғазаплы ла булып ҡапыл урғылып сыҡҡан йырын шым ғына йырлай башланы.
Ашҡаҙарҡай буйы бик тә йәмле, Ярҙарында үҫә аҡ тирәк. Ҡайғы-хәсрәт быуа йөрәгемде, Таянырға юҡтыр һис терәк. Йүгереп тә төштөм Ашҡаҙарға, Ҡурҡышып та ҡасты ҡаҙ-өйрәк. Ҡара болот сорнай күк йөҙкәйен, Аяҙ көнкәйҙәре бик һирәк. Бормаланып аға Ашҡаҙарҡай, Саф көмөштәй уның һыуҡайы. Ниңә яҙмыш шулай әсе икән, Башҡынама һыймай уйҡайым. Үҙе йырлай, үҙенең күҙҙәренән мөлдөрәп йәш аға. Әсәһе лә бер нөктәгә төбәлеп, ҡатып ҡалған. Күрше-күлән, башҡалары, былар бер төрлөгә әйләнде, буғай, тигән һымағыраҡ, ҡурҡа биреберәк уларға ҡарап әйберҙәрен ташый. Беренсе мөхәббәте менән бына шунда, шулай хушлашты ҡыҙ. Мөхәббәт нәфрәткә әйләнде тиһәң дә ярай.
Бер нимәһеҙ урамға ҡыуып сығарғас, ауыл ситендәрәк буш ятҡан урында самандан аласыҡ һымаҡ нимә ҡороп шунда йәшәй башланы Ғәйшәләр. Әйберҙәрҙән теге саҡ һикегә йәйелгән кейеҙ генә тороп ҡалғайны. Уны ла алып китерҙәр ине әсәһе менән ҡыҙҙарын ҡуҙғатырға батырсылыҡ итмәгәндәрҙер, күрәһең. Шуны ҡаҡ иҙәнгә түшәп, шуға ятып йоҡлай торғайны ғаиләләре. Бар мөлкәттәрен, хатта сәскән игендәрен дә колхозға тартып алһалар ҙа уларҙы уға яҡын да ебәрмәнеләр. Хатта, кулак ҡалдыҡтары тип, клубҡа ла индермәнеләр. Күрше урыҫ ауылына йөрөп, ялланып эшләүҙән башҡа сара ҡалмағайны. Хәллерәк әҙәмдәренә утауын да утанылар, таш сығарып, балсыҡ баҫып һарайкеләттәр ҙә һалдылар, көтөүен дә көттөләр мулла балалары. Әсәләренең ҡулы эшкә ифрат оҫта ине. Тире иләп тун да текте, мейес тә сығарҙы, быйма ла баҫты, балаҫ та һуҡты. Күмәкләп эшләп, үҙ тамаҡтарын үҙҙәре туйҙырырлыҡ хәлдә булды улар. Әсәләре ҡаты холоҡло, тигәйне бит. Бына шул холҡо файҙаға булып, ул балаларының береһен дә, үҙен дә ҡыйырһытырға ирек бирмәне. Ә ул саҡ уларға йәбешергә, эттәй таларға әҙер тороусылар күп ине. Атаһына килгәндә инде, уны аҙыраҡ Стәрле төрмәһендә тотоп, Белорет яҡтарына ағас ҡырҡырға ебәргәндәр икән, тигән хәбәр ишетелеп ҡалды. Алты йылдан һуң ғына, ҡаҡ һөйәккә ҡалып, кәкерәйгән ҡарт бабайға әйләнеп ҡайтып ингән ине ул. Бер аҙ хәл алып, шул урыҫ ауылындағы умарталыҡта эшләй башлағайны.
Былары аҙ ғына һуңыраҡ. Ә Хисам менән һуңғы тапҡыр үҙҙәрен талағандан һуң ярты йыллап ваҡыт үткәс күрешеп һөйләшкәйне Ғәйшә һәм был ваҡиға ла тәпәнгә бәйле ине. Әсәһе, Степан ҡарт менән әбейе Марфаға быйма баҫып биреп, Михайловканан байтаҡ ҡына он күтәреп ҡайтҡайны. Балаларын әсе икмәк менән һыйларға теләптер инде ул Ғәйшәне янына саҡырып алды ла, туған тейешерәк кешеләренә икмәк тәпәне алырға ебәрҙе. Шунда ҡыҙҙың башына, туҡта, Хисамдарға барып үҙебеҙҙең тәпәнде һорайым әле, бәлки, бөтөнләйгә биреп ҡуйырҙар, ондары таҡы-тоҡо ғына булғас үҙҙәре көлсә генә бешереп ашайҙар, ә икмәк тәпәне барыбер буш тора, тигән уй килде лә, ул шунда йүнәлде.
Уны бала-саға уратыуында тупһала ағастан һыбыҙғы юнып ултырған Хисам ҡаршы алды һәм үҙҙәренә килеүенә аптырабыраҡ ҡалып, ҡыҙҙың сәләмен дә алмай, сылт-сылт итеп күҙҙәрен генә йомғоланы. Ғәйшә ни йомош менән килеүен әйткәс, Хисам: “Хәҙер әсәйемдән һорайым”, - тип өйгә кереп китте лә, бер аҙҙан тәпәнде күтәреп сыҡты. “Икмәк һалғас та килтереп бир штубы! Әсәйем шулай ҡушты”, - тине егет ҡулындағы әйберҙе ҡыҙға һоноп. Бындай яуапты бик үк көтмәгән Ғәйшә инде үҙе аптырабыраҡ ҡалды һәм тәпәнде күтәргән килеш үҙҙәренә йүнәлде.
- Ҡайҙан алдың? Әллә кире бирҙеләр?! – тип әсәһе сабый баланы ҡулына алғандай ипләп кенә һыйпаштырғылап ҡуйҙы. Нисек булғанын белеү менән әсәһе икмәк тәпәнен ҡыҙының ҡулына тотторҙо ла: “Бар, хәҙер үк илтеп бир! Ҡабат уны һоранып йөрөйһө булма!” – тип ҡысҡырҙы йән асыуы менән.
Бына шуларҙы Ғәйшә инәйҙең иҫенә төшөрҙө инде килеп музейҙа урын алған икмәк тәпәне. Ауыр уйҙарға бирелеп, ауыр уфтанып сыҡты ул был юлы мәктәп музейынан һәм үҙ вафатына тиклем ауылына бер нисә тапҡыр ҡайтһа ла ҡабат аяҡ баҫманы ул уға.
Читайте нас в