Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2020, 10:05

Эштәре көйлө икән – халыҡҡа рәхәт

“Асфальт-бетон заводы” муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын һәр ваҡыттағыса эш өҫтөндә ҡаршылай. Әлеге мәлдә Йәнырыҫ ауылы һәм ҡаланың Ленин проспекты юлдарында асфальт һалыу эштәре бара.

18 октябрь – Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө

“Асфальт-бетон заводы” муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын һәр ваҡыттағыса эш өҫтөндә ҡаршылай. Әлеге мәлдә Йәнырыҫ ауылы һәм ҡаланың Ленин проспекты юлдарында асфальт һалыу эштәре бара.
Предприятие директоры вазифаһын башҡарыусы Ринат Юлғотлин әйтеүенсә, быйыл ҡала һәм район юлдарын, туҡталыш майҙансыҡтарын, ихаталарҙа, балалар баҡсаларына, предприятиелар территорияһында асфальт һалыу, тротуарҙарҙы ремонтлау буйынса күләмле эштәр башҡарылған. Предприятие өс участканан тора, коллективта бөтәһе 98 кеше тырыша. Быйыл ғына ҡалала 29-сы, 21-се балалар баҡсаһы, 4-се мәктәп территорияһында асфальт ҡатламын яңыртҡандар. Түбәнге Әрмет, Ишәй, Көҙән, Петровск, Этҡол, Уразбай, Кинйәбулат, Байғужа, Ҡанаҡай һәм башҡа ауылдарҙа соҡор ремонты башҡарылған, иң проблемалы участкаларҙа өлөштә яңы асфальт түшәлгән. Юлсыларҙы эш урынында күреү маҡсатында Йәнырыҫҡа юлландыҡ. Асфальт килтереп кенә торған мәл. Участка начальнигы Рәмзиә Арыҫланова хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әле лә тырышып эшләй, йәштәр уның тәжрибәһенә таяна ала. Яҡташыбыҙ “Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән дә бүләкләнгән.
- Әле планға ярашлы 150 метр араға асфальт түшәйбеҙ. Көндәр матур торғанда өлгөрөп ҡалырға кәрәк. Ошо предприятиела эшләүемә 28 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Мин яуаплы участкала егерменән ашыу эшсе. Улар араһынан асфальт һалыусы ир-егеттәребеҙ Баһадир Байматов, Фәнис Мифтахов, Андрей Греков, Анис Мартынов, Илшат Мөҡминовты билдәләп үтер инем. Улар күп йылдар үҙ һөнәрен намыҫлы башҡарып килә. Һөнәри байрамыбыҙ алдынан хеҙмәттәштәремде ҡотлап, ауыр хеҙмәтебеҙҙә түҙемлек һәм сәләмәтлек теләйем, - ти Рәмзиә Сәмерхан ҡыҙы.
Ир-егеттәр менән бер рәттән асфальт һалып йөрөгән Зифа Байгилдина янында ла туҡталмай булдыра алманым. Ишембайҙа юлсыларға һәйкәл ҡуйырға тиһәләр, күптәр уны Зифа апай һынында күрер ине. Һөнәренә 40 йылдан ашыу ғүмерен биргән, БР Торлаҡ-коммуналь хужалығының атҡаҙанған эшсәне, хеҙмәт ветераны үҙ эшен яратыуы хаҡында һөйләп үтте.
- Беҙҙең өсөн айырыуса көсөргәнешле осор - ҡышҡы айҙар, бурандар һәм көслө ҡар яуған ваҡыт. Өйҙә минең иртән иртүк сығып китеүемә һәм ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтыуыма өйрәнгәндәр, аңлап торалар, - ти бригадир Зифа Ғәлиулла ҡыҙы. – Иң мөһиме техника көйлө эшләп торһон, коллективта татыулыҡ, кәйеф булһын.
Йәйен-ҡышын, теләһә ниндәй һауа шарттарында ла ауылҡалалар араһындағы өҙлөкһөҙ бәйләнеш юлсыларҙың тырышлығынан тора. Юл эшсәндәренең көндәлек хеҙмәте – беҙҙең уңайлыҡ, хәүефһеҙлек өсөн ул.
Читайте нас: