Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь 2020, 00:57

Кәләш итеп алам, тип мәктәптә үк әйтеп ҡуя

Арабыҙҙа шул тиклем дә пар килгәндәр бар, уларҙың бер-береһенә тәрән хистәре күҙ ҡараштарынан уҡ сағыла. Ошондай ғаиләләрҙең береһе - Яңы Әптек ауылында йәшәүсе Гәүһәр һәм Баязит ЛАТИПОВТАР менән аралашыуҙан алған матур тәьҫораттарҙы һеҙгә лә еткермәксебеҙ.

Арабыҙҙа шул тиклем дә пар килгәндәр бар, уларҙың бер-береһенә тәрән хистәре күҙ ҡараштарынан уҡ сағыла. Ошондай ғаиләләрҙең береһе - Яңы Әптек ауылында йәшәүсе Гәүһәр һәм Баязит ЛАТИПОВТАР менән аралашыуҙан алған матур тәьҫораттарҙы һеҙгә лә еткермәксебеҙ.
Гәүһәр апайҙы “Тамаша” халыҡ театрының етәксеһе булараҡ күптәндән беләбеҙ. Ролдәрен оҫта башҡарған ижад кешеһенең, тормошта һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө мөләйем ҡатындың ғаилә тормошо ла йәш ғаиләләр өсөн бер өлгө. Ә инде уның тормош иптәше Баязит ағайҙың сәңгелдәктәр эшләү оҫтаһы икәнен белгәс, ғаилә тарихтары менән ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Гәүһәр Абдулхай ҡыҙы Арларҙан булһа, Баязит Марс улы Һайранда тыуып үҫкән. Ауылдарында башланғыс класты тамамлағас, ҡыҙ Һайран мәктәбенә уҡырға килә. Баязит унан бер генә класҡа юғары уҡый. Йәштәр йөрәгендә бер-береһенә һөйөү хистәре юғары кластарҙа ҡабына. “Һине бер кемгә лә бирмәйем, киләсәктә беҙ бергә буласаҡбыҙ”, - тип егет мәктәп йылдарында уҡ үҙенең ҡыҙға ҡарата етди мөнәсәбәтен белдереп ҡуя.
- Гәүһәрҙең иң элек зәңгәр күҙҙәренә ғашиҡ булдым. Тәүге күреүҙән үк күңелемә оҡшаны ул, - ти Баязит Марс улы йәшлек йылдарын хәтерләп.
- Баязит та бик сибәр булды. Кәүҙәле, бөҙрә сәсле егеткә ҡарамаҫлыҡ түгел ине, - тип йылмая Гәүһәр апай ҙа.
Егетен әрмегә оҙатып, көтөп ала ҡыҙ. Баязит яҙға хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтһа, көҙгә ғашиҡ пар өйләнешеп тә ҡуя. Ул ваҡытта ҡыҙға – 20, егеткә 21 йәш була. Ата-әсәйҙәре, өйләнешергә иртәрәк түгелме, тигән фекерҙәрен белдерһә лә, үҙ яртыларын тапҡан пар ҡарарҙарын үҙгәртмәй. Мәктәп осоронда уҡ бер-береһен һайлаған пар хәҙер 37 йыл бер тормош һуҡмағынан атлай.
- Йәшләй өйләнешкән ғаиләләр нығыраҡ була, бергә үҫә тип уйлайым. Ә ваҡыт үтеү менән бер-берең өсөн яуаплылыҡ хистәре өҫтәлә, - ти Баязит ағай.
Өйләнешкәс, йәш ғаилә бер аҙ Һайранда йәшәй, аҙаҡ Яңы Әптектә төпләнәләр. Китапхана техникумын тамамлаған Гәүһәр Абдулхай ҡыҙы ауыл китапханаһында эш башлай. Армияға саҡлы уҡ ағас эшкәртеү станоктары буйынса слесарь һөнәрен алған Баязит Марс улы тәүҙә урман эшкәртеү тармағында, аҙаҡ төҙөлөштә хеҙмәт итә.
Ғаиләнең йәме булып улдары Айрас, ҡыҙҙары Юлиә тыуа. Хәҙер улар икеһе лә юғары белем алып, ғаилә ҡороп, Өфөлә донъя көтәләр. Ике ейән һәм бер ейәнсәргә олатай менән өләсәй ҙә Гәүһәр апай менән Баязит ағай.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тип өйрәтә халыҡ мәҡәле. Был йәһәттән Баязит ағайҙың ағас эшенә оҫталығы һәр ваҡыт ярҙамға килә. Өйләнешкәс, йыһаздарға ҡытлыҡ заманда, ул шифоньерын да, ултырғыстарын да, балалар карауатын да үҙ ҡулдары менән эшләп ҡуя. Йылдар үтеү менән оҫталыҡ, тәжрибә арта. Һәр нәмәне еренә еткереп, матур итеп эшләргә күнеккән ул. Ә бына тәүге ейәндәре Алмаз тыуғас, олатай кеше сәңгелдәк эшләргә дәрт итә.
- Юлиә ҡыҙым менән Данил кейәү йәйен ҡунаҡҡа ҡайтҡайны. Ейәнемде карауатҡа һалһаҡ илай әй, сәңгелдәк ярҙам итте, рәхәтләнеп йоҡлай торғайны. Ул сәңгелдәкте аҙаҡ үҙҙәренә Өфөгә лә алып ҡайтып киттеләр, - тип сәңгелдәк эшләү тарихын һөйләп алды бәхетле олатай.
Аҙаҡ ейәнсәрҙәре Розалина ла сәңгелдәкле була. Улдары Айрас менән килендәре Наиләнең бәләкәстәре Тимербулат тыуғас, уға ла бишек яһай хәстәрле олатай.
- Үҙебеҙ ҙә сәңгелдәктә бәүелеп үҫтек бит. Юҡҡа ғына беҙгә атай-олатайҙарҙан килеп етмәгәндер ул, баланы тынысландыра, әсәй кешегә лә төндә еңелерәк, - тигән фекерен белдерҙе Баязит ағай.
Олатайыңдың ҡул йылыһы һалынған сәңгелдәктә “бәү-бәү” иткән ейәндәргә көнләшмәҫлекме һуң! Баязит Марс улының нәҫелендә ике яҡлап та ағас эше оҫталары бар.
- Әхмәтша олатайым беҙгә бәләкәй саҡта берберебеҙҙе һөйрәп йөрөтөргә ағас арбалар эшләп бирә ине. Ҡышын ул яһаған ағас саналарҙа шыуып үҫтек. Шуға ла минең өсөн ағас эше бәләкәйҙән һәр ир-егет өсөн хас һөнәр кеүек, - ти оҫта.
Үҙенең балалары тыуғас та, ағастан тракторын да, башҡа уйынсыҡтарҙы ла “һә” тигәнсә эшләп бирә Баязит ағай. Ҡыҙҙары Юлиә балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта ундағы бәләкәстәргә лә кескәй генә ағас көрәктәр яһап бүләк итә. Ейәндәре лә олатайҙарының был һөнәрен белеп бөткән - сағыу, заманса уйынсыҡтарын ситкә һалып, олатайҙарынан ағас машина эшләп биреүҙәрен һорайҙар. Был мәлдә, әлбиттә, үҙҙәре лә эш мәлен ҡыҙыҡһынып күҙәтә.
Латиповтарҙа ағас, төҙөлөш эшенә оҫталыҡ быуынданбыуынға күсә килә тиһәк тә хата түгел. Улдары Айрас үҙ ҡулдары менән эшләгән карауат ҡына ла үҙе бер оҫталыҡ өлгөһө.
Гәүһәр апай менән Баязит ағай был тормошта бербереһен генә түгел, үҙ урындарын, үҙ юлдарын табыуҙары менән дә бәхетле. Һуңғы йылдарҙа ғаилә башлығы Яңы
Әптек мәктәбендә хужалыҡ мөдире, Гәүһәр апай 2015 йылдан мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй, халыҡ театры эшен гөрләтә. Ауылдаштар менән эшләүҙән, матур-матур спектаклдәр, концерттар әҙерләүҙән йәм табып, бар күңелен һалып хеҙмәт итә Гәүһәр Абдулхай ҡыҙы.
- Ғаиләлә бер-берегеҙҙе яратып, хөрмәт итеп торһағыҙ, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Тормошта бер-береңә терәк-таяу булып йәшәргә кәрәк. Эштән ҡурҡмағыҙ, килеп сыҡмай тип икеләнмәгеҙ, - тип йәштәргә үҙҙәренең кәңәштәрен дә еткерҙе Латиповтар. Тап һеҙҙең кеүек күркәм парҙар биҙәй донъяны, Баязит ағай, Гәүһәр апай. Яратҡан эшең менән йәмғиәткә файҙа килтереү, тәрбиәле, белемле балалар үҫтереү – ошо ябай ғына асылға һалынған йәшәүебеҙ мәғәнәһе.

Фотолар ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: